Эстәлеккә күсергә

Йорт ҡоштары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йорт ҡоштары
Рәсем
Коллаж
 Йорт ҡоштары Викимилектә
«Донъяның йорт ҡоштары: билдәле тауыҡ тоҡомдарының һүрәттәре». Бостонда 1868 йылда сығарылған хромолитографияла тауыҡ тоҡомдарынан тыш, мысыр тауығы һүрәтләнгән

Йорт ҡоштары (ингл. poultry) — ҡулға эйәләштерелгәндәр ҡоштар. Улар кешеләр тарафынан декоратив, шулай уҡ ауыл хужалығы маҡсаттарында — ит, йомортҡа, ҡауырһын алыу өсөн үрсетелә.

Был ҡоштар, ҡағиҙә булараҡ, Galloanserae кладаһына (клада — отряд (биология)) һәм Galliformes (тауыҡ һымаҡтар) отрядына ҡарай; һуңғыһына тауыҡ, бүҙәнә, күркә һәм мысыр тауығы, шулай уҡ тауис һәм ҡырғауыл инә.

Йорт ҡоштары категорияһына өйрәктәр, мускус өйрәктәре, йорт ҡаҙҙары, күгәрсендәр, Африка дөйәғоштары ҡарай. Ләкин спорт ҡыҙыҡһыныуы йәки аҙыҡ итеп ҡулланыу өсөн һунар иткән, кейек тип йөрөтөлгән ҡырағай ҡоштарҙы үҙ эсенә алмай. Инглиз һүҙе «poultry» сығышы менән француз телендәге «poule» (тауыҡ) һүҙенә барып тоташа. Ул үҙе латинса "pullum"дан килеп сыҡҡан, йәғни «себеш» тигәнде аңлата.

Ҡырағай ҡоштарҙы бер нисә мең йыл элек ҡулға эйәләштерә башлағандар. Тәүҙә кешеләрҙең, ҡырағай тәбиғәттә йомортҡа йыйып, уларҙан ҡоштар сығарыуы һөҙөмтәһе булыуы мөмкин, әммә һуңғараҡ был ҡоштарҙы даими тотҡонлоҡта аҫырай башлайҙар.

Ҡош төрҙәре эволюцияһы һәм быуаттар дауамында йомортҡа етештереүҙе арттырыу, ҡауырһын сифаты яҡшыраҡ булған яңы тоҡомдар алыу маҡсатында яһалма һайлап алыу арҡаһында хәҙерге тоҡомдар ҡырағай ата-бабаларынан ныҡ айырыла.

Бөгөн баҙарҙа күпселекте тәшкил иткән ҡоштар баҙар ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡош-ҡорт үрсетеү предприятиеларында (ҡошсолоҡ фабрикаларында) коммерция кростары һәм линиялары ҡулланылып үҫтерелә.

Ваҡ һәм шәхси хужалыҡтарҙа йорт ҡоштары, шул иҫәптән тоҡомло ҡоштар, аҙ тотола. Урындағы, һирәк осрай торған һәм юғала барған төрлө ҡош тоҡомдарының генофондын баһалау, һаҡлау һәм файҙаланыу мөһим әһәмиәткә эйә[1][2].

Йорт ҡоштарының төп төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Төрө Ҡырағай ата-баба Ҡулға эйәләштереү башлана Ҡулланыу Фотоһүрәттәр
Тауыҡтар Банкив джунгли тауығы Төрлө сығанаҡтар буйынса
Б. э. т. 2000 йыл
Б. э. т. 3200 йыл[3]
Беҙҙең эраға тиклем 3500 йыл
Азия төбәге
Ит, йомортҡа,
ҡауырһын
әтәс һуғыштары


Бүҙәнә Ябай бүҙәнә XIX быуат аҙағы-XX быуат башы
Япония
Ит,
йомортҡа
Күркә Ҡырағай күркә XII быуаттан алдараҡ
Үҙәк Африка
Ит
Өйрәк Һуна өйрәк Яҡынса б. э. тиклем IV быуат аҙағы — III мең йыллыҡ башы.
Месопотамия
Ит, йомортҡа,
мамыҡ,
ҡауырһын
Ҡаҙҙар Һоро ҡаҙ
и сухонос
Фаразланыуынса, б. э. тиклем
1500 һәм 1000 йылдар араһында.
Ит, йомортҡа,
мамыҡ, ҡауырһын
Өй күгәрсендәре Ҡырағай күк күгәрсен Фаразланыуынса
Беҙҙең эраға тиклем 8000 — 5000 йыл .[4]
Ит, декоратив үҫемлектәрҙә
маҡсаттар
Дөйәғоштар
(ҡырағай төр үҙгәртелмәгән)
Дөйәғош 1838 йылдан
Көньяҡ Африка
Ит, йомортҡа,
ҡауырһын

Беҙҙең эраға тиклем 3500 һәм 2000 йылдар араһында ҡулға эйәләштерелә[5][6][7]. Б. э. т. 1500—500 йылдар араһында бөтә донъяға тарала[8]. Уртаса ҙурлыҡтағы ҡоштар осмай, бөтә нәмәне лә ашай, ауырлығы 1,5 кг алып 5 кг тиклем (әтәстәр тауыҡҡа ҡарағанда ҙурыраҡ), йомортҡа һалыусанлығы тоҡомға ҡарап йылына 150 дананан алып 250 данаға тиклем. Был тоҡом йомортҡа, йомортҡа-ит, ит, декоратив һәм һуғыш тоҡомдарына бүленә[9][10].

XIX быуат аҙағында Японияла XX быуат башында йортҡа яраҡлаштырыла. Ҡоштар бәләкәй, яҡшы оса, бөтә нәмәне ашай, ауырлығы 150-нән 300 грамға тиклем тирбәлә (инәләре аталарынан ҙурыраҡ), тоҡомға ҡарап, йылына 300 данаға тиклем йомортҡа һала. Тоҡомдар йомортҡа, ит һәм дөйөм ҡулланыусы тоҡомдарға бүленә[11][12].

Американы европалылар асҡанға тиклем үк (асыҡ датаһы билдәһеҙ) ҡулға эйәләштерелә[13]. 1519 йылда Европаға испандар тарафынан килтерелә, унан бер нисә йылдан һуң бөтә Европа буйлап тарала. Ҡоштар эре, ҙурлығы буйынса дөйәғоштарҙан ҡала икенсе урында тора. Ата ҡоштарҙың ауырлығы 35 килограмға етә, инә ҡоштар күпкә бәләкәйерәк (өс тапҡырға). Осмайҙар[14].

Йорт өйрәктәре Месопотамияла беҙҙең эраға тиклем 3 мең йыллыҡтың аҙағынан билдәле. Уртаса ҙурлыҡтағы, насар оса, һыуҙа йөҙә, яҡшы сумалар. Ата өйрәктәрҙең ауырлығы 3,6 — 4,2 кг, инәләренең — 3,4 — 3,9 кг, йомортҡа һалыусанлығы тоҡомона бәйле, йылына 100—340 йомортҡа[15][16][17][18].

Ҡулға эйәләштереү ваҡыты аныҡ билдәле түгел, яҡынса беҙҙең эраға тиклем 1500 һәм 1000 йылдар араһында. Һыуҙа йөҙөүселәргә ҡараһалар ҙа, өйрәктәрҙән күпкә насарыраҡ йөҙә, ваҡыттың күп өлөшөн ҡоро ерҙә үткәәләр.

Ата ҡаҙҙарҙың ауырлығы 6 килограмм, ҙуры 12 килограмға тиклем, инә ҡаҙ — 4—5 кг, иң ҙуры 10 килограмға етә. 30—40 йомортҡа, ҡайһы бер тоҡомдар 100-гә тиклем һала[19].

Боронғо замандарҙа йорт мысыр тауығы Африканан Боронғо Грецияға (унда беҙҙең эраға тиклем V быуатта уҡ йорт ҡоштары итеп телгә алына) һәм Боронғо Римға килтерелгән. Португалия сәйәхәтселәре XV һәм XVI быуаттарҙа мысыр тауығын Көнбайыш Африканан ҡабаттан Европаға алып ҡайта һәм бынан һуң донъяла йорт ҡоштары булараҡ популяр булып китә.

Ата ҡоштар тере ауырлыҡта — 1,5 — 1,6 кг, инә ҡоштар — 1,6 — 1,7 кг, 70 көнлөктәре яҡынса 850 грамм тарта. Йомортҡа һалыу миҙгелле, 5 — 6 ай эсендә бер ҡоштан һәр береһе уртаса 45 грамм ауырлыҡтағы 80 — 90 йомортҡа алына.

Етештереү һәм һатыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европа Союзының йорт ҡоштары етештереүселәр һәм һатыусылар Ассоциацияһы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда төп етештереүселәр йорт ҡоштары итен етештереүҙә һәм һатыуҙа яҡынса түбәндәге күрһәткестәргә өлгәшә[20]:

Бөтәһе миллион тонна
Ил Етештерелгән
тауыҡ
Экспортҡа сығарылған
тауыҡ
Етештерелгән
бройлерҙар
Етештерелгән
күркәләр
Аргентина Аргентина 2,107 0,185 2,086 ?
АҠШ Америка Ҡушма Штаттары 21,316 3,091 18,596 2,712
Евросоюз Европа Берләшмәһе 15,872 1,497 12,844 2,121
Бразилия Бразилия 13,992 4,000 13,118 ?
Ҡытай Ҡытай 16,450 0,400 11.600 ?
Канада Канада ? ? ? 0,169
Мексика Мексика 3,061 ? 3,400 0,017
Рәсәй Рәсәй Федерацияһы 4,580 ? 3,870 ?
Көньяҡ Африка Южная Африка 1,543 ? 1,500 ?
Чили Чили 0,730 ? ? ?
Япония Япония 1,519 ? ? ?
Һиндостан Һиндостан 2,993 ? 4,400 ?
Индонезия Индонезия ? ? 1,600 ?
Иран Иран ? ? 1,962 ?
Таиланд Таиланд ? 0,770 1,900 ?
Сәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны 0,692 ? ? ?
Беларусь Беларусь ? 0,145 ? ?
Төркиә Төркиә 1,895 0,360 ? ?
Украина Украина 1,259 0,300 ? ?
2016 йыл менән сағыштырғанда: Үҫеш Кәмеү
«?»- мәғлүмәттәр юҡ

Тауыҡ йомортҡалары етештереүҙә алдынғы 10 ил[21]:

Миллиард данала ғына
Ҡытай АҠШ Һиндостан Мексика Бразилия Рәсәй Япония Индонезия Төркиә Пакистан
529 106,7 88,14 55,42 50,94 44,35 43,35 33,94 19,28 17,08

Ҡош итенең туҡланыу продукты булараҡ файҙаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауырыуҙар һәм эпидемиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бактериаль зарарланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәҫелдән килгән ауырыуҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Ҡалып:Cite conference Архивная копия от 16 октябрь 2020 на Wayback Machine (инг.)
  2. Ҡалып:Cite conference Архивная копия от 20 октябрь 2020 на Wayback Machine (инг.)
  3. См., например: Wood-Gush D. G. M. A history of the domestic chicken from antiquity to the 19th century // Poultry Science[nl]. — 1959. — Vol. 38. — P. 321—326. (инг.)
  4. Blechman A. D. Pigeons: The Fascinating Saga of the World's Most Revered and Reviled Bird. — Reprint. — St Lucia, Queensland, Australia: University of Queensland Press, 2007. — 239 p. — ISBN 0702236411. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 11 март 2015)
  5. См., например: Wood-Gush D. G. M. A history of the domestic chicken from antiquity to the 19th century // Poultry Science[nl]. — 1959. — Vol. 38. — P. 321—326. (инг.)
  6. Darwin C. Fowls // The Variation of Animals and Plants under Domestication. — L., UK: John Murray[en], 1868. — Ch. VII. — P. 225—275.; 2nd edn., revised. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған. — New York, NY, USA: D. Appleton & Co.[en], 1883. — Ch. VII. — P. 236—289. (инг.)См. также русский перевод: Дарвин Ч. Куры // Изменение животных и растений в домашнем состоянии = The Variation of Animals and Plants under Domestication / Пер. П. П. Сушкина и Ф. Н. Крашенинникова; под ред. К. А. Тимирязева; вновь пересмотренный проф. Ф. Н. Крашенинниковым и проф. С. Н. Боголюбским. — М.—Л.: ОГИЗСельхозгиз, 1941. — Гл. VII. — С. 168—198. — 611 с. — (Классики естествознания). — 20 000 экз. (Тикшерелеү көнө: 14 октябрь 2020) Архивированная копия. Дата обращения: 26 октябрь 2019. Архивировано 4 февраль 2020 года.
  7. Митохондриальная ДНК подтвердила азиатское происхождение кур. Дата обращения: 13 ғинуар 2013. Архивировано 13 ғинуар 2013 года.
  8. Силаева О. Л. История одомашнивания птиц // Биология. — 2004. — № 2 (729). — 16—31 марта. (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2019) 2019 йыл 11 апрель архивланған.
  9. Каталог всех пород кур: поиск по характеристикам. Дата обращения: 24 октябрь 2019. Архивировано 24 октябрь 2019 года.
  10. Бэссом Ф. Курочки. Популярные породы и содержание. Иллюстрированная энциклопедия. — М.: Эксмо, 2018. — 304 с. — ISBN 978-5-699-54017-4.
  11. Пигарева М. Д. Разведение перепелов. Дата обращения: 14 октябрь 2020. Архивировано 24 октябрь 2019 года.
  12. Пернатьев Ю. Разведение и выращивание индюков, перепелок и цесарок. Дата обращения: 14 октябрь 2020. Архивировано 24 октябрь 2019 года.
  13. Darwin C. Ducks—Goose—Peacock—Turkey—Guinea-fowl—Сanary-bird—Gold-fish—Hive-bees—Silk-moths // The Variation of Animals and Plants under Domestication. — L., UK: John Murray[en], 1868. — Ch. VIII. — P. 292—294.; 2nd edn., revised. 2007 йыл 15 март архивланған. — N. Y., NY, USA: D. Appleton & Company[en], 1883. — Ch. VIII. — P. 308—310. (инг.) 2007 йыл 5 ғинуар архивланған.См. также русский перевод: Дарвин Ч. Утки. Гуси. Павлины. Индейки. Цесарки. Канарейки. Золотые рыбки. Пчелы. Шелковичные черви // Изменение животных и растений в домашнем состоянии = The Variation of Animals and Plants under Domestication / Пер. П. П. Сушкина и Ф. Н. Крашенинникова; под ред. К. А. Тимирязева; вновь пересмотренный проф. Ф. Н. Крашенинниковым и проф. С. Н. Боголюбским. — М.—Л.: ОГИЗСельхозгиз, 1941. — Гл. VIII. — С. 210—211. — 611 с. — (Классики естествознания). — 20 000 экз. Архивированная копия. Дата обращения: 26 октябрь 2019. Архивировано 4 февраль 2020 года.
  14. Пернатьев Ю. Разведение и выращивание индюков, перепелок и цесарок. Дата обращения: 14 октябрь 2020. Архивировано 24 октябрь 2019 года.
  15. Пекинские утки. Российская сельская информационная сеть: Виртуальная библиотека по сельскому хозяйству: Породы сельскохозяйственных животных: Домашняя птица: Породы уток. Региональный общественный фонд «Исследования аграрного развития» (ФИАР). Дата обращения: 4 март 2015. Архивировано 4 март 2015 года.
  16. Runner or Indian Runner (ингл.). Heritage Breeds: Poultry Breeds: Heritage Ducks. Ҡалып:En2, USA: Ҡалып:En2. Дата обращения: 5 март 2015. Архивировано 5 март 2015 года.
  17. Индийские бегуны. Электронная сельскохозяйственная энциклопедия знаний: Энциклопедии, словари, справочники (поиск): Животноводство: Породы сельскохозяйственных животных: Утки. М.: Федеральное государственное бюджетное научное учреждение «Центральная научная сельскохозяйственная библиотека» (ФГБНУ ЦНСХБ). Дата обращения: 5 март 2015. Архивировано 5 март 2015 года.
  18. Индийские бегуны. Электронная сельскохозяйственная энциклопедия знаний: Энциклопедии, словари, справочники (поиск): Животноводство: Генетические ресурсы сельскохозяйственных животных в России и сопредельных странах: 15. Утки. М.: Федеральное государственное бюджетное научное учреждение «Центральная научная сельскохозяйственная библиотека» (ФГБНУ ЦНСХБ). — Справочник на основе книги: Генетические ресурсы сельскохозяйственных животных в России и сопредельных странах / Сост. Л. К. Эрнст, Н. Г. Дмитриев, И. А. Паронян. — СПб.: ВНИИГРЖ, 1994. Дата обращения: 5 март 2015. Архивировано 5 март 2015 года.
  19. «Статья Гуси» из БСЭ. Дата обращения: 9 март 2015.
  20. AVEC annual report 2018. Дата обращения: 24 октябрь 2019. Архивировано 25 октябрь 2019 года.
  21. Leading egg producing countries worldwide in 2017. Дата обращения: 26 октябрь 2019. Архивировано 25 октябрь 2019 года.