Кантария Мелитон Варламович
Кантария Мелитон Варламович | |
груз. მელიტონ ქანთარია | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Грузия СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған ваҡыттағы исеме | груз. მელიტონ ქანთარია |
Тыуған көнө | 5 октябрь 1920 |
Тыуған урыны | Джвари[d], Цаленджихский муниципалитет[d], Грузия ССР-ы[d] |
Вафат булған көнө | 27 декабрь 1993 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Джвари[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | кесе сержант һәм Һалдат[1] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Кантария Мелитон Варламович Викимилектә |
Кантария Мелитон Варламович (груз. მელიტონ ვარლამის ძე ქანთარია, 5 октябрь 1920 йыл —1993 йыл) — РККА кесе сержанты, сержант А. М. Егоров менән бергә лейтенант А. П. Береста етәкселегендә рейхстаг бинаһы түбәһенә Еңеү Байрағын ҡаҙаусы. Советтар Союзы Геройы (1946).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кантария Мелитон Варламович 1920 йылдың 5 октябрь Джвари ауылында (хәҙер ҡала) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[2]. Милләте буйынса — грузин. Дүрт класс белемгә эйә була[3]. 1938 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырылғанға тиклем колхозда эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы ҡырында 1941 йылдың декабренән[2]; 1-се Белоруссия фронты 3-сө улар армияның 756-сы уҡсылар полкында разведчик була.
Рейхстагка тәүгеләрҙән булып байраҡ ҡаҙаған өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 8 майындағы указы менән уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2], Ленин ордены һәм Алтын Йондоҙ (№ 7090) тапшырыла.
1946 йылда демобилизацияланып, тыуған яғына ҡайтып, колхозда эшләй[2], ваҡ сауҙа менән шөғөлләнә. Артабан Абхаз АССР-ының баш ҡалаһы Сухумиҙа төпләнә, унда магазин директоры булып эшләй. 1947 йылда ВКП(б) сафына баҫа. Абхаз АССР-ы Юғары Советы депутаты була.
1965 йылда Егоров һәм Константин Самсонов менән бергә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙандағы парадта Еңеү байрағы менән уҙа[4], шул уҡ составта 1970 йылда Мәскәүҙә үткән хеҙмәтсәндәр демонстрацияһында ла Еңеү байрағын йөрөтөүсе булалар[5].
Ейәне һүҙҙәре буйынса, Мелитон Кантария үткер һәм ныҡышмал характерлы булһа ла, үҙенең ҡаһарманлыҡтары тураһында һөйләргә яратмай[3]. 1965 йылға тиклем Кантария балта оҫталары бригадиры булып иҫәпләнә. Абхаз АССР-ының Очамчира ҡалаһында йәшәй. Тиҙҙән Кантария Грузия Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
Грузин-абхаз һуғышында ғаиләһе менән бергә Тбилисиға китергә мәжбүр булған, ә һуңғараҡ, 1993 йылда[6] балалары менән бергә айында Мәскәүгә күсә. Ветерандар комитеты ярҙамы менән уға ҙур ғаиләһенә ситтә бәләкәй генә ваҡытлыса бер бүлмәле фатир алырға насип була. Уны льготалы сиратҡа ҡуялар, әммә сираты вафатынан һуң ғына етә (ғаиләһе яңы фатир ала)[3].
1993 йылдың 26 декабрендә Мәскәүгә ҡасаҡ статусын алырға барғанда поезда вафат була. Вафат булыуы тураһында таныҡлыҡ Мәскәү ҡалаһының 64-се клиник дауаханаһында бирелә, унда хушлашыу ҙа уның матәм залында үтә, уға вазифалы шәхестәрҙең береһе лә килмәй[7]. Хәрби хәрәкәттәр арҡаһында Абхазияла ырыу зыяратында ерләй алмайҙар[3].
1994 йылдың ғинуар башында Кантария Цаленджихск районының Джвари ҡалаһында (Грузияның көнбайыш өлөшө) өсөнсө йәмәғәт мәктәбе территорияһында ҡабаттан ерләнә[8]. 2011 йылдан мәктәп Мелитон Кантария исемен йөрөтә.
1965 йылдың 8 майынан 1992 йылдың 29 сентябренә Берлиндың почетлы гражданы була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы Варлам Кантария (1890—1963) Беренсе донъя һуғышында Рус Император армияһы составында һуғыша, яралана, ордендар менән бүләкләнә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронтты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә ҡатнаша, «Кавказды обороналаған өсөн» һәм «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградлана[8].
Әсәһе — Лидия (1896—1985).
Мелитон Кантария ике йортҡа йәшәй: тәүге грузин ҡатын уға өс бала таба, рус әммә ғүмеренең һуңғы йылдарын Кантария мәрйә ҡатыны менән үткәрә, тәүге ҡатыны менән аралашыуын туҡтатманы ла, уныһы бер ҡасан да ирен ғәйепләргә рөхсәт итмәй. Беренсе ҡатыны 1984 йылда ашҡаҙан ман шешенән вафат була, икенсеһе бер йыл алдараҡ — 1983 йылда үлеп ҡала[3].
Мелитон Кантарияның ике ул бар: Резо (1939—2000) һәм Шота (1942—2013)[8].
Ҡыҙы — Циала1946 йылдың 4 июнендә Очамчирск районының Агубедий ауылында тыуа, 1996 йылдан Грецияла йәшәй, унда уның ҡыҙы Нанули йәшәй, гректа кейәүҙә, улы Тенгиз Грузия гражданкаһына өйләнгән[8][9].
Мелитондың ике ағаһы, Алексей менән Амбако, 1990 йылдар һуңында, ағаһы Шалва 2014 йылдың декабрендә вафат була. Улар аталарының тыуған ауылы Джвариҙа йәшәй. Цаленджихск районында хәҙер уларҙың туғандарының бер өлөшө йәшәй, башҡалары Тбилисиҙа, Грецияла һәм Рәсәйҙә. Мелитондың ҡыҙ туғандары, Аниа менән Лайсо Цаленджихск районының Мужава ауылында йәшәй[8].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1945 йылдың яҙында скульптор Иван Першудчев Геройҙың скульптура портретын ижад итә.
- 1965 йылдың 8 майынан Берлиндың почетлы гражданы, 1992 йылдың 29 сентябрендә был исемдән мәхрүм ителә.
- 2010 йылда Мәскәүҙә Поклонная тауында рустар менән грузиндарҙың Бөйөк Ватан һуғышында немец агрессорҙарына ҡаршы көрәшенә арналған мемориал асыла, скульптура композицияһы ярым емерек рейхстаг түбәһендә совет флагын тотоп торған автоматлы ике фигураны — Егоров менән Кантарияны һынландыра[10].
- Мелитон Кантарияға бюст һәйкәле Джвариҙа һәм Тбилисиҙа ҡуйылған (2016 йылда)[11].
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Егоров М. А, Кантария М. В. Знамя Победы. — 1975.
- Егоров М. А., Кантария М. В. Знамя Победы. Бой первый — бой последний / лит. запись Б. Данюшевского. — М. : Молодая Гвардия, 1975. — 111 с., 16 л. ил. — ББК Т3(2)622.5.
- Купарев А. С., Гончаров Г. А. Знаменосцы Победы. История легенды. — Киров: ООО «Кировская областная типография», 2017. — 320 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-498-00480-8.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рейхстагты штурмлау
- Еңеү Көнө
- Григорий Петрович Булатов
- Рахимжан Кошкарбаев
- Заһитов Ғазый Ҡазыхан улы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #130015075 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Кантария, Мелитон Варламович // Большая русская биографическая энциклопедия (электронное издание). — Версия 3.0. — М.: Бизнессофт, ИДДК, 2007.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Ирина Боброва. Знамя Победы не спасло от бед // Московский комсомолец : газета. — 2009. — № 25049 от 7 мая.
- ↑ [visualrian.ru/search/25/29600.html РИА Новости. Фотоархив. 9.5.1965]
- ↑ [visualrian.ru/search/21/694324.html РИА Новости. Фотоархив. 9.5.1965]
- ↑ Война в Абхазии началась летом 1992 года. Речь, скорее всего, идёт о Гражданской войне в Грузии 1991—1992 годов, основные сражения которой произошли в районе Кутаиси и Тбилиси
- ↑ Внучка Мелитона Кантария рассказала LifeNews о жизни деда — YouTube
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 В Джвари установят бюст Мелитона Кантария
- ↑ Дочь Мелитона Кантария переехала в Грецию
- ↑ [Газета «Коммерсантъ» № 237 от 22.12.2010, стр. 5 На веки увековечные. На Поклонной открыли памятник борьбе русских и грузин с немецкими фашистами https://www.kommersant.ru/doc/1562045]
- ↑ Первый канал. В Грузии открыт памятник Мелитону Кантария, водрузившему Знамя Победы над Рейхстагом 10.05.2016
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исландия — Канцеляризмы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2008. — С. 748. — 768 с. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 12). — ISBN 978-5-85270-343-9.
- Неустроев С. А. Русский солдат: путь к рейхстагу. Екатеринбург, 1996.
- Сгибнев А. А. Человек из легенды. М., 1966.
- Цкитишвили К. В., Чинчилакашвили Т. Г. Герои Советского Союза из Грузии. Тб., 1981;
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 5 октябрҙә тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- Грузияла тыуғандар
- 27 декабрҙә вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Грузияла ерләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- КПСС-тың XXIII съезы делегаттары
- Рейхстагты штурмлауҙа ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 26 декабрҙә вафат булғандар