Карлин Альма
Карлин Альма | |
слов. Alma Karlin | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы[d] Югославия короллеге Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге[d] Цислейтания[d] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | слов. Alma Ida Wilibalda Maximiliana Karlin |
Тыуған көнө | 12 октябрь 1889[1][2][3] |
Тыуған урыны | Целе, Словения[4][3] |
Вафат булған көнө | 14 ғинуар 1950[5][4][3] (60 йәш) |
Вафат булған урыны | Печовник[d], Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы[d][3] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Яман шеш |
Һөнәр төрө | яҙыусы, яҙыусы-сәйәхәтсе, шағир, журналист, коллекционер, сәйәхәтсе, теософ |
Эшмәкәрлек төрө | шиғриәт, путевой очерк[d], творческое и профессиональное письмо[d][6], коллекционирование[d][6], Сәйәхәт[6] һәм теософия[d][6] |
Уҡыу йорто | Париж университеты |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Карлин Альма Викимилектә |
Альма Ида Вилибальда Максимилиана Карлин (слов. Alma Ida Wilibalda Maximiliana Karlin; 12 октябрь 1889, Целе, — 15 ғинуар 1950, Печовник) — Словения-Австрия сәйәхәтсеһе, яҙыусы, шағирә, коллекционер, полиглот һәм теософ.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Альма Карлин 1889 йылдың 12 октябрендә Штирияның ул ваҡытта Австро-Венгрияға ингән Целе ҡалаһында (хәҙер Словенияның бер өлөшө) тыуа. Австро-Венгрия армияһы майоры Якоб Карлиндың һәм уҡытыусы Вилибальда Михеляктың ҡыҙы. Альмаға һигеҙ йәш булғанда атаһы үлә[7]. Альма немец теле өҫтөнлөк иткәнмөхиттә үҫә, үҙен этник немка йәки словенка тип түгел, ә нигеҙҙә австрийка тип иҫәпләй.
Грацела урта мәктәпте тамамлағандан һуң Лондонға китә һәм белем алыуын унда дауам итә. Инглиз, француз, латин, итальян, норвег, дан, фин, урыҫ һәм испан телдәрен өйрәнә. Артабанғы йылдарҙа шулай уҡ фарсы, ҡытай һәм япон телдәрен үҙләштерә[7]. Шулай уҡ Альма Карлин ярты йылын Парижда үткәрә һәм унда Сорбоннала төрлө тел курстарына йөрөй. Нәҡ шул ваҡыт үҙ өҫтөндә эшләй башланй һәм тағы ла ун, шул иҫәптән словен телен дә өйрәнә.
1914 йылда Беренсе донъя һуғышы башында Карлинға Швецияға һәм Норвегияға күсергә тура килә, сөнки ул Бөйөк Британияла үҙенең австро-венгр сығышлы булыуы менән нон грат персонаһы тип таныла. Скандинавияла ул швед яҙыусыһы Сельма Лагерлеф менән таныша. Сальма Карлин ижады менән шул тиклем һоҡлана, хатта уны Нобель премияһына тәҡдим итә[8].
1919 йылда ул өйөнә — ул ваҡытта Югославия короллеге составына ингән Целеға әйләнеп ҡайта. Әммә шунда уҡ тиерлек киләһе сәйәхәте өсөн аҡса туплай башлай. Ошо маҡсат менән Целела асылған был мәктәптә тел өйрәнеү буйынса мәктәп аса һәм унда көнөнә унар сәғәт уҡыта, ә буш ваҡытта һүрәт төшөрөү ҙәм яҙыусылыҡ менән шөғөлләнә. 1919 йылдың 24 ноябрендә ул ҡабаттан тыуған ҡалаһын ташлап китә, был юлы туғыҙ йыллыҡ ер шарын буйлап сәйәхәткә юллана. Карлин Көньяҡ һәм Төньяҡ америкала, Тымыҡ океан утрауҙарында, Австралияла һәм Азияның төрлө илдәрендә була. Ер шары буйлап сәйәхәтендә Һиндостан уның һуңғы пункты булып тора.
1928 йылдың ғинуарында Альма үлем алдында ятҡан әсәһенең үтенесе буйынса өйөнә ҡайта. Был ваҡытта ул үҙе лә физик йәһәттән йонсоған һәм тәрән депрессияла була. Башҡаса ул бер ваҡытта ла сәйәхәткә сыҡмай. Ваҡытының күп өлөшөн яҙыҡсылыҡҡа бағышлай. 1934 йыл тирәһендә Карлин теософия менән ҡыҙыҡһына башлай. Артабанғы йылдарҙа, бигерәк тә Икенсе донъя һуғышы ваҡытында католицизмға ылыға.
Карлин үҙенең сәйәхәттәре тураһында төрлө гәзит- журналдарҙа, шул иҫәптән «Cillier zeitung», «Neue Illustrierte Zeitung» һәм «Der Deutschen Bergknappe» гәзиттәрендә баҫылған йөҙҙәрсә отчеттарында ентекле яҙа. Өйҙә булғанында бик күп әҙәби һәм әҙәби булмаған әҫәрҙәр яҙа. Ул Германияла власҡа нацистар килгәнгә тиклем немецса яҙа, һуңынан протест йөҙөнән немец теленән баш тарта. Германияла нацистар уның китаптарын яндыра. Карлин шулай уҡ инглиз өлкәләрендә йәшәүселәр өсөн инглиз телендә яҙа[7]. 1937—1938 йылдарҙа франко-немец журналисы һәм антинацист-яҙыусы Ганс Иоахим Бонсак уның өйөндә йәшеренеп йәшәй.
«Күсәр» илдәр һәм уларҙың союздаштары 1941 йылдың апрелендә Югославияға баҫып ингәс Түбәнге Штирия немец оккупацияһында ҡалғас, Карлин ҡулға алына һәм Мариборға оҙатыла. Унда меңәрләгән серб менән бергә Сербияға оҙатыла. Альма әхирәте Тея Гамелендың актив ҡыҫылышы ярҙамында азат ителә. Ул Целеға кире ҡайтып, өйҙәге арест аҫтында ҡала. 1944 йылдың яҙында Көньяҡ Словенияның партизандар контролендә булған Белая Карниола өлкәһенә ҡасырға ҡарар итә. Ҡаты ауырыуына ҡарамаҫтан, коммунистар уға Италияның көньяғында урынлашҡан һәм союздаштар ҡулы аҫтында булған Бари ҡалаһына сығырға рөхсәт итмәй. Уның урынына уны Далмацияға сығаралар һәм ул һуғыш ахырына тиклем шунда ҡала, һуңынан Целеға ҡайта. Альма Карлин 1950 йылдың 14 ғинуарында Целе эргәһендәге Печовник ауылында күкрәгендәге яман шештән һәм туберкулездан вафат була. Светинский зыяратында Тея Шрайбер Гамелен (1906—1988) йәнәшәһендә ерләнә.
Альма Карлин эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ирекһеҙҙән коллекционер һәм этнолог та була. Сәйәхәт ваҡытында алған күпселек әйберҙәрен ул өйөнә ебәрә һәм һуңынан бәләкәй генә шәхси музей аса. Әлеге ваҡытта уның экспонаттары Целеның төбәк музейында һаҡлана. Эштәренең күпселеге баҫтырылмаған; улар Словенияның Милли һәм университет китапханаһында, шулай уҡ Берлин дәүләт китапханаһында һаҡлана.
Карлин Альма тураһында Словения яҙыусыһы Милан Деклев «Гражданка мира» (нем. Die Weltbürgerin) биографик романын яҙа[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Alma Karlin // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Alma M. Karlin // MAK (пол.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Obrazi slovenskih pokrajin (словен.) — ISSN 2712-5408
- ↑ 4,0 4,1 KARLIN Alma Maximiliane // Literatur in Österreich 1938-1945, Band 1: Steiermark (нем.) — Böhlau Verlag, 2008. — S. 149—153. — ISBN 978-3-205-77809-7
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #120587947 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Alma M. Karlin: "Nenavadna ženska" kot Kolumbova hči (Slovenian), MMC RTV Slovenia (12 января 2011).
- ↑ Krapež, Klara. Exhibition on Alma Karlin in the National and University Library in Ljubljana (апрель 2005), стр. 27. 4 апреля 2019 тикшерелгән. 2012 йыл 8 март архивланған.
- ↑ .drava.at (нем.)