Эстәлеккә күсергә

Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре берләшмәһе

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре берләшмәһе

АСЕАН-дың флагы
Ағза-илдәре

Бруней Бруней
Вьетнам Вьетнам
Индонезия Индонезия
Камбоджа Камбоджа
Лаос Лаос
Малайзия Малайзия
Мьянма Мьянма
Сингапур Сингапур
Таиланд Таиланд
Филиппин Филиппин

Секретариаттың урынлашыуы Индонезия Джакарта
Генераль секретарь Бруней Лим Джок Хой
Рәсми теле инглиз теле
Майҙаны 4 480 000 км2
Халҡы

 — Бөтәһе (2004)
 — Тығыҙлығы


592 000 000
122.3 кеше/км²
ВВП (2003)

 — Бөтәһе
 — Бөтәһе
 — ВВП һәр кешегә
 — ВВП һәр кешегә


2,172 трлн $ (ППС)
681 млрд $ (номиналь)
4 044 $ (ППС)
1 267 $ (Номиналь)

Барлыҡҡа килеүе
АСЕАН декларацияһы
АСЕАН Уставы

8 август 1967 йыл
16 декабрь 2008 йыл

Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре берләшмәһе (АСЕАН; ингл. Association of SouthEast Asian Nations) — Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы дәүләттәрҙең сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни хөкүмәт-ара төбәк ойошмаһы. 1967 йылдың 8 авгусында Бангкок ҡалаһында «АСЕАН декларацияһына» («Бангкок декларацияһы») ҡул ҡуйғандан һуң барлыҡҡа килә.

1976 йылда Бали утрауында Көньяҡ-Көнсығыш Азияла Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә һәм АСЕАН татыулыҡ декларацияһына ҡул ҡуйғандан һуң АСЕАН ойошмаһы формалаштырыла.

АСЕАН-дың юғарғы органы булып ағза-дәүләттәр етәкселәренең (ил һәм хөкүмәт башлыҡтарының) осрашыуы тора. 2001 йылдан алып бындай осрашыуҙар йыл һайын үткәрелә. Етәксе һәм координациялау органы булып йыл һайын үткәрелгән тышҡы эштәр министрҙары кәңәшмәһе тора. Шулай уҡ йыл һайын финанс министрҙарының һәм ваҡыты-ваҡыты менән ауыл хужалығы һәм иҡтисад министрҙарының кәңәшмәләре уҙа, әммә уларҙың иң мөһим ҡарарҙары тышҡы эштәр министрҙары тарафынан раҫланырға тейешле. Рәйеслек итеүсе илдең тышҡы эштәр министры һәм башҡа ағза-дәүләттәрҙең илселәренән торған даими комитет ойошмала көндәлек етәкселекте башҡара. Даими Секретариат Джакарта ҡалаһында урынлашҡан һәм Генераль секретарь тарафынан етәкселек ителә (2013 йылдың 9 ғинуарынан алып был вазифаны Вьетнамдың элекке тышҡы эштәр министры Ле Лыонг Минь башҡара, вәкәләтлек ваҡыты — 5 йыл). Тағы ла 29 комитет һәм 122 эш төркөмө бар, улар АСЕАН сиктәрендә йылына 300-ҙән ашыу сара уҙғара.

Көньяҡ-көнсығыш Азия дәүләттәренең берләшмәһе ағзалары

Ойошмала рәйеслек итеү ағза-дәүләттәр менән сиратлап (инглиз теленең алфавиты буйынса) һәм бер йыл вәкәләт ваҡыты менән башҡарыла. Мәҫәлән, 2007 йылда Сингапур (S), ә 2008 йылда Таиланд (T) рәйеслек иткән. Тышҡы эштәр министрҙары кәңәшмәһенә ойошмала үткән йыл рәйеслек иткән илдең тышҡы эштәр министры етәкселек итә.

Ойошманы туранан-тура төҙөгән илдәр булып Индонезия, Малайзия, Сингапур, Таиланд һәм Филиппин торған. Һуңыраҡ уға Бруней (1984 йылдың 7 ғинуарынан, бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң 6 көн үткәс), Вьетнам (1995 йылдың 28 июленән), Лаос һәм Мьянма (1997 йылдың 23 июленән), Камбоджа (1999 йылдың 30 апреленән) ҡушылған. Хәҙерге ваҡытта Папуа — Яңы Гвинеяның ойошмала күҙәтеүсе статусы бар. 2002 йылда был статусты алыр өсөн Көнсығыш Тимор ғариза бирҙе[1].

АСЕАН-дың ағза-дәүләттәренең дөйөм халыҡ һаны 500 миллион кешегә барып етә, ә дөйөм майҙаны — 4,5 млн км2. Был илдәрҙең дөйөм ЭТП-һы 737 млрд АҠШ долларына барып етә.

АСЕАН-дан алда 1961 йылда барлыҡҡа килгән Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре берләшмәһе  — ASA ойошмаһы булған, унда Филиппин, Малайзия Һәм Таиланд илдәре ингән. АСЕАН үҙе 1967 йылдың 8 авгусында Бангкок ҡалаһында биш дәүләт — Индонезия, Малайзия, Филиппин, Сингапур һәм Таиланд тышҡы эштәр министрҙары осрашыуында «АСЕАН декларацияһына» («Бангкок декларацияһына») ҡул ҡуйылғас барлыҡҡа килә. Биш сит ил эштәре министры — Индонезиянан Әҙәм Малик, Филиппиндан Нарцисо Рамос, Малайзиянан Абдул Разағ, Сингапурҙан С. Раджаратнам һәм Таиландтан Танат Кхоман — ойошманы нигеҙләүселәр булып тора[2].

АСЕАН-ды төҙөү сәбәптәре араһында: ағза-дәүләттәренең етәкселек итеүсе элиталарының дәүләт төҙөүгә ҙур иғтибар биреү теләге, коммунизмдан ҡурҡыу, алға киткән илдәрҙән шикләнеү һәм иҡтисади үҫешкә ынтылыш була.

1984 йылдың 8 ғинуарынан Бруней-Даруссалам солтанлығы блоктың алтынсы ағзаһы булып китә[3].

Артабанғы киңәйеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 йылдың 28 июленән Вьетнам уның етенсе ағзаһы була[4]. 1997 йылдың 23 июленән Лаос һәм Мьянма ойошмаға инә[5]. 1999 йылдың 30 апреленән Камбоджа АСЕАН ағзаһы була[5][6].

1990-сы йылдарҙа блок ағза-илдәренең күбәйеүен һәм артабанғы үҙ-ара интеграцияға ынтылыш көсәйеүен кисерә. 1990 йылда Малайзия Көнсығыш Азияның Иҡтисад советын төҙөргә тәҡдим итә[7], унда АСЕАН дәүләттәренән башҡа Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Корея Республикаһы һәм Япония инергә тейеш була. Бының сәбәптәре булып АҠШ-тың төбәктәге йоғонтоһоның тиҙ үҫеүе тора[8][9]. Был тәҡдим АҠШ-тың һәм Японияның көслө ҡаршылығы арҡаһында тормошҡа ашмай ҡала[8][10]. Был уңышһыҙлыҡҡа ҡарамаҫтан, ағза-дәүләттәр артабанғы интеграцияға ынтылыуын дауам итә һәм 1997 йылда «АСЕАН плюс өс» исеме алған формат барлыҡҡа килә.

1992 йылда Дөйөм һөҙөмтәле преференциаль тариф тураһындағы килешеүгә (CEPT) ҡул ҡуйыла. АСЕАН-да был ирекле сауҙа зонаһын төҙөүгә беренсе аҙым булып тора. 1997 йылда Чиангмай ҡалаһында уҙған кәңәшмә АСЕАН һәм АСЕАН+3 (Ҡытай, Корея Республикаһы, Япония) форматтарындағы интеграцияның тағы ла нығыраҡ үҫешенә йүнәлтелгән[11].

Иҡтисади мәсьәләләрҙән тыш, блок донъялағы һәм төбәктәге тотороҡлолоҡ тураһында ла ҡайғырта. 1995 йылдың 15 декабрендә Бангкок ҡалаһында ядро ҡоралынан азат зона тураһындағы Көньяҡ-Көнсығыш Азия килешеүенә ҡул ҡуйыла. Был килешеү 1997 йылдың 28 мартынан, берәүҙән башҡа бөтә ағза-дәүләттәр уны раҫлағандан һуң, көсөнә инә. 2001 йылдың 21 июнендә, Филиппин ҡабул иткәндән һуң, тулыһынса ғәмәлгә инә һәм төбәк ядроһыҙ зонаға әйләнә[12].

Көнсығыш Тимор һәм Папуа Яңы Гвинея

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылдың мартында Джакарта ҡалаһында уҙған ағза-дәүләттәр осрашыуында Көнсығыш Тимор АСЕАН-дың тулы ағзаһы булырға теләк белдерә[13][14][15]

1976 йылда Папуа — Яңы Гвинеяға ойошмала күҙәтеүсе статусы һәм 1981 йылда айырым күҙәтеүсе статусы бирелә[16].

Дәүләт Дата Статус
Индонезия Индонезия 8 август 1967 йыл ағза
Малайзия Малайзия 8 август 1967 йыл ағза
Сингапур Сингапур 8 август 1967 йыл ағза
Таиланд Таиланд 8 август 1967 йыл ағза
Филиппин Филиппин 8 август 1967 йыл ағза
Бруней Бруней 8 ғинуар 1984 йыл ағза
Вьетнам Вьетнам 28 июль 1995 йыл ағза
Лаос Лаос 23 июль 1997 йыл ағза
Мьянма Мьянма 23 июль 1997 йыл ағза
Камбоджа Камбоджа 30 апрель 1999 йыл ағза
Папуа — Яңы Гвинея Папуа — Яңы Гвинея 1976; 1981 йыл[17] күҙәтеүсе
Көнсығыш Тимор Көнсығыш Тимор 2011 йыл күҙәтеүсе
2006 йылда юлдаштан эшләнгән фотоһүрәт. Борнео өҫтөндәге төтөндәр

2002 йылда Көньяҡ-Көнсығыш Азияла төтөн менән бысраныуҙы контролдә тотоу өсөн яңы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла[18] . Башҡа экологик килешеүҙәр араһында «Көнсығыш Азия энергетика хәүефһеҙлеге тураһындағы Себу декларацияһы» (2007), «Ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау буйынса АСЕАН-дың тәбиғәт һаҡлау селтәре» (2005)[19] һәм «Экологик саф үҫеш һәм климат буйынса Азия-Тымыҡ океан теләктәшлеге» климаттың үҙгәреүенә ҡаршы саралар булып тора. АСЕАН дәүләттәре өсөн климат үҙгәреүе көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.

2007 йылдың 26 авгусында АСЕАН ирекле сауҙа зонаһы тураһында Ҡытай, Япония, Корея Республикаһы, Һиндостан, Австралия һәм Яңы Зеландия менән килешеүҙәрҙе 2013 йылға төҙөп бөтөргә йыйыныуы хаҡында иғлан итә. Бының сәбәбе — 2015 йылға АСЕАН Иҡтисади Берләшмәһен төҙөү[20][21]. 2007 йылдың нояберендә АСЕАН Уставы ҡабул ителә. Шул уҡ йылды Себу утрауында «Көнсығыш Азия энергетика хәүефһеҙлеге тураһындағы Себу килешеүенә» АСЕАН ағзалары һәм EAS-тың башҡа ағзалары (Ҡытай, Япония, Корея Республикаһы, Һиндостан, Австралия һәм Яңы Зеландия) ҡул ҡуя. Декларация энергетика хәүефһеҙлеген тәьмин итер өсөн альтернатив яғыулыҡ сығанаҡтарын эҙләүҙе хуплай. 2009 йылдың 27 февралендә АСЕАН Яңы Зеландия һәм Австралия дәүләттәре араһында ирекле сауҙа тураһындағы килешеү төҙөлә[22][23] АСЕАН ағзалары 2013 йылда Ҡытай, Япония, Корея Республикаһы, Һиндостан, Австралия һәм Яңы Зеландия илдәре менән бергә «Бөтә яҡлы төбәк иҡтисади теләктәшлеге» барлыҡҡа килтереү тураһында һөйләшеүҙәрҙе башлайҙар[24].

АСЕАН төбәк форумы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
АСЕАН төбәк форумы:       АСЕАН ағзалары       АСЕАН төбәк форумы илдәренең башҡа ҡатнашыусылары

АСЕАН төбәк форумы 1994 йылда барлыҡҡа килә һәм уның ҡатнашыусыларының осрашыуҙары йыл һайын АСЕАН-дың берәй баш ҡалаһында үткәрелә. Шундай форматтағы һуңғы осрашыуҙа АСЕАН илдәренән башҡа Австралия, Бангладеш, Көнсығыш Тимор, Европа Берләшмәһе, Һиндостан, Канада, Корея Халыҡ Демократик Республикаһы, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Монголия, Яңы Зеландия, Папуа — Яңы Гвинея, Пакистан, Корея Республикаһы, Рәсәй һәм АҠШ ҡатнаша.

23-сө Көньяҡ-көнсығыш Азия дәүләттәренең берләшмәһенең осрашыуы
Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре берләшмәһенең осрашыуҙары
Дата Дәүләт Урыны
1-се 23—24 февраль 1976 Индонезия Индонезия Бали
2-се 4—5 август 1977 Малайзия Малайзия Куала Лумпур
3-сө 14—15 декабрь 1987 Филиппин Филиппин Манила
4-се 27—29 ғинуар 1992 Сингапур Сингапур Сингапур
5-се 14—15 декабрь 1995 Таиланд Таиланд Банконг
6-сы 15—16 декабрь 1998 Вьетнам Вьетнам Ханой
7-се 5—6 ноябрь 2001 Бруней Бруней Бандар Сери Бегаван
8-се 4—5 ноябрь 2002 Камбоджа Камбоджа Пномпень
9-сы 7—8 октябрь 2003 Индонезия Индонезия Бали
10-сы 29—30 ноябрь 2004 Лаос Лаос Вьетьян
11-се 12—14 декабрь 2005 Малайзия Малайзия Куала Лумпур
12-се 11—14 ғинуар 2007 Филиппин Филиппин Себу
13-сө 18—22 ноябрь 2007 Сингапур Сингапур Сингапур
14-се 28 февраль — 1 март 2009 Таиланд Таиланд Чанг-ам
15-се 23—25 октябрь 2009 Таиланд Таиланд Чанг-ам
16-сы 8—9 апрель 2010 Вьетнам Вьетнам Ханой
17-се 28—30 октябрь 2010 Вьетнам Вьетнам Ханой
18-се 7—8 май 2011 Индонезия Индонезия Джакарта
19-сы 21—23 октябрь 2011 Индонезия Индонезия Бали
20-се 3—4 апрель 2012 Камбоджа Камбоджа Пномпень
21-се 17—20 ноябрь 2012 Камбоджа Камбоджа Пномпень
22-се 24—25 апрель 2013 Бруней Бруней Бандар Сери Бегаван
23-сө 9—10 октябрь 2013 Бруней Бруней Бандар Сери Бегаван
24-се 2014 Мьянма Мьянма Нейпьидо
  1. Президент России 2008 йыл 5 июнь архивланған.
  2. Bernard Eccleston, Michael Dawson, Deborah J. McNamara. The Asia-Pacific Profile. — Routledge (UK), 1998. — ISBN 0-415-17279-9.
  3. Background Note:Brunei Darussalam/Profile:/Foreign Relations. United States State Department. Дата обращения: 6 март 2007. Архивировано 2 март 2007 года.
  4. Vietnam in ASEAN : Toward Cooperation for Mutual Benefits. ASEAN Secretariat (2007). Дата обращения: 28 август 2009. Архивировано 11 май 2013 года.
  5. 5,0 5,1 Carolyn L. Gates, Mya Than. ASEAN Enlargement: impacts and implications. — Institute of Southeast Asian Studies, 2001. — ISBN 981-230-081-3.
  6. Statement by the Secretary-General of ASEAN Welcoming the Kingdom of Cambodia as the Tenth Member State of ASEAN : 30 April 1999, ASEAN Secretariat. ASEAN Secretariat (2008). Дата обращения: 28 август 2009. Архивировано 11 май 2013 года.
  7. Экономический совет Восточной Азии
  8. 8,0 8,1 Asiaviews.org, Whither East Asia?
  9. UNT.edu, Asia’s Reaction to NAFTA, Nancy J. Hamilton. CRS — Congressional Research Service.
  10. IHT.com , Japan Straddles Fence on Issue of East Asia Caucus. International Herald Tribune.
  11. Regional Financial Cooperation among ASEAN+3. Japanese Ministry of Foreign Affairs. Дата обращения: 29 сентябрь 2008. Архивировано 9 октябрь 2008 года. 2008 йыл 9 октябрь архивланған.
  12. Бангкок килешеүе
  13. Лидер Восточного Тимора стремится к членству в АСЕАН 2012 йыл 14 март архивланған. (недоступная ссылка с 15-05-2013 (4191  день) — история)
  14. Восточный Тимор заявки на вступление решительную поддержку АСЕАН Победы , Bangkok Post, дата: 31 января 2011 года.
  15. Восточный Тимор присоединится к АСЕАН в Джакарте 2011 , Джакарте глобус, Дата: 1 декабря 2010 года.
  16. ASEAN secretariat. ASEAN (23 июль 1999). Дата обращения: 12 ғинуар 2009. Архивировано 11 май 2013 года.
  17. Айырым күҙәтеүсе статусы
  18. Соглашение АСЕАН о трансграничном дымовом загрязнении воздуха
  19. ASEAN Statement on Launching of the ASEAN Wildlife Enforcement Network (ASEAN-WEN). ASEAN (1 декабрь 2005). Дата обращения: 12 ғинуар 2009. Архивировано 11 май 2013 года.
  20. ASEAN to complete free trade agreements by 2013, Forbes (26 August 2007). 27 август 2007 тикшерелгән. 2010 йыл 2 декабрь архивланған.
  21. Ong, Christine. ASEAN confident of concluding FTAs with partners by 2013, Channel NewsAsia (27 August 2007). 27 август 2007 тикшерелгән. 2007 йыл 29 август архивланған.
  22. ASEAN, Australia and New Zealand Free Trade Agreement – NZ Ministry of Foreign Affairs and Trade. Mfat.govt.nz. Дата обращения: 21 май 2009. Архивировано 15 апрель 2009 года. 2009 йыл 15 апрель архивланған.
  23. Asean, Australia, New Zealand Sign Free-Trade Deal (Update1), Bloomberg (27 February 2009). 21 май 2009 тикшерелгән.
  24. ASEAN+6 trade bloc in the making, Investvine.com (23 февраль 2013). 24 февраль 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 28 март архивланған.
  • АСЕАН в начале XXI века: Актуальные проблемы и перспективы / Отв. ред.: Е. В. Кобелев, Г. М. Локшин, Н. П. Малетин; Институт Дальнего Востока РАН. — М.: Форум, 2010. — 368 с. — 300 экз. — ISBN 978-5-8199-0421-3. (в пер.)
  • ASEAN: Building national cooperation de Richard Stubbs dans Contemporary Southeast Asia édité par Mark Beeson, éditions Palgrave Macmillian, 2004. (инг.)
  • Aséanie, Revue francophone bi-annuelle de sciences humaines concernant l'Asie du Sud-Est (17 numéros en ligne en 2012 avec 290 contributions pour 1997-2005), fondée en 1998 et publiée par le centre EFEO de Bangkok avec le Sirindhorn Anthropology Centre, sous le haut patronage de S. A. R. la princesse Maha Chakri Sirindhorn, soutenu par l'IRD (Institut de recherche pour le développement), l'Institut de recherche sur le Sud-Est asiatique et le ministère français des Affaires étrangères. (фр.)
  • Amitav Acharya: Constructing a Security Community in Southeast Asia: ASEAN and the Problem of Regional Order. London/New York: Routledge 2001, ISBN 0-415-15762-5, ISBN 0-415-15763-3 (Paperback). (инг.)
  • Badié et Vidal, Nouveaux acteurs, nouvelle donne, La Découverte, 2011. (фр.)
  • Sebastian Bersick, Felix Heiduk: Im Krebsgang nach vorn: Die Asean hat sich eine Charta gegeben. SWP-Aktuell 2007/A 65, Dezember 2007. (инг.)
  • Mely Caballero-Anthony: Regional Security in Southeast Asia: Beyond the ASEAN Way. Singapur: Institute of Southeast Asian Studies 2005, ISBN 981-230-261-1, ISBN 981-230-260-3(инг.)
  • Jörn Dosch & Christian Wagner: ASEAN und SAARC. Entwicklung und Perspektiven regionaler Zusammenarbeit in Asien. Hamburg: Abera Verlag 1999, ISBN 978-3-934376-22-9(нем.)
  • Michael Leifer: Dictionary of the Modern Politics of South-East Asia. London: Routledge 1996. ISBN 0-415-13821-3.
  • Stefan Rother: Normen, Identitäten und die Logik der Anarchie: Die ASEAN aus konstruktivistischer Perspektive. Freiburg i. Br.: Arnold-Bergstraesser-Institut 2004, ISBN 3-928597-41-8(нем.)
  • S. Streich: ASEAN- ein Überblick und aktuelle Entwicklungen, GRIN Verlag, 2007 ISBN 3-638-67024-4, 9783638670241 (нем.)
  • Michael Yahuda: The International Politics of the Asia-Pacific, 2004 ISBN 0-415-20798-3, Seite 225 (нем.)
  • Gerhard Wahlers (Hrsg.): ASEAN and the European Union 2012 йыл 30 ғинуар архивланған. (PDF; 605 kB). Singapur: Konrad-Adenauer-Stiftung 2006. (инг.)

 день) — история)  (инг.)