Латип (исем)
Латип — ғәрәп сығанаҡлы башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Латип — «рәхимле», «һөйкөмлө», «асыҡ йөҙлө» мәғәнәләрен аңлатҡан ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Латип Шаимов (17 сентябрь 1955 йыл) — Дағстан Республикаһының халыҡ артисы.
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Латипов Ҡотдос Ҡәниф улы 23 декабрь 2016 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, авиация полковнигы (1967). 1945 йылдан КПСС ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1946).
Латипов Урал Рамдраҡ улы юрист, хәрби хеҙмәткәр, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы (1993), профессор (1994). Полковник (1991). Белоруссияның дәүләт һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре.
Латипов Ғабдрахман Хәким улы (1917 йыл — 25 ғинуар 1945) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
Латипов Данис Мансур улы (28 сентябрь 1990 йыл, Ишембай, БАССР, СССР) — Рәсәй боксёры, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Башҡортостан һәм «Динамо» клубы (Өфө) вәкиле.
Латипов Марат Мөьмин улы (15 апрель 1958 йыл) — дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 1-2 саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты,1992—2000 йылдарҙа Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһы хакимиәте башлығы, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Почёт ордены һәм 2-се дәрәжә «Батырлыҡ һәм гуманизм» ордендары кавалеры, иҡтисад фәндәре кандидаты (2008).
Латипов Мәркәз Каррам улы (18 март 1926 йыл — 17 ғинуар 1999 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, нефтсе. 1970—1981 йылдарҙа Өфө быраулау эштәре идаралығы етәксеһе. Ленин (1964), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1959) ордендары кавалеры. Нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың (1986), БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған нефтсеһе, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1974).
Латипова Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы (11 март 1947 йыл) — журналист. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы азаһы (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2002).
Латипов Валерий Мәркәз улы (16 февраль 1956 йыл) — ғалим-инженер-төҙөүсе, уйлап табыусы. 1978 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 2002 йылдан төҙөлөш конструкциялары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта хужалыҡ иҫәбендәге «„Стройтехэкспертиза“ Өфө ҡала үҙәге» ғилми тикшеренеү лабораторияһы етәксеһе. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008). Нефть сәнәғәте эшмәкәре Мәркәз Латиповтың улы.
Латипов-Догадов Владимир Геннадьевич (22 апрель 1962 йыл) — театр актёры. 1983—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры артисы. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004). Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1990). Республика актёр йыры конкурсы (Өфө, 1994), «Театр без границ» халыҡ‑ара фестивале (Магнитогорск, 2005) дипломанты.
Топонимдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Латип (рус. Латыповка) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |