Марсель (исем)
Марсель (шулай уҡ Марс тиҙәр; французса: Marcel [maʁsɛl], окситанса: Marcel [maɾˈsɛl], каталанса: Marcel [məɾˈsɛl]) — боронғо рим ир-ат исеме Марцеллдың окситан формаһы, ул латинса "Марсҡа ҡағылышлы" тигәнде аңлата. Был исемдең ҡатын-ҡыҙ аналогы - Марсела. Ул Башлыса Францияла, Монакола, Швейцарияла, Испанияла, Италияла, Бельгияла, Әлмәниәлә, Венгрияла, Канадала һәм өлөшләтә Польшала һәм Румынияла ҡулланыла.
Марсель исемле билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлимов Марсель Шәйнур улы — сатирик һәм юмористик шағиры һәм әҙибы, журналист һәм тәржемәсе.
Ғарипов Марсель Исмәғил улы — ғалим-педагог, комсомол, партия органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп эшмәкәре.
Искәндәров Марсель Бәғҙәт улы — журналист, яҙыусы. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Абдулов Марсель Хәбиб улы — инженер-урмансы, СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Шәрәфетдинов Марсель Ирек улы — Рәсәй шашкасыһы. Спорт мастеры.
Йосопов Марсель Жәлил улы — Рәсәй спортсыһы, көрәшсе, йәмәғәтсе.
Марсель Дюшан — Франция һәм Америка рәссамы, шахматсы, сәнғәт теоретигы, дадаизм һәм сюрреализм башында торған.
Пруст Марсель — француз әҙибы.
Марсель Хиршер — Австрия тау саңғысыһы, 2018 йылда ике тапҡыр олимпия чемпионы, ете тапҡыр донъя чемпионы.