Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мубарякова Гюлли Арслановна битенән йүнәлтелде)
Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 сентябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1]
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 февраль 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1] (82 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй[1]
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Атаһы Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы
Әсәһе Янбулатова
Хәләл ефете Сафин Рафаэль Сафа улы
Һөнәр төрө театр актёры, кино актёры, актёр, театр режиссёры, театральный педагог
Эш урыны Башҡорт дәүләт академия драма театры
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Викимилектә

Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы (9 сентябрь 1936 йыл20 февраль 2019 йыл[2]) — башҡорт театр актёры, режиссёр һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1969) артисы. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1969) артисы. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1976). Почёт (2012), Халыҡтар дуҫлығы (2016) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гөлли Мөбәрәкова
Асыла А. Мөбәрәков музейы алдында. Артистың бюсы асылған көн. Фотола Гөлли Мөбәрәкова, Рәғиҙә Янбулатова, скульптор Тамара Нечаева, яҙыусы Рәшит Солтангәрәев, режиссёр Рәйес Исмәғилев, район етәкселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, журналистар. Шағир Гүзәл Ситдиҡова сығыш яһай. 1997 йыл.
  • Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова 1936 йылдың 9 сентябрендә Өфөлә театр актёрҙары ғаиләһендә тыуған (атаһы — СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков (19081977), әсәһе — РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, шағир һәм драматург, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәғиҙә Янбулатова (19151977).
  • Буласаҡ актрисаның бала сағы һәм үҫмер йылдары театрҙа үтә. Урта мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһе бигүк риза булмаһа ла, Мәскәүҙәге А. В. Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтына уҡырға инә. 1959 йылда институттың башҡорт студияһын (О. И. Пыжова һәм Б. В. Бибиков класы) уңышлы тамамлап ҡайтҡас, үҙенең ярты быуатҡа һуҙыласаҡ ижад юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Театрҙың Әҙәби советы ағзаһы. 19911997 йылдарҙа баш режиссёр була. Өфө сәнғәт институтының (20032015 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) режиссура һәм актёр оҫталығы кафедраһы уҡытыусыһы, профессор. Бөгөнгө көндә театрҙа һәм уҡыу йортонда берҙән-бер СССР-ҙың халыҡ артисткаһы.
  • Гөлли Мөбәрәкова атаһының тыуған ауылы Асы менән дә бәйләнештәрҙе өҙмәй, ауылға хәйриә ярҙамы күрһәткәне лә бар. Асыла атаһы Арыҫлан Мөбәрәковҡа арналған музей һәм бюст бар (авторы — Тамара Нечаева). Музейға бик күп экспонаттарҙы ул тапшырған.

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова 2019 йылдың 20 февралендә Өфөлә вафат булды[3].

Ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Вольтерҙың «Мөхәммәт» пьесаһында — Пальмира, Максим Горькийҙың «Һуңғылар» пьесаһында — Любовь, Сыңғыҙ Айытматовтың «Әсә, Ер-Әсә» пьесаһында — Алиман, Илшат Йомағоловтың "Нәркәс"ендә — Зөмрәт, Ғәҙел Ҡотойҙоң "Тапшырылмаған хаттар"ында — Ғәлиә.
  • Әсғәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» спектаклендәге Хафаса роле Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән баһаланды.
  • Мостай Кәримдең сәхнә әҫәрҙәрендә Шәфәҡ («Ай тотолған төндә»), Гөлнәзирә («Салауат»), Агазия («Ташлама утты, Прометей!»), Мәҙинә («Йәйәүле Мәхмүт») ролдәрен уйнау ҙур тәжрибә мәктәбе булды.
  • 1978 йылда Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «Ай тотолған төндә» нәфис фильмында Тәңкәбикә ролен уйнай.

Режиссер эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Илдар Юзеев. Һөйгәнемдең тыуған көнө. Комедия (1987).
  • Ғәзим Шафиҡов. Һәҙиә. Публицистик очерк нигеҙендә драма-хроника (1991).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1969).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1975).
  • Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976).
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1981).
  • СССР-ҙың халыҡ артисты (1990).
  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1994).
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (1996).
  • Салауат Юлаев ордены (2007).
  • Почёт ордены (2012).
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре» орденының миҙалы.
  • Рәсәй Федерация Мәҙәниәт министрлығының «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе.
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2016)[4]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2022 йылдың 9 сентябрендә Өфөләге Гөлли Мөбәрәова йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды[5].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өҫтәлмә мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. В Уфе ушла из жизни народная артистка СССР Гюлли Мубарякова
  3. Өфөлә СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова вафат булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 21 февраль (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2019)
  4. 4,0 4,1 В Уфе Народная артистка СССР Гюлли Мубарякова отметила свой юбилей. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2016)
  5. В Уфе открылась мемориальная доска народной артистке СССР Гюлли Мубаряковой. ИА «Башинформ», 9 сентября 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2022)
  6. «Сәхнәгә арналған ғүмер». СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова. 2016, 14 октябрь(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2016)
  7. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 9 сентябрь (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2016)
  8. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 9 сентябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2016)
  9. «Сәхнәгә арналған ғүмер». СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова. 20 июль 2016 йыл(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2016)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видео, фильмдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • YouTube сайтында Видео Ҡыҙы Гөлли Мөбәрәкова тураһында фильм
  • YouTube сайтында Видео «Ай тотолған төндә». Гөлли Мөбәрәкова — төп ролдә
  • YouTube сайтында Видео Об отце: Артист из народа — Арслан Мубаряков
  • YouTube сайтында Видео Вдохновение — 08.12.16 Гюлли Мубарякова, народный артист СССР
  • YouTube сайтында Видео Выпуск от 2017-04-04 19:31:48. Народная артистка СССР Гулли Мубарякова
  • YouTube сайтында Видео Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова оло юбилейын билдәләй
  • YouTube сайтында Видео Яңы көн — 06.09.16 СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова юбилейын билдәләй