Мөбәрәк
Викидатала элемент тултырылмаған |
Мөбәрәк — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөбәрәк башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, бәхетле, ҡәҙерле, хөрмәтле, уңышлы; изге[1][2] тигәнде аңлата.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биҡҡолов Мөбәрәк Мираҫбай улы (8 март 1956 йыл) — инженер-механик, хәрби хеҙмәткәр, полковник. 2000—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары. "Почёт билдәһе" ордены кавалеры (2007).
Хәбибов Мөбәрәк Хәбиб (Хәбир) улы (1913 йыл -?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты, ҡыҙылармеец[3].
Назыров Мөбәрәк Йыһанша улы (1 ғинуар 1906 йыл[4] — 1973 йыл[5]) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, подполковник[4]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби комиссары[6]. Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943) кавалеры[6].
Шәймәрҙәнов Мөбәрәк Нурый улы (1909 йыл — 19? йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Ветеринар. Старшина. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1945), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).[7][8]
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы (төп исеме — Ҡотләхмәтов Арыҫлан Мөбәрәк улы; 15 декабрь 1908 йыл — 5 май 1977 йыл — СССР-ҙың театр һәм кино актёры, режиссёр һәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре. 1948 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1941 йылдан —ВКП(б)/КПСС ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ (1955), РСФСР-ҙың (1944) һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1940). Башҡорт АССР-ының 1—5 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1989, үлгәндән һуң). Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы (9 сентябрь 1936 йыл — 20 февраль 2019 йыл) — башҡорт театр актёры, режиссёр һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1969). Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы (1969). Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1976). "Почёт билдәһе" (2012), Халыҡтар дуҫлығы (2016) һәм Салауат Юлаев ордендары (2007) кавалеры.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйет мөбәрәк (мүбәрәк) (рус. ’Ид муба́рак, ғәр. عيد مبارك — байрам ҡотло булһын) — исламда Ҡорбан байрамы һәм Ураҙа байрамы көндәрендә сәләмләү һүҙе. Ғәрәптәр өсөн «Ғәйет (байрам) мөбәрәк» ғибәрәһе теләһә ниндәй байрам менән ҡотлау өсөн ҡулланыла һәм урыҫ телендәге «Байрам менән!» тип ҡотлауҙың универсаль аналогы булып тора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ ХАБИБОВ Мубарак Хабибович
- ↑ 4,0 4,1 Сведения о личном составе
- ↑ Категория 1906—1973
- ↑ 6,0 6,1 НАЗЫРОВ Мубаряк Зиганше(е)вич. Шаймуратовцы
- ↑ Шаймарданов Мубаряк Нуриевич
- ↑ Шаймарданов Мубарак Нуреевич
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |