Эстәлеккә күсергә

Мөбәрәк

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мөбәрәк (исем) битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент тултырылмаған

Мөбәрәк — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Мөбәрәк башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, бәхетле, ҡәҙерле, хөрмәтле, уңышлы; изге[1][2] тигәнде аңлата.

Биҡҡолов Мөбәрәк Мираҫбай улы (8 март 1956 йыл) — инженер-механик, хәрби хеҙмәткәр, полковник. 20002011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары. "Почёт билдәһе" ордены кавалеры (2007).

Хәбибов Мөбәрәк Хәбиб (Хәбир) улы (1913 йыл -?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты, ҡыҙылармеец[3].

Назыров Мөбәрәк Йыһанша улы (1 ғинуар 1906 йыл[4] — 1973 йыл[5]) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, подполковник[4]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби комиссары[6]. Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943) кавалеры[6].

Шәймәрҙәнов Мөбәрәк Нурый улы (1909 йыл — 19? йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Ветеринар. Старшина. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1945), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).[7][8]

Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы (төп исеме — Ҡотләхмәтов Арыҫлан Мөбәрәк улы; 15 декабрь 1908 йыл5 май 1977 йыл — СССР-ҙың театр һәм кино актёры, режиссёр һәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре. 1948 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1941 йылданВКП(б)/КПСС ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ (1955), РСФСР-ҙың (1944) һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1940). Башҡорт АССР-ының 1—5 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1989, үлгәндән һуң). Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.

Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы (9 сентябрь 1936 йыл — 20 февраль 2019 йыл) — башҡорт театр актёры, режиссёр һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1969). Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы (1969). Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1976). "Почёт билдәһе" (2012), Халыҡтар дуҫлығы (2016) һәм Салауат Юлаев ордендары (2007) кавалеры.

Ғәйет мөбәрәк (мүбәрәк) (рус. ’Ид муба́рак, ғәр. عيد مبارك‎‎ — байрам ҡотло булһын) — исламда Ҡорбан байрамы һәм Ураҙа байрамы көндәрендә сәләмләү һүҙе. Ғәрәптәр өсөн «Ғәйет (байрам) мөбәрәк» ғибәрәһе теләһә ниндәй байрам менән ҡотлау өсөн ҡулланыла һәм урыҫ телендәге «Байрам менән!» тип ҡотлауҙың универсаль аналогы булып тора.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ