Эстәлеккә күсергә

Насибулла (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Насибулла — башҡорт ир-ат исеме.

Насибулла ғәрәп теленән ингән ир-ат исеме. Насип һәм алла һүҙҙәрен ҡушып яһалған. Алла биргән бала тигәнде аңлата[1].

Абдуллин Нәсибулла Ғабдулла улы (рус. Абдуллин Насибулла Габдуллович; 19131996) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы кавалерия полкының фельдшеры. Медицина хеҙмәте гвардия лейтенанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Октябрь Революцияһы ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы.

Иманғолов Насибулла Сәйфетдин улы (1902 йыл — ?) — 112-се кавалерия дивизияһы яугиры , 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Сәхәүетдинов Нәсибулла (рус. Сахаутдинов Насибулла; 1902 йыл — 20 ғинуар 1944 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия сержанты.

Усманов Нәсибулла Усман улы (1907 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, сержант, ҡыҙылармеец.

Насибуллин Сәләхетдин Ғилметдин улы (рус. Насибуллин Салахутдин Гильмутдинович; 5 февраль 1947 йыл — март 1993 йыл) — 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Нәсибуллин Рәсим Мөхлис улы рус. уНасибуллин Расим Мухлисович; 15 июнь 1960 йыл) — рәссам, график. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008). Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең ЮНЕСКО ҡарамағындағы ижади союзы ағзаһы.

Насибуллина Минзиә Биктимир ҡыҙы (20 июнь 1948 йыл — 5 апрель 2021 йыл) — бейеүсе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ