Чуд-Псков күле
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Озеро | |
Чуд-Псков күле (Псков-Чуд күле) (Псков-Чуд күле) | |
---|---|
эст. Peipsi-Pihkva järv | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 30 м |
Үлсәме | × 50 км |
Майҙаны | 3555 км² |
Күләме | 25 км³ |
Яр һыҙаты | 520 км |
Иң тәрән урыны | 15 м |
Уртаса тәрәнләк | 7,1 м |
Бассейн | |
Площадь бассейна | 47,8 тыс. км² |
Впадающие реки | Великая, Эмайыги |
Урынлашыуы | |
58°40′36″ с. ш. 27°29′30″ в. д.HGЯO | |
Чуд-Псков күле Викимилектә |
Чуд-Псков күле[1] йәғни Псков-Чуд күле[2] (эст. Peipsi-Pihkva järv, шулай уҡ Гдов күле, Псков диңгеҙе, Пейпси (эст. Peipsi), Пейпус, Пейпус-күл(нем. Peipussee)) — Эстония һәм Рәсәй Федерацияһының Псков һәм Ленинград өлкәһе араһындағы сиктә урынлашҡан эре күл комплексы. Атлантик океандың Балтик диңгеҙе бассейнына ҡарай.
Күл комплексы өс өлөштән тора:
- төньяҡ — Чуд күле (рус. Чудское озеро, эст. Peipsi järv) — майҙаны 2611 км² (73 %);
- көньяҡ — Псков күле (рус. Псковское озеро, эст. Pihkva järv) — майҙаны 708 км² (20 %);
- урта — Йылы күл (рус. Тёплое озеро, эст. Lämmijärv) — майҙаны 236 км² (7 %).
Чуд-Псков күленең майҙаны — 3555 км², күләме 25 км³ тәшкил итә. Уртаса тәрәнлеге — 7,1 м, иң ҙур тәрәнлеге — 15 м[1][3]. Күлгә яҡынса 30 йылға ҡоя, ә унан тик бер генә йылға — Нарва (Нарова) сыға.
Күлдең Эстония яр буйҙарында — Калласте һәм Муствеэ ҡалалары; Рәсәй территорияһында Чуд күленең көнсығыш ярынан 2 км алыҫлыҡта — Гдов ҡалаһы, Псков күленән 10 км алыҫлыҡта Великая йылғаһы буйында — Псков ҡалаһы урынлашҡан. Чуд-Псков күленең Рәсәй яр буйҙарының күп өлөшө һәм күлдәге бер нисә утрауҙар рәсми рәүештә сик буйы зонаһына индерелгән, шунлыҡтан был зонаға барыу сикләнгән[4]. Псков күленең бер өлөшөндә Липно — Литовж тораҡ пункттары араһындағы шартлы һыҙығынан көньяҡ-көнсығыштараҡ сик уйы режимы билдәләнмәгән[5]. Эстония яғында сик буйы зонаһы юҡ, шунлыҡтан күл буйына бөтә урынданда бер ниндәй ҡамасауһыҙ барырға мөмкинлек бар.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо Рустә «Чудь» этнонимы менән боронғо эстарҙы (сету халҡы менән бергә) атағандар, һәм уны шулай уҡ төрлө фин-уғыр халыҡтарының дөйөм атамаһы булараҡ ҡулланғандар. Был атама славян сығышлы: эстар үҙҙәрен бер ваҡытта ла чудь тип атмаған[6].
исп. Peipsi järv эстон атамаһының барлыҡҡа килеүе буйынса төрлө фараздар бар. М. Фасмер уны исп. *peib(o)se(n) jarv («алағанат турғайҙары күле») һүҙенән сығарған, әммә башҡа ғалимдар был гидронимды субстратлы тип иҫәпләй. А. Г. Манаков протобалт формаһын тергеҙә — *Paya-apus, уның фекере буйынса ул «эсәр һыу сығанағы» тип аңлатыла[7].
Физика-географик характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдең формалашыу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл — ул боҙлоҡ дәүере ҙур һыу ятҡылығының реликты[8]. Палеозой осоронда, 300—400 миллион йыл элек, хәҙерге Фин ҡултығы бассейнының бөтә территорияһы диңгеҙ менән ҡапланған була. Шул ваҡыттағы ҡомташ, ҡом, балсыҡ, эзбизташ ултыраҡ тоҡомдары гранит, гнейс һәм диабаздан торған кристаллик фундаментты (Балтика ҡалҡанын) ҡеүәтле ҡатлам (200 метрҙан ашыу) менән ҡаплай. Боҙлоҡ япмаһы (һуңғы Валдай боҙланыуы 12 мең йыл элек булған) эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә хәҙерге рельеф барлыҡҡа килгән. Боҙлоҡ сигенгәндән һуң Литорин диңгеҙе барлыҡҡа килгән, уның кимәле хәҙергенән 7—9 м юғарыраҡ булған. Боҙлоҡ һыу ятҡыларының кимәле әкренләп түбәнәйгән, ә уларҙың майҙандары аҙайған[9].
Күл ярҙары, төбөнөң рельефы һәм гидрография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл | Майҙан поверхности воды, км² |
Күләм, км³ |
Урынлашыуы (дәүләт) |
---|---|---|---|
Ладога | 17700 | 908 | Рәсәй Федерацияһы |
Онега | 9720 | 285 | Рәсәй Федерацияһы |
Венерн | 5550 | 180 | Швеция |
Чуд-Псков | 3550 | 25,2 | Рәсәй Федерацияһы Эстония |
Веттерн | 1900 | 72 | Швеция |
Сайма | 1800 | 36 | Финляндия |
Аҡ | 1290 | 5,2 | Рәсәй Федерацияһы |
Выгозеро | 1140 | 7,1 | Рәсәй Федерацияһы |
Меларен | 1140 | 10,0 | Швеция |
Пяйянне | 1065 | ... | Финляндия |
Ильмень | 1200 | 12,0 | Рәсәй Федерацияһы |
Инари | 1000 | 28,0 | Финляндия |
Чуд-Псков күленең ярҙары һалмаҡ һыҙатлы һәм тик өс ҙур ҡултыҡ — Раскопель, Лахта һәм Желча ҡултыҡтарын барлыҡҡа килтерә. Башлыса торф ятҡылығынан торған күлдең түбән яр буйҙары бөтә яҡтан тиерлек киң уйһыу һәм һаҙлыҡлы территориялар менән уратылған. Был ерҙәр яҙғы һыу ташҡындары осоронда һыу аҫтында ҡала, уларҙың иң көслөләре ваҡытында һыу баҫыу майҙаны 1000 км² барып етә[11]. Красная Горка ауылы эргәһендә Псков күленең көнбайыш яры бейек һәм текә. Чуд күленең көнбайыш яры уйһыулы, урыны менән һаҙланған, ә көнсығыш яры — күпкә ҡалҡыулыраҡ. Ҡарағайлыҡ менән ҡапланған ҡомташлы дюналар һәм убалар осрай. Ҡомташлы ярҙар буйлап 200—300 метрға һай урын һыҙаты һуҙыла[12].
Күл төбөнөң рельефы бер төрлө. Яҫы, әкренләп яр буйына ҡарай күтәрелгән күл төбө башлыса көл төҫлө, урыны менән ҡомташлы ләм ҡатламы менән ҡапланған[13]. Иң тәрән урыны Йылы күлдә ярҙан 300 м алыҫлыҡта Мехикоорма сөңгөлөндә урынлашҡан һәм ул 15,3 м тәшкил итә[14].
Чуд-Псков күле яҡшы ағар күлдәр иҫәбенә инә. Уға ҡойған йыллыҡ һыу ағылыуы күл массаһының яҡынса яртыһына тигеҙ[11].
Һыу балансы | Күләм | |
---|---|---|
Һыу килеүе | Күл өҫтөндәге яуым-төшөм | 560 мм (1,9 км³) |
Ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙарының килеүе | 3150 мм (11,2 км³) | |
Һыу сығымы | Күл аҡмаһы | 3390 мм (12 км³) |
Һыу өҫтөнөң парланыуы | 320 мм (1,1 км³) |
Күлдәге һыу сөсө һәм аҙ минераллашҡан. Һыуҙың үтә күреүсәнлеге бәләкәй (яҡынса 2,5 м) булып тора, был йылғалар менән ҙур миҡдарҙа килтерелгән өйөмдәргә һәм шулай уҡ планктондың үрсеүенә бәйле[11]. Күлдәге ағымдар көсһөҙ, башлыса ел арҡаһында барлыҡҡа килә. Ағымдарҙың тиҙлеге ғәҙәттә бик ҙур түгел (уртаса 5—9 см/сек). Һиллек еткәндә улар бөтә. Тик яҙын ғына, ташҡындар ваҡытында, көньяҡтан төньяҡҡа йүнәлеүсе даими өҫкө ағым була[13].
Бәләкәй тәрәнлеге арҡаһында күл бөтә тәрәнлеккә тиҙ генә йылый йәки һыуый. Күлдә иң йылы һыу июлдә күҙәтелә: 25—26 °C, ә асыҡ өлөшөндә — 22 °C[14]. Күл ноябрь аҙағы — декабрь башында туңа. Псков һәм Йылы күлдәргә ҡарағанда, Чуд күле боҙҙан һуңыраҡ әрселә. Боҙ китеүе апрель аҙағы — май башына тура килә[11].
Бассейн һәм утрауҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлгә яҡынса 30 йылға ҡоя: Желча, Задубка, Черма, Гдовка, Куна, Тороховка, Ремда, Ровья, Чёрная, Липенка, Старцева, Боровка, Абижа, Великая, Обдёх, Пиуза, Выханду, Эмайыги, Кодза, Каргая, Омеду, Тагайыги, Алайыги. Бер йылға сыға — Нарва. Күл системаһы Атлантик океандың Балтик диңгеҙе бассейнына ҡарай.
Күлдә 29 утрау бар, уларҙың дөйөм майҙаны — 25,8 км². Бынан башҡа, Великая йылғаһының дельтаһында тағы яҡынса 40 утрау урынлашҡан[14]. Утрауҙар уйһыулы, һаҙлыҡлы, күл өҫтөнән уртаса тик 1—2 м күтәрелеп торалар, максималь бейеклеге — яҡынса 4,5 м, ташҡындарҙан зыян күрәләр. Чуд күленең көньяҡ өлөшөндәге Пийрисар утрауы (майҙаны 7,39 км²), Псков күлендәге Колпина (майҙаны 11 км²) һәм Каменка (майҙаны яҡынса 6 км²) утрауҙары күлдең иҙ ҙур утрауҙары булып тора. Башҡа утрауҙар араһынан шулай уҡ Псков күленең үҙәгендә тиерлек урынлашҡан Талабск утрауҙары төркөмө (Талабск, Верхний һәм Талабенец) һәм Ҡарға утрауы (рус. Вороний остров) билдәле[11].
Флора һәм фауна
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чуд-Псков күлендә яр буйы-һыу флораһының 54 вәкиле күрһәтелгән. Яр буйы үҫемлектәре араһынан ҡамыш һәм күл ҡамышы өҫтөнлөк итә. Елдән ышыҡ булған ләмле һай урындарҙа һәм йылға тамаҡтары участкаларында башҡа төрҙәге ваҡ үҫемлектәр осрай: ситняк одночешуйчатый, аир үләне, сәскәле ҡамыш, һыу шауғамышы, тар япраҡлы екән, киң япраҡлы талүлән, ләмле ҡырыҡбыуын һәм һоло ағайрығы. Һыуҙа йөҙөүсе үҫемлектәр һирәк осрай, улар араһынан осрау йышлығы буйынса өсәүҙе билдәләп үтергә була: уҡъяпраҡ, ер-һыу ҡарабойҙайы һәм һары томбойоҡ[15].
Псков күленең яр буйы һыҙатында «Псков-Чуд күл буйы уйһыулығы» (рус. «Псковско-Чудская приозёрная низменность») һыулы-һаҙлыҡлы орнитология заказнигы урынлашҡан. Был заказник Балтика регионындағы күп кенә һирәк осрай торған үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың резерваты, аҡҡош, ҡаҙ һәм өйрәктәрҙең миграция ваҡытындағы Аҡ диңгеҙ-Балтика осоу юлының мөһим ял итеү һәм туҡланыу урыны[13][16]. Күлдә алабуға, һыла, ҡорман, сабаҡ, алабалыҡ, күл сабағы һәм башҡа балыҡ төрҙәре тереклек итә[1].
Экологик хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм әйткәндә, Чуд-Псков күле бассейны йылғаларының экологик хәле ҡәнәғәтләндерерлек (I һәм II һыу сифаты кластары), Выханду һәм Пиуза йылғаларында фосфорҙың юғары күләме (III һыу сифаты класы) теркәлгән. 2001—2007 йылдар менән сағыштырғанда йылғаларҙың дөйөм хәле яҡшырған. Һуңғы йылдарҙа Чуд күленә ҡойған йылғаларға йөкләнеш бер ни тиклем кәмене. Чуд-Псков күленең төп проблемаһы булып эвтрофикация ҡала. Чуд күленең төньяҡ өлөшө сағыштырмаса тотороҡло, әммә был һыу ятҡылығында ла цианобактерияларҙың сағыштырма ауырлығы күтәрелеүе теркәлгән[17].
Хужалыҡ әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдең Эстония яр буйҙарында — Калласте һәм Муствеэ ҡалалары; Рәсәй территорияһында Чуд күленең көнсығыш ярынан 2 км алыҫлыҡта — Гдов ҡалаһы, Псков күленән 10 км алыҫлыҡта Великая йылғаһы буйында — Псков ҡалаһы урынлашҡан[12].
Күлдә балыҡ тотоу тармағы үҫешкән. Промысла әһәмиәтле балыҡ төрҙәре: алабуға, күл сабағы, шамбы, ҡорман, суртан, алабалыҡ һәм псковский снеток[16]. Күл буйлап суднолар йөрөй. 1990-сы йылдар башына тиклем Тарту — Псков (Тарту ҡалаһы — Эмайыги йылғаһы — Чуд күле — Йылы күл — Псков күле — Великая йылғаһы — Псков күле) пассажир маршруты булған[18]. Толба ауылы һәм Талабск архипелагының Белов һәм Залита утрауҙары араһында пассажир рейстары була. Йәйен яҡшы һауа торошо булғанда «Буревестник» судноһы Псков ҡалаһынан сығып Псков күле буйлап 3 сәғәтлек прогулка яһай[19].
Күлдең матур яр буйҙары рекреацион маҡсаттарында файҙаланыла. Рәсәйҙең Псков өлкәһендә «Тридевятое царство», «Чудское подворье», «Калацкое» һәм «Теремок» ял базалары, «Лукоморье» ҡала ситендәге ял үҙәге[20]; Эстонияла «Уускюла» базаһы, «Суви» ял үҙәге[21], «Каукси» туристик базаһы[22] бар.
Туристик ресурстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Псков
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Псков күленә ҡойған Великая йылғаһы буйында Псков ҡалаһы урынлашҡан. Рәсәйҙең иң боронғо ҡалаларының береһе. Псков тәүге тапҡыр 903 йылда иҫкә алына («Повесть временных лет», Лаврентий ҡулъяҙмаһы). 2009 йылда Псков ҡалаһына «Хәрби дан ҡалаһы» (рус. «Город воинской славы») исеме бирелә[23]
Ҡалала Псков берләшкән дәүләт тарихи-архитектура һәм һынлы сәнғәт музей-ҡурсаулығы һәм Мирож монастыренең Спас-Преображенск соборы (1156) урынлашҡан. Һуңғыһында XIV—XVII быуат псков мәктәбенең билдәле фрескалары һаҡланған.
Башҡа һәйкәлдәре араһында Троицк соборы (1682—1699 йй.) менән бергә Псков кремле (XIV—XVII бб.), Иоанно-Предтеча монастыре (1243 йылға тиклем), Снетогорск монастыре (XIII быуат), Горкалағы Василий сиркәүе (1413), Примостьелағы Козьма һәм Дамиан сиркәүе (1462), Взвоздағы Георгий сиркәүе (1494), таш Поганкиндар палатаһы (XVII быуат башы) һ.б.[24].
Гдов
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гдов тәүге тапҡыр 1323 йылда иҫкә алына. Ҡалала Гдов кремле урынлашҡан (ҡәлғәнең өс стеналары һәм мерелгән бшнялар һәм ҡапҡалар урынында ер убалары һаҡланып ҡалған)[25].
Сетумаа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сетумаа (выру Setomaa, эст. Setumaa) — сету халҡы йәшәгән тарихи өлкә, туранан-тура тәржемә иткәндә — «сету ере». Административ рәүешә ике өлөшкә бүленгән: бер өлөшө Эстонияла (Пылвамаа һәм Вырумаа өйәҙҙәрендә), икенсеһе Рәсәй Федерацияһы Псков өлкәһенең Печорск районында урынлашҡан.
Калласте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эстонияның Калласте ҡалаһына XVIII быуатта нигеҙ һалынған[26][27]. Бында девон осоро ҡомташының иң ҙур асылған урыны урынлашҡан. Уның үлсәмдәре: оҙонлоғо — 930 м, максималь бейеклеге — 8 м. Шулай уҡ мәмерйәләр һәм тупраҡ һынған урындары бар. Тәбиғәт һаҡлауында булған бейек текә ярҙа Эстониялағы иң ҙур ҡарлуғастар колонияһы оялай[28].
Муствеэ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эстонияның хәҙерге Муствеэ ҡалаһының урынында булған Чуд күле яр буйындағы тораҡ тураһында тәүге тапҡыр 1493 йылда иҫкә алына. XVIII быуатта ауылда башлыса, Рәсәйҙән диндәре өсөн эҙәрлекләүҙән ҡасҡан, урыҫ старовер-федосеевсылары йәшәгән. Ҡалала дүрт ғибәҙәтхана бар: Святитель Николай ғибәҙәтханаһы, Троицк Диндәш сиркәүе, Старообряд ғибәҙәтханаһы һәм Лютеран сиркәүе. Шулай уҡ ҡалала баптист ғибәҙәт ҡылыу йорто бар. Муствеэ урыҫ гимназияһында Старообрядсылар музейы бар[29]. Ҡаланың иҫтәлекле урындарына эстон мифогологик батыры Калевипоэгтың һалҡын таштарының береһе һәм ҡайғырыусы ҡыҙ баланың статуяһы (1973, Эльмар Ребане) ҡарай[30].
Велияңкая яр буйындағы Псков кремле | Калласте ҡалаһы янында күл буйында Девон ҡомташының асылыуына |
Калласте ҡалаһындағы Старообряд сиркәүе | Боҙҙағы алыш. Ҡулъяҙма миниатюраһы |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 [ Чудско-Псковское озеро] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ — Рыбный промысел / Водные биоресурсы // Государственный комитет Псковской области по природопользованию и охране окружающей среды 2014 йыл 22 май архивланған.
— Рыбы и озёра Псковской области
— Достопримечательности Псковской области 2014 йыл 21 июль архивланған.
— Лесненко В. К. Псковские озёра — Л., Лениздат, 1988 2016 йыл 6 апрель архивланған.
— Лесненко В. К., Абросов В. Н. Озера Псковской области. — Псков, 1973
— В. К. Лесненко Природные ресурсы Псковской области, их рациональное использование — Псков, ПГПИ, 2002
— Лебедева О. А. Экосистема дельты реки Великой и её влияние на Псковско-чудское озеро // Природа и экология. — Псковский региональный журнал (ПРЖ), № 1 Псков, ПГПУ, 2002—172 с.
— К. В. Воробьев Генезис озерных котловин Псковской области - ↑ Озера России площадью более 350 км²
- ↑ Приказ ФСБ РФ от 2 июня 2006 г. N 242 «О пределах пограничной зоны на территории Псковской области» (с изменениями от 21 апреля 2007 г.) 2016 йыл 8 август архивланған.
- ↑ Приказ ФСБ РФ от 10 июля 2007 г. N 355 «Об определении участков (районов) внутренних вод Российской Федерации, в пределах которых устанавливается пограничный режим» (с изменениями от 11 сентября 2007 г.) 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь. 2-е изд., стереотип. М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2001.
- ↑ Манаков А. Г. Псковско-новгородская топонимия в свете теории формантов // Псковский регионологический журнал. — 2006. — № 3. — С. 115—135.
- ↑ Географический энциклопедический словарь: Географические названия — М.: Советская энциклопедия. 1983, С. 488.
- ↑ Даринский А. В. Ленинградская область. — Л.: Лениздат, 1975. — С. 14—26.
- ↑ Атлас океанов. Термины, понятия, справочные таблицы.— М.: ГУНК МО СССР, 1980. С.140—147
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 Соколов А. А. Гидрография СССР. Л.: Гидрометеоиздат, 1952
- ↑ 12,0 12,1 Энциклопедия туриста. Псковско-Чудское озеро 2017 йыл 13 июль архивланған.
- ↑ 13,0 13,1 13,2 Исследование ситуации по портам на реке Нарва 2016 йыл 3 март архивланған.
- ↑ 14,0 14,1 14,2 Озера и реки юга Эстонии, острова(недоступная ссылка)
- ↑ Рыбы и озёра Псковской области. Озёра
- ↑ 16,0 16,1 Туристический портал svali.ru
- ↑ Протокол одиннадцатого заседания Совместной Российско-Эстонской комиссии по охране и рациональному использованию трансграничных вод(недоступная ссылка)
- ↑ ТрэвелТурс. Псковско-Чудская система озёр 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Транспорт Псковской области
- ↑ Базы отдыха Псковской области. Чудское и Псковское озеро 2018 йыл 5 февраль архивланған.
- ↑ Все больше иностранцев отдыхает на Чудском озере
- ↑ Энциклопедия туриста
- ↑ Президент подписал указы о присвоении городам Архангельску, Козельску и Пскову почётного звания «Город воинской славы»
- ↑ Древний город Псков
- ↑ Мой Гдов 2016 йыл 3 март архивланған.
- ↑ Калласте. Немного истории
- ↑ Старообрядческая община Калласте
- ↑ Русскоязычный сайт о городе Калласте
- ↑ Муствеэский музей староверов
- ↑ Сын Калева
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Палакс В. Г. По Псковско-Чудскому водоёму: Справочник-путеводитель для туриста. — Л.: Лениздат, 1974. — 104 с. — 42 000 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чуд-Псков күле Викимилектә |
- Псковско-Чудское озеро. Общий очерк 2014 йыл 21 июль архивланған.
- Карты Псковско-Чудского озера
- Карты Чудско-Псковского озера(недоступная ссылка)
- Соколов А. А. Гидрография СССР. Л.: Гидрометеоиздат, 1952.
- Энциклопедия туриста. Чудско-Псковское озеро 2017 йыл 13 июль архивланған.
- Ивангород: Нарвские водопады 2016 йыл 4 март архивланған.
- Исследование ситуации по портам на реке Нарва 2016 йыл 3 март архивланған.
- Озера Псковской области
- Двухстороннее и трехстороннее транспограничное сотрудничество(недоступная ссылка)
- Эстонский сайт Причудье 2016 йыл 17 сентябрь архивланған.
- Чудское побережье
- Причудье. Дорога на Псков