Радик (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Радик — башҡорттарҙа һәм төрки, шулай уҡ славян халыҡтарында таралған исем.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғалимдар беҙгә ошо исемдең барлыҡҡа килеүенең өс вариантын тәҡдим итә. Тәүгеһе, ул «ҡояш һуҡмағы» тип тәржемә ителә, Радий исемле грек формаһынан. Икенсеһе — ул инглизсә Радианттан рус теленә «нурлы» булараҡ тәржемә ителгән. Өсөнсөһө, славян вариантында «ҡыуаныс», «шатлыҡлы» төшөнсәһенә эйә. Рәсәйҙә малайҙарға был исем һирәк ҡушыла, башлыса был мосолмандар ғаиләләрендә була.[1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Радик Хәкимйән (Хәкимйәнов Радик Зәкирйән улы; 25 август 1941 йыл) — шағир, 1996 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
Гәрәев Радик Арыҫлан улы (23 март 1956 йыл— 29 октябрь 1996 йыл) — башҡорт опера һәм эстрада йырсыһы (баритон), музыка-йәмәғәт эшмәкәре. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, шул иҫәптән 1990—1995 йылдарҙа театр директоры, бер үк ваҡытта 1991—1995 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) халыҡ артисы. Халыҡ-ара сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты.
Юлъяҡшин Радик Мөхәрләм улы, ижади псевдонимы Elvin Grey (17 май 1989 йыл) — Рәсәйҙә танылыу алған йәш башҡорт йырсыһы, рус, башҡорт һәм татар телдәрендә сығыш яһай. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2017).
Вәлмөхәмәтов Радик Сәфәрғәле улы (12 февраль 1966 йыл) — йырсы. 2003 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» фольклор ансамбле солисы, 2005 йылдан — «Ихлас» эстрада төркөмө етәксеһе, 2007 йылдан «Эстрада легендалары» ретро-төркөмө вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011), күп кенә халыҡ-ара һәм республика йыр конкурстары лауреаты.
Богданов Радик Ғарифулла улы (22 июль 1939 йыл — 22 сентябрь 2009 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1965—1967 йылдарҙа Балтас, 1967—1978 йылдарҙа Дәүләкән район үҙәк дауаханаларының баш табибы. 1989—1991 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1976). СССР-ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы.
Зәйнуллин Радик Әнүәр улы (2 апрель 1961 йыл) — ғалим-химик-органик. 1983 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты ғилми хеҙмәткәре; 1990 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1998—2006 йылдарҙа аспирантура бүлеге мөдире, 2007 йылдан — сифат бүлеге начальнигы. Химия фәндәре докторы (2003), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011)
Мөлөков Радик Рафиҡ улы (2 май 1951 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-механигы, наноматериалдар физикаһы һәм механикаһы өлкәһендә белгес, Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә үҙлелеге проблемаһы институты директоры (2006 йылдан алып), Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (2016).
Бәширов Радик Миңлехан улы (7 ғинуар 1935 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1988—1999 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1996). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
Зарипов Радик Геннадий улы (12 февраль 1960, Өфө), балет артисы. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1983). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1988).
Батыршин Радик Ирек улы (28 июль 1968 йыл, Өфө) — Рәсәй журналисы, МТРК «Мир» рәйесе. Филология фәндәре кандидаты.
Бохәрмәтов Радик Мазһар улы — (12 апрель 1958 йыл) — 2009—2011 йылдарҙа Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы.
Сибәғәтов Радик Ғәли улы (29 май 1934 йыл — 6 май 2005 йыл) — тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1988), профессор (1990). Башҡортостан (1993) һәм Татарстан Республикаларының (2004) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |