Эстәлеккә күсергә

Сәйҙә Арифова

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәйҙә Арифова
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 13 февраль 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Баҡсаһарай, Симферопольский уезд[d], Таврида губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 9 август 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Симферополь, Украина

Сәйҙә Ариф ҡыҙы Арифова (tat. lat. Säidä Arif qızı Arifova(недоступная ссылка), ҡырым. тат. Saide Arifova, 1916-2007) — Ҡырым татар ҡатыны, Донъя Тәҡүәһе, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 1942-1944 йылдарҙа Баҡсаһарай ҡалаһында 89 Ҡырым йәһүд балаларын ҡотҡара, шуның өсөн Халыҡ-Ара Тәҡүә (ингл. Righteous Among the Nations, йәһүдсә חסידי אומות העולם) исеме ала.

1916 йылдың 13 февралендә Таврия губернаһы, Баҡсаһарай ҡалаһында тыуған. 1932 йылда, 16 йәшендә, тыуған ҡалаһында балалар баҡсаһы (хәҙерге «Сейәкәй» рус. «Вишенка» баҡсаһы) астырыуға өлгәшә һәм уның беренсе етәксеһе була.

Бөйөк Ватан һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Немец һәм румын ғәсғәрҙәре баҫып алынған Ҡырымда йәшәгән йәһүдтәрҙе, ҡараимдарҙы, тау йәһүдтәрен ҡырып бөтөрөргә план ҡоралар.

Фашист оккупацияһы осоронда Сәйҙә балалар баҡсаһында эшләй. Фашистар йәһүд балаларын медицина һынауҙарына ебәрмәксе булалар. Сәйҙә йәһүд сабыйҙарын ҡотҡарыр өсөн, ҡала ЗАГС архивы янғын ваҡытында юҡҡа сығыуын файҙаланып, балалар баҡсаһындағы йәһүд балаларына татар исемдәре бирә, уларҙы тиҙ арала ҡырым татарҙарынса һөйләшергә, доға ҡылырға өйрәтә. Шулай итеп, Яков Шварцман, Моисей Ховайло, Мордхай Зенгин, Капустинский, Неметов, Салиев, Ховаджи, Кипеджи һәм башҡа бик күп йәһүд һәм ҡатнаш ғаиләләрҙең балалары үлемдән йолоп ҡалына.

1943 йылдың сентябрендә фашисттар 2 йәштән 15 йәшкә тиклемге 73 баланы (күпселеге йәһүд балалары) йыялар. Уларҙың маҡсаты — әлеге балаларҙы «тере ҡалҡан» итеп ҡулланыу була. Һәм ысынлап та, 1943 йылдың сентябрендә Керчтән Севастополгә барыусы немец хәрби караптарының өҫкө палубаларында 73 йәһүд балаһы урынлаштырыла. Каруанды «оҙатыусы» совет хәрби летчиктары әлеге караптарҙы бомбаға тоторға ҡыймайынса, кире борола. Әлеге факт Л. И. Брежнев исеменән яҙылған[1] «Бәләкәй ер» китабында (1978) телгә алына.

1943 йылдың урталарында, әлеге йәһүд балаларын ҡотҡарыуҙы ойоштороу өсөн, Ҡырым партизан хәрәкәтенең Көньяҡ берләшмәһе командиры Сәлимов С. Арифова менән бәйләнешкә сыға. С. Арифова балалар баҡсаһына төнгө ҡарауылсы булып урынлаша. 1943 йыл аҙағында фашистар балаларҙы Германияға ебәрергә планлаштыра, Баҡсаһарай табибәһе Хәнифә (вариант: Мәҡбүлә) Фәйзуллаева балаларҙа тиф ауырыуы башланыу тураһында белешмә яҙып бирә. Немецтар балалар баҡсаһын Баҡсаһарайҙан 3 км йыраҡлыҡтағы Саласыҡ ауылындағы Исмәғил Ғаспыралы утарына күсерергә ҡарар итә. 1944 йылдың 23 февралендә Сәйҙә балаларҙы И. Ғаспыралы утарына күсерә. 1944 йылдың 13 апрелендә тауҙарҙан төшкән партизандар бер тәүлек эсендә Баҡсаһарайҙы һәм уның тирә-яғын фашистарҙан азат итә. Балалар ҡотҡарыла.

Партизандар килеүгә бер нисә көн ҡала, кемдер Сәйҙәне немецтарға һата. Апайы Фатима, дуҫ ҡыҙы Мария Путилина-Попова менән С. Арифованы нацистар ҡулға ала һәм атырға хөкөм итә. Ҡыҙҙы гестапола ике аҙна язалайҙар, туҡмай-туҡмай ҡабырғаларын һындырып бөтөрәләр. Тамуҡ язаларына ла түҙгән татар ҡыҙы румын ғәскәре капелланы (муллаһы), ҡырым татары булған капитан Исмаил Салиев ярҙамы менән гестапонан ҡаса ала.

1944 йылдың 18 майында Сәмәрҡәнд өлкәһе Ургут районына һөрөлә. Һөргөнгә китер алдынан, НКВД офицерына йәһүд балаларының йәшерелгән метрикаларын биреп, уларҙы, ҡырым татары һаналып, һөргөнгә һөрөлөүҙән коткарып ҡала. Сәйҙәне 1944 йылда Ҡырымдан һөргән ваҡытта, балалар: «Беҙҙең Сәйҙә әсәйебеҙҙе бирегеҙ!» — тип машина артынан сабалар. Ләкин Сәйҙәнең ҡаһарманлығына ҡарамаҫтан, ул һөргөнгә, Үзбәкстанға ебәрелә.

Тик 1990-сы йылдарҙа Сәйҙә Мәскәү өлкәһе Реутов ҡалаһына, унан Ватанына ҡайта ала. Өлкән йәштә Ҡырымға әйләнеп ҡайтҡас, «Жди меня» телетапшырыуы аша[2] үҙе ҡотҡарған балаларҙы эҙләтеп ҡарай.

  • Архитектор Алим Аҡмулла-Челебиев (Мәскәү) С. Арифова тураһында 88 минутлыҡ документаль фильм төшөрә.
  • Актер Әхтәм Сәйетаблаев («Хайтарма» фильмында төп ролде башҡарыусы) С. Арифова тураһында «Уның йөрәге» исемле нәфис фильм төшөрә[3].
  • Халыҡ-ара Холокост ойошмаһы Сәйҙәне Халыҡ-ара Тәҡүәләр исемлегенә индерә.
  1. «Известия» газетасы публицисты Аркадий Сахнин язган
  2. Жди меня, 5:18
  3. NEWSru.ua