Эстәлеккә күсергә

Төньяҡ Боҙло океан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Төньяҡ боҙло океаны битенән йүнәлтелде)
Төньяҡ боҙло океан
Майҙаны14,75 млн км²
Күләме18,07 млн км³
Иң ҙур тәрәнлек5527 м
Уртаса тәрәнлек1225 м
Төньяҡ боҙло океан, Арктика
Төньяҡ боҙло океан, Арктика
 Төньяҡ Боҙло океан Викимилектә

Төньяҡ Боҙло океан — майҙаны буйынса Ер йөҙөндә иң бәләкәй океан. Тулыһынса төньяҡ ярымшарҙа, Евразия һәм Төньяҡ Америка араһында урынлашҡан.

Океан майҙаны 14,75 млн км² тәшкил итә, һыу күләме — 18,07 млн км³. Уртаса тәрәнлек — 1225 м, иң тәрән урыны — 5527 м Гренланд диңгеҙендә. Төньяҡ Боҙло океан төбө рельефының күп өлөшөн шельф (океан төбөнөң 45 % күберәген) һәм ҡитғаларҙың һыу аҫты тирә яғы (океан төбө майҙанынң 70 % тиклемен) биләй. Океанды өс ҙур акваторияға бүлеп йөрөтәләр: Арктика, Төньяҡ Европа һәм Канада бассейндары. Поляр географик урын биләүе сәбәпле океандың үҙәк өлөшөндә йыл әйләнеһенә күсеп йөрөүсе боҙ ҡатламы һаҡлана.

Төньяҡ Боҙло океанға Дания (Гренландия), Исландия, Канада, Норвегия, Рәсәй һәм Америка Ҡушма Штаттары биләмәләре йәнәш тора. Океандың хоҡуҡи статусы халыҡ-ара кимәлдә тулы ҡағиҙәләр менән сикләнмәгән. Өлөшләтә арктик илдәренең милли ҡануниәте һәм халыҡ-ара килешеүҙәр менән билдәләнә. Йылдың күп өлөшө буйы Төньяҡ Боҙло океан диңгеҙ йөк ташыу өсөн файҙаланыла, шул иҫәптән Рәсәй Төньяҡ диңгеҙ юлы, АҠШ һәм Канада илдәре Төньяҡ-көнбайыш юлын файҙалана.

Океан географ Варениус тарафынан 1650 йылда үҙ аллы айырымланып, Гиперборей океаны — «Төньяҡтың иң осондағы океан» ( — мифтарҙағы төньяҡ ел аллаһы йәки Төньяҡ). Ул ваҡыттағы сит ил сығанаҡтарында шулай уҡ: Oceanus Septentrionalis — «Төньяҡ океан» ( — төньяҡ), Oceanus Scythicus — «Скиф океаны» ( — скифтар), Oceanes Tartaricus — «Тартар океаны», Μare Glaciale — «Боҙло диңгеҙ» ( — боҙ) исемдәре булған. XVII—XVIII б. урыҫ карталарында: Диңгеҙ-океан, Боҙло диңгеҙ-океан, Боҙло диңгеҙ, Төньяҡ океан, Төньяҡ йәки Боҙло диңгеҙ, Боҙло океан, Төньяҡ Поляр диңгеҙ исемдәре осрай, ә урыҫ диңгеҙсе- адмирал Ф. П. Литке XIX б. 20-се йылдарында уны Төньяҡ Боҙло Океан тип атаған. Башҡа илдәрҙә — «Арктик океан» исеме осрай, уны 1845 й. Лондон географик йәмғиәте бирә. СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитетының 1935 йыл 27 июнендәге ҡарары менән Төньяҡ боҙло океан исеме ҡабул ителгән. Был Рәсәй биләмәһендә XIX быуат башында уҡ ҡулланыла башлаған.

Физик-географик характеристика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Океандар Һыу

өҫтө майҙаны, млн.км²

Күләме,

млн.км³

Уртаса

тәрәнлеге м

Иң тәрән урыны,

м

Атлантик 91,66 329,66 3597 Пуэрто-Рико улағы (8742)
Һинд 76,17 282,65 3711 Зонд улағы (7209)
Төньяҡ Боҙло 14,75 18,07 1225 Гренланд диңгеҙе (5527)
Тымыҡ 178,68 710,36 3976 Мариан уйһыулығы (11022)
Донъя 361,26 1340,74 3711 11 022

Төньяҡ Боҙло океан Евразия һәм Төньяҡ Америка араһында урынлашҡан. Атлантик океан менән сиге Гудзон боғаҙы, артабан Дейвис боғаҙы һәм Гренландия утрау яры буйынса Брустер моронона тиклем, Дания боғаҙы аша Исландия утрауының Рейдинупюр моронона тиклем, артабан яр буйлап Герпир моронона тиклем, һуңынан Фарер утрауҙарына, артабан Шетланд утрауҙарына һәм төньяҡ киңлектең 61° Скандинав ярымутрауы ярҙарына тиклем ята. Халыҡ-ара гидрографик ойошманың терминдар йыйылмаһында Төньяҡ Боҙло океандың сиктәре Гренландия, Исландия, артабан Шпицберген, Медвежий утрауы һәм Норвегия ярҙары аша үтә һәм Гренланд, Норвег диңгеҙҙәрен Атлантик океан биләмәһенә ҡуша. Тымыҡ океан менән сик булып Беринг боғаҙы аша Дежнёв морононан Уэльс Принцы моронона тиклем үткән һыҙыҡ тора. Халыҡ-ара гидрографик ойошманың терминдар йыйылмаһында сик Себер поляр түңәрәге буйлап, Аляска һәм Себер араларынан уҙа. Ошо уҡ терминологияла Чукот һәм Беринг диңгеҙҙәре Төньяҡ боҙло океанға ҡарай.

Төньяҡ Боҙло океан — иң бәләкәй океан. Асыҡлауҙар ысулына ҡарап океандың майҙаны 14,056 алып 15,558-ғаса миллион км² тәшкил итә, йәғни, яҡынса донъя океанының 4 % майҙанын биләй. Һыу күләме 18,07 миллион км³. Ҡайһы бер океанографтар уны Атлантического океандың диңгеҙе булараҡ иҫәпләйҙәр. Төньяҡ Боҙло океан иң һай океан иҫәпләнә, уның уртаса тәрәнлеге 1225 м (иң тәрән урыны Гренланд диңгеҙендә — 5527 м). Яр буйы һыҙығы оҙонлоғо 45 389 км.

Төньяҡ Боҙло океандың диңгеҙҙәр, ҡултыҡтар, боғаҙҙар майҙаны 10,270 % 8 миллион км² тәшкил итә (океандың дөйөм майҙанының 70 %), күләме 6,63 миллион км³ (37 %).

Ситтәге диңгеҙҙәр (көнбайыштан көнсығышҡа): Баренц диңгеҙе, Кара диңгеҙе, Лаптевтар диңгеҙе, Көнсығыш Себер диңгеҙе, Чукот диңгеҙе, Бофорт диңгеҙе, Линкольн диңгеҙе, Гренланд диңгеҙе, Норвегия диңгеҙе. Эске диңгеҙҙәр: Аҡ диңгеҙ, Баффин диңгеҙе. Гудзон ҡултығы иң ҙур ҡултыҡ булып һанала.

Утрауҙар һаны буйынса Төньяҡ Боҙло океан Тымыҡ океандан һуң икенсе урынды биләй. Океанда Ер шарындағы иң ҙур Гренландия (2175,6 мең км²) утрауы һәм ҙурлығы буйынса икенсе Канада Арктик архипелагы (1372,6 мең км²) бар, шулай уҡ иң ҙур утрауҙар: Баффин Ере, Элсмир, Виктория, Банкс, Девон, Мелвилл, Аксель-Хейберг, Саутгемптон, Уэльс Принцы, Сомерсет, Принс-Патрик, Батерст, Кинг-Вильям, Байлот, Эллеф-Рингнес). Ҙур утрауҙар һәм архипелагтар: Яңы Ер (Төньяҡ и Көньяҡ утрауҙар), Шпицберген (утрауҙар: Көнбайыш Шпицберген, Төньяҡ-Көнсығыш Ере), Яңы Себер утрауҙары (Ҡазан утрауы), Төньяҡ Ер (утрауҙар: Октябрь Революцияһы, Большевик, Комсомолец), Франц-Иосиф Ере, Конг Оскар утрауы, Врангель утрауы, Колгуй утаруы, Милна Ере, Вайгач утрауы.

|Клайд-Ривер янындағы боҙлоҡ.

Баффин Ере

|Рогачёв ҡасабаһында поляр төн.

Яңы Ер

|Лонгйир.

Шпицберген

|Нортбрук утрауының яр буйы.

Франц-Иосиф Ере архипелагы

  • Агранат Г. А. Зарубежный Север. Опыт освоения. — М., 1970.
  • Атлас океанов. Термины, понятия, справочные таблицы. — М.: ГУНК МО СССР, 1980.
  • Визе В. Ю. Моря Советской Арктики. Очерки по истории исследования. — М.—Л., 1948.
  • Географический энциклопедический словарь. — М.: Советская энциклопедия, 1986.
  • Гаккель Я. Я. Наука и освоение Арктики. — Л., 1957.
  • Гордиенко П. А. Северный Ледовитый. — Л., 1973.
  • Зубов Н. Н. В центре Арктики. Очерки по истории исследования и физической географии Центральной Арктики. — М.—Л., 1948.
  • История открытия и освоения Северного морского пути, т. 1—3. — М.—Л., 1956—1962.
  • Козловский А.М. SOS в Антарктике. Антарктика черным по белому. — СПб.: ААНИИ, 2010.
  • Физическая география материков и океанов / Под общей ред. А. М. Рябчикова. — М.: Высшая школа, 1988.
  • Paul Arthur Berkman, Alexander N. Vylegzhanin. Environmental Security in the Arctic Ocean. — Springer, 2013.
  • Robert R. Dickson, Jens Meincke, Peter Rhines. Arctic-Subarctic Ocean Fluxes: Defining the Role of the Northern Seas in Climate. — Springer, 2008. — 736 с.
  • R. Stein. Arctic Ocean Sediments: Processes, Proxies, and Paleoenvironment: Processes, Proxies, and Paleoenvironment. — Elsevier, 2008. — 608 с.