Уасатия
Уасатия (ғәр. وسطية уртасалыҡ, сама белеү; рус. Васатыйя) — ислам доктринаһында "алтын урталыҡ"ты үтәү һәм уртасалыҡ, сама белеү йәһәтенән мөһим позиция. Ул экстремизм һәм декаданс араһындағы позиция ғына түгел; был интеллектуаль ҡараш һәм әхлаҡи тәртип.
Ҡөрьәндә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уасатия Ҡөрьәндең «Әл-Бәҡара» сүрәһендәге 143-сө аятҡа таяна.
Шулай итеп, һеҙҙе кешеләргә ҡарата шаһит булыу өсөн һәм рәсүл дә һеҙгә ҡарата шаһит булһын өсөн һеҙҙе урталыҡта тороусы өммәт иттек. Һәм һин баҡҡан ҡибланы Беҙ артҡа боролған кешеләрҙең ҡайһыһы рәсүлгә эйәрә икәнлеген белеү өсөн генә ҡуйҙыҡ. Һәм был ауыр эш, ләкин Аллаһ тарафынан тура юлға күндерелгәндәргә ауыр түгел: Аллаһ һеҙҙең иманығыҙҙы юҡҡа сығарыусыларҙан түгел бит! Ғәмәлдә иһә, Аллаһ кешеләр менән баҫынҡы, рәхимле! |
Төп нөсхәлә
(ғәр.) القرآن: وكذلك جعلناكم أمة وسطا لتكونوا شهداء على الناس ويكون الرسول عليكم شهيدا وما جعلنا القبلة التي كنت عليها إلا لنعلم من يتبع الرسول ممن ينقلب على عقبيه وإن كانت لكبيرة إلا على الذين هدى الله وما كان الله ليضيع إيمانكم إن الله بالناس لرءوف رحيم[1]
Ҡулланылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Уасатыйя» исламда яңылыҡ, йәғни бидғәт түгел.Әммә төплө ислам белеме булмағанлыҡтан, күпмелер мосолман йә исламды сәйәси маҡсаттарҙа ҡулланған кешеләрҙең пропагандистик материалдарына, йә урындағы традицияларға, йә өлкән быуындарҙың фекеренә эйәрәләр[2]
Хәҙистәрҙә Пәйғәмбәрҙең ҡайһы бер тарафдарҙарының ашау-эсеүгә, йоҡоға, никахҡа инеүгә сикләү кеүек дини йолаларҙы саманан тыш арттырып үтәүен ишетеүе телгә алына. Ул, ураҙа тоторға, доға ҡылырға, ял итергә, өйләнергә кәрәклеген белдереп, уртасалыҡ һәм саманан сыҡмау кәрәклеген билдәләгән[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сура 2 «Аль-Бакара (Корова)», 143-й аят из 286 . Дата обращения: 25 май 2014. Архивировано 25 май 2014 года.
- ↑ Шейх Адель аль-Фалях о работе по распространению принципа аль-васатыйи в Украине и в мире. Научно-просветительский центр Аль-Васатыйя — умеренность. Дата обращения: 25 май 2014. Архивировано из оригинала 25 май 2014 года. 2014 йыл 25 май архивланған.
- ↑ Ислам для всех! — Статьи — Аль-Васатыйя — умеренный путь в исламе . Дата обращения: 10 ғинуар 2016. Архивировано из оригинала 26 март 2016 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Васатыйя Сайты
- Эльмир Кулиев. Исламда уртасалыҡ принцибы
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |