Эстәлеккә күсергә

Уймуж

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Уймыш битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Уймуж
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

57°04′44″ с. ш. 55°18′56″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Телефон коды34261
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 059

ОКТМО коды

57 604 441 116

ГКГН номеры

0346805

Уймуж (Рәсәй)
Уймуж
Уймуж
Уймуж (Пермь крайы)
Уймуж

Уймуж (Уймыш, Уймыж[1]; рус. Уймуж) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Фиҙеркә ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618152, ОКАТО коды — 57204843003.

Географик урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уймуж йылғаһы буйында, район үҙәге Барҙы ауылынан ктөньяҡ-көнбайышҡа табан 24 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 299 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 137 ир һәм 162 ҡатын[2].

2005 йылда ауылда 395 кеше йәшәгән[3].

Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә Уймуж аҫаба башҡорттар ауылы[4].
1816 йылда ауылдың 51 йортонда 250 башҡорт теркәлгән[4]. 1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 45 йортонда 215 ир һәм 202 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән[4]. X ревизия буйынса 112 йортта 393 ир һәм 341 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған[4].
1842 йылда ауылда йәшәүселәрҙең мөлкәте тураһында мәғлүмәт һаҡланған. Ул йылда Уймужда йәшәүсе 417 башҡортта 105 баш ат, 284 һыйыр, 180 һарыҡ, 24 кәзә иҫәпкә алынған. Ауылда шулай уҡ ел тирмәне булған.
Уймужда мәсет һәм уның эргәһендә мосолман мәктәбе эшләп килгән. Мәсеткә килеүселәрҙе 2 имам һәм аҙансы хеҙмәтләндергәндәр. 1868 йылда мосолман мәктәбендә 23 малай һәм 17 ҡыҙ белем алған[4].
Шулай уҡ ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны һәм 20-се башҡорт полкы яугиры Яҡшеев Мөхәммәтрахим Әмир улы (Якшеев Мухаметрахим Амирович) йәшәүе тураһында билдәле[4].
Ауыл халҡының бер өлөшө Уймужбаш ауылына күскән.

Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 366. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.