Урам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урам
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы R, ST, ul., tn, ур., g., k., ul., c., ул., вул., кӯч., R., ul., Str., ul. һәм ул.
ХФА-лағы транскрицияһы kaʀɛ̯r һәм kɘʀɛ̯
Модель элементы Аппиева дорога[d], Унтер-ден-Линден[d] һәм Ҡараҡором шоссеһы
 Урам Викимилектә
Мәскәүҙә Пятницкий урамы

Урам — торама пункт эсендәге (бөтәһендә лә түгел) таш түшәлгән юл, ҡала инфраструктураһының төп элементтарының береһе, ҡағиҙә булараҡ, шәхси атамаһы бар; ике рәт булып теҙелеп ултырған өйҙәр аралығының һуҙымы.[1]

Ҡала биналары (йорттары) номерлы һәм билдәле бер урамға бәйле. Шуға ла урамдың йоп һәм таҡ номерлы яғы була. Урам исемдәре билдәле кешеләр[2], топонимдар[3], саралар йәки байрамдар хөрмәтенә бирелә[4]. Дүрт яҡтан да урамдар менән уратып алынған тораҡ пункттың тура мөйөшлө участкаһы квартал тип атала. Йорттоң бер яғы урамға ҡарай, ә икенсеһе, кварталдың эске яғына ҡарап, ихатаға сыға. Урамдар буйлап ҡала транспорты йөрөй. Урам аша йәйәү сығыу өсөн йәйәүлеләр өсөн үткәүел билдәләнә. Ул зебра менән билдәләнә һәм светофор менән көйләнә. Урамдың йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән оҙонса өлөшө тротуар тип атала, ул юлдан бордюр менән айырыла. Ҡараңғы ваҡытта хәрәкәт итеү өсөн урамдар яҡтыртыла. Урамдар хәрәкәт сараһы ғына түгел, унда башҡа төрлө эшмәкәрлек тә алып барыла, мәҫәлән, сауҙа итеү һ.б.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Улица» һүҙе (башҡ.урам) теге йәки был дәрәжәлә бөтә славян телдәрендә ҡулланыла (сағыштыр: поляк. Ulica; хорват. Ulica; болгар Улица). Сығышы менән боронғо славян телендәге ulа һүҙенән. *ula у́лей һүҙе менән ҡәрҙәш (боронғо грек. ͍αὑλός — «оҙонса тишек, торба», ἔναυλος -« йылға үҙәне», αὑλών — «йырын, вестфаль диалектында ōl, аul — йырын, болон, уйпат, соҡор», әрмән uɫi — «юл, сәйәхәт»)[5]. Герман телдәрендә урамдарҙы билдәләү өсөн латин һүҙе стратаның (strata) сығарылмалары ҡулланыла. (сағыштырығыҙ: ингл. Street; нидерл. Straat; нем. Straße), роман телдәрендә ул юл тигәнде аңлата (сағыштырығыҙ: итал. Strada; порт. Estrada) йәки урам (рум. Stradă).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе урамдар неолит дәүерендәге тәүге тораҡ пункттары (ярмук мәҙәниәте) менән бергә барлыҡҡа килә. Виа Долороза Йәрүсәлимдә иң билдәле урам була. Уның аш Ғайса (пәйғәмбәр) үҙен язалау урынына бара.

Урамдарҙы яҡтыртыу 1807 йылда Лондонда газ фонарҙары нигеҙендә барлыҡҡа килә. 1832 йылда Париж урамдарына асфальт түшәлә башлай[6]. 1914 йылда Кливлендта ҡыҙыл һәм йәшел утлы беренсе светофор барлыҡҡа килә.

Урамдарҙы төркөмләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Урам — тротуар менән классик юл йәки йәйәүлеләр юлы. (Мәскәүҙә Тверь урамы).
  • Аллея — йәшелләндерелгән юл (Берлинда Ҡояшлы аллея).
  • Бульвар — йәйәү йөрөү мөмкинлеге һәм ял итеү өсөн эскәмйәләре булған йәшел юл (Лос-Анджелеста Сансет бульвары).
  • Линия (һыҙат) — Рәсәйҙең, Латвияның, Финляндияның һәм Украинаның ҡайһы бер ҡалаларында юлдар атамаһы (Санкт-Петербургтағы Васильевский утрауының урта линиялары (һыҙаттары)).
  • Ҡалаларҙа уйһыу һәм бейек урындарҙы тоташтырыу өсөн сағыштырмаса ҡыҫҡа юлдар[7][8][9][10] була. Бындай урамдар иңкеү профилгә эйә.
  • Яр буйы — бер яғы һыу ятҡылығының яры буйындағы юл (Венецияла Дзаттере Яр буйы (Набережная Дзаттере)).
  • Тракт — ҡағиҙә булараҡ, ҡала сиктәренә сыға йәки тарихи яҡтан ҡала сиктәрендә булған юлдың бер төрө (Ҡазанда Ырымбур тракты).
  • Тупик (Тоҡон) — артабан үтеп булмаған юл (Мәскәүҙә Горлов тоҡоно (Горлов тупик)).
  • Шоссе — торама пункттан ситкә сығарған төп урам (Новороссийскиҙа Сухуми шоссеһы).
  • Тыҡрыҡ — ике урамды тоташтырыусы ҙур булмаған юл (Мәскәүҙең Леонтьевский тыҡрығы).
  • Проспект — үҙәк төп юл (Санкт-Петербургтағы Нева проспекты).
  • Аралыҡ (проезд), разъезд — йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән ҡыҫҡа юлдар (Мәскәүҙә Берёзовой Роща аралығы).
  • Күпер — йылға аша күперҙән үткән юл (Ульяновск ҡалаһындағы Президент күпере).
  • Авеню — проспекттың сит ил атамаһы (Нью-Йорк ҡалаһының Мэдисон авенюһы).

«Грамота.ру» тәҡдимдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Грамота.ру» белешмә-мәғлүмәт порталында, әгәр телмәр стилистик һыҙаттары булмаһа, урам исемдәрен ҡулланыу буйынса (шул иҫәптән почта адрестарында ла) түбәндәге тәҡдимдәр килтерелә. Урам, проспект, бульвар һәм башҡа һүҙҙәр, ҡағиҙә булараҡ, аныҡланыусы һүҙҙең аҙағынан ҡуйыла: Баҡса урамы, Невский проспекты, Цветный бульвары һ. б.[11]

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә иң тар урам — Хасавюрт ҡалаһында Шәйех Тажетдин урамы (Тотурбиев урамына йәнәшә урынлашҡан районда). 2010 йыл.
  • Аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында Торонтолағы Янг-стритты донъялағы иң оҙон урам тип атайҙар[12]. Шулай уҡ Панамерика шоссеһы иң оҙон урам булып һанала, уның оҙонлоғо 30 000 саҡрымға етә.
  • Донъялағы иң ҡыҫҡа урам — Шотландияның Уик ҡалаһындағы Эбенезер-плейс, оҙонлоғо — 2 метр[13].
  • Донъялағы иң киң урам — Монументаль Вал, ул Бразилиа ҡалаһында урынлашҡан, киңлеге — 250 метр.
  • Донъялағы иң тар урам — Шпройерхофштрасс, Германияның Ройтлинген ҡалаһында урынлашҡан һәм тар урынында киңлеге 31 сантиметр[14].
  • Рәсәйҙә иң тар урам — Хасавюрт ҡалаһының Шәйех Тажетдин урамы. Тотурбиев урамына килеп тоташҡан районда Шәйех Тажетдин урамының киңлеге 1 метрҙан саҡ ҡына ашыуыраҡ.
  • 2011 йылдың 14 сентябрендә Сыктывкарҙың Куратов урамындағы 17-се йорттоң 10 сантиметрлыҡ ярығы рәсми булмаған рәүештә Грибный тыҡрығы тип иғлан ителә. Ысынбарлыҡта иһә урам юҡ[15].
  • Рәсәйҙә иң ҡыҫҡа урамдар араһында — Мәскәүҙең 48 метр оҙонлоҡтағы Венецианов урамы, шулай уҡ Новосибирскиҙағы Сибстройпути урамы: унда ни бары 3 йорт, ә уның оҙонлоғо 40 метрҙан артмай[16].
  • Мәскәүҙә һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында «пр.» ҡыҫҡартыуы — «аралыҡ» (проезд) тигәнде аңлата, ә Санкт-Петербургта, Карелияла, Мурманск өлкәһендә,Ҡазанда һәм Новосибирскиҙа — проспект.
  • Чикагола үҙ һуҙымында өҙөлгән урамдар бар, улар Мичиган күлендә өҙөлә һәм тағы ла дауам итә.
  • Сан-Францискола үҙ-үҙен киҫеп үткән урамдар, шулай уҡ йыланға оҡшап бормалы Ломбард-стрит бар.
  • Донъяның төрлө илдәренең ҡайһы бер ҡалаларында ҡала һәм ҡала яны урамдары бер нисә тиҫтә саҡрымға һуҙыла (йыш ҡына юлдар тип атала). Уларҙа өйҙәр номеры бер нисә меңгә етә. Мәҫәлән, Буэнос-Айрестағы Avenida Rivadaviaһында 11,8 мең номер).
  • Магнитогорск ҡалаһында Зеленцов урамы бар, уның оҙонлоғо яҡынса 7 километр тәшкил итә, унда XXI быуат башына тиклем (яҡынса 70 йыл) бер генә бина ла рәсми рәүештә урынлашмай — урамдың бер яғында Урал йылғаһының яр буйы, икенсе яҡтан — Магнитогорск металлургия заводының бер нисә ҡапҡалы кәртәләнгән сәнәғәт зонаһы урынлашҡан. Тик 2000-се йылдарҙа ғына урам менән йылға араһындағы тар ғына ер һыҙатында яғыулыҡ ҡойоу станцияһы һәм автосервис бинаһы төҙөлә. Уларға ярашлы рәүештә 20-се һәм 14-се йорт номерҙары бирелә.
  • 2003 йылдың июлендә Ашхабадта бөтә урамдарҙың исеме номерҙарға алмаштырыла. Туғыҙ төп магистралдә алмаштырылмай — бер өлөшө Төрөкмәнбашы, уның атаһы һәм әсәһе хөрмәтенә атала. Үҙәк Һарай майҙаны 2000 һаны менән билдәләнә, былXXI быуат башын символлаштыра. Башҡа урамдар ҙурыраҡ йәки бәләкәйерәк дүрт урынлы һандар ала.
  • Яндекс Карта мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә 560 мең тирәһе урам бар, уларҙың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 395 мең километр тәшкил итә. Йәйәүле тиҙлеге (сәғәтенә 5 саҡрым) менән тәүлек әйләнәһенә хәрәкәт иткәндә уларҙың бөтәһен дә 9 йылда урап үтергә мөмкин булыр ине[17].

Урамдар сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  2. Пушкинская улица
  3. Тверская улица, Волжская улица
  4. Рождественская улица
  5. улица. Этимологический словарь Макса Фасмера. Дата обращения: 24 сентябрь 2019. Архивировано 24 сентябрь 2019 года.
  6. Краткая история применения нефти и газа. Дата обращения: 15 август 2019. Архивировано 16 июль 2019 года.
  7. В Нижнем Новгороде
  8. В Москве, Новосибирске
  9. исторически были в Томске
  10. в Тбилиси
  11. «Грамота.ру». Дата обращения: 2 апрель 2019. Архивировано 2 апрель 2019 года.
  12. Toronto Neighborhoods (ингл.). boldts.net. Дата обращения: 15 август 2019. Архивировано 15 август 2019 года.
  13. Самая короткая улица в мире. www.nevoobrazharium.ru. Дата обращения: 15 август 2019. Архивировано из оригинала 24 март 2019 года. 2019 йыл 24 март архивланған.
  14. Самые узкие улицы в мире: Топ-10. www.rukivnogi.com. Дата обращения: 15 август 2019. Архивировано 29 июль 2019 года.
  15. В Сыктывкаре появился 10-сантиметровый переулок. Lenta.ru. Дата обращения: 15 август 2019. Архивировано 14 сентябрь 2021 года.
  16. В Новосибирске обнаружилась самая короткая в России улица. news.ngs.ru (2 ноябрь 2011). Дата обращения: 15 август 2019. Архивировано 10 август 2019 года.
  17. Улицы России. Дата обращения: 4 апрель 2020. Архивировано 4 октябрь 2017 года.