Эстәлеккә күсергә

Үрмәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Урметово битенән йүнәлтелде)
Үрмәт
Ил

Рәсәй

Координаталар

55°19′21″ с. ш. 54°14′48″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 230 872 001

ОКТМО коды

80 630 472 101

ГКГН номеры

0520871

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Үрмәт (Рәсәй)
Үрмәт
Үрмәт

Үрмәт (рус. Урметово) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 654 кеше[1]. Почта индексы — 452265, ОКАТО коды — 80230872001.

Ҡырғыҙ улусының аҫаба башҡорттары 1740 йылда төҙөгән килешеүгә ярашлы ауылға ерһеҙ башҡорттар (припущенниктар) һәм типтәрҙәр индерелә. Ул мәлдә Ҡырғыҙ улусы старшинаһы булып Үрмәт исемле уҙаман эшләй. Уның атаһы ошо ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип таныла[2]..

Яһаҡ татарҙары һәм башҡорттар (припущенниктар) типтәрҙәр составына инә. 1783 йылда ауылда 212 кеше, 1795 йылда 59 ихатала - 346, 1816 й. - 541, 1834 й. - 168, 1858 йылда 176 ихатала - 1072, 1870 йылда 210 ихатала - 1284, 1917 йылда 436 ихатала 2328 кешенең йәшәүе теркәлә[2].

1843 йылда 168 башҡортҡа 344 бот ужым һәм яҙғы иген сәселә. Ауыл халҡы картуф ултырта башлай (бөтәһенә 4 бот)[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1587 739 848 46,6 53,4
1959 йыл 15 ғинуар 976 471 505 48,3 51,7
1970 йыл 15 ғинуар 1135 527 608 46,4 53,6
1979 йыл 17 ғинуар 1022 473 549 46,3 53,7
1989 йыл 12 ғинуар 808 373 435 46,2 53,8
2002 йыл 9 октябрь 723 353 370 48,8 51,2
2010 йыл 14 октябрь 654 315 339 48,2 51,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны