Фиҙеркә
Ауыл | |||||
Фиҙеркә | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Милли состав | |||||
Телефон коды | 34261 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
59, 81, 159 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
ГКГН номеры | |||||
Фиҙеркә (Өчмөчтө, Өчмичте[1]; рус. Федорки) — Пермь крайының Барҙы районындағы Кесе Әмже йылғаһы буйында урынлашҡан башҡорт ауылы, Фиҙәрке ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Почта индексы — 618152, ОКАТО коды — 57204843001.
Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 23 км алыҫлыҡта төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылдың 14 октябрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 371 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 181 ир һәм 190 ҡатын-ҡыҙ[2].
2005 йылда ауылда 502 кеше йәшәгән[3].
2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 529 кеше теркәлгән[4].
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи сығанаҡтар буйынса ауыл 1785 йылдан алып Федорова исемле башҡорт ауылы һымаҡ билдәле[4]. 1834 йылда ауыл Федоровка исеме аҫтында иҫкә алынған[4].
1816 йылда ауылдың 29 йортонда 96 ир һәм 72 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[5]. Ауылда йәшәүселәр милләттәре буйынса башҡорттар булған[5]. 1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 38 йортонда 164 ир һәм 156 ҡатын-ҡыҙ, ә 1850 йылда 34 йортта 206 ир һәм 260 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән[5].
Шулай уҡ ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1783 йылдан алып ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал кавалеры һәм 20-се башҡорт полкы яуғиры Ғабдуллин Солтанбәк Аит улы йәшәгән[5].
Ауылда яҡынса 1768 йылдан эшләп килгән мәсет һәм уның эргәһендәге мосолман мәктәбе булған. 1868 йылда был мәктәптә 30 малай һәм 17 ҡыҙ белем алған[5].
1869 йылда ауылда 596 кеше, ә 1926 йылда 1105 кеше йәшәгән[4].
2006 йылдың ғинуарына тиклем ауыл Уймуж ауыл советына кергән[4].
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
Башкиры д. Федорково по VIII ревизии 1834 г. |
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғабдуллин Солтанбәк Аит улы — 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал кавалеры, 20-се башҡорт полкы яуғиры;
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 366. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ Численность и размещение населения Пермского края . Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- ↑ Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района» . Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Федорки . Энциклопедия "Пермский край". Дата обращения: 14 октябрь 2012. Архивировано 14 декабрь 2012 года. 2016 йыл 6 март архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йосопов Р. М., Черных А. В., Шитова С. Н. Пермь башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.