Фәһим
Фәһим |
Фәһим — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәһим исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, ғәрәпсәнән аҡыллы, зирәк тигән мәғәнәгә эйә[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Садиҡов Фәһим Бинйәмин улы (16 июнь 1928 йыл — 26 июнь 1998 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы (1998), философия фәндәре докторы (1973), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977).
Мөхәмәтшин Фәһим Баязит улы (28 июнь 1955 йыл) — ғалим-юрист, юғары мәктәп эшмәкәре, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2003—2017 йылдарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы. 2010 йылдан «Рәсәй юристар ассоцияцияһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе. Юридик фәндәр докторы (2005), профессор (2005). Полиция генерал-майоры (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1999), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).
Карюков Фәһим Сайран улы (4 ғинуар 1948 йыл — 18 май 2015 йыл) — спортсы, хоккейсы, шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1976), СССР һәм Рәсәй тренеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры.
Әйүпов Фәһим Иҙрис улы (1947 йыл) — БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Мәҡсүтов Фәһим Әхмәт улы (5 октябрь 1933 йыл — 4 июль 1996 йыл) — ғалим, физик-географ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (1963), профессор (1996). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983)
Сәйәхов Фәһим Лотфрахман улы (20 ноябрь 1926 йыл) — тарих фәндәре докторы, профессор (1970). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).
Ғәлиев Фәһим Мансур улы (1956 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, 1982—2008 йылдарҙа Саҡмағош районы Фрунзе исемендәге колхоздың Яңы Ҡалмаш комплекслы бригадаһы бригадиры. Башҡортостан Республикаһынаң атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Райондың почётлы гражданы (2006).
Булатов Фәһим Нәбиәхмәт улы (1940 йыл) — хеҙмәт ветераны, Кушнаренко районы «Кушнаренко» совхозының элекке механизаторы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Атаһының исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәлиев Илһам Фәһим улы (19 июль 1975 йыл) — опера йырсыһы (тенор), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2009).
Мөхәмәтов Фәрит Фәһим улы (1947) — травматолог-ортопед, ғалим, медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), СССР-ҙың (1991) һәм Башҡортостандың (2008) һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
Кәлимуллин Рәшит Фәһим улы (6 май 1957 йыл) — композитор; Рәсәй Композиторҙар союзы идараһы рәйесе, Татарстан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |