Хенералифе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хенералифе
исп. Generalife
Рәсем
Дәүләт  Испания[1]
Административ-территориаль берәмек Гранада[d][1]
Архитектура стиле Nasrid architecture[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия Испании[d][1] һәм Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d]
Рәсми сайт alhambra-patronato.es
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Generalife[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Generalife[d]
Карта
 Хенералифе Викимилектә

Хенералифе (исп. Generalife, ғәр. Jannat al-'Arif‎ — «архитектор баҡсаһы») — Гранадаға XIIIXIV быуаттарҙа идара иткән Насри династияһы әмирҙәренең элекке ҡала ситендәге резиденцияһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хенералифе баҡсалары Серро-дель-Соль убаһында урынлашҡан; бер аҙ көнбайыштараҡ урынлашҡан Әл-Хәмрә ҡәлғәһе һәм ҡаланың урта быуат өлөшөн барлыҡҡа килтереүсе Әл-Байсин торлаҡ районы менән бергә Хенералифе «урта быуат осорондағы король ғәрәп резиденцияларының баһалап бөткөһөҙ миҫалы» булараҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән[2]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарай һәм баҡсалар Мөхәммәт III (1302—1309) хакимлығы осоронда төҙөлгән һәм солтан Измаил I (1313—1324) осоронан һуң яңынан биҙәлгән. Комплекс үҙ эсенә Патио-де-ла-Асекианы ала (Patio de la Acequia — йылға ихатаһы), унда сәскә түтәлдәре, фонтандар, колоннадалар һәм павильондар, шулай уҡ Хардин-да-ла-Солтан (Jardín de la Sultana — солтан баҡсаһы) менән уратып алынған оҙон бассейн урынлашҡан, икенсе исеме — «кипарис ихатаһы». Солтан баҡсаһы Мосолман Испанияһының иң яҡшы һаҡланған баҡсаһы тип һанала. Бынан тыш, Хенералифе баҡсаһы — һаҡланып ҡалған иң боронғо мавр баҡсаһы.[3]

Элек Хенералифе һарайы Әл-Хәмрә ҡәлғәһе менән йырын аша ябыҡ күпер менән берләшкән булған, хәҙер йырын уларҙы айырып тора.

Баҡса Ҡөрьәндәге ожмах образдарын тергеҙеүгә йүнәлтелгән баҡсасылыҡ сәнғәте шедевры булып тора.[2] Баҡсаның хәҙерге өлөшө 1931 йылда Франциско Прието Морено тарафынан нигеҙләнә һәм 1951 йылда тамамлана. Юлдар традицион Гранада стилендә таш мозаика менән түшәлгән: аҡтары Дарро йылғаһынан, ә ҡаралары Гениййылғаһынан йыйылған.[4]

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=es&srlang=es&srid=RI-52-0000021 — 2017.
  2. 2,0 2,1 Alhambra, Generalife and Albayzín Justification (ингл.). UNESCO ICOMOS. Дата обращения: 10 ғинуар 2010. Архивировано 14 апрель 2012 года. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «evaluation» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  3. Burton, Rosemary and Cavendish, Richard (2003). Wonders of the World: 100 Great Man-Made Treasures of Civilization. Sterling Publishing Company, Inc., ISBN 1-58663-751-7, p.27.
  4. Núñez, J. Agustín (Ed.). (2002). Muslim and Christian Granada. Edilux. ISBN 84-95856-07-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.