Эстәлеккә күсергә

Хоҙайбирҙин (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Худайбердино битенән йүнәлтелде)
Хоҙайбирҙин
Рәсми атамаһы Псянчино
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ялсы ауыл Советы (Күгәрсен районы) һәм Ырымбур өйәҙе
Халыҡ һаны 388 кеше (2002)[1],
383 кеше (2009)[1],
378 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453331
Карта

Хоҙайбирҙин (рус. Худайбердино; элекке атамаһы Бесәнсе) — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 378 кеше булған[3]. Почта индексы — 453331, ОКАТО коды — 80238895006.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1900 йыл 450
1920 йыл 26 август 649
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 558
1959 йыл 15 ғинуар 501
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 396
2002 йыл 9 октябрь 388
2010 йыл 14 октябрь 378 178 200 47,1 52,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 45 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ялсы): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 25 км
  • Ағиҙел урамы (рус. улица Агидель)
  • Псәнчин урамы (рус. улица Псянчина)
  • Хоҙайбирҙин урамы (рус. улица Худайбердина)[4]

Бесәнсе (Хоҙайбирҙин) бөгөн күренекле революционер Шәһит Хоҙайбирҙин фамилияһын йөрөтә. Бесәнсенең өс улы була — 1738 йылғы Арыҫланғол (уның улдары Рәхмәтулла, Рысбай, Мөхәмәтйән, Кинйәбай), 1747 йылғы Хоҙайғол (уның балалары Мөхәмәтйәр, Мөхәмәтшәриф, Мөхәмәтғәли, Туҡтамыш, Юртбағыш), 1749 йылда тыуған Хоҙайбирҙе (уның улы Сәйетбаттал, улы Йосоп; уның икенсе улы Йәнсәйет, уның улы Ҡолсәйет). Күренеүенсә, ауылдың икенсе исеме уның иҫке атамаһына туранан-тура бәйле, сөнки Хоҙайбирҙе тәүге төпләнеүсенең улдарының береһе булған.

1795 йылда 18 йортта 108 кеше йәшәгән. 64 йылдан һуң 56 хужалыҡтың һәр береһенә 6,6-шар кеше тура килгән. Тәүге совет иҫәбен алыу 136 йортта 649 кешене теркәгән. 1842 йылда 214 кешегә 296 бот яҙғы иген сәселә[5].

  • Йәншишмә. «Тарих яҙабыҙ». 15 февраль 2019, Бесәнсе-Хоҙайбирҙин[6]
  • Мораҙым. 8 октябрь 2021, Хоҙайбирҙиндар үҙ шәхесен данлай белгән халыҡ[7]
  • Башҡортостан. 8 октябрь 2021, Шәхесен данлай белгән халыҡ — мәңгелек[8]
  • 19 август 2021, Күгәрсендә Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында фильм төшөрөләБашҡортостан.[9]
  • 03 июня 2021 — 12:41 ГТРК «Башкортостан». Етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған сабыйҙарҙың йортона 100 йыл[10]
  • «Үткәндәр һағында» 03 июля 2013, Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылы музейы эшмәкәрлеге[12]
  • Тыуған ерем — изге төйәгем: Бесәнсе ауылы (Башҡарҙы: Хәсәнова Лилиана Һөйөндөк ҡыҙы.

Етәксеһе: Хәсәнова Нурзилә Хисмәтулла ҡыҙы[13].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  5. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 147. 2022 йыл 11 апрель архивланған.
  6. [1]
  7. [2]
  8. [3]
  9. [4]
  10. YouTube сайтында Видео
  11. YouTube сайтында Видео
  12. Ашҡаҙар 2022 йыл 12 апрель архивланған.
  13. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 113 — 116-сы биттәр