Эстәлеккә күсергә

Сәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Чай битенән йүнәлтелде)
Чай
Сәй ҡыуағы ботағы
Сәй ҡыуағы ботағы

Компоненттар
Төп

танины[d], һыу һәм кофеин[d]

Викимилектә медиафайлдар Чай
Сәй

Сәй (ҡыт. 茶 — «ча́» пекин һәм гуандун диалекттарында, «те̂» амой һәм «тца» тайвань диалекттарында, яп. 茶 «тя» һәм お茶 «о-тя») — махсус әҙерләнгән сәй ҡыуағы япраҡтарын ҡайнатып, бешереп, төнәтеп әҙерләнгән эсемлек.

«Сәй» тип сәй эсемлеге өсөн махсус эшкәртелгән һәм әҙерләнгән сәй япрағын да әйтәләр. Уны әҙерләү баштағы киптереүҙе (ҡаҡлауҙы), төрөүҙе, аҙмы-күпме ваҡыт ферментланып әселәнеүен (окисланыуын) һәм артабанғы (һуңғы) киптереүҙе үҙ эсенә ала. Башҡа төр өҫтәлмә операциялар сәйҙең айырым төрҙәрен һәм сорттарын етештереүгә йүнәлтелгән.

Ҡайһы бер ҙә «сәй» һүҙен үҫемлектәрҙең Сәйлеләр ғаиләһенең Камелия төрөнә ҡараған сәй ҡыуағын атау өсөн дә ҡулланалар; Ботаника фәненең ғилми телендә ул ғәҙәттә ҡытай камелияһы (рус. камелия китайская, лат. Camellia sinensis) тип йөрөтөлә.

Киң мәғәнәлә «сәй» тип алдан әҙерләнгән үлән йә башҡа төр үҫемлекте бешереп (ҡайһы берҙә төнәтеп) әҙерләнгән эсемлеккә лә әйтәләр. Был саҡта эсемлек төрөн аныҡлау өсөн «сәй» һүҙенә ҡулланылған сеймалдың исем-атамаһы ҡушыла. Мәҫәлән, «үлән сәйе», «мәтрүш сәйе», «гөлйемеш сәйе» һ. б.

Йәшел сәй бешереү

Башта сәй дарыу сифатында ҡулланылған. Уны эсемлек итеп файҙаланыу Ҡытайҙың Тан династияһы хакимлек иткән осорҙа (618—907 йылдар) киң таралған.

Сәй үҫтереү һәм йыйыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәй өсөн махсус плантацияларҙа күпләп үҫтерелгән сәй ҡыуағы япраҡтары сеймал булып тора. Сәй үҫтереү өсөн етерлек кимәлдә дымлы йылы климат кәрәк. Сәй плантациялары тропик һәм субтропик климаттағы тау битләүҙәрендә урынлашҡан. Күпләп сәй үҫтергән Ҡытай, Һиндостан һәм Африка илдәренде йылына дүртәр мәртәбә уңыш йыялар. Тәүге һәм икенсе йыйылған сәй ҡимәтле һанала.

Сәй йыйыу һәм сорттарға бүлеү ҡул менән башҡарыла. Асылып етмәгән япраҡ бөрөләренән йыйылған сәй айырыуса ҡиммәтле һанала. Иң осһоҙ сәй өсөн өлгөргән япраҡтарҙы йыялар. Сәй йыйыусыларҙын эше ауыр һәм бер төрлө. Улар кәрәкле япраҡтарҙан ғына көнөнә 30 — 35 кг сәй япрағы йыйырға тейеш.

1958 йылда СССР-ҙа сәй йыйыу комбайны эшләнә. Әммә комбайн йыйған сәй бөтөнләй сортһыҙ була. Шулай итеп, сәй йыйыу һәм сорттарға булеү эшен механизациялау уңышһыҙ килеп сыға.

Сәй ҡыуағы ботағы

Сәй ҡыуағынан сәй әҙерләү бер нисә этаптан тора:

  • 4 — 8 сәғәт 32—40 °C-та киптереү, был юлы сәй япрағы шыйыҡлығын юғалта һәм йомшара;
  • бер нисә мәртәбә ҡул менән йәки роллерҙарҙа йомарлау, был юлы япраҡ һуты сыға;
  • сәй япраҡтарын ферментациялау, был осраҡта япраҡтағы крахмал шәкәргә тарала, ә хлорофилл дуплау матдәлеренә тарҡала;
  • ҡара сәй өсөн 90—95 °С-та, йәшел сәй өсөн 105 °C-та киптереү;
  • сәй бөртөгө размерҙары буйынса сорттарға бүлеү;
  • төрөү.

Сәйҙе етештереү ысулы буйынса өс төркөмгә бүләләр:

  • Байха (бөртөклө);
  • Таҡта;
  • Экстракт (иреүсән сәй).

Бөртөклө сәйҙәр иң киң таралған төр. Был сәй айырым бөртөктәрҙән тора.

Бөртөклө ҡара сәйҙе бөртөктәренең дәүмәленә ҡарап ошондай төрҙәргә бүләләр:

  • эре япраҡлы;
  • брокен йәки ваҡланған (урта дәүмәлле);
  • онтаҡ һәм ваҡ .

Бөртөклө йәшел сәй ике категорияға бүленә — япраҡлы һәм брокен (ваҡланған). Уның ҡарауы япраҡтарының нисек төрөлөүе буйынса ҡатмарлы бүленешле.

Япраҡлы йәшел сәй: төрөлгән (һулда) һәм бешергәндән һуң (уңда)

Таҡта сәйҙәрҙең бүленеше:

  • кирбес;
  • таҡта һәм таблетка.

Бында, әлбиттә, тышҡы күренеше түгел, ә япрағының сифаты төп урында. Кирбес сәйгә сәйҙең иң тупаҫ япраҡтары, хатта үрентеләре тотонола. Таҡта һәм таблетка сәйҙәргә бөртөклө сәйҙәрҙең онтаҡтары, оно файҙаланыла.

Донъя илдәрендә сәй ҡулланыу үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәй эсемлеге түбәндәгесә әҙерләнә: ҡоро сәйгә эҫе һыу ҡойола һәм сәй сыҡһын өсөн күпмелер ваҡыт талап ителә. Киптерелгән сәйҙең дозаһы, уны төнәтеү ваҡыты һәм һыу температураһы сәйҙең сортына һәм традицияларына бәйле. Күпселек йолалар буйынса, сәй ферментацияһы кимәле ни тиклем юғарыраҡ булһа, һыу температураһы унан да юғарыраҡ булырға тейеш, тип һанала. Йәшел, аҡ һәм һары сәйҙәрҙе (ғәҙәттә,тәмле төнәтмә һәм, башлыса, еҫ өсөн ҡәҙерләйҙәр) — түбән температуралағы һыуҙа (60 — 85) төнәтәләр, ҡара сәйҙе ҡайнар һыуҙа бешереләр, улаҡтарҙы төнәтеү температураһы ферментацияға бәйле. Пуэрҙар сәйҙе кофе кеүек бешерә: һалҡын һыуға сәй һалалар, утта ҡайнаталар. Эсемлектә ҡоро сәй күләме яҡынса 0,5 — 2,5 сәй ҡалағы тәшкил итә.

Сәй ҡулланыусы һәр айырым географик төбәк йәки ил сәй ҡулланыу ысулы, шарттары һәм тәртибе менән айырылып торған үҙ «сәй традицияларын» булдырған. Был йолалар элек-электән ҡәтғи күҙәтел`, хәҙерге ваҡытта ла улар төрлө дәрәжәлә үтәлә.

Ҡытайҙа сәйҙәрҙең бөтә төрҙәрен эсәләр, күбеһенсә — йәшел, һары һәм улун (сәй сорты) сәй эсәләр, шулай уҡ төрлө хуш еҫле тәмләткестәр ҡушылған сәй эсәләр. Бындай сәй күпләп ҡулланылмай, күпселек осраҡта улар экспортҡа оҙатыла. Сәй эҫе килеш, бәләкәй йотомдар менән, шәкәрһеҙ һәм башҡа өҫтәмәләрһеҙ эселә, сөнки, ҡытайҙарҙың фекеренсә, өҫтәмәләр эсемлек тәмен боҙа.[1]

Гайвань

Сәй — ҡытайҙар өсөн ғәҙәти көндәлек эсемлек, бынан тыш, ҡытай мәҙәниәтендә сәй ҡулланыу менән бәйле йолалар күп. Сәйҙе бергә эсеү ғаиләнең йәки коллективтың бер төрлө «берҙәмлек акты» тип һанала, сәй тәҡдим итеү төрлө ситуацияларҙа хөрмәт билдәһе, ғәфү үтенеү һәм татыулашыу үтенесе, рәхмәт белдереү тип аңлатыла ала. Ғәҙәттә сәйҙе йәше йә вазифаһы буйынса түбәнерәк кеше өлкәндәргә бирергә тейеш, киреһенсә түгел.

Ғаилә өсөн сәйҙе күпләп, ҡайһы берҙә 3 литрға тиклем, әҙерләйҙәр. Эсенә иләк ҡуйылған фарфор, фаянс йәки балсыҡ һауыттарҙа әҙерләйҙәр. Сәйҙе индивидуаль эсеү өсөн, шулай уҡ сәй эсеү традицияларында гавань ҡулланырға мөмкин. Гайвань — өҫтә төкәтмәһе һәм ҡапҡасы булған бәләкәй (ғәҙәттә 250 мл-ҙан артыҡ булмаған) һауыт, уның диаметры һауыттың өҫкө өлөшөнөң диаметрынан кәмерәк. Сәйҙе гайванда әҙерләйҙәр һәм шул һауыттан эсәләр: сәй эсеү өсөн һауыттың ҡапҡасы бер аҙ ситкә күсерелә, ә сәй шул һауыттан эселә йәки башҡа һауытҡа ҡойола. Ҡапҡас менән һауыт араһындағы минималь ара сәйҙең хуш еҫен һаҡлай һәм сәй бөртөктәрен үткәрмәй.

Ҡытайҙа төрлө ҙур булмаған сәйнүк һәм гайвань гибридтары етештерәләр. Рәсәйҙә лә эсендә иләкле стаканы булған ҡапҡаслы көрөшкә киң ҡулланыла, был сәй әҙерләй тоған гайвандаң бер төрө булып тора. Был көрөшкәлә ҡапҡасты тотоп сәй эсеү уңайһыҙлыҡтары юҡ.

Тантаналарҙа (рәсми ҡабул итеүҙәрҙә, айырым осраҡтарҙа, шулай уҡ туристаҙы йәлип итеү өсөн аттракцион сифатында) махсус ҡағиҙәләргә таянған, йыш ҡына еңелсә тәм-томдар менән «ҡытай сәй церимонияһы» үткәрелә.

Сәй церемонияһы

Япондар башлыса йәшел, һирәгерәк һары сәй эсә. Һары сәй, ике минут самаһы ҡытай гайвандар бешерелә. Йәшел сәйҙе япраҡ формаһында ла, онтаҡ рәүешендә лә эсәләр. Икенсе осраҡта сәй япраҡтарын бешерер алдынан фарфор төйәлә төйәләр. Бер ҡалаҡ сәй (йәки 1,5-2 ҡалаҡ япраҡлы сәй) 200 г һыу алына. Сәй шар формаһындағые фарфор сәйнүктәрҙә (ҡайһы берҙә ҡытай йолаһы буйынса) бешерелә. Сәй өсөн һыу температураһы 60 градустан, бешереү ваҡыты 4 минуттан ашмай. Бындай шарттарҙа сәй тулыһынса экстракцияланмай, ләкин эсемлектә япондар ҡәҙерләгән хуш еҫ һаҡлана. Сәй асыҡ тоноҡ йәшел төҫтә була. Уны яйлап бәләкәй йотҡомдар менән шәкәрһеҙ йәки башҡа өҫтәмәләрһеҙ эсәләр. Ғәҙәттәге япон сынаяғының тотҡаһы юҡ, сынаяҡтың күләме ҙур түгел, яҡынса 50-150 миллиграм.

Японияла сәйҙе һәр ваҡыт ашаған ваҡытта эсәләр. Уны ашар алдынан һәм ашағандан һуң эсәләр, ғәҙәттә дөгө ашғанда сәй ҡушып эсәләр. Көндәлек сәй эсеүҙән тыш, сәйҙе Японияның сәйханаһында ла эсәләр. Был осраҡта тантаналы, үҙенсәлекле сәй әҙерләнә. Сәй япраҡтарын онтайҙар, яҡынса 500 мл һыуҙа 100 г сәй бешерелә. Алынған эсемлектең консистенцияһы шыйыҡ ҡаймаҡ һымаҡ, тәме әскелтем һәм хуш еҫле була.

Сәйҙе эҫе килеш кенә эсергә мөмкин тип иҫәпләгән ҡытайҙарҙан айырмалы рәүештә, япондар шулай уҡ һалҡын йәшел сәй эсә.

Тибет күсмә халыҡтары йолалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тибет тауҙары аша сәй ташыусы. Фото көнбайыш Сычуань ҡалаһында (Кандин) ХХ быуат башында төшөрөлгән.

Тибетта йәшел кирбес сәй ҡулланалар. Ҡаты итеп ҡайнатылған сәйгә (бер литр һыуға 50 - 75 г) 100-125 г иретелгән як майы һәм тоҙ өҫтәлә. Эҫе ҡатнашманы бер төрлө ҡуйы эсемлек булғансы боғайҙар. Тибет сәйе тәме буйынса үҙенсәлекле, туҡлыҡлы һәм көслө, тонусты күтәрә торған йоғонто яһай. Ул көстәрҙе ҡайтара һәм арығанлыҡты бөтөрә, был тауҙар буйлап йәйәү йөрөгәндә бик мөһим. Һәр хәлдә, Тибетта ХХ быуатҡа тиклем йәйәү үткән юлды үлсәү берәмеге булып тауҙарҙа эскән сәй пиалдарында иҫәпләнгән. Өс ҙур пиал тауҙарҙағы 8 саҡрым самаһы юлға тиң булған. Тибет сәйен Тибетта ғына түгел, күрше бейек таулы райондарҙа ла эсәләр.

Тибет йолаһы буйынса, һөлө сәй менән һыйлау ҡунаҡсыллыҡ билдәһе булып тора. Сәй эсеү вағытында ҡунаҡ ярты пиал ғына эсә, шунан хужа уға тағы ла сәй ҡойа. ИҠунаҡ сәй эсеп туйғас, тулы пиалдағы сәйҙе тәмләп кенә ҡуя. Шулай итеп, табын тамамланғансы пиалдар буш ҡалырға тейеш түгел. Китер алдынан ҡунаҡ пиалында ҡалған сәйҙе төбөнә тиклем эсеп бөтөргә тейеш, бының менән ул рәхмәт һәм һыйҙан ләззәт алғанын күрһәтә.[2].

Тибет сәйен әҙерләү һәм ҡулланыу ысулдары менән оҡшаш ысулдарҙы, нигеҙҙә, малсылыҡ менән шөғөлләнгән дала халыҡтары монголдар, төркмәндәр, ҡырғыҙҙар, ҡалмыҡтарҙа киң таралған. Тибеттағы кеүек үк, был халыҡтарҙың сәйе йәшел кирбес сәйгә тоҙ ҡушып әҙерләнә. Һөт (һыйыр, һарыҡ йәки дөйә), май йәки ҡаймаҡ, ҡайһы берҙә маҙай ҡыҙҙырылған он йәки ваҡ ярма, Монголияла - ҡуй майы ҡушыла. Һыу ҡайнатҡанда бик аҙ ҡулланыла, ә ҡайһы берҙә, таҙа һыу булмағанда, сәй һөттә генә әҙерләнә.

Тай c`qt

Тай сәйе йәки «Ча-йен» (тайск) булараҡ билдәле — ҡуйыртылған йәки айыртылмаған һөт йәки ҡаймаҡ ҡушылған шәкәрле, [әнис үләне[|әнис]], ҡыҙыл-һары буяу, ҡайһы берҙә башҡа тәмләткестәр ҡушылған, боҙҙа һалҡынайталған сәй. Сәйгә эсер алдынан һөт өҫтәлә. Таиландта был сәйҙе йола буйынса бейек стакандан эсәләр, ә һатыуға боҙ һалынған үтә күренмәле полиэтилен пакетта сығаралар.[3] Был берҙән-бер сәй ҡайнатыу ысулы түгел, көндәлек тормошта сәй йыш ҡына бер ниндәй ҙә өҫтәмәһеҙ бешерелә. Ғәҙәти тайса ҡайнатыуының үҙенсәлектәре шунда: сәй, ғәҙәттә, үтә күренмәле һауытта бешерелә, өҫтәүенә, бешер алдынан һыу өс тапҡыр ҡайнап сығырға тейеш, тип һанала. Һуңғыһы Европа һәм ҡытай традицияларына ҡаршы тора, унда ҡабаттан ҡайнаған йәки хатта өсөнсө ҡайнау стадияһына еткән һыу сәй ҡайнатыу өсөн яраҡлы түгел тип иҫәпләнә.[4]

Һиндостан һәм Шри-Ланка

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һиндостан һәм Цейлон халҡына сәй эсеү йолаһын инглиздәр килтергән, улар бында XIX быуаттың икенсе яртыһында Ҡытайҙың сәй монополияһынан ҡотолоу маҡсатында сәй плантациялары ойошторған. Быға тиклем Һиндостанда сәйҙе тик будда монахтары ғына эскән булған. Йән башына сәйҙе уртаса ҡулланыу буйынса был илдәр хатта иң яҡшы егермегә лә инмәй (Һиндостан — 700, Шри-Ланка — йылына 500 г/кеше), абсолют ҡулланыу буйынса Һиндостан, халыҡ һаны буйынса Ҡытайҙан ҡала, донъяла икенсе урында тора. Һиндостанда сәйҙе башлыса төньяҡ штаттар эсәләр, көньяҡ штаттарҙа ҡәһүә популярыраҡ.[5]

Һиндостанда һәм Шри-Ланкала башлыса масала сәйе ҡулланыла: шәкәрле ҡаты ҡара сәй, ҡайнатылған һөт һәм тәмләткестәр (корица, кардамон, имбир һ. б.), сәйҙе ҡайнатҡансы һыуға шәкәр һәм тәмләткестәр өҫтәлә. Сәй нормаһы — бер стаканға 1,5-2 ҡалаҡ сәй, сәйҙе бер эсерлек итеп сәйнүкте тулыһынса һыу менән тултырып бешерәләр.

Һиндостанда туңдырылған сәй ҙә әҙерләйҙәр. Бының өсөн 300-350 мл һыуға 3 сәй һалып, һыуыталар, 0,5 литрлыҡ стаканға ҡойоп, ҡалған күләмен боҙ һәм лимон (лимон киҫәктәр менән, йәки емештең һуты менән) тултырып, шәкәр өҫтәйҙәр.

Рәсәйҙәге кеүек, Һиндостанда ла тимер юл транспорты пассажирҙарына сәй тәҡдим итәләр. Бында сәйҙе бер тапҡыр ҡулланыла торған балсыҡ сынаяҡтарҙа бирәләр, сәй эскәндән сыянаяҡ бер тапҡыр ғаны ҡуллана икәнен иҫбәр итеү өсөн ватыла.[5] Был йоланың барлыҡҡа килеүе Һиндостандың каста системаһы менән бәйле.[6]

Төньяҡ Африка һәм Аравия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мароккола сәй эсеү
«Бөтнөк сәйе»

Туарег сәйе(ингл. Touareg tea), «бөрнөк сәйе» — Төньяҡ Африка һәм Аравия бөтнөк (мята) ҡушылған сәй эсәләр. «Бөтнөк сәйе» (ғәр. شاي بالنعناع‎, shāy bil-na’nā’) — Магриб тормошонда мөһим социаль урын алып тора. Аш-һыу әҙерләү ҡатын-ҡыҙ эше булһа ла, сәй әҙерләү тик ирҙәр эше һанала: ғаилә башлығы ҡунаҡҡа сәй әҙерләй һәм тәғдим итә. Ғәҙәттә кәмендә өс стакан сәй тәҡдим итәләр.

Сәй әҙерләү — ярайһы уҡ ҡатмарлы һәм оҙайлы процедура: йәшел сәй һәм күп кенә бөтнөк япраҡтары һәм шәкәр (бер сәйнүк сәйгә яҡынса биш ҡалаҡк шәкәр) алына. Сәйҙе тәүҙә сәйнүккә һалалар һәм уның әселеген кәметеү өсөн ҡайнар һыу ҡоялар. Бер минуттан һуң һыуҙы түгәләр. Шунан бөтнөк япраҡтарын һәм шәкәр өҫтәйҙәр, сәйнүккә ҡайнар һыу ҡоялар. Өс-биш минуттан һуң сәйҙе стаканға ҡойоп, сәйҙе сығарыу өсөн өсөн ике-өс тапҡыр сәйнүктән ҡойоп кире сәйнүккә ҡоялар. Күбәкләнһен өсөн сәйҙе стаканға бейектән ҡоялар.

Туарег сәйенең бер нисә рецепты бар, улар сәйҙе бешереү ваҡыты һәм бөтнөк ҡушылмаһы менән айырылы. Туарег сәйен ҡайһы берҙә тиҙ әҙерләнә торған кипкән бөтнөк япраҡтары менән һаталар.

Көнбайыш Африкала, атап әйткәндә, Сенегалда «Сенегал сәйе», йәки Аттайяны сәйе киң таралған. Уны йәшел сәйҙән дә, ҡара сәйҙән дә әҙерләргә мөмкин. Әҙерләү өсөн металл сәйнүк ҡулланыла. Сәй һауытына күп күләмдә сәй, шәкәр һәм бөтнөк япраҡтары һалына, һалҡын һыу ҡоялар, шунан һуң сәйнүкте утҡа ҡуйылар, һәм ҡайнаталар. Ҡайнаған сәйҙе бейеклектән быяла стакандарға ҡоялар, һуңынан кире сәйнүккә ҡоялар. Бер нисә тапҡыр, шулай стакандан сәйнүккә ҡоялар. Һуңынан сәй күбекләнгәс, күбекте стакандарҙа ҡалдырып, сәйҙе сәйнүктә ҡайнататып, күбекләндереп стакандарға ҡоялар[21].

Әҙерләү процесының нескәлектәре төрлө урындарҙа төрлөсә. Ғәҙәттә attaya бер тапҡыр ҡайнатыла, шулай уҡ бер үк сәйҙе өс тапҡыр ҡайнатыу йолаһы ла бар, был осраҡта беренсе порцияны ҡойғандан һуң сәйнүккә һыу өҫтәлә, яңы ғына бешерелгән мята өҫтәлә, ҡайнатыу ҡабатлана, һуңынан шәкәр һалына, тағы бер тапҡыр ҡайнатыла, шунан һуң эсемлек беренсе тапҡыр ҡойолған кеүек стаканға ҡойола. Өсөнсө тапҡыр әҙерләү икенсе схема кеүек башҡарыла. Шулай итеп, һәр киләһе порцияла мята һәм шәкәр күберәк була. Беренсе ҡайнатылғаны бик ҡаты һәм әскелтем була, һуңғыһы иң шәрбәр һәм мятлы була. Attaya сәйе бик популяр, ул дөйөм туҡланыу урындарында тәҡдим ителә, шулай уҡ һалҡын килеш банкаларҙа һытыла.

Дөйөм алғанда, АҠШ-та сәйҙе кофеға ҡарағанда 25 тапҡырға кәмерәк эсәләр. Сәйҙе АҠШ-тың Көнсығыш яр буйындағы «иҫке» штаттарҙа әүҙем эсәләр (инглизсә ҡара сәйҙе өҫтөнөрәк күрәләр), тағы ла бер сәйҙе әүҙем ҡулланыусы Калифорния штаты сәйҙе Ҡытайҙан һәм Япониянан һатып ала. АҠШ-тың көньяҡ өлөшөндә Сәй эсеү Европаныҡынан бер аҙ айырылып тора. Боҙло һәм лимонлы һалҡын сәй (ice-tea) «Кока-Кола» һәм лимонад менән бер рәттән һалҡын эсемлек сифатында ҡулланыла. Магазиндарҙа һалҡын сәй әҙерләү өсөн күп әҙерләмәләр һатыла. Шәкәр йәки шәкәр алмаштырыусы менән сәй бар. Һалҡын сәй әҙерләү өсөн ҙур күләмле сәй пакеттары, шулай уҡ электр кофе ҡайнатҡыстары өсөн сәй пакеттары сығарыла. Төрлө өҫтәмәләр менән шешәлә һалҡын ҡара һәм йәшел сәй һатыла.

Үҙәк һәм Көньяҡ Америка

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙәк һәм Көньяҡ Америкала сәй бик киң таралмаған. Был илдәрҙә мате эсемлеге, шулай уҡ ҡоро япраҡ киҫәктәренән ҡайнатылған сәй популяр, был үҫемләктәрҙә оҡшаш алкалоидтар бар. Латин америкаһы сәйе - матенан йәки 2:3 пропорцияһында ҡара һәм йәшел байха сәйе ҡатнашмаһынан әҙерләнгән һалҡын эсемлек. Ҡайнатылған һәм һыуытылған сәйгә лимон һуты, ромда төнәтелгән кубиклап киҫелгән шәкәр онтағы һибелгән ананас киҫәктәре өҫтәйҙәр.

Башҡорттарҙа үлән сәйҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халҡының аш-һыуында сәй ҙур урын тота. Электән сит илдән килтерелгән сәйҙәрҙе һатып алғандар, шулай уҡ мәтрүшкә, ҡарағат, сейә, төрлө еләктәрҙең япраҡтарын, боланутты ошо маҡсатта файҙаланғандар. Сәйҙе ғәҙәттә ҡайнар килеш һәм һөтләп эсәләр. Сәй ҡайнатырға самауыр ҡулланғандар. Әле лә самауыр ҡулланыштан сығып бөтмәгән[7]

  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; pohl төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  2. Ван Лин. Китайское искусство чаепития. ISBN 5-9524-0599-1
  3. Гид по тайской кухне. Тайский чай. 2014 йыл 25 ғинуар архивланған.
  4. Тайский этикет. Тайский чай. Дата обращения: 23 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 29 март 2013 года. 2013 йыл 29 март архивланған.
  5. 5,0 5,1 Особенности национальных чаепитий. Дата обращения: 4 март 2013. Архивировано из оригинала 15 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 15 сентябрь архивланған.
  6. Чай / Сост. А. В. Савельевских. — Екатеринбург: У-Фактория, 2005. ISBN 5-9709-0079-6
  7. В. Баюканский. Чай — дело тонкое.гл. Башкирское чаепитие. — М. 2015. — с.52-83
  • Вильям Васильевич Похлёбкин. Чай : Его история, свойства и употребление. — М.: Центрполиграф, 2004. — 121 с.
  • Виногродский Б. Путь чая. — М.: Гермитаж-Пресс, 2004. — 112 с.
  • Окакура К. Книга чая. — Мн.: Харвест, 2002. — 96 с.
  • Журнал «Восточная коллекция». Спецвыпуск «Жизнь в чашке» («Чашка чая. Чашка кофе»). — М.: Российская государственная библиотека, 2015 (№ 64). — 164 с.
  • Колесниченко Л. В. Чай. Чайные традиции и церемонии в разных странах мира. — М.: ООО «Издательство АСТ», 2004. — 92 p. — ISBN 5-17-023431-7.
  • Назукина А. А., Соколов И. А. Чай и водка в русском быту второй половины XIX — начала ХХ века. — М.: Спутник+, 2008. — 88 с. — ISBN 9785364010124.
  • Соколов И. А. Чаеторговцы Российской империи: Биографическая энциклопедия (с добавлением членов их семей, предков и потомков). — М.: Спутник+, 2011. — 350 с. — ISBN 978-5-9973-1429-3.
  • Лу Юй «Канон чая», перевод с древнекитайского, введение и комментарии Александра Габуева и Юлии Дрейзис. — М. : Гуманитарий, 2007. — 123 с. — ISBN 978-5-91367-004-5.
  • Чай и чайная торговля в России и других государствах : Производство, потребление и распределение чая / Сост. Андрей Павлович Субботин. — СПб.: Издание А. Г. Кузнецова, 1892. — 706 с.
  • Григорьев, Яков Иванович. Чай : [очерк]. — 1855.
  • Дмитрий Стахеев. Кяхта(недоступная ссылка). — 1865 год. (Документальные записки об истории чайной торговли в России.)
  • Полибин И. В. Чай. — Л.: Всесоюзный институт прикладной ботаники и новых культур, 1930.
  • Тихомиров, Владимир Андреевич. К вопросу об экспертизе поддельного и спитого чая. — 1890.
  • Тихомиров, Владимир Андреевич. Культура и производство чая на Цейлоне и в Китае. — 1892.
  • Курамшин А.И. Чайные церемонии химиков // Химия и жизнь : журнал. — 2017. — № 2.
  • Чай // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)