Щербаченко Мария Захаровна
Щербаченко Мария Захаровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Украина Совет Социалистик Республикаһы |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 14 февраль 1922 |
Тыуған урыны | Неждановка[d], Волчанский уезд[d], Харьковская губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы |
Вафат булған көнө | 23 ноябрь 2016 (94 йәш) |
Вафат булған урыны | Киев, Украина |
Ерләнгән урыны | Лукьянов хәрби зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | военный врач, юрист |
Хәрби звание | войсковой старшина[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Щербаченко Мария Захаровна Викимилектә |
Щербаченко Мария Захаровна (14 февраль 1922 йыл — 23 ноябрь 2016 йыл) — 237-се уҡсылар дивизияһы, 835-се уҡсылар полкының рота санитары (40-сы армия, Воронеж фронты), Советтар Союзы Геройы (23 октябрь 1943 йыл), запастағы гвардия старшинаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Захаровна Щербаченко 1922 йылдың 14 февралендә Украинаның Харьков губернаһы Ефремовка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса — украин. Ун йәшендә ата-әсәһенән мәхрүм ҡала һәм уны өлкән ағаһы тәрбиәләй. 7-се синыфты тамамлағандан һуң, хисапсылар курсын тамамлай. Колхозда бухгалтер ярҙамсыһы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында оккупация ваҡытында үҙ ауылында йәшәй.
Ҡыҙыл Армия сафына 1943 йылдың мартынан саҡырыла. Сәмәрҡәнд медицина училищеһында санитаркалар курсын тамамлағандан һуң 1943 йылдың июнендә хәрәкәттәге армияға ебәрелә. Бөйөк Ватан һуғышы алыштарында ҡатнаша.
1943 йылдың 24 сентябре төнөндә санитарка Щербаченко үҙенең подразделениеһы менән бергә Киев өлкәһенең Ҡағарлыҡ районында урынлашҡан Гребни ауылы районында Днепр йылғаһын беренсе булып аша сыға. 10 көн эсендә ул һуғыш яланынан 112 яралы һалдатты алып сыға һәм медицина ярҙамы күрһәтә. Ҡаты яралы һалдат һәм офицерҙарҙы Мария Захаровна шәхсән йылға аша сығара һәм яҡындағы медпунктҡа оҙата. Һуғыштың беренсе көнөнән алып яугирҙәр рәтендә ҡулына автомат тотоп алыша[1].
1943 йылдың 23 октябрендә СССР Юғары Совет Президиумының Указы менән ҡыҙылармеец Мария Захаровна Щербаченкоға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Һуғыштан һуң старшина Мария Щербаченко демобилизациялана. Ташкент юридик мәктәбен тамамлағандан һуң юрист булып эшләй.
Украина оборона министрының 2000 йылдың 22 июнендәге 188-се бойороғо менән Мария Захаровна Төньяҡ оператив командованиеның 407-се үҙәк хәрби госпиталенең почётлы һалдаты булып теркәлә[2].
Киевта йәшәй. Киевта Лукьянов хәрби зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (23 октябрь 1943 йыл, миҙал № 1073);
- II дәрәжә «Хеҙмәттәре өсөн» ордены (5 март 1997 йыл)[3];
- Ленин ордены (23 октябрь 1943 йыл);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- «Батырлыҡ өсөн»миҙалы;
- юбилей һәм иҫтәлекле миҙалдар;
- Флоренс Найтингейл миҙалы (Халыҡ -ара Ҡыҙыл Тәре комитеты, 1973 йыл)[4][5];
- Киевтың почётлы гражданы[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список женщин — Героев Советского Союза
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Щербаченко Мария Захаровна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 814. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Дворецкая В. Славная патриотка // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
- Sakaida H. Heroines of the Soviet Union. Osprey Pub. Oxford. 2003.
- Герои Советского Союза — узбекистанцы. Ташкент, 1984.
- Героини. М., 1969, вып. 2.
- Кузьмин М. К. Медики-Герои Советского Союза. М., 1970.
- Подвиги во имя Отчизны. — 2-е изд., — Харьков: Прапор, 1985.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Первой в СССР медаль Красного Креста получила медсестра // Сегодня. UA.
- ↑ Делегация Черниговского военного госпиталя поздравила Марию Захаровну Щербаченко с Днём Победы // Инфоротор(недоступная ссылка).
- ↑ Указ Президента України № 207/97 від 5 березня 1997 року «Про нагородження відзнакою Президента України — орденом „За заслуги“».
- ↑ Мадам Марии Захаровне 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Награды Красного Креста // Российский Красный Крест 2011 йыл 8 декабрь архивланған..
- ↑ Честь без льгот: почетные граждане Киева // НашКиев. UA 2014 йыл 30 март архивланған..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Щербаченко Мария Захаровна . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2013)
- 14 февралдә тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- Харьков губернаһында тыуғандар
- 23 ноябрҙә вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- Киевта вафат булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Жуков миҙалы менән наградланыусылар
- Украинаның 2 дәрәжә «За заслуги» ордены кавалерҙары
- ІІІ дәрәжә "Ҡаҙаныштар өсөн" ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр