Эстәлеккә күсергә

Ғафаров Арыҫлан Әмерғәзе улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғафаров Арыҫлан Әмерғәзе улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
 Рәсәй
Тыуған көнө 1907
Тыуған урыны Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы
Вафат булған көнө 6 сентябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Вафат булған урыны Йүрүҙән
Һөнәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы, эшсе
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы

Ғафаров Арыҫлан Әмерғәзе улы (1907 — 6 сентябрь 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, рядовой минёр, сапёр.

Арыҫлан Әмерғәзе улы Ғафаров 1907 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусына (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мөрсәлим ауыл биләмәһе) ҡараған Илсекәй ауылында Ғафаров Әмерғәзе менән Мәрхәбәнең (Яхъя ауылынан килен булып төшкән) күп балалы ғаиләһендә донъяға килгән. Тыуған ауылында башланғыс белем ала.

1929 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла, әммә хәрби хеҙмәткә ярамай, тип запасҡа яҙалар.

Күрше Лаҡлы ауылы ҡыҙы Рауза Ҡәриповаға өйләнә. Дүрт бала атаһы булыуына, һуғыш башлана.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, 19451948 йылдарҙа ғаиләһе менән тыуған ауылы Илсекәйҙә йәшәй. Күрше Ҡарағол ауылында уҡытыусы булып эшләй.

Скрипкала, мандолинда иҫ киткес матур уйнай.

1948 йылда паровоз ремонтлау заводына йыйыусы һөнәре буйынса эшкә алына, артабан Һатҡы урман эшкәртеү хужалығына күсерелә.

Бер аҙҙан Йүрүҙән ҡалаһында төпләнә, өй һалып инә. Бер нисә тапҡыр Йүрүҙән ҡала советына депутат итеп һайлана. 1967 йылда пенсияға сыға. Әммә эштән туҡтамай.

19731984 йылдарҙа Йүрүҙән механика заводында, Йүрүҙән механика техникумында эшләй.

1984 йылдан, күреү һәләте кәмегәнлектән, II төркөм инвалиды.

Тормошта тыныс холҡло, сыҙамлы, әҙәпле ир-егет, яғымлы атай була. Нәфис әҙәбиәт китаптарын, фәнни-популяр әҙәбәитте күп уҡый.

1997 йылдың 6 сентябрендә Силәбе өлкәһе Йүрүҙән ҡалаһында вафат була.

1941 йылдың 5 ноябрендә Салауат районы хәрби комиссариаты тарафынан һуғышҡа алына һәм 11 ноябрҙә алғы һыҙыҡҡа оҙатыла.

19411943 йылдарҙа III Белорус фронтының Хәрби-ялан төҙөлөшө идаралығына ҡараған 52-се айырым отделениеһында рядовой сапёр булып хеҙмәт итә.

1943 йылдың 21 декабрендә ҡаты яралана.

19431945 йылдарҙа 98-се Хәрби-төҙөлөш отрядының 52-се айырым отделениеһында рядовой минёр булып хеҙмәт итә.

Рядовой минёр Ғафаров Арыҫлан Әмерғәзе улы (ғинуар һөжүменә тиклем) дошмандың элекке оборона сиге булып хеҙмәт иткән Гольдап йылғаһы буйын минанан таҙартыу барышында, урын-ерҙең ҡыйын (ҡуйы ҡыуаҡлыҡ) шарттарында төрлө типтағы 2224 минанан таҙартты. Иптәш Ғафаров мина эшен белгән иң яҡшы минёр

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғафаров Әмерғәзенең 6 балаһы була: ҡыҙҙары Бибикамал, Мәстүрә, Әсҡәпъямал, Мәхүпъямал, улдары Абдулла менән Арыҫлан.

Бер туған ағаһы Ғафаров Абдулла Әмерғәзе улы — ҡыйыу разведчик, 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, Дондағы Ростов ҡалаһында ерләнгән.

Арыҫлан Ғафаровтың балалары: Ансар, Анфиса, Руфина, Рәфиҙә.

Улы Ансар Арыҫлан улы Ғафаров Берияны ҡулға алған осорҙа Кремль ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ҡырғыҙ ССР-ы Ош ҡалаһына барған сағында хәбәрһеҙ юғала.

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 686196. Единица хранения 1470 Оборона министрлығының Үҙәк Архивы сығанаҡтары.
  • Информатор — Ғафаров Арыҫландың ҡыҙы Сиднёва-Ғафарова Анфиса Арыҫлан ҡыҙы (1935 йылғы), Силәбе өлкәһе Трёхгорный ҡалаһында йәшәй. Яҙып алды: Фәссәхов Әғзәм Фәйзрахман улы (2012 й.)
  • Воины-односельчане. Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф., 2015, 11 с. «Дизайн»