Эстәлеккә күсергә

Ғирфан

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ғирфан — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Ғирфан — «аң», «белем», «тәрбиәле» тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Ғирфан Дәүләт улы Әлимғолов (1903 йыл —?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордены кавалеры.

Ғирфанов Вәкил Кәли улы (25 ғинуар 1909 йыл — 10 май 1980 йыл) — ғалим-агробиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1975—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1965), профессор (1967). РСФСР-ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР-ының (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), Халыҡтар дуҫлығы (1979), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), Почёт Билдәһе (1966) ордендары кавалеры.

Ғирфанов Агиш Шәйех улы 14 апрель 1928 йыл — 8 ноябрь 1999 йыл) — башҡорт сатирик яҙыусыһы, журналист, тәржемәсе, 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының (1978) һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988).

Ғирфанов Рәсим Мәсәлим улы 14 декабрь 1951 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре, генерал—майор, 2002—2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе, 2010—2012 йылдарҙа Омск өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Омск ҡалаһының вице-мэры. Почёт ордены кавалеры (2007). Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре.

Ғирфанов Түләк Хәбибрахман улы (1939, Башҡорт АССР-ның Миәкә районы Әбеш ауылы) — журналист, совет-партия хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, шағир, прозаик. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты — Аҡмулла исемен матбуғат биттәрендә яҡтыртҡан өсөн (2008).

Ғирфанов Солтан Ғирфан улы (3 июль 1913 йыл — 31 март 1989 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1946—1949 йылдарҙа Ҡыйғы районының Киров исемендәге колхозының йылҡысылыҡ фермаһы мөдире. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), 3‑сө дәрәжә Дан ордены кавалеры (1943).

Ғирфанов Рәхимйән Ғирфан улы (1904 йыл — 14 февраль 1944 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы, 62-се гвардия кавалерия полкының ҡул пулеметы тоҫҡаусыһы, ҡылыссыһы була.

Ғирфанов Камил Вәли улы (18 сентябрь 1926 йыл) — юғары мәктәп ветераны; уҡытыусы, журналист, ғалим-педагог. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), доцент; Башҡорт дәүләт университетының почетлы профессоры (2006). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ