Ғәйфулла (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Ғәйфулла — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Ғәйфулла исеме бар.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәйфулла ғәрәп теленән ингән ир-ат исеме. Ғәфү ителгән, алла ғәфү иткән тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам улы (12 октябрь 1915 йыл — 22 февраль 1965 йыл) — театр актёры, режиссёр, ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957).

Вәлиев Ғәйфулла Хәмит улы (6 ноябрь 1930 йыл — 1 август 1982 йыл) — башҡорт журналисы, партия хеҙмәткәре һәм яҙыусы, драматург. 1953 йылдан КПСС, 1957 йылдан СССР Журналистар һәм 1978 йылдан — СССР Яҙыусылар союздары ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980).

Ғиззатуллин Ғәйфулла Ғөбәйҙулла улы (1922 йыл — 1977 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, гвардия ҡыҙылармеецы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Сәфиуллин Ғәйфулла Сәфиулла улы (рус. Сафиуллин Гайфулла Сафиуллинович 1906 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Ғәбитов Ғәйфулла Ғәбит улы (23 ғинуар 1923 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), II (1945) һәм III (1944) дәрәжә Дан ордендары, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры

Фамилияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы (6 сентябрь 1908 йыл — 17 апрель 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры, гвардия лейтенанты. 1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Салауат районының почётлы гражданы.

Ғәйфуллин Миңләхмәт Зиннәт улы (28 август 1914 йыл — 19 апрель 2002 йыл) — алдынғы нефтсе, 1933—1969 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығында быраулаусы, быраулау мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).

Ғәйфуллин Александр Александрович (22 март 1984 йыл) — Рәсәй математигы, алгебраик һәм комбинаторлы топология, комбинаторлы геометрия буйынса белгес, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2016). 2012 йылда Сабитов теоремаһының күп үлсәмле аналогын иҫбат итә — үлсәме n ≥ 4 {\displaystyle n\geq 4} {\displaystyle n\geq 4} булған теләһә ниндәй бөгәрләнеүсе күпҡыр бөгәрләү процесында күләмен һаҡлап ҡала.

Ғәйфуллин Ғарифулла Ғәйфулла улы (1 ғинуар 1905 йыл — 3 октябрь 1995 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец.

Ғәйфуллин Булат Нәҡи улы (25 июнь 1960 йыл) — ғалим-инженер, программист. РУССОФТ ассоциацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм тәүге президенты, «Силикон тайга» программалар менән тәьмин итеүҙе эҙерләүсе альянсты ойоштороусы. Техник фәндәр кандидаты (1985).

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәйфулла (рус. Гайфуллинское) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ