Эстәлеккә күсергә

Ғәлләм

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ғәлләм — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ингән ир-ат исеме.

Ғәлләм — «бик күп белемле», «ғалим» мәғәнәһен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Ғәлләм Саттар улы Саттаров 27 июль 1894 йыл — 16 ноябрь 1986 йыл) — театр актёры, режиссёр, педагог. СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1929—1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1943). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).

Ғәлләмова Алиса Михайловна (рус. Алиса Михайловна Галлямова, татар. Алисә Михаил кызы Галләмева; 18 ғинуар 1972 йыл — СССР, Рәсәй һәм Украина шахматсыһыһы, Ҡазан ҡалаһынан, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан халыҡ-ара гроссмейстер, халыҡ-ара спорт мастеры, күп тапҡыр Рәсәй чемпионы. 2010 йылда Рәсәй командаһы составында Шахмат Олимпиадаһы еңеүсеһе.

Ғәлләмов Салауат Абдрахман улы (24 декабрь 1959 йыл — 5 сентябрь 2018 йыл) — ғалим, башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһындағы гипотезаның, башҡорт теленең боронғо һәм хәҙерге Европа телдәренә йоғонтоһо һәм башҡорт эпостарының боронғо һинд философияһына йоғонтоһо тураһында гипотезалар авторы.

Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улы (15 октябрь 1926 йыл — 19 февраль 1989 йыл) — башҡорт теле ғалимы, методист. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), доцент, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967).

Ғәлләмов Флүр Фәнәүи улы (1 декабрь 1968 йыл) — иҡтисадсы, Башҡортостан Республикаһының 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Фәнде үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды Советы, Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2011).

Ғәлләмов Әбүзәр Карам улы (20 июнь 1939 йыл — 6 март 2006 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974—2006 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1976). РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004). Почёт ордены кавалеры (1998).

Ғәлләмова Надежда Викторовна СССР һәм Рәсәй еңел атлеты, оҙон дистанцияға йүгереү һәм кросс буйынса специалист. 1988—1996 йылдарҙа СССР, Рәсәй һәм БДБ йыйылма командалары өсөн еңел атлетика буйынса сығыш яһай, команда зачеттарында кросс буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, экидэн буйынса донъя чемпионы, халыҡ-ара әһәмиәтендәге башҡа бик күп старттар призеры һәм еңеүсеһе. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). Хәҙер — еңел атлетика буйынса тренер.

Ғәлләмов Хәмзә Искәндәр улы (2 апрель 1931 йыл — 16 июнь 2015 йыл) — Рәсәй Үҙәк Диниә назараты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының төбәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй, Өфө ҡалаһындағы «Хәмзә-Хажи» мәсете етәксеһе, «Имам хәҙрәт Хәмзә хажи» хәйриә фонды етәксеһе.

Ғәлләмова Әлфиә Марс ҡыҙы (26 август 1977 йыл) башҡорт йырсыһы. Халыҡ-ара һәм республика кимәлендәге конкурстар лауреаты.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ