Эстәлеккә күсергә

Ғәҙелша (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Ғәҙелша — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Ғәҙелша исеме башҡорт теленә ғәрәп, фарсы телендәренән килеп ингән, дөрөҫлөктө яратҡан, ғәҙел шаһ[1][2] тигәнде аңлата.

Ғәҙелша Юнысов (1783—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Ейәнсурин Ғәҙелша Дәүләт улы (18941937) — дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының Баш суды рәйесе (19291931).

Ғәҙелшин Рөстәм Рәшит улы (14 апрель 1955 йыл — 10 май 2016 йыл) — математик. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре [3](2005).

Ғәҙелшин Хәмит Ғабдулла улы(10 июль 1923 йыл — 10 ғинуар 2000 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, элемтәсе. Полковник. Советтар Союзы Геройы (1944).

Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улы (3 август 1918 йыл — 7 ноябрь 2017 йыл) — режиссёр. 1951 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973).

Ғәҙелша (рус. Гадельшино) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.

Ғәҙелша (рус. Гадельша) — бөткән ауыл.

Ғәҙелша шарлауығы - Баймаҡ районында, Ирәндектең көнсығыш тармағы булған Яманташ тауында, Төйәләҫ йылғаһындағы шарлауыҡ. Диңгеҙ кимәленән 800 м бейеклектә. Өс киртләсле. Юғары киртләсенең бейеклеге 1,2 м, икенсе һәм өсөнсө киртләсе етешәр метр. Шарлауыҡ Башҡортостандағы иң бейеге һанала.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ