Ҡатнашыусы:Регион102/Баш бит4

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Википедия — һәр кем яҙа алған ирекле энциклопедия.
Хәҙер башҡорт телендә 48 176 мәҡәлә бар.
Һайланған мәҡәлә
Optiebeurs schaakvierkamp Garri Kasparov, Bestanddeelnr 934-2506.jpg

Каспаров Гарри Кимович (тыуған саҡтағы фамилияһы Вайнштейн; 1963 йылдың 13 апрелендә Әзербайжан ССР-ының баш ҡалаһы Баҡыла тыуған) — совет һәм Рәсәй шахматсыһы, шахмат буйынса 13-сө донъя чемпионы, шахмат әҙәбиәтсеһе һәм сәйәсмән. Ҡайһы бер эксперттар Каспаровты тарихтағы бөйөк шахматсы тип таный. Халыҡ-ара гроссмейстер (1980), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1985), СССР чемпионы (1981, 1988), Рәсәй чемпионы (2004). Бөтә донъя шахмат олимпиадаһының һигеҙ тапҡыр еңеүсеһе: дүрт тапҡыр СССР командаһы составында (1980, 1982, 1986, 1988) һәм дүрт тапҡыр Рәсәй командаһы составында (1992, 1994, 1996, 2002). Ул — ун бер шахмат «Оскар»ы (йылдың иң яҡшы шахматсыһы приздары) эйәһе. Каспаров, ике ҡыҫҡа өҙөклөк менән, 1985 йылдан 2006 йылға саҡлы яңғыҙы ФИДЕ рейтингының башында була: 1993 йылғы ФИДЕ ҡарары менән 1994 йылда рейтингтан төшөрөп ҡалдырыла, ә 1996 йылдың ғинуарында Каспаров Владимир Крамник менән бөр төрлө рейтингҡа эйә була. 1999 йылда Гарри Каспаров рекордлы рейтинг — 2851 балл йыя, һәм Магнус Карлсен яңы рекорд ҡуйғанға тиклем, 13 йыл ярым дауамында Каспаров рекордсы була.

Каспаров, 1985 йылда Анатолий Евгеньевич Карповты еңеп, донъя чемпионы була. «Ике К»ның ҡаршы тороуы 1980-се йылдар уртаһынан башлап 1990-сы йылдар башына саҡлы дауам итә, был аралыҡта Карпов һәм Каспаров донъя чемпионы исеме өсөн биш матч  уйнай. 1993 йылда Каспаров һәм яңы дәғүәсе Найджел Шорт Халыҡ-ара шахмат федерацияһынан сыға һәм яңы ойошма — Профессиональ шахмат ассоциацияһы эгидаһы аҫтында матч үткәрә. ФИДЕ Каспаровты титулынан мәхрүм итә һәм 2006 йылға тиклем донъя чемпионы икәү була —  ФИДЕ версияһы буйынса һәм «классик» версия буйынса. 2000 йылда донъя беренселегендә Каспаров Владимир Борисович Крамниктан еңелә.

↪ дауамы…

Исемлек (108) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Coat of Arms of Bashkir ASSR.png

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы — РСФСР составында башҡорт халҡының автономлы республикаһы.

1919 йылдың 20 мартында Ырымбур губернаһының төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) биләмәләрендә ойошторолған. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше Өфө губернаһында урынлашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһынан идара ителгән.

1925 йылдың 27 мартында БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителә. Был конституция Башҡортостандың кантондарға бүленешен билдәләгән; уның буйынса Башҡорт АССР-ы Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантондарынан торған. Граждандар йыйылыштарҙа, судта, идаралыҡта һәм ижтимағи тормошта үҙ телендә һөйләшеү һәм яҙыу хоҡуғын алған. Бер үк ваҡытта республикала йәшәгән аҙ һанлы милләттәргә лә мәктәптә үҙ телдәрендә уҡытыу хоҡуғы тәьмин ителгән. Рәсми телдәр булып башҡорт һәм урыҫ телдәре танылған.

1990 йылдың 11 октябрендә «Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында» декларация ҡабул ителә.

1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ы үҙ атамаһын Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртә.

1992 йылдың 31 мартында Рәсәйҙең башҡа республикалары менән бергә Башҡортостан исеменән дә яңы федератив килешеүгә ҡул ҡуйыла.

↪ д а у а м ы…

Исемлек (102) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Lenin infante.jpg
Володя Ульянов, 1885 йылға тиклем төшкән фото

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә
Бөгөн: 24 апрель
  • Ер Халыҡ-ара йәштәр теләктәшлеге көнө.
  • Әрмәнстан Әрмәнстан — Әрмәндәр геноциды ҡорбандарын хәтергә алыу көнө.

Ҡалып:Бөгөн/links

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Туғандаш проекттар:
Төрки телдәрендәге бүлектәр: