Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт/Тәҡдим
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Йөкмәткеһе
- 1 6 апрель 2014 йыл
- 2 8 октябрь 2015 йыл
- 3 20 ноябрь 2015 йыл
- 4 20 март 2016 йыл
- 5 апрель 2016
- 6 октябрь 2016
- 7 ғинуар 2017
- 8 30 апрель — 2 июль 2017
- 9 25 август 2017
- 10 ноябрь 2017
- 11 ғинуар 2018
- 12 март 2018
- 13 апрель 2018
- 14 февраль 2018
- 15 май 2018
- 16 июнь 2018
- 17 июль 2018
- 18 август 2018
- 19 сентябрь 2018
- 20 октябрь 2018
- 21 декабрь 2018 - ғинуар 2019
- 22 февраль 2019
- 23 март 2019
- 24 октябрь
6 апрель 2014 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]
- Жираф муйынында, кешенеке кеүек үк, барлығы ете умыртҡа һөйәге бар. — Регион102 (әңгәмә) 22:55, 6 апрель 2014 (UTC)
8 октябрь 2015 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]
- 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.
- 840-сы йылдарҙа Көньяҡ Уралда ғәрәп сәйәхәтсеһе Сәлләм Тәржемән була, ул башҡорт илен тәүгеләрҙән булып үҙ исеме менән атап һүрәтләй.
- Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов, Мөхәмәтғата Мансуров сығышы менән ғәйнә ырыуы башҡорттары.
- 1921—1922 йылдарҙағы аслыҡ арҡаһында Башҡортостандың халҡы 650 мең кешегә йәғни 22 процентҡа кәмей.
- Мәхмүт Ҡашғари (1029—1101) билдәләүенсә, башҡорттарҙың теле төрки телдәргә ҡарай.
- Башҡортостанды Урта Азия илдәре менән тоташтырыусы боронғо каруан сауҙа юлының аҙ ғына өлөшө әле лә һаҡланған.
- Самрау иле образында башҡорттар сәйәси идеал күргән.
- Тәүге тапҡыр 1907 йылда Мөхәммәтша Буранғолов яҙып алған «Аҡһаҡ ҡола» эпосының егермегә яҡын варианты билдәле.
- 1391 йылдың 18 июнендә Урта Азия әмире Аҡһаҡ Тимер һуғышсылары һәм Алтын Урҙаның Туҡтамыш хан етәкселегендәге ғәскәре араһында булған Ҡондорса буйындағы яу башҡорт ҡәбиләләре биләмәләрендә барған һәм был ерҙәргә иҫ киткес ҙур һәләкәт килтергән.
- Иҫән хан, Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков, Әнғәм Атнабаев, Салауат Фәтхетдинов, Хәниә Фәрхи сығыштары менән башҡорттарҙың ирәкте ырыуынан.
- Геродот (б.э.т. 484 — б.э.т. 425) тәүгеләрҙән булып Урал халыҡтарын тасуирлай.
20 ноябрь 2015 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]
- Бер батальонды һәм ике рота дошманды юҡ иткән снайпер Әхәт Әхмәтйәновҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәй ҡала һәм уға хәҙерге ваҡытта һәйкәлдә ҡуйылмаған.
- 1977 йылғы Төньяҡ ҡотопҡа «Ленин» атом боҙватҡысының легендар экспедицияһында Башҡортостандан барлығы өс кеше ҡатнаша, шуларҙың береһе Фидус Әсхәҙуллин СССР флагын ҡотопта урынлаштырыуҙа ҡатнаша.
- 1979 йылдың 25 декабрендә Афған һуғышы башлана.
- Кубала Яңы йыл алдынан бөтә һауыт-һабаны һыу менән тултыралар һәм, сәғәт 12 тулғас, һыуҙы тәҙрәнән һибәләр. Йыл буйына изгелек, татыулыҡ, уңыш юлдаш булһын өсөн сәғәт 12 тапҡыр һуҡҡансы 12 виноград ашайҙар.
- 1993 йылдың 12 декабрендә Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһының Президенты вазифаһына һайлана.
- Балыҡтарҙың төрөлөлөгө буйынса Рәсәйҙә Амурға еткән йылға юҡ, бында 139 төр балыҡ тереклек итә.
20 март 2016 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында командованиеның оператив бойороҡторы асыҡ эфир аша башҡорт телендә лә бирелгән, был дошмандар араһында ошо телде белеүселәр булмауы менән аңлатылған.
- Күмертау авиация етештереү предприятиеһы — донъяла күсәрле системалы күтәргес винтлы вертолёттар етештереүсе берҙән-бер предприятие.
- XIX быуат уртаһында башҡорттарҙа сәй эсеү традициялары таралыу ала. Сауҙагәрҙәр сәйҙе Ҡытайҙан алып килгәнгә күрә, уны хаҡы юғары булған.
- Учалы районының Сораман ауылында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр диңгеҙ мәсете асыла.
- «Янғантау» шифаханаһында дауалау маҡсаттарында Ҡорғаҙаҡ шишмәһенең даими температураһы +160 °С булған аҙ минералләшкән гидрокарбонатлы-кальцийлы-магнийлы һыуы һәм Ҡырымдан килтерелгән Саки ләме ҡулланыла.
- Башҡортостанда Мәскәү, Париж, Бохара, Урыҫ Швейцарияһы, Венеция исемле тораҡ пункттар бар.
- 1980 йылда Өфөлә миллионынсы кеше донъяға килә.
- 2014 йылда «Пегас» йондоҙлоғоның бер йондоҙона «Урал батыр» исеме бирелгән.
апрель 2016[вики-тексты үҙгәртергә]
- 1930 йылдың 18 апрелендә Би-би-си радиоһы дикторы «Бөгөн һөйләрлек яңылыҡтар бөтөнләй юҡ» тигән белдереү яһай. Яңылыҡтар урынана радионан көнөн буйы фортепиано музыкаһы тапшырыла.
- 364 млн йыл элек, девон осоронда, диңгеҙҙәге төрҙәрҙең 50 % юҡҡа сыға.
- Бөгөнгө көндә ҡайһы бер ғалимдар венгрҙарҙы Волганан көнсығыштағы Көньяҡ Урал далаларын һәм Тарихи Башҡортостан биләмәләрен төбәк иткән төрки һәм уғыр ҡәбиләләренең союзы тип иҫәпләй.
- Эмпайр-стейт-билдинг бинаһы бейеклеге буйынса Ҡушма Штаттарҙа дүртенсе урында тора.
- Боронғо грек мифологияһындағы башта улы Ясон алтын тире эҙләп сәйәхәт иткән ваҡытта тик ҡатын-ҡыҙҙар хакимлек иткән Лемос уртауына юлыға.
- 18 апрелдә күренекле башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйға 120 йәш тула.
октябрь 2016[вики-тексты үҙгәртергә]
- Һынташты мәҙәниәтенә ҡараған Арҡайым ҡаласығында кешеләр беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡ аҙағы — 2-се мең йыллыҡ башында көн иткән.
- XVI быуатта ирәкте ҡәбиләһенең башлығы Иҫән хан балыҡсы, гәрә, ирәкте, ҡайпан, байҡы, таҙлар һәм уран башҡорт ырыуҙары һәм ҡәбиләләре берләшмәһенең етәксеһе булған.
- Бал ҡорто һауаға үҙенең ауырлығынан 6 тапҡыр ҙурыраҡ йөктө күтәрә ала.
- 1979 йылда Бельгия астрономы А. Дебеоне тарафынан асылған Салауат бәләкәй планетаһы Ҡояштан уртаса 392 миллион километр, ә Ерҙән яҡынса 201 миллион километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
- Башҡортостан Республикаһының географик үҙәге Ағиҙел һәм Еҙем йылғалары араһында Ғафури районы Ерек ауылы эргәһендә урынлашҡан.
- Бөйөк Ватан һуғышы барышында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев 250-нән ашыу хәрби осош яһай.
- Өфөлә тәүге кино сеансы 1901 йылда була, ә тәүге даими эшләүсе кинотеатр 1908 йылда асыла.
- «Шайморатов генерал» йырының авторы башҡорт теленең стилистикаһы һәм грамматикаһы буйынса хеҙмәттәр яҙа.
- Мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтанов, башҡорт милли-азатлыҡ эшмәкәре Искәндәрбәк Солтанов һәм музыка белгесе Мөхәммәтмансур Солтанов сығышы менән башҡорт дворян нәҫеле Солтановтарҙан булғандар.
ғинуар 2017[вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәскәүҙәге кенәз Владимир, Столыпин, Чехов, Александр I һәйкәлдәрен башҡорт сығышлы скульптор Салауат Щербаков эшләгән.
- Республикала йөрәккә тәүге операция 1935 йылда хирург Нурлығаян Байтирәков тарафынан башҡарыла.
- Кинорежиссёр Нәсүр Йөрөшбаев һәм Германияла йәшәүсе рәссам Ирек Баишев Халыҡтарҙың 1813 йылғы һуғышы ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына Лейпцигта һәйкәл ҡуя (һүрәтте ҡарағыҙ).
- Исмәғил Бикмөхәмәттең Һиндостанға сәйәхәте 30 йылға һуҙылып китә.
- Тирмән ташы тәгәрмәстән алдараҡ барлыҡҡа килгән тигән фекер бар. Тирмән ташына ҡарап тәгәрмәс эшләй башлаған булыуҙары ла ихтимал.
- Африкалағы Конго йылғаһы экваторҙы ике мәртәбә киҫеп үтә.
30 апрель — 2 июль 2017[вики-тексты үҙгәртергә]
- «Башҡортостан» милли паркы биләмәһендәге Иманай мәмерйәһендә ғалимдар мәмерйә арыҫланы, ҡыҙыл бүре, гималай айыуы, йөнтәҫ мөгөҙморон һәм дикобраздың һөйәктәрен таба.
- Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, өсмөйөшләп яҙылған алфавитын боронғо германдарҙың имләһе һымаҡ рун яҙыуы тип атайҙар.
- ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты һәм БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы яңы ойоштороласаҡ Салауат Юлаев исемендәге 1292-се Башҡорт танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкын ут тотоу ҡеүәтен көсәйтеү маҡсатында 16-сы Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһына тапшырылыуын һорап СССР-ҙың Оборона халыҡ комиссарына мөрәжәғәт итә, әммә был ниәт тормошҡа ашырылмай ҡала.
- Свердловск киностудияһы «Совет Уралы» («Советский Урал») киножурналы өсөн башҡорт макизары хаҡында документаль фильм төшөргән.
- Саҡмағош батыры Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1921—1922 йылдарҙа Урта Азияла баҫмасыларҙың ҡораллы көстәрен юҡ итеүҙә, 1938 йылғы Хәсән күле буйында совет‑япон ҡораллы конфликтында, 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан.
- Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 229 махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе, шул иҫәптән 3 ҡурсаулыҡ, 1 милли парк, 5 тәбиғәт паркы, 29 заказник, 182 тәбиғәт ҡомартҡыһы, 1 ботаник баҡса, 7 дауалау-һауыҡтырыу урындары һәм курорты бар.
- Евро валютаһы банкноттары дизайнын австрия рәссамы Роберт Калина уйлап тапҡан. Артабан ул Босния һәм Герцеговина маркаһы, Сүриә фунты (2010 йылдағы модификация), Әзербайжан манаты банкноттары дизайнын тәҡдим итә.
- Ҡарман ДРЭС-ы эргәһендә балыҡсылыҡ хужалығында йылына 700 кг бикре ыуылдырығы етештерелә.
- «Көтөлмәгәнлек тик яҡшы әҙәбиәттә булмай, ә Тормош мәғәнәһеҙ ваҡиғалар менән тулы». Ремарк Эрих Мария, Триумф аркаһы (1945).
- Java телендә яҙылған программалар виртуаль Java-машина (JVM) башҡара торған байт-кодҡа «тәржемә» ителә. Java-машина — интерпретатор кебе, бай-кодты эшкәртеп, инструкцияларҙы компьютерға тапшыра. Программаларҙың бындай юл менән эшләүе байт-кодтың компьютер архитектураһынан һәм операцион системала бәйһеҙлеген килтерә. Шуның өсөн Java-Java программа-машина булған барлыҡ йыһаздарҙа ла башҡарыла ала.
- Хәҙерге әзербайжан әлифбаһы төрөк әлифбаһы нигеҙендә төҙөлгән. Ул 32 хәрәфтән тора. Шул иҫәптән 29 хәреф төрөк әлифбаһынан, 3 хәреф телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Х Х, Q q хәрефтәре.
25 август 2017[вики-тексты үҙгәртергә]

Ырымбур өлкәһе Кваркен районы флагы
- Ғалимдар фекеренсә башҡорт этнонимы «биш ҡәбилә, биш уғыр» тип аңлатылған һәм beshgur, bashgur формаларынан барлыҡҡа килгән. Хәҙерге телдәге Sh өнөнөң болғар телендәге L өнөнә тура килеүе нигеҙендә, башҡорт (bashgur) һәм булғар (bulgar) этнонимдары эквивалентлы булып тора.
- Беҙҙең эраға тиклем VII—VI меңлеккә ҡараған Муллино II һәм Дәүләкән II торамаларында йорт атының иң боронғо ҡалдыҡтары табылған. Был йылҡы малының тәүге тапҡыр Көньяҡ Уралда ҡулға эйәләштерелеүен дәлилләй.
- Һундарҙың юлбашсыһы Аттила уға туғандаш булған халыҡ — башҡорттар менән килешеү төҙөгән.
- Ырымбур өлкәһенеӊ Кваркен ауылы исеменең барлыҡҡа килеүе Финляндия һәм Швеция араһындағы Ботния ҡултығының Кваркен утрауҙары атамаһына бәйле. Ауылға был исемде 1808—1809 йылдарҙағы Рус-швед һуғышында ҡатнашҡан яйыҡ казактары биргән.
- Конго йылғаһыныӊ уӊ ярында Конго Республикаһының баш ҡалаһы Браззавиль урынлашҡан. Уныӊ ҡаршыһында, йылғаныӊ һул ярында, Конго Демократик Республикаһының баш ҡалаһы Киншаса урынлашҡан.
- Латин яҙыуы нигеҙендәге башҡорт алфавитында хәҙер «и» хәрефе менән билдәләнгән ҡалын өнгә ьj (мәҫәлән, sagьjr — шағир), ә нәҙегенә i (мәҫәлән, ike — ике) тура килгән. Был алфавитта башҡорт телендәге барлыҡ 10 һуҙынҡы өндөң дә билдәләмәһе булған.
ноябрь 2017[вики-тексты үҙгәртергә]
- Беренсе штрих-код һағыҙ төргәгенә баҫтырылған булған.
- Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан Левашёв ҡәберлеге Уралда тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә.
- XVIII быуатта диңгеҙселәр көнөнә 30 г лимон һуты эсергә тейеш булған.
- Марсель Сәлимов беренсе шиғырын 1957 йылда 2 синыфта уҡығанда мәктәп стена гәзетаһы өсөн яҙа.
- Гиннесстың рекордтар китабына ингән иң ҙур ҡыҫтыбыйҙы 2011 йылда Өфөлә «Аҡбуҙат» рестораны ашнаҡсылары бешерә.
ғинуар 2018[вики-тексты үҙгәртергә]
- Василий Блаженный сиркәүе (һүрәттә) Иван Грозный бойроғо буйынса Ҡазанды яулау иҫтәлегенә төҙөлә.
- Бынан 500—300 миллион йылдар элек хәҙерге Урал тауҙары урынында ике ҡитғаны бүлеүсе Урал океаны булған, уның ҡайһы бер рифтарынан барлыҡҡа килгән шихандары әле лә һаҡланған.
- Бер бөтөн булған серб халҡын дин бүлгән: мосолман өлөшө Босния һәм Герцеговинала, православие өлөшө Сербияла һәм католик өлөшө Хорватияла айырым дәүләттәрҙә йәшәй.
- Рәшит әд-Диндең «Уғыҙнамә»һенә ярашлы, Уғыҙ хандың ғәскәрҙәре башҡорттарҙың Оло Балғур исемле ҡәлғәһен һәм илдәрен яулап ала, шулай уҡ уларҙың Ҡарашит тигән падишаһын әсиргә ала.
- Европа илдәрендә Сиркәү һалымы (ингл. Church tax) — ғәҙәти хәл. Был һалым дин конфессияларына һалына. Финляндияла граждандарҙың килеменән 2 %-ҡа етә. Австрияла Сиркәү һалымын 1939 йылда Гитлер индерә һәм артабан Сиркәүҙең азатлығын һаҡлау маҡсаты менән ҡалдырыла.

Бөрө ҡалаһының гербы
- Урыҫтарҙан Санкт-Петербург Фәндәр академияһының беренсе ағза-корреспонденты Пётр Иванович Рычков яҙып ҡалдырыуынса, башҡорттар Бөрө ҡалаһына исем биргән йылғаны йәнлек исеме менән — Бүре тип атағандар.
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының быйыл 100 йәшлек юбилейын билдәләгән артиллерисы ике тапҡыр «Советтар Союзы Геройы» званиеһына лайыҡ тип күрһәтелә, әммә был исем уға бирелмәй.
март 2018[вики-тексты үҙгәртергә]
- Урта быуаттарҙа Волга йылғаһы Иҙел тип аталған, әммә ул хәҙерге Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғалары ҡушылған урында (Өфө ҡалаһы янында) башланған.
- 1866—1870 йылдарҙағы Бразилия, Аргентина һәм Уругвайға ҡаршы һуғыш һөҙөмтәһендә Парагвай үҙенең ярты территорияһының юғалта, ә халҡы 60—70 %-ҡа тиклем кәмей.
- 1918 йылдың мартында Борай ауылында Борай башҡорт кантоны ойоштороу тураһында иғлан ителә, үҙидара орган — Борай башҡорт милли советын төҙөлә.
- Бынан йөҙ йыл элек 1918 йылдың 7 мартында Баймаҡта Башҡорт Хөкүмәте ағзалары Ғабдулла Иҙелбаев, Ғимран Мағазов һәм уларҙың кәңәшсеһе булған 5 поляк офицеры большевиктар тарафынан атып үлтерелә.
- 15 йәшлек Рәсәй фигурисы Алина Заһитова 2018 йылда Пхёнчханда уҙған Ҡышҡы Олимпия уйындарында алтын һәм көмөш миҙалдарын яулай.
- 21 мартта, көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта, Халыҡ-ара Науруз көнө билдәләнә.
апрель 2018[вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорттарҙың мең һәм ғәйнә ҡәбиләләренең атамаһы 1000 һанын аңлата: улар икеһе лә боронғо ғәскәри берәмек исеменән барлыҡҡа килеүе мөмкин.
- «Мең дә бер кисә» әкиәттәр йыйынтығында Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең хакимы Һарун әр-Рәшит ғәҙел батша булып һүрәтләнә.
- 1230-сы йылдарҙа Көньяҡ Уралда йәшәгән мадьяр монахы Юлиан, Башҡортостан хакимының мосолман диненә ныҡ инаныуы тураһында хәбәр иткән.
- 1386 йылдың 14 февралендә Краковта Бөйөк Литва кенәзе Ягайло суҡындырылып, Польша королеваһы Ядвига менән никахлашҡандан һуң Речь Посполитая дәүләте барлыҡҡа килә.
- Беҙҙең эраға тиклем VII—VI меңлеккә ҡараған Мулла II һәм Дәүләкән II торамаларында йорт атының иң боронғо ҡалдыҡтары табылған. Шулай уҡ беҙҙең эраға тиклемге 2026 йылға ҡараған Көньяҡ Уралда табылған археология ҡаҙылмаларына ярашлы Ике тәгәрмәсле арбаларҙы (рус.)баш. тәү башлап һынташты мәҙәниәте кешеләре ҡуллана башлаған.
- Мали империяһы хакимы Муса Манса 1324 йылда хаж ҡылғанда уны 60—80 мең кеше оҙатып барған. Мәккәгә барған юлда Мали хакимы үҙенең 12 750 тонна алтынын халыҡҡа таратҡан.
- Алтын Урҙала рәсми рәүештә ислам динен ҡабул иткән ханға ғәрәп илсеһе Ибн Баттута бик юғары баһа бирә: «Донъялағы иң бөйөк һәм иң ҡеүәтле ете батшаның береһе ул».
февраль 2018[вики-тексты үҙгәртергә]
- 1728 йылдың мартында Йәркәй Ейәнсурин етәкселегендәге башҡорт делегацияһы император Пётр II «башҡорттарҙың Ҡазан чиновниктарынан ҡыҫырыҡлауға дусар ителеүҙәре һәм уларҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлау тураһында» прошение бирә, һөҙөмтәлә Өфө провинцияһы махсус статуслы үҙ аллы территория тип иғлан ителә һәм Ҡазан губернаһы составынан сығарыла.
- Бынан йөҙ йыл элек 1918 йылдың апрелендә Ырымбурҙа большевиктар тарафынан ҡулға алынған Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын (Мутин, Йәғәфәров, Мерәҫов, Вәлидов, Айытбаев, Әҙеһәмов, Сәлихов) Әмир Ҡарамышев етәкселегендәге отряд азат итә һәм артабан автономия хөкүмәтенең эшмәкәрлеге тергеҙелә.
- Башҡорт АССР-ында ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге халыҡ комиссары һөнәре буйынса инженер-архитектор булған.
- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт ҡатын-ҡыҙы да яңы технология уйлап табыуы һөҙөмтәһендә, Өфө нефть эшкәртеү заводында етештерелгән яғыулыҡ материалдарының фронтҡа өҙлөкһөҙ тапшырылыуы тәьмин ителә.
- 2018 йылда Шәкетау шиханында быға тиклем Евразияла осрамаған боронғо моллюск төрө — Проперринитес аммонитының ҡалдыҡтары табыла. Аммонит 295 миллион йыл элек океан төбөндәге ошо шихан-рифта йәшәгән.
май 2018[вики-тексты үҙгәртергә]

Әл-Иҙрисиҙың әйләндереп ҡуйылған картаһы реконструкцияһы. Был картала «башҡорт иле» Урал буйында билдәләнгән, уның биләмәләрендә хәҙерге Урал тауҙары, Ағиҙел, Кама, Ҡариҙел, Әй йылғалары күрһәтелгән.
- Көньяҡ Уралда урынлашҡан Ҡараташ тауы (рус.) — донъяла иң боронғо тауҙарҙың береһе, уның тау тоҡомдары 4,2 миллиард йыл элек барлыҡҡа килгән.
- XII быуат ғәрәп географы Иҙриси хәбәр итеүенсә, болғар ҡәбиләләре йыш ҡына башҡорттарҙың Ҡараҡыя, Ҡазира (Ҡастра, Ҡастр) һәм Мазира (Масра, Мастр) ҡалаларына һөжүм иткәндәр.
- Шота Руставелиның «Юлбарыҫ тиреһе ябынған баһадир» поэмаһы Грузия батшабикәһе Тамараны данлауға йүнәлтелгән.
- 13 йыл хакимлыҡ итеү дәүерендә бер туҡтауһыҙ тиерлек алып барған һуғыштарҙа Ғосман солтаны Баязит I бер генә тапҡыр еңелә һәм был еңелеү уның өсөн фажиғәле тамамлана — 1402 йылда Анкара алышында Аҡһаҡ Тимер ғосман ғәскәрен тар-мар итә һәм солтанды әсирлеккә ала.
- Бынан йөҙ йыл элек 1918 йылдың 15—17 майында Ҡостанай ҡалаһында башҡорт (Башҡортостан автономияһы) һәм ҡаҙаҡ (Алаш автономияһы) милли-азатлыҡ хәрәкәттәре вәкилдәренең кәңәшмәһе үтә, бында берҙәм контрреволюцион көрәште ойоштороу мәсьәләләре ҡарала.
- Бер батальонды һәм ике рота дошманды юҡ иткән башҡорт снайперына Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәй ҡала һәм уға хәҙерге ваҡытта һәйкәлдә ҡуйылмаған.
- Икенсе донъя һуғышы осоронда партизан отрядын ойошторған македон ҡыҙына милли герой исеме бирелә.
- Ҡөрьәндә һөҙһөт ҡоштар батшаһы булараҡ телгә алына, уға ҡурайҙа башҡарылған башҡорт халыҡ көйө арналған.
- Әлеге ваҡытта Википедияла Башҡортостан Республикаһы тураһында 110 телдә мәҡәлә бар. 2017 йылда уларҙы 950 913 мәртәбә уҡығандар (шул иҫәптән рус телендә — 554 498, инглиз телендә — 143 641, немец телендә — 39 899, төрөк телендә — 17 826, поляк телендә — 13 995, япон телендә — 12 671, итальян телендә — 10 383, ғәрәп телендә — 7 080, фарсы телендә — 6 458, мадьяр телендә — 6 116, башҡорт телендә — 3 734, татар телендә — 1 407)
июнь 2018[вики-тексты үҙгәртергә]
- Ерҙә иң ҡоро Атакама сүле — Ерҙең иң ҡоро төбәге булып тора, бында 1570 йылдан 1971 йылға ҡәҙәр ҙур яуым-төшөмдәр булмауы хаҡында дәлилдәр бар.
- «Һуңғы Һартай» хикәйәтенә ярашлы, һарт ҡәбиләһе башлығы Ялыҡ бей улдары Сәрмәсән һәм Ҡармасан менән бергә әмир Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәренә ҡаршы ҡаршылыҡ күрһәткән, Хөсәйенбәк кәшәнәһе һәм Хажи мәсетендә доға ҡылған.
- Бынан йөҙ йыл элек, 1918 йылдың июнендә Башҡорт хәрби шураһы һәм 1-се Башҡорт пехота полкы ойошторола.
- Башҡортостан автономияһы ойоштороусыларының береһе Әхмәтзәки Вәлиди башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға яратҡан, ҡурайҙа ла уйнай белгән.
- Бер ауылдан — БАССР-ҙың өс халыҡ комиссары (Абыҙбаев,Дауытов,Ишмөхәмәтов) сыҡҡан.
июль 2018[вики-тексты үҙгәртергә]
- Фараз буйынса тарихи Башҡортостандың төп ғибәҙәтханаһы тип иҫәпләгән Ҡазый мәсетенә нигеҙ һалыныуын XIV быуат башында йәшәгән «Башҡортостандың беренсе имамы» — ҡазый Хөсәйенбәктең эшмәкәрлегенә бәйле. 1736 йылдың яҙында башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу барышында был таш мәсет И. К. Кириловтың каратель отрядтары тарафынан емерелгән.
- Бынан йөҙ йыл элек, 1918 йылдың июль-авгусында Башҡортостан автономияһының милицияһы ойошторола, уның етәксеһе итеп Ә. Ә. Бейешев тәғәйенләнә.
- Кинйә Арыҫлановтың атаһы Арыҫлан Аҡҡолов 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы буйынса батша Пётр I бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә һәм 1722 йылдың 12 февралендә Сергеевты үлем язаһына хөкөм итеүсе суд процессында ла ҡатнашырға ирешә. Бындай «ғәҙеллеккә ирешеү» ул осор өсөн көтөлмәгән хәл була (мәҫәлән, ошондай уҡ башҡорт илселеген етәкләгән Дөмәй Ишкәевтең үҙен язалап үлтерәләр).
август 2018[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡумыҙсылар сығышы
- Ҡорбан байрамы мосолмандарҙың иң мөһим байрамдарының береһе, ул хаж тамамланыуын белдерә, һәм зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни Ураҙа ғәйетенән һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә һәм өс-дүрт тәүлеккә һуҙыла.
- Көньяҡ Месопотамияла — Тигр һәм Евфрат йылғалары үҙәнендә цивилизация барлыҡҡа килеүҙе ғәҙәттә шумерҙар менән бәйләйҙәр.
- Астрономияла Әбүғәлисина Аристотелдең «йондоҙҙар Ҡояш яҡтыһын сағылдыра» тигән фекерен тәнҡитләй һәм йондоҙҙар үҙ яҡтыһы менән яҡтыра тип раҫлай, әммә планеталар ҙа яҡтыра тип уйлай.
- Ҡурай менән бер рәттән ҡумыҙ иң боронғо башҡорт милли музыка ҡоралдарының береһе булып тора.
- Балыҡтар һыу ағымына ҡаршы йөҙгәндә, тыныс һыуҙа йөҙөүгә ҡарағанда аҙыраҡ көс сарыф итә.

1960−2009 йылдарҙа Арал һыуының кәмеүе
- 1917 йылдың 25—29 авгусында Өфөлә 2-се Бөтә башҡорт ҡоролтайы үтә, унда йөҙгә яҡын делегат ҡатнаша. Ҡоролтай Рәсәйҙең федератив-демократик ҡоролошло булырға тейешлелеген билдәләй һәм Башҡорт мәркәз шураһы составын ҡабаттан һайлай.
- Иран-Ираҡ һуғышы дауамлығы, йәлеп ителгән ресурстары, кеше ҡорбаны буйынса, Икенсе донъя һуғышынан һуңғы иң ҙур хәрби бәрелеш була.
- 1960 йылдарҙан Амударъя һәм Һырдаръя йылғаларының һыуын баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн тотонола башлағас, ул осорҙа ҙурлығы буйынса донъяла 4-се урында биләгән Арал диңгеҙенең кимәле ҙур тиҙлектә кәмей башлай. Һөҙөмтәлә элекке күлдең ҙур өлөшөндә Аҡҡом сүле барлыҡҡа килә һәм төбәктә климат ҡырҡа үҙгәрә.
сентябрь 2018[вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәрәп сәйәхәтсеһе әл-Гарнати бер нисә тапҡыр Волга буйы Болғарында була һәм 1135—1136 йылдарҙа «Тәуарихи Болғарийа» әҫәренең авторы Яҡуп ибн Ноғман менән осрашҡан.
- Ғәли Соҡорой ирәкте (ҡара табын) башҡорттары шәжәрәһен яҙып ҡалдыра, бында Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуында ҡатнашҡан Иҫән хандың өс тапҡыр батша Иван Грозныйға барыуы тураһында телгә алына.
- Бынан 100 йыл элек 1918 йылдың сентябрендә генерал Хажиәхмәт Ишбулатов командалағында Башҡорт айырым корпусы булдырыла, уның составында 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полктары инә.
- 1918 йылдың 8—23 сентябрендә Өфөлә Дәүләт Кәңәшмәһе була, бында Башҡорт Хөкүмәте делегацияһы Өфө директорияһы исеме аҫтында билдәле булған Бөтә Рәсәй ваҡытлы хөкүмәтен булдырыуҙа ҡатнаша.
- 2000 йылда Минск ҡалаһында бәрәңгегә һәйкәл асыла, ә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2008 йылды халыҡ-ара бәрәңге йылы тип иғлан иткән.
- Майҙанының 90 проценты урман менән ҡапланған «Еҙем тәбиғи паркы» биләмәләрендә 68 мәмерйә, шул иҫәптән Киндерле, Октябрь һәм башҡалар бар.
- Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында Кавказ тауҙарының Чегем тарлауығындағы балҡар шағиры Ҡайсын Кулиев исемендәге түбә эргәһендәге түбәгә башҡорт шағиры Мостай Кәримдең исеме бирелгән.
октябрь 2018[вики-тексты үҙгәртергә]
- Үҙ ғүмерендә ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Баттута 117 500 километрҙан ашыу юл үтә һәм хәҙерге заман эквивалентына тура килгән 44 илдә була.
- 1918 йылдың 2 октябрендә Сәғит Мерәҫов рәйеслегендә Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының йыйыны уҙа, бында мәхәлләләрҙең кантон идаралыҡтары буйынса бүленеше раҫлана һәм кантон ҡазыйҙары һайлана.
- Башҡорттарҙа мөгөҙ — ямғыр, муллыҡ, күп балалылыҡ символы.
- Шифалы ләмдәр Башҡортостандың бер нисә шифаханаһында дауалау өсөн ҡулланыла.
- 1917 йылдың 6 (19) октябрендә, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышын әҙерләү сәбәбе менән Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы тарҡатыла.
декабрь 2018 - ғинуар 2019[вики-тексты үҙгәртергә]

Сәхәбәләр ерләнгән Нарыҫтау. Сәхәбәләр мемориаль комплексы
- Ислам динен башҡорттарға 630 йылда (миләди) йә иһә 9 һижри йылда уҡ Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.) үҙе иҫән саҡта ебәргән сәхәбәләр — Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман, Талха улы Усман килтергән.
- 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы барышында башҡорт старшинаһы һәм тарханы Е. И. Пугачёв тарафынан Башҡортостан судьяһы итеп иғлан ителә.
- 1799 йылдың 21 майында Өфө тирәһендә ҡурҡыныс боҙборсаҡтар яуа, уларҙың ауырлығы 800 грамға барып еткән.
- 1918 йылдың ғинуарында РСФСР-ҙың Милләттәр буйынса халыҡ комиссариаты Ырымбурҙағы Каруанһарай бинаһын башҡорт халҡына тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- Бынан 100 йыл элек 1919 йылдың ғинуарында Башҡорт хәрби шураһы рәйесе Әхмәтзәки Вәлидовтың фарманына ярашлы башҡорт полктарынан Башҡорт корпусы ойошторола.
- Силәбе өлкәһендә йәшәгән оҙон ғүмерле башҡорт ҡатыны 121 йәшендә вафат булған.
- Тарихи Башҡортостандың көнсығышында заводтар төҙөлөп, ихтилалдар баҫтырылғандан да һуң иҫән ҡалған бәкәтин башҡорттарының ауылдары 1957 йылғы «Маяк» заводында атом аварияһы һөҙөмтәһендә юҡ ителеүгә дусар була.
февраль 2019[вики-тексты үҙгәртергә]
- 1914 йылдың 17 авгусында Башҡортостанда иң көслө ер тетрәүе теркәлгән (Рихтер шкалаһы буйынса 5-6 балл), уның эпицентры Пермь губернаһы Белембай ауылында булған.
- Бынан 100 йыл элек 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт армияһы һәм хөкүмәте Совет власы яғына күсә, ә 20-21 февралдә Бөтә башҡорт хәрби съезы уҙа.
- Кесе Ҡоролтай ағзаһы Усман Тоҡомбәтов 1917 йылдың 4 декабрендә Петроград асыҡ китапханаһында һаҡланған һәм фараз буйынса өсөнсө хәлифә Усман (574—656) тарафынан үҙ ҡулы менән яҙылған Ҡөрьәнде мосолмандарға ҡайтарыуҙы һорап Милләттәр буйынса халыҡ комиссариатына мөрәжәғәт итә һәм рөхсәт алғас, Ҡөрьәнде Өфөгә алып килә, бында ул 1924 йылға тиклем һаҡлана - ошо йылда үҙәк властар ҡарарына ярашлы изге китап Ташкент музейына ебәрелә.
- Тарихи Башҡортостандың көнбайышында йәнәй башҡорттарының Ҡамбар түбәһенең барлыҡ ауылдары Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы аҫтында ҡала.
- Р. М. Йосопов фекеренсә, башҡорттарҙың «иштәк» этнонимы үҙенең сығышы менән дахтарға бәйле, ә Н. А. Мәжитов буйынса, дах ҡәбиләләренең берләшмәһе башҡорттарҙың этногенезында әүҙем ҡатнашҡан.
- Инка империяһы хакимы Атауальпаны ҡотҡарыу өсөн түләү (1533 йылдың 18 июне) донъя тарихында иң ҙур һуғыш ғәнимәте булып тора — испандарға түләү итеп 5993 килограмм алтын бирелә.
март 2019[вики-тексты үҙгәртергә]
- Бынан 100 йыл элек 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә Башҡорт хөкүмәте һәм Совет власы араһында Килешеү төҙөлә, һөҙөмтәлә Башҡортостан мөхтәриәте Башҡортостан АССР-ы тип үҙгәртелә.
- Башҡорт Хөкүмәтенең тәүге рәйесенең атаһы Юлбарыҫ Бикбов «Башҡорттар» тигән күләмле әҫәрҙең авторы булараҡ билдәле булған.
- 2019 йыл — күп кенә Азия илдәрендә 12 йыллыҡ циклды тамамланған Ҡабан йылы.
октябрь[вики-тексты үҙгәртергә]