Эстәлеккә күсергә

Әхтәмов Әбүсүғүд Әбделхалиҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхтәмов Әбүсүғүд Әбделхалиҡ улы
татар. Әбүсөгуд Гәбделхалик улы Әхтәмов
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 7 октябрь 1843({{padleft:1843|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Вафат булған көнө 1920
Вафат булған урыны Петропавловск[d], Рәсәй империяһы
Балалары Әхтәмов Ибниәмин Әбүсүғүт улы һәм Ибрагим Ахтямов[d]
Һөнәр төрө адвокат, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто 1-се Ҡазан ирҙәр гимназияһы[d]
Ҡаҙан Император университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Конституционно-демократическая партия[d]
 Әхтәмов Әбүсүғүд Әбделхалиҡ улы Викимилектә

Әбүссүғүд Әбделхалиҡ улы Әхтәмов (рус. Абуссугут-Абдэль-Холикович Ахтямов) (1843 йыл -1920 йыл)[1]Рәсәй сәйәсмәне. Өфө губернаһынан I Дәүләт Думаһы депутаты, аграр комитетҡа инә. Өфө губернаторы ҡарамағында ышаныслы присяжный, суд тәфтишсеһе һәм айырым бурыстар башҡарыусы чиновник[2]. Конституцион демократ, шулай уҡ мосолман фракцияһы бюроһы ағзаһы. Мосолман диниә назараты секретары.

1-се Ҡазан гимназияһында уҡый. 1871 йылда Ҡазан университетының Юридик факультетын тамамлай[2].

1881-1886 йылдарҙа Бәләбәй земство управаһы рәйесе. 1895-1901 йылдарҙа мосолман диниә назараты секретары. 1‑се мосолман съезын ойоштороусыларҙың береһе һәм 4‑се съезы делегаты. Почетлы мировой судья[2].

Выборг өндәмәһе һәм һуңғы йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылдың 10 июлендә Выборг ҡалаһында Думаны таратыуға ҡаршылыҡ билдәһе итеп “Халыҡ вәкилдәренән – халыҡҡа” өндәмәһенә («Выборг өндәмәһе») ҡул ҡуя. Был эш буйынса ғәйепләү процесында ҡатнаша, әммә ғәйебе раҫланмағас, аҡлана[3]. 1919 йыл һуңында — 1920 йыл башында Әхтәмов өлкән улының ғаиләһе менән Петропавловскиға күсенә һәм 1920 йылда шунда вафат була.

  • Өлкән улы Ибниәмин Санкт-Петербург университетының физика-математика факультетын таммалай, Өфө губернаһынан IV Дәүләт Думаһы депутаты[4].
  • Икенсе улы Ибраһим — һул сәйәси эшмәкәр, меньшевик[5].
  1. Кирьянов И. К. Российские парламентарии начала XX века: новые политики в новом политическом пространстве. — Пермь, 2006. — С.237
  2. 2,0 2,1 2,2 Бойович М. М. Наши депутаты. Государственная дума 1го созыва. Москва. 1906. Издание т-ва Сытина И. Д.
  3. Выборгский процесс. Иллюстрированное издание. СПб.: Типогр. т-ва «Общественная польза». 1908. С. 168.
  4. IV государственная дума. Портреты и биографии. Издание Ольшанского Н. Н. 1913 г. С.-Петербург
  5. Исхаков С. М. Ибрагим Ахтямов и Юлия Попова: из жизни социал-демократов Южного Урала и Поволжья // Вестник Оренбургского государственного педагогического университета. Электронный научный журнал. — 2017. — № 3. — С. 107.