Эстәлеккә күсергә

Протестантизм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
12:41, 16 ғинуар 2024 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.5)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Протестантизм
Нигеҙләү датаһы 10 ноябрь 1517
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Шпайерская протестация[d]
Карта распространения
Бүленеп сыҡҡан Католик сиркәүе
 Протестантизм Викимилектә
Door displaying the Ninety-five Theses at All Saints' Church, Wittenberg. According to tradition, in 1517 Martin Luther nailed his Theses to this door, beginning the Reformation.Виттенберг. Ошо сиркәү ишегенә М.Лютер үҙенең 95 тезисын беркетеп ҡуйған

Протестантизм (рус. Протестанти́зм или протеста́нтство)[1] (от лат. protestatio[2] — «протест, тантаналы иғлан итеү, белдереү») — православ дине һәм католицизм менән бергә христианлыҡтың өс төп йүнәлешенең береһе. Ул бойондороҡһоҙ сиркәүҙәрҙән, сиркәү берләшмәләренән һәм деноминацияларынан тора. Протестантлыҡ Реформация — XVI быуатта Европалағы католик сиркәүенә ҡаршы христиандар хәрәкәте йүнәлеше әүҙемләшкән дәүерҙә барлыҡҡа килгән .

Протестантизм Европала XVI быуаттың беренсе яртыһында Рим-католик сиркәүе институттарын инҡар итеү һәм уға ҡарата опппозиция булараҡ Реформация осоронда барлыҡҡа килгән, уның идеалы (маҡсаты)- апостолдар осорондағы (иртә христианалыҡ) христианлыҡты тергеҙеү.

Реформация яҡлылар фекеренсә, Рим-католик сиркәүе урта быуаттарҙа схоластик дин тәғлимәте һәм төрлө йолалар булдырыу арҡаһында тәүге христиан принциптарынан алыҫлашҡан.

Мартин Лютер Вормс рейхстагында

Дини революцияның башында монах, профессор Мартин Лютер тора. 1517 йылдың 17 октябрендә Мартин Лютер тәүге тапҡыр асыҡтан-асыҡ сығыш яһай, ул католик сиркәүенең индульгенциялар менән һатыу итеүе, чистилище, үлгәндәр өсөн доға уҡыу һәм изгеләрҙең эшмәкәрлеге арҡаһында христиандарҙың ҡотола алыуы тураһындағы тәғлимәткә ҡаршы 95 тезисын халыҡҡа еткерә. Бынан тыш ул Рим папаһы власын, руханиҙарҙың айырыуса изге булыуын һәм уларҙың кеше менән Алла араһында аралашсы була алыуын, сиркәү йолаларын һәм сиркәүҙең донъяуи власҡа (император, король, кенәз) буйһоноуын инҡар итә [3].

Атаманың килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Протестантизм» термины немец кенәздәренең Лютерҙы яҡлап белдергән Шпайер протестына бәйле. 1521 йылғы Вормс эдикты буйынса папа нунцийы Мартин Лютерҙы енәйәтсе-еретик тип иғлан итә. Быға яуап итеп, 1526 йылда Шпейер рейхстагы Лютер яҡлы кенәздәр талабы буйына килһә рейхстагҡа тиклем Вормс эдиктын ғәмәлдә түгел тигән ҡарар ҡабул итә. Ләкин 1529 йылғы Шпейер рейхстагы Вормс эдиктын яңынан ғәмәлгә индерә. Быға яуап итеп, рейхстагта булған биш кенәз һәм ун биш ирекле ҡалаһы (Изге Рим империяһы cоставындағы) «Шпайер протестацияһын» төҙөй һәм уны иғлан итә. Был документ исеме буйынса Реформация яҡлылар протестанттар тип атала башлай. Реформация һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән католик булмаған конфессиялар барыһы бергә «протестантизм» тип йөрөтөлә[3].

Протестант дини тәғлимәтенең тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ортодокс протестантизм теологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Классик протестант теологияһы XVI — XVIII быуат башында формалашҡан, был дәүерҙә Реформацияның төп идеялары һәм догматик һәм практик дини тәғлимәте аңлатыла[2][4].

Классик теология протестантизм «ортодоксия»һын тәшкил итә һәм табыныу (инаныу), хиротония барлыҡ христиандар өсөн дә мөмкин (всеобщее священство, руханиҙар вазифаһын ябай протестант христиандар башҡара ала), Библияның ғәҙәттән тыш авторитеты, кешенең тәбиғи гонаһлы булыуы һәм Алла изгелеге буйынса ғына ҡотолоу мөмкинлеге кеүек төшөнсәләрҙе эсенә ала[5].

Шул замандарҙағы Рим-католик сиркәүе тәғлимәтенә ҡапма-ҡаршы ҡуйылған Реформация дини тәғлимәте һөҙөмтәһе булараҡ, ул Quinque sola принциптары — биш латин тезисы «Биш „ тик“» тигәнде аңлатҡан биш латин тезисы формаһында яҙылған. Хиротония (всеобщее священство) принцибы менән Quinque sola- хәҙерге заман протестантизмы теологияһының нигеҙе.

Мажвидастыүң Катехизисы — литова телендәге тәүге китап

Классик теологияның төп тезистары :

- Библия — берҙән-бер Алла биргән һәм ысын Алла һүҙе, христиан доктриналарының берҙән-бер, асыҡ һәм үҙен-үҙе аңлатып торған сығанағы (йәки берҙән-бер изге китап).

- Гонаһтар тик Инаныу (Иман) аша ғәфү ителә, ә изге эштәр һәм ҡылыҡтар өсөн түгел.

- Ҡотолоу тик Алла изгелеге (бәрәкәт) булып килә, бары тик Иисус хаҡы өсөн кеше уға лайыҡ булмаған изгелек һәм бүләк булып, ә гонаһ ҡылған кеше ни өсөндөр (ниндәйҙер ҡылыҡ, эшмәкәрлек, бүләк биргән һ.б. өсөн түгел) алған бүләк булып килмәй.

- Иисус— Алла менән кеше араһында берҙән-бер аралашсы, ҡотолоу тик уға инаныу, ышаныу (иман) аша ғына бирелә.

- Кеше тик Алланы ғына сикһеҙ хөрмәт итергә һәм уға ғына табынырға тейеш, сөнки Ҡотолоу тик уның ихтыяры һәм ғәмәле аша ғына бирелә — Иисустың тәрелә гонаһтар ярлыҡау бүләге генә түгел (кешелекте ярлыҡау өсөн Иисус тәрелә ерҙәге тормошон бирә), Инаныу һәм христиандар йөрәгендә Изге Рух тарафынан тыуҙырылған Ҡотолоуға инаныу бүләге.

Протестантизмдың классик тәғлимәттәре Реформацияның түбәндәге дини докуменеттарында сағылдырыла: Гейдельбергский Катехизис 1563 года (Германия), Книга Согласия 1580 года (Германия), Каноны Дордрехтского Синода 1618—1619 годов, (Дордрехт, Нидерланды), Вестминстерское исповедание веры 1643—1649 годов (Вестминстерское аббатство, Лондон, Великобритания).

Протестант теологияһына нигеҙ һалыусылар: Мартин Лютер, Жан Кальвин, Ульрих Цвингли, Ф. Меланхтон.

Гуттериттар хоры

XVIII—XIX быуаттарҙа Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Америкала протестант сиркәүҙәрендә евангеликализм (evangelicalism) барлыҡҡа килә. Был лютеран, англикан һәм реформаттар сиркәүе эсендәге, ҡоро догматика һәм иерархиялылыҡҡа яуап итеп тыуған хәрәкәт, ҡайһы бер осраҡта уның нигеҙендә Мәғрифәтселек быуаты тыуҙырған атеизм, деизм һәм рационализм ята[6].

Евангеликализмдың үҙенсәлектәре[7][8]:

- Рухи яңырыуға ынтылыш (Стремление к рождению свыше), уға тик инаныу һәм Алла биргән бәрәкәт, изгелек (благодать) менән генә етеп була.

- Библияны Алланың пак Асышы, кеше тарихының һәм кеше гонаһтарын һәм гонаһтар ғәфү ителеүҙең төрлө осорҙарын тура мәғәнәлә асып биреү тип таныу.

- Христиандар әүҙемлеге позицияһы- миссионерҙар эшмәкәрлеге һәм христиандар йәмғиәте эсендә аралашыу аша күрһәтелгән христиандар әүҙемлеге.

- Крестоцентризм позицияһы (crucicentrism) — Христостың Тәреләге Ҡорбанына айырыv иғтибар итеү, уның аша Иисусҡа инанғандар ғәфү ителә һәм ҡотҡарыла ала.

- Христиандарҙың рухи үҫешенең мөһимлегенә инаныу.

Евангеликализм тарихында Яңы Англияла Бөйөк беренсе уяныу (Великое пробуждение, 1730—1740) осоро - уның ваҡытында вәғәздәр асыҡ һауала үткәрелә, һәм АҠШ-та Икенсе уяныу ( Второе Великое пробуждение, 1800—1830) осоро була- унда XX быуат евангеликализмына ныҡ тәьҫир иткән идеялар авторы Чарлз Финни ҡатнаша.

Айырыуса киң билдәле эшмәкәрҙәр: Джон Уэсли, Джорж Уайтфилд, Джонатан Эдвардс, Чарлз Финни.

Фундаментализм (fundamentals — основы, нигеҙ) — консерватив евангеликалдар араһында XIX быуат аҙағы— XX быуат башында христиан модернизмы һәм либераль теология таралыуға яуап булараҡ барлыҡҡа килгән күп конфессиялы хәрәкәт. «Фундаментализм» атамаһы 1910—1915 йылдарҙа был хәрәкәт вәкилдәре тарафынан сығарылған «Основы: свидетельство истины» (The Fundamentals: A Testimony To The Truth) брошюралары буйынса бирелгән[9][10].

Фундаментализмдың төп идеялары Ниагара бибилия конференциялары (1878—1897) һәм Пресвитериан сиркәүе Генеральассамблеяһы (1910) эшләгән ваҡытта формалашҡан[11] һәм биш принцип рәүешендә яҙып ҡуйылған:

- Библия Алланан һәм ул теүәл (Богодухновенность и непогрешимость Библии).

- Иисус Христос Алла тәбиғәтле һәм ул гонаһһыҙ юл менән яралған (Божественная природа и непорочное зачатие Иисуса Христа).

- Иисус тәрелә кешеләрҙең гонаһтары өсөн үлгән ( Смерть Иисуса на кресте за грехи людей).

- Иисус Христос үлгәндән һуң уның тәне яңынан терелә (Физическое воскресение Иисуса после смерти).

- Иисус Христос киләсәктә кире ҡайтасаҡ (Возвращение Иисуса Христа во плоти в будущем).

Фундаментализмға Библияла донъяны булдырыуҙы һүрәтләүҙе диспенсационализм (Алла һәр бер тарихи осорҙо Асыш (откровение) итеп бирә, Алла менән кеше араһында һәр бер осорҙа айырым килешеү төҙөлә) позицияһынан аңлау, йәки мөмкин булған урындарын (Библияның) туранан -тура аңлау, теологияла яңыртыу һәм секуляризация тенденцияларын (диндең, сиркәүҙең йәмғиәттәге ролен кәметеү), шулай уҡ эволюция теорияһын ҡабул итмәү хас. Даутонда (Теннеси) «Обезьяний процесс» (1925) үтеү ошо ҡараштарға бәйле була, был процестан һуң фундаменталистар бер нисә штатта Дарвин теорияһын уҡытыуҙы рәсми тыйыуға өлгәшә[10].

1919 йыл — Бөтә донъя христиандарҙың фундаменталистик ассоциацияһы булдырыла. 1942 йыл — евангелистарҙың Милли ассоциацияһын булдырыу, был 1930 йылдарҙа хәрәкәттең көсһөҙләнеүенән һуң яңынан популярлашыуына булышлыҡ итә[10].

Фундаменталистар хәрәкәтенең иң билдәле эшмәкәрҙәре: Джон Мейчен (инг.)баш., Рубен Торрей (инг.)баш., Льюис Сперри Чафер (инг.)баш. (Даллас дини семинарияһына нигеҙ һалған), Чарльз Фуллер (инг.)баш. ( Фуллер семинарияһына нигеҙ һалған).

Диалектик теология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диалектик теология, йәки көрсөк (кризис) теологияһы — XX быуаттың 20—30 йылдарында Европала барлыҡҡа килгән протестантизм теологияһы йүнәлештәренең берһе. Был теология мәктәбенә Швейцариянан пастор Карл Барт була, ул үҙенең «Толкование на послание апостола Павла к римлянам» (2 изд., 1922) тигән китабында шул дәүерҙә ҡабул ителгән Библияны либераль тәфсирләүгә ҡаршы ҡәтғи протест белдерә [12].

Шул уҡ ваҡытта дини ҡараштар мөһимлеге буйынса бер-береһе менән сағыштырып булмаған төшөнсәләрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйыу рәүешендә асып һалына, мәҫәлән, Алла һәм кеше, мәңгелек һәм ваҡыт, инаныу һәм дин һ.б., һөҙөмтәлә был теология диалектик теология тип йөрөтөлә башлай. Тарихи күҙлектән ҡарағанда, диалектик теология— ниндәйҙер кимәлдә Реформация идеяларына кире ҡайтыу[13][14], откуда произошло ещё одно её название — «неоортодоксия».

Диалектик теологияның төп принциптары :

— Алла менән кеше араһында тәрән айырма бар, Алла кешенең Уны рациональ фекер йөрөтөү аша үҙ алдына танып белеү мөмкинлегенән ситтә тора.

— Христианлыҡ мораль, культ ритуалы, социаль ғәҙеллек идеялары йыйылмаһы түгел һәм хәҙерге цивилизация мәнфәғәттәренә яраҡлаштырыуҙы талап итмәй[15].

— Кеше үҙ аллы Алланы танып белә алмаһа ла, Алла Үҙе кешегә асыла[15].

— «Иисус Христос— берҙән-бер Алла Һүҙе» һәм христиан теологияһының берҙән-бер маҡсаты, асылы һәм эстәлеге. Тик Иисусҡа ышанып ҡына кеше алла алдында гонаһ эшләү, яңғылышыу һәм башбаштаҡланыуҙан ҡотола ала[15].

— Библия — сиркәү вәғәздәренең нормаһы һәм критерийы. Алла Һүҙе вәғәздә еткерелгән хәбәрҙә генә йәшәмәй, ә вәғәз яҙма һүҙгә, йәки Библияға һылтана[12].

Диалектик теология сиктәрендә консерватив фундаменталистик ҡына түгел, ә либераль-теологик тенденциялар ҙа була, был уның һуңыраҡ тарҡалыуына килтерә.

Хәҡиҡәт тик Христос хәбәрендә генә, Алла асышында (откровение) ғына, ә тәбиғәте менән гонаһлы кешелә һәм сәйәси уйындар менән мауығып китеүсе сиркәүҙә түгел тигән идеяны үҫтереп, немец протестант теологы Бультман Евангелиенан (Инжилдән), уның фаразлауынса, кешеләр яҙғанды айырырға тәҡдим итә. Ул Яңы Ғәһедте мифтарҙан айырыу («демифологизация») программаһын тәҡдим итә, уға ярашлы Инжил (Евангелие) текстарында ул мифология итеп ҡарап булған фрагменттарҙы айыра һәм уларҙы тейешенсә аңлата (интерпретация) (Бультман мифологияны алып ташларға тимәй, ә уларҙы баштағы маҡсатҡа ярашлы аңлатырға кәрәк тип иҫәпләй, шул осраҡта ысын миф ситкә ҡуйыла)[12].

Алланы Һүҙ аша ғына түгел, ә башҡа ысулдар аша ла танып белергә була тип уйлап, Бультман һәм башҡа диалектик мәктәп теологтары философия Алла Һүҙен аңларға ярҙам итә ала тип фаразлай, шулай итеп, улар ысынында үҙҙәре инҡар иткән либераль теология идеяларына кире әйләнеп ҡайта.[15] Был фекер консерватив теологтарҙың ҡәтғи тәнҡит утына тотола.

Диалектик теологияның тарҡалыуына сәйәси ваҡиғалар ҙә тәьҫир итә: Карл Барт һәм Пауль Тиллих фашистик идеологияны ғәйепләп сыға[16], ә Гогартен менән Рудольф Бультман нацистарға яҡын булған «Немец христиандары» менән хеҙмәттәшлек итә.

Консерватив йүнәлештәге «неоортодоксия» формаһындағы идеялар[15] АҠШ-та ары үҫешә, ләкин АҠШ-та неоортодоксия позициялары тағы ла консервативыраҡ булған фундаментализм тарафынан көсһөҙләнә.

Диалектик протестант мәктәбе теологтары: Карл Барт, Пауль Тиллих, Рудольф Бультман, Фридрих Гогартен.

Йәшәү рәүеше, этика һәм мораль мәсьәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Макс Вебер «Протестант этикаһы һәм капитализм рухы» (Протестантская этика и дух капитализма) китабында протестантизм йолалары һәм ҡараштарының капиталистик кәсепселек (промысел) һәм эшҡыуарлыҡ азатлығына ыңғай тәьҫир итеүен билдәләй. Протестантлыҡдың был һыҙаты хәҙерге заманда айырыуса АҠШ-та һәм донъялағы ҡайһы бер илдәрҙә таралған. Вебер, мәҫәлән, тәү осорҙа капитал туплау сығанағы тип аскетизм һәм байлыҡ туплауҙы атай. Ғаиләләр, секта һәм общиналарҙағы бер-береңә ышаныс ваҡытты бушҡа уҙҙырмау (һәр саҡ эш менән мәшғүл булырға) менән бергә сауҙа һәм банк эше, һуңыраҡ эре сәнәғәт капиталының үҫеүенә килтерә (был өлкәлә протестанттар күптәргә өлгө булырлыҡ).

Протестантлыҡ этикаһы тарихи яҡтан инаныу аша аҡланыу (оправдание верой) һәм Sola Fide (спасение «только верой») протестант дини тәғлимәтенә бәйле. Һөйөү инаныу һөҙөмтәһе итеп ҡарала, «схоласттар уйлағанса, һөйөү инаныуҙы булдырмай, ә киреһенсә, инаныу һөйөүҙе булдыра»[17].

Классик протестант дини тәғлимәте буйынса Евангелие (Инжил) Ҡанунындағы әхлаҡ талаптарының маҡсаты— төрлө эштәр эшләүгә этәреү, изгелеккә ярҙам итеү һәм яуызлыҡҡа ҡамасаулау. Ҡанундың рухи әһәмиәте— гонаһты күрһәтеү, асып һалыуҙа (указать) һәм шуның менән тәүбәгә (покаяние) килтереүҙә. Мартин Лютер буйынса Инжил (Евангелие) Ҡанун нигеҙендә һәм уға бәйле өйрәтелергә тейеш, юҡһа уның мәғәнәһе ҡалмай. Антиномистар менән бәхәс барышында Мартин Лютер һәм ортодокс дин белгестәре Тәүатта (Библияның иң боронғо өлөшө) яҙылған әхлаҡ нормалары христиандар өсөн мөһим түгел һәм уларҙы «Евангелие» номалары менән алмаштырырға кәрәк тигән фекергә ҡаршы сыға[18].

Тәүрат (Ветхий Завет) менән Яңы Ғәһедтә (Новый Завет) яҙылған эхлаҡ нормаларының берҙәмлеге һәм күсәгилешлеге тураһындағы ҡараш ортодокс протестант теологтарына бөгөн дә хас.

Хәҙерге протестантизмда антиномизм идеялары дини ойошмалар эшмәкәрлегендә күренә, улар Хоҙай Ҡануны (Божий Закон һәм Ун Васыятҡа-Десять заповедей) нигеҙләнгән әхлаҡ системаһы урынына башҡа системаны уйлап сығара. Антиномизм этикаһындағы әхлаҡи идеалдар үҙҙәре изгелектең урынын алырға ынтыла, улар кешеләрҙе хөрәфәттәрҙән ҡотҡарырға, кеше ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә вәғәҙәләй. Ортодокс (эҙмә-эҙлекле, дин нигеҙҙәренә тоғро) христиан этикаһында бындай ҡараш Изгелек (Благодать, Бәрәкәт, Алланың Рәхмәте) тураһындағы тәғлимәтте яуыз ниәттә гонаһлы тәнде ҡәнәғәтләндереү өсөн файҙаланыу тип иҫәпләнә, һәм ул ҡайһы бер зинаны (боҙоҡлоҡ, фәхеште) ғәфү итеүсе һәм хатта аҡлаусы дини ойошмалар («секталар») эшмәкәрлегендә сағыла[19].

Хәҙерге либераль протестант теологтарының бер аҙы ҡайһы бер протестантизм ғына түгел, ә тотош христианлыҡҡа хас мораль нормаларҙы инҡар итә (мәҫәлән, енси тормош мәсьәләләрендә). Тәүраттағы васыяттарҙа (заповеди) гонаһлы тормош алып барыуҙы ғәйепләү ҡайһы бер ультралиберал теологтар тарафынан Тәүраттағы васыяттарҙы һайлап алып ҡулланыу тип ҡарала, улар, былай булғас, Тәүраттың бөтә васыяттарын да үтәргә кәрәк ти, шулай итеп, кашрут (кашер, рөхсәт ителгән һәм харам ашамлыҡ тураһында), Суббота (Шаббат, Алла донъяны булдырғандағы етенсе етенсе көн, йәһүдтәр был көндө эш эшләмәй торорға тейеш) һәм енси тәртипте яйлаусы васыяттарҙы бер таҡтаға теҙә[20].

Һуңғы йылдарҙа был идеялар ҡайһы бер Көнбайыш һәм Төньяҡ Европа илдәрендә, башлыса лютеранлыҡ һәм англиканлыҡ сиркәүҙәре булған илдәрҙә, ныҡ таралды. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер илдәрҙә (Африка, Азия, Латин Америкаһы) был идеялар ошо уҡ дини конфессиялар ойошмаларында яҡлау тапманы, хатта уларға ҡаршы сығыусылар булды[21].

Протестанттар Рәсәйҙә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Килеп сығыу тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге Рәсәй территорияһында протестанттар общиналарына Европа илдәренән 1524—1533 йылдарҙа Лютер осоронда йәшәгән бөйөк кенәз Василий III сауҙагәрҙәр һәм һөнәрселәр нигеҙ һала[22].

1524 йылда Бөйөк Мәскәү кенәзлеге менән Швеция араһында солох килешеүе төҙөлгәс, Рәсәйгә Швеция, Дания, һуңыраҡ Англия менән Голландиянан Лютер тәғлимәтен яҡлаусылар килә башлай. Сауҙагәрҙәр менән бергә төрлө оҫталар («умельцы») килә, уларҙы Василий III дәүләт хеҙмәтенә махсус рәүештә саҡырта. Улар, башлыса, протестант аптекарҙар, рәссамдар, һөнәрселәр була. Уларҙың барыһына ла үҙ өйҙәрендә англикан, лютеран һәм реформат сиркәүе дини йолаларын үткәрергә ирек бирелә[23].

Һуңыраҡ Иван IV Грозный заманында медиктар, тупсылар («пушкарники»), алтын һәм көмөш эҙләүселәр («искатели злату и серебру»), зәрҡәндәр (ювелиры), рәссамдар һәм башҡа белгестәр килә, бер аҙҙан уларға хәрбиҙәр ҙә өҫтәлә. Европанан Рәсәйгә Фёдор Иоаннович, Борис Годуновта (дини һуғыштар арҡаһында төрлө илдәрҙән ҡасҡындарҙы Рәсәй дәүләтенә ҡабул итә), Михаил Фёдорович (1613—1645) һәм Алексей Михайлович (1645—1676) күпләп саҡыра. Рәсәйгә протестант илдәренән юғары квалификациялы белгестәрҙе Пётр I лә шулай уҡ әүҙем саҡыра, ул хаким иткән осорҙа илгә бик күп белгес- математик, химик, физик ғалимдар, һәм шулай уҡ карап төҙөүселәр, руда эҙләүселәр, диңгеҙселәр, тау заводчиктары, хәрби белгестәр килә. Бик күп протестанттар дәүләттә иң юғары вазифаларҙы биләй, Рәсәйҙең иң юғары ҡатламына инә[23]. Христиан-протестанттар Екатерина II (1763, 1789 йылдан) заманында көньяҡ һәм Волга буйы ерҙәрен эшкәртә башлау өсөн күпләп килә, батшабикә күсеп килеүселәргә бик күп өҫтөнлөктәр бирә, уларҙы хәрби хеҙмәттән һәм граждан хеҙмәтенән, 30 йылға һалымдан азат итә, бынан тыш сит илдән күсеп килеүселәргә тулы тулы дини ирек бирелә[23].

Рәсәйҙә протестанттар һаны бигерәк тә Ливония һәм Швеция менән һуғыштан һуң күбәйә. 1721 йылғы Ништадт килешеүе буйынса Швеция Рәсәйгә Лифляндия (Латвияның бер өлөшө), Эзель утрауы менән бергә Эстляндия, Ингерманландия (хәҙерге Санкт-Петербург тирәләй ерҙәр) һәм Выборг менән Финляндияны бирергә мәжбүр була. Яңы Рәсәйгә ҡушылған ерҙәрҙә дини ирек һаҡланырға тейеш була: "Ҡалдырып кителгән (шведтар тарафынан) ерҙәрҙә дини көсләү булмаясаҡ, киреһенсә, Евангелие дине, сиркәүе һәм мәктәптәре, һәм уға ҡараған башҡа әйберҙәр Швеция дәүләтендә нисек булған, шул хәлдә тотоласаҡ, уларҙа (был ерҙәрҙә) грек (православ) сиркәүе йолалары киләсәктә шулай уҡ ирекле һәм бер ниндәй ҡамасауһыҙ башҡарыла алырға тейеш " («В уступленных землях не имеет быть введено принуждение в совести, а напротив того Евангелическая вера, церкви и училища, и что к тому принадлежит, на том основании, на котором при последнем Свейском правительстве были, оставлены и содержаны будут с тем однако ж, чтобы в них и вера греческого исповедания впредь также свободно и без всякого помешательства могла быть отправлена»). Рәсәй империяһына яңы ерҙәрҙе ҡушыу XIX быуат башына тиклем бара, яңы ҡушылған ерҙәрҙән кешеләр Рәсәйҙең башҡа өлкәләрендәге буш ерҙәргә күсеп ултыра башлай. Был процесс XX быуат башына тиклем бара[23]. 1940 йылда Латвия, Литва һәм Эстония СССР-ға ҡушылғандан һуң протестанттарҙы, башлыса, көсләп башҡа өлкәләргә күсереү бара, яңы урындарҙа протестант сиркәүҙәре барлыҡҡа килә башлай[24].

Төрлө осорҙарҙа яңы ерҙәрҙән һәм унда йәшәгән кешеләрҙән тыш Рәсәйҙә күп кенә әсирҙәр ҡала, бигерәк тә төрөлө һөнәр эйәләрен Рәсәй хөкүмәте үҙ илдәренә кире ҡайтарыуға ҡаршы була. Әсирҙәр Иван Грозный (1558—1582) заманында Ливония һуғышы (Мәскәүҙәге тәүге пасторҙар әсирҙәр араһынан һайлана), Пётр I заманында Төньяҡ һуғыш ваҡытында күп була. Ҡайһы бер әсирҙәр дәүләт хеҙмәтенә ҡабул ителә, Воронежда (Рәсәй флотына нигеҙ һалынған урын) төпләнгән шведтар өсөн ике кирха (ҡорам) төҙөлә[23].

XVII быуат аҙағында Мәскәүҙә 2 лютеран сиркәүе була (Изге Михаил менән Изге Пётр һәм Павел) һәм бер Евангелист- реформат (кальвинисттар) сиркәүе; оҙаҡламай кирхалар менән протестант мәктәптәре Әстерхан, Архангельск һәм башҡа сауҙагәрҙәр ҡалаларында барлыҡҡа килә. Пётр I заманынан алып, Рәсәйҙәге православ булмаған христандар эштәре менән Синод шөғөлләнә (һуңыраҡ— Лифляндия, Эстляндия һәм Финляндия эштәре буйынса Юстиц-коллегия). 1817 йылда Дини эштәр һәм халыҡ мәғарифы буйынса министрлыҡ булдырыла.

XVIII быуат эсендә Петербургта 12 протестант общинаһы барлыҡҡа килә: өс немец лютеран, швед лютеран, фин лютеран, кадет корпустарында ике төрлө милләтле, голланд реформат, дөйөм немец реформат һәм француз реформат, англикан (Английская набережная, 56)[1] һәм немец «Евангелие буйынса туғандар». Санкт-Петербург та протестанттарҙың дөйөм һаны быуат аҙағына 6000 кешенән артып китә[2].

1832 йылда Николай I Рәсәй империяһы протестант сиркәүҙәре Уставын раҫлай. Устав буйынса, общиналар Юғары совет һайлай (конвент), ул дини закондарҙы һәм дәүләт закондарын үтәүҙе күҙәтә. Пасторҙар дворяндар кеүек үк хоҡуҡ менән файҙалана (өҫтөнлөктәре була), уларҙың хеҙмәт хаҡының бер өлөшө ҡаҙнанан бирелә.

Протестанттар Башҡортостанда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Протестант- швед әсирҙәр Көньяҡ Уралға Пётр I заманында ебәрелә, уларҙың күбеһе православиеға күсеп, казактар рәтенә инеп китә. Протестанттар тураһында материалдар бик күп түгел. XIX быуат аҙағында Башҡортостан биләмәләренә немец-меннониттар һәм славян евангелист «штундист» христиандары күсеп килә башлай. Белорет металлургия заводында инженер-техник хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе немец, йәки швед милләтенән була (Ф. М. Вогау, Р. В. Германн, Г. М. Марк, А. Э. Гассельблат, шведтар- бер туған Андерсондар һ.б, уларҙың береһе Белоретта ҡала) 1909 йылғы Өфө губернаһы баптист-протестант общиналары исемлеге һаҡланып ҡалған. Баптист немецтар батша режимы тарафынан эҙәрлекләнә, шул сәбәпле улар 1904—1905 йылдарҙа Башҡортостан тарафтарына ла килеп сыға. 1910 йылда немец һәм Балтик буйы кешеләренән торған евангелист-лютерандар общинаһы барлыҡҡа килә. Беренсе донъя һуғышы осоронда немецтарҙы көнбайыш губерналарҙан Рәсәйҙең эске өлкәләренә китергә мәжбүр итәләр, протестант- немецтар Башҡортостан биләмәһенә лә килә (Билдәле кинематографист Пауль Тиман 1915 йылда «Өфөлә мөфтөй Солтановты ерләү» тигән Башҡортостан тураһындағы беренсе фильмды төшөрә).

Өфө. Бөтә халыҡтар доға ҡылыу йорто. Баптист протестанттар сиркәүе

Совет осоронда протестанттарҙың дини тормошо ла сикләүҙәргә дусар була. СССР тарҡалғандан һуң 1980—2000 йылдарҙа Башҡортостанда төрлө протестант ойошмалары төҙөлә, уларҙың күбеһендә сит илдән ебәрелгән миссионерҙар үҙ эшмәкәрлеген йәйелдерә. Кальвинизм общиналары революцияға тиклем Себер, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Көнбайыш Украинала тарала. Совет осоронда кальвинистар (реформат) хәрәкте тыйыла. XX быуаттың 90 йылдарында реформат ойошмалары яңынан күренә башлай. 1999 йылда Тверҙа Рәсәй реформаттарҙың (кальвинисттар) 1-се конгресы үтә. 1999 йылдан башлап Өфөлә 1 кальвинист сиркәүе эшләй («Возрождение»)[25].

Баптистарҙың Башҡортостанда 22 ойошмаһы бар, етәүһе- Өфөлә. Бынан тыш бер нисә протестант ассоциацияһы сиркәүҙәре бар. Улар дин тотоусылар менән генә эшләмәй, ә үҙ ойошмаларына яңы кешеләрҙе йәлеп итеү өсөн тырышлыҡ һала, балалар уҡыта, улар менән тәрбиәүи эштәр алып бара.

Протестанттар һаны һәм донъяла урыны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшеренеүселәрҙең күбеһе фекеренсә, Ерҙә йәшәгән халыҡтың 33 % христианлыҡтың теге, йәки был формаһы яҡлы[26][27][28][29][30][31][32][33]. The Pew Forum on Religion үҙәге тикшеренеүҙәрендә донъя халҡының 32 % тиелә [34]. Протестантлыҡ христианлыҡтың икенсе ҙур йүнәлеше, уға 800 млн кеше инә[35][36][37].

Хәҙерге заманда протестантизм идеялары донъялағы бөтә илдәргә лә үтеп ингән. 92 илдә протестантизм христианлыҡтың төп йүнәлеше, 49 илдә протестанттар ил халҡының күпселеген тәшкил итә[38].

Протестанттар- Скандинавия илдәре, АҠШ, Бөйөк ритания, Австралия, Яңы Зеландияла иң ҙур дини төркөм. Германия, Нидерланд, Канада, Швейцарияла протестантизм ике төп дини төркөмдө тәшкил итә ( католицизм менән бергә)[39].

Миссионерҙар тырышлығы менән, XXI быуат башына протестанттар бер нисә Африка илендә (Либерия, Намибия, Замбия, Зимбабве, Ботсвана, Гана, Үҙәк Африка Республикаһы, Кения, Малави, Конго) һәм Тымыҡ океан илдәрендә (Папуа-ңы Гвинея, Фиджи, Самоа, Тонга, Соломон утрауҙары, Вануату) халыҡтың күпселеген үҙ диненә күндерә алған. Электән католик булған Латин Америкаһында ла протестанттар һиҙелерлек уңышҡа ирешкән. Бөгөн Гондурас, Сальвадор, Гватемала, Доминика, Белиздағы халыҡтың өстән бер өлөшө-протестант. Гаити, Никарагуа, Коста-Рика, Доминикан Республикаһы һәм Бразилия кеүек католиктар илдәрендәге халыҡтың 20 % протестант[38].

Иң ҙур протестант( 10 млн христиандан артыҡ, йәмғеһе 220 400 000 кеше) сиркәүҙәре:

Христианлыҡтың төп йүнәлештәре
Сиркәү Протестанттар Конфессия
1 Ассамблеи Бога 67 500 000 Пятидесятники
2 Церковь Англии 25 000 000 Англикане
3 Адвентисты седьмого дня 25 000 000 Адвентисты
4 Евангелическая церковь Германии 23 700 000 Лютеране и реформаты
5 Англиканская церковь Нигерии 18 000 000 Англикане
6 Южная баптистская конвенция 16 200 000 Баптисты
7 Церковь «Китай за Христа» 12 000 000 Пятидесятники
8 Объединённая методистская церковь 12 000 000 Методисты
9 Церковь Уганды 11 000 000 Англикане
10 Китайское евангельское братство 10 000 000 Пятидесятники
  1. 2,0 2,1 Протестантлыҡ / О. В. Куропаткина // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  2. 3,0 3,1 ПРОТЕСТАНТИЗМ // Энциклопедия истории Украины // Институт истории Украины НАН Украины
  3. Религиоведение: энциклопедический словарь. Забияко, Андрей Павлович, Красников, Александр Николаевич, Элбакян, Екатерина Сергеевна. Академический проект, 2006. Страниц: 1254.
  4. Смирнов М. Ю., 2005
  5. ЕВАНГЕЛИКИ. Дата обращения: 17 август 2013. Архивировано 24 август 2013 года.
  6. Bebbington D. W. Evangelicalism in Modern Britain: A History from the 1730s — to the 1980s. L.; Boston, 1989
  7. George M. Marsden, Understanding Fundamentalism and Evangelicalism, Eerdmans, Grand Rapids, 1991, p. 4
  8. Кошко М. В. Появление и развитие протестантского фундаментализма в США // Вестник Ленинградского государственного университета им. А. С. Пушкина. 2013. № 2. Т. 2.
  9. 10,0 10,1 10,2 [dic.academic.ru/dic.nsf/enc_philosophy/1323/ФУНДАМЕНТАЛИЗМ Фундаментализм Религиозный]
  10. Евангелики
  11. 12,0 12,1 12,2 Хегглунд, 2001, гл. 34. «Теология начала XX века. Современные направления и идеи», с. 341
  12. Диалектическая теология // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  13. ДИАЛЕКТИ́ЧЕСКАЯ ТЕОЛО́ГИЯ 2019 йыл 1 август архивланған., Большая российская энциклопедия // С. С. Аверинцев
  14. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 Гараджа В. И. Диалектическая теология // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов. — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
  15. Диалектическая теология // Христианство: Словарь/ Под общ. ред. Л. Н. Митрохина.— М.: Республика, 1994. — С. 129. ISBN 5-250-02302-9.
  16. Хегглунд, 2001, гл. 21. «Лютер»
  17. Хегглунд, 2001
  18. С. В. Булгаков Справочник по ересям, сектам и расколам. Антиномизм 2012 йыл 29 февраль архивланған.
  19. Oliver «Buzz» Thomas. When religion loses its credibility (инг.) // USA TODAY, 19 ноября 2006; русский перевод: Оливер Томас. Когда религия теряет доверие 2013 йыл 4 октябрь архивланған. (недоступная ссылка с 26-05-2013 (4161  день) — историякопия)
  20. Каргина И. Г. Метаморфозы христианства на фоне постмодернистского пейзажа / И. Г. Каргина // Политические исследования. — 2012. — № 5. — С. 106—122.
  21. Энциклопедия Брокгауза и Эфрона. Избранные статьи [Pagez.ru]
  22. 23,0 23,1 23,2 23,3 23,4 Российская цивилизация: Этнокультурные и духовные аспекты: Энц. Словарь. М.:Республика,2001. — С.326-332. 2017 йыл 9 сентябрь архивланған.
  23. Истоки протестантизма в России. Доцент кафедры религиоведения РАГС, кандидат философских наук Лопаткин Ремир Александрович. Дата обращения: 30 август 2013. Архивировано из оригинала 27 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
  24. Протестанты в Башкирии
  25. J. Gordon Melton, Martin Baumann. Religions of the World: A Comprehensive Encyclopedia of Beliefs and Practices. — Second Edition. — Santa Barbara, California; Denver, Colorado; Oxford, England: ABC-CLIO, 2010. — С. lix. — ISBN 978-1-59884-203-6.
  26. CIA. World (ингл.). The World Factbook. Дата обращения: 27 апрель 2013. 2010 йыл 5 ғинуар архивланған.
  27. Major Religions of the World Ranked by Number of Adherents (ингл.). Adherents.com (2000). Дата обращения: 27 апрель 2013. Архивировано 30 апрель 2013 года. 2010 йыл 29 ғинуар архивланған.
  28. Динамика численности религий в мире. historic.ru (27 ғинуар 2004). Дата обращения: 27 апрель 2013.
  29. ХРИСТИАНСТВО. Универсальная научно-популярная энциклопедия «Кругосвет». Дата обращения: 27 апрель 2013. Архивировано 30 апрель 2013 года.
  30. Количество христиан увеличится к 2050 году. Мир Религий (23 апрель 2001). Дата обращения: 27 апрель 2013. 2013 йыл 9 ноябрь архивланған.
  31. The state of the Christian world 2000 (ингл.) (недоступная ссылка — история). Gospel Preached (2000). Дата обращения: 27 апрель 2013. Архивировано 30 апрель 2013 года. 2013 йыл 8 май архивланған.
  32. Status of Global Mission, 2011, in Context of 20th and 21st Centuries (ингл.) (недоступная ссылка — история). Dr. Douglas A. Blanc (2011). Дата обращения: 27 апрель 2013. Архивировано 30 апрель 2013 года.
  33. Global Christianity (ингл.). The Pew Forum on Religion & Public Life (19 декабрь 2011). Дата обращения: 27 апрель 2013. Архивировано 30 апрель 2013 года.
  34. Global Christianity A Report on the Size and Distribution of the World's Christian Population (ингл.). The Pew Forum on Religion & Public Life (19 декабрь 2011). Дата обращения: 27 апрель 2013. Архивировано 30 апрель 2013 года.
  35. Ревуненкова Наталия Владимировна. Протестантлыҡ. — Питер-Юг, 2007. — (Религии мира). — ISBN ISBN 978-5-469-01656-4.(недоступная ссылка)
  36. Светлана Корсак. Кто такие протестанты? Неопубликованное опровержение (недоступная ссылка — история). портал Baznica.Info. Дата обращения: 27 апрель 2013. Архивировано 30 апрель 2013 года. 2015 йыл 11 июнь архивланған.
  37. 38,0 38,1 Christian Population as Percentages of Total Population by Country (ингл.) (недоступная ссылка — история). The Pew Research Center's Religion and Public Life Project (12-19-2011). Дата обращения: 15 август 2013. Архивировано 14 сентябрь 2013 года. 2018 йыл 24 декабрь архивланған.
  38. Religions (most recent) by country.
Урыҫ телендә
На других языках
Религиоведческие работы
Протестантские сайты

Ҡалып:Распространение протестантизма Ҡалып:Протестантизм