Абдулла (Мәсетле районы)
Абдулла | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Абдулла ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Абдулла ауыл советы |
Халыҡ һаны | 510 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 452555 |
Абдулла (рус. Абдуллино) — Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районындағы ауыл. Абдулла ауыл Советы үҙәге. Почта индексы — 452555, ОКАТО коды — 80242801001.
Дөйөм мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән төньяҡ‑көнбайышҡа 25 км һәм Красноуфимск тимер юл станцияһына (Свердловск өлкәһе) көньяҡҡа табан 91 км алыҫлыҡта Әй йылғаһы буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1268 кеше; 1920 — 1535; 1939 — 964; 1959 — 884; 1989 — 495; 2002 — 553; 2010 — 510 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға 17 быуат аҙағында Себер даруғаһы Ҡошсо олоҫы Ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылға нигеҙ һалыусы Абдулла исемен йөрөтә. 1690 йылда беренсе тапҡыр телгә алына. 1759, 1776, 1782 йылғы керҙәшлек килешеүҙәр буйынса яһаҡ түләүсе татарҙар килеп төпләнә. Уларҙың бер өлөшө артабан типтәр ҡатламына күсә.
1795 йылда 70 йортта 343 кеше йәшәгән. 1865 й. ике Абдулла ауылы теркәлгән: береһендә 73 йортта 478 кеше йәшәгән (малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, арба һәм сана яһау менән шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище булған), икенсеһендә 72 йортта — 409 кеше (игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище, 4 ат тирмәне булған). 1906 йыл беренсе ауылда 171 йортта 690 кеше йәшәгән, мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән; икенсеһендә 106 йортта — 578 кеше, мәсет, мәктәп, тимерлек, мөгәзәй иҫәпкә алынған. 20 быуаттың 20‑се йылдарында алып был ике ауыл бергә иҫәпләнә. Абдулла янында Абдулла ҡаласығы урынлашҡан. З.Ғ.Әйүпова ошо ауылда тыуған
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 25 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Красноуфимск): 91 км
Урамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме [7]:
- башҡ. Октябрҙең 60 йыллығы (урамы) — рус. 60 лет Октября ( улица )
- башҡ. Әй (урамы) — рус. Айская ( улица )
- башҡ. Әй (тыҡрығы) — рус. Айский ( переулок )
- башҡ. Комсомол (урамы) — рус. Комсомольская ( улица )
- башҡ. Комсомол (тыҡрығы) — рус. Комсомольский ( переулок )
- башҡ. Ленин (урамы) — рус. Ленина ( улица )
- башҡ. Туғай (урамы) — рус. Луговая ( улица )
- башҡ. Матросов (урамы) — рус. Матросова ( улица )
- башҡ. Йәштәр (урамы) — рус. Молодежная ( улица )
- башҡ. Мулланур Вахитов (урамы) — рус. Мулланура Вахитова ( улица )
- башҡ. Мулланур Вахитов (тыҡрағы) — рус. Мулланура Вахитова ( переулок )
- башҡ. Яңы (урам) — рус. Новая ( улица )
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абуталипова Ирина Нурый ҡыҙы (4.10.1949), врач-пульманолог, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (1987). Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001).
- Ҡаҙыева Розалия Мәүләүи ҡыҙы (15.06.1956), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—2012 йылдарҙа Мәсетле районы Яңы Мөслим урта мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты буйынса үткәрелгән «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсында еңеүсе (2008).
- Мирсаев Нурый Мирсай улы (22.04.1922 — ????) — педагог, дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында, 1945 йылғы Еңеү Парадында ҡатнашыусы. Ирина Абуталипова, Рафаил һәм Рәмил Мирсаевтарҙың атаһы.
- Әйүпова Зилара Ғайса ҡыҙы (15.06.1933 — 20.09.2014) — бейеүсе, 1955—1975 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1959). «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры.
- Әсәҙуллин Әнис Ҡасим улы (2.05.1965), иҡтисадсы, хужалыҡ һәм дәүләт хеҙмәткәре. Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ 4,0 4,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 5,0 5,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ "Налог Белешмәһе" системаһында Абдулла ауылы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |