Эстәлеккә күсергә

Бәһбудов Рәшид Мәжид улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәһбудов Рәшид Мәжид улы
әзерб. Rəşid Məcid oğlu Behbudov
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1 (14) декабрь 1915[1]
Тыуған урыны Тбилиси, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 9 июнь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[3][4] (73 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Баҡының арҙаҡлылары ерләнгән аллея[d]
Атаһы Бейбутов, Меджид Бехбудалы оглы[d]
Балалары Rashida Rashid[d]
Һөнәр төрө опера йырсыһы, кино актёры, актёр, сәйәсмән, йырсы
Эшмәкәрлек төрө поп-музыка[d][5], Опера[5], Фильм[5], Театр[5] һәм популяр музыка[d][5]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1989
Йырсы тауышы тенор[d] һәм тенор-альтино[d]
Музыка ҡоралы фортепиано, тар[d], вокал[d] һәм молоточковое фортепиано[d]
Жанр фолк[d] һәм Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Бәһбудов Рәшид Мәжид улы Викимилектә

Рәши́д Мәжи́д улы Бәһбу́дов (әзерб. Rəşid Məcid oğlu Behbudov); (1915, Тифлис, Рәсәй Империяһы — 1989, Мәскәү, СССР) — әзербайжан совет эстрада һәм опера йырсыһы (тенор), актёр.

СССР-ҙың халыҡ артисы (1959), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980), икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) һәм Әзербайжан ССР-ы дәүләт премияһы лауреаты (1978).

Рәшид Бәһбудов Тифлиста, (хәҙер Тбилиси, Грузия), 1915 йылдың 14 декабрендә тыуған. Атаһы Мәжид Бәһбутов сығышы менән Шушанан, билдәле халыҡ йырсыһы ханәндә булған. Әсәһе, Фирүзә Вәкилова урыҫ теле уҡытыусыһы, шулай уҡ Тифлис клубында драма түңәрәге алып барған.

1933 йылда Рәшид Бәһбудов тимер юлсылар техникумына уҡырға ингән, шунда үҙешмәкәр студент оркестры ойошторған. Шунан РККА-ла хеҙмәт иткән, армия ансамбле солисы булған.

Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, бер аҙ Тбилиси эстрада коллективтарында эшләп ала. 1934 йылдан — Ереван филармонияһы солисы. 19381944 йылдарҙа — Әрмәнстан Дәүләт джаз оркестры солисы. Бер үк ваҡытта Ереванда А. Спендиаров исемендәге Әрмән академия опера һәм балет театрында йырлай башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡырым фронтында сығыш яһай.

Баҡыла Рәшид Бәһбудов йәшәгән өй

1943 йылда Баҡы киностудияһында Һәжибәков Үзәйер Абдул-Һөсәйен улының опереттаһы буйынса шулай уҡ аталған Аршын мал алған тигән фильм төшөрөргә булып китәләр. Рәшид Бәһбудов Әскәр опереттала арияһын йырлаған була. Уны фильмда уйнарға саҡыралар. 1945 йылда сыҡҡан фильм СССР һәм күп сит илдәрҙең экрандарында уңыш яулай.

19441956 йылдарҙа Рәшид Бәһбудов — Әзербайджан филармонияһы солисы, 19531960 йылдарҙа — М. Ф. Ахундов исемендәге Әзербайжан опера һәм балет театрында эшләй, Ф. Әмировтың «Севиль» операһында (Балаш) Аршин мал алған музыкаль опереттаһында (Әскәр) ролдәрен уйнай.

1957 йылда филармонияһында джаз стилистикаһын һәм әзербайжан халыҡ инструменттарын берләштергән концерт ансамбле төҙөй, уның художество етәксеһе (19571959), 1966 йылда ойошторған Әзербайджан йыр театрында (әле уның исемен йөрөтә) ғүмеренең ахырына тиклем етәксе һәм солист була.

19301940-сы йылдарҙа юғары тонда башҡарылған йомшаҡ ирҙәр тауышы модаһы осоронда Бәһбутов Кавказ һәм Кавказ аръяғы республикаларында ла, Рәсәйҙә лә бик популяр булып китә. Бәһбутов тауышы — юғары тенор (тенор-альтино), европаса ла, милли ҙә рәүештә башҡара белә. Бәһбутов урыҫса бик яҡшы белгән, һәм йырлағанда кавказ акценты булмаған. Кавказ йырсылары араһында унан да танылғаныраҡ Мөслим Мәһәмәев (Муслим Магомаев) ҡына булғандыр.

1950-се йылдар башында Болгарияла, Венгрияла, Италияла, Һиндостанда , Ҡытайҙа гастролдәрҙә була. Шулай уҡ Сүриәлә, Төркиәлә, Мысырҙа, Иорданияла, Иранда, Ираҡта, Финляндияла, Польшала һәм Латин Америкаһы илдәрендә йырлай.

СССР-ҙың бик төбәктәрендә концерттар ҡуя, ҡайҙа барһа, шунда урындағы телдәрҙә йырҙар өйрәнеп башҡара. Һиндостанда хатта Бәһбутовты йырлатыуҙы талап итеп транспортты ҡамалап тотоп торалар.

Рәшид Бәһбутов милли опера һәм музыкаль комедия үҫешенә ҙур өлөш индерә. Сәхнә өсөн генә яралтылған һын-ҡиәфәте, ҙур артист таланты һәм һөйкөмлөлөгө, төрлө милләт музыкаһын аңлай белеү һәләте Рәшид Бәһбутовты ғүмере буйына уңышлы сығыш яһарға мөмкинлек бирә.

Йырсының репертуары бик киң була. Күберәк ул әзербайжан композиторҙары әҫәрҙәрен, милли йырҙарын, совет композиторҙары йырҙарын башҡара.

Бер нисә нәфис фильмда төшә.

СССР Юғары Советының Милләттәр Советы депутаты, СССР Юғары Советының 7—11 саҡырылыштары депутаты була (1966—1989)[6].

Ҡатыны — Йәйран ханым Бәһбутова (3.05.2017 вафат). 1965 йылда ҡыҙҙары Рәшиҙә Бәһбутова донъяға килә, ул атаһы юлын дауам итә. Хәҙер йырсы Рәшиҙә Бәһбутова Әзербайжандың атҡаҙанған артисткаһы.

Рәшид Бәһбутов 1989 йылдың 9 июнендә Мәскәүҙә уңышһыҙ үткән хирургик операциянан вафат була. Баҡыла ерләнгән.

  • 1945 — «Аршын мал алған» — Әскәр
  • 1954 — «Родному народу»
  • 1955 — «Любимая песня» — «Бахтияр») — Бахтияр Мурадов
  • 1956 — «К счастью» (документальный фильм)
  • 1959 — «В этот праздничный вечер»
  • 1959 — «Весна азербайджанской культуры»
  • 1970 —"Ритмы Апшерона" (Фильм-концерт)
  • 1970 — «Встреча на свадьбе» (документальный фильм)
  • 1970 — «От сердца к сердцу» (документальный фильм)
  • 1974 — «Тысяча первая гастроль» — Эльдар
  • 1975 — «Рашид Бейбутов» (документальный фильм)
  • 1981 — «Поющая земля»
  • 1985 — «Рашид Бейбутов» (документальный фильм)
  • 1989 — «Песня сердца» (документальный фильм)
Файл:Мемориальная доска Рашида Бейбутова в Баку.jpg
Баҡыла Рәшид Бәһбутов йәшәгән йортта мемориаль таҡта
  • 1945— «Аршын мал алған»
  • 1953— «Повесть о нефтяниках Каспия»
  • 1955— «Любимая песня»]]
  • 1955— «Хитрость старого Ашира»
  • 1957— «Я встретил девушку»
  • 1963— «Ромео, мой сосед»
  • 2008— «Абсурдистан»

Бүләктәр һәм исемдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980)
  • Грузин ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Дағстан АССР-ының халыҡ артисы
  • Әзербайжан ССР-ының халыҡ артисы (1951)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы(1959)
  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — «Аршын мал алған» фильмында Әскәр роле өсөн (1945)
  • Әзербайжан ССР-ының дәүләт премияһы(1978)
  • Ике Ленин ордены (6.01.1976; 23.04.1980)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орден (1.02.1966)
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены(13.12.1985)
  • Миҙалдар.
Рәшид Бәһбудовҡа бағышланған Әзербайжан маркаһы (1996)
Рәшид Бәһбудовҡа бағышланған Әзербайжан маркаһы (2015)
  • Баҡының бер урамына Рәшид Бәһбудов исеме бирелгән, шул уҡ урамда 2-се музыка мәктәбе һәм Дәүләт йыр театры уның исемен йөрөтә.
  • 2010 йылдың 14 декабрендә ошо көндө мәңгеләштереү өсөн «FLASHMOB Azerbaijan [OFFICIAL]» төркөмө флешмоб үткәрә[7][8].
  • 1996 һәм 2015 йылда Әзербайжанда Рәшид Бәһбудов иҫтәлегенә почта маркалары сығарыла.
  • 2016 йылдың июнендә Баҡыла Рәшид Бәһбудов исемендәге Дәүләт йыр театры бинаһы алдында һәйкәл асылған. Скульптура авторы Әзербайжан халыҡ рәссамы Фуад Салаев[9].
  • Музыка Азербайджана
  • Кулиев, Тофик Алекпер оглы