Википедия:Википедия медицина кәңәштәре бирмәй
Википедияла медицинаның төрлө бүлектәре буйынса мәҡәләләр бик күп, ләкин уларҙағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫ булыуына, медицина мәсьәләләренә ҡағылышлы раҫламаларҙың теүәл булыуына һәм ысынбарлыҡҡа тап килеүенә бер ниндәй ҙә гарантия юҡ. Был раҫламалар дөрөҫ булған хәлдә лә, уларҙың һеҙгә йәки һеҙҙәге симптомдарға ҡағылышы булмаҫҡа мөмкин.
Википедияла булған медицина мәғлүмәте иң яҡшы хәлдә лә дөйөм характерҙағы мәғлүмәт булып тора һәм профессионалдарҙың, мәҫәлән, кардиолог, терапевт, травматолог, хирург һәм башҡаларҙың консультацияларын алмаштыра алмай.
Авторҙар, ҡатнашыусылар, хакимдар, яһаусылар һәм Википедияға ҡағылышы булған башҡа кешеләр был сайтта урынлаштырылған мәғлүмәтте файҙаланыу һөҙөмтәләре һәм эҙемтәләре өсөн яуаплылыҡ тотмай.
Викимедиа Фондының wikipedia.org йә башҡа проекттарында бирелгән бер мәғлүмәт тә медицина консультацияһы бирергә маташыу йә ниндәйҙер юл менән медицина эшмәкәрлеге алып барырға маташыу тип баһалана алмай.
Әлбиттә, һеҙҙең медицинаға һәм сәләмәтлеккә ҡағылышлы мәҡәләләргә индергән һәр өлөшөгөҙ хуплана, һәм һеҙ бында Creative Commons Attribution/Share-Alike лицензияһына ярашлы урынлаштырылған бөтә материалдарҙы ҡуллана алаһығыҙ.