Википедия:Ҡатнашыусыларҙың исемдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

 

 

Әгәр  Википедияла иҫәп яҙмағыҙ булмаһа, уны  булдыра алаһығыҙ. Бынан һуң төҙәтеүҙәрегеҙ һеҙҙең иҫәп яҙмағыҙға бәйләнер, ә IP-адресығыҙға түгел.

Һуңынан ҡатнашыусы исемен үҙгәртергә була, һәм һеҙҙең бөтә индергән өлөшөгөҙ яңы исемегеҙгә бәйләнәсәк. Шуға ҡарамаҫтан, элекке исемегеҙ тураһында мәғлүмәт тә һеҙҙе ҡарамаҡта ҡаласаҡ,  сөнки исемдәр юҡ ителмәй. Үткәндән тулыһынса ҡотолоу өсөн, «тормошто аҡ биттән башларға», йәғни яңы иҫәп яҙмаһы булдырырға кәрәк. Шуның өсөн баштан уҡ үҙегеҙгә ҡулай исем һайларға тырышығыҙ.  

Иҫәп яҙмаһына исем биреү[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатнашыусы исемен һайлау[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатнашыусы исемдәре тураһында инеш ролик

Проектта үҙегеҙгә исем һайлағанда  «Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар…» тигән әйтемде иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сөнки исем — шул кейем һымаҡ, әҙәпле лә, ҡолаҡҡа ятышлы ла булырға тейеш.  Шуға исемегеҙ үҙегеҙгә генә оҡшап ҡалмаһын, башҡаларға ла ыңғай тәьҫир итһен.  

Үҙеңдең ысын исемеңде ҡулланыу  ысын тормошта шәхси һөжүмдәргә, хатта эҙәрлектләүгә юл асыуы ихтимал, шуға исем өҫтөндә ныҡлы уйлағыҙ. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе  псевдоним (ник) ҡуллана. Ҡатнашыусының исеме фекер алышыу биттәрендә күренә, ләкин  быны көйләргә була.

Исемдәр регистрға һиҙгер, беренсе хәреф автоматик рәүештә баш хәреф булып китә.   Баҫмаҡта инглиз йә рус һалынмаһына инмәгән  символдар йыйған саҡта йәтеш булмай һәм ҡулланыуға тәҡдим ителмәй. Техник йәһәттән ҡатнашыусы исеме  ниндәй  символдарҙан да торорға мөмкин, ләкин башҡаларға ауырлыҡ тыуҙырырға тейеш түгел. Исем башҡаларға оҡшамаһа, унан ҡотолоу – һеҙҙең мәнфәғәттә.  Нимәләргә иғтибар итергә  — ҡарағыҙ: § ҡулланыуға яраҡһыҙҙар тураһында һәм § ҡулланырға тәҡдим ителмәгәндәр тураһында.

Ҡатнашыусы исемен үҙгәртеү[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр иҫәп яҙмағыҙға ғәмәлдәге электрон почтағыҙ адресы бәйләнгән булһа, исемде алмаштырыуға үтенес ебәреү өсөн глобаль иҫәп яҙмаһын үҙгәртеүгә үтенес биреү битен ҡулланығыҙ, башҡа осраҡта үтенесте локаль биттә  исем үҙгәртеүгә үтенес ҡалдырығыҙ.

Ҡатнашыусы исемен үҙгәрткәндә  һеҙҙең бөтә элекке төҙәтеүҙәрегеҙ яңы исем аҫтында  ''үҙгәртеүҙәр тарихы'' биттәрендә,  ''журналдарҙа'', шулай уҡ  ''шәхси өлөш битендә'' күренәсәк. Әммә фекер алышыу биттәрендәге имзалар иҫкесә ҡала.  Уларҙы ҡулдан үҙгәртеп булһа ла,  әгәр йәшеренлек маҡсатынан үҙең тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәтте  юйҙырыу талап ителмәһә, быны ғәҙәттә эшләп тормайҙар.  Ләкин фекер алышыу биттәрендә төҙәткән хәлдә лә, уларҙың иҫке версияларында иҫке имзалар барыбер һаҡланып ҡала.  

Ҡатнашыусылар исемен үҙгәртеү  ҡатнашыусылар исемен үҙгәртеү журналында һәм Метавикиҙағы дөйөм логта протоколлана.

Ҡатнашыусы исемен юйҙырыу[сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫәп яҙмаларын юҡ итеү техник йәһәттән мөмкин түгел, сөнки проекттар эсендәге һәр төҙәтеү  идентификаторға бәйләнгән: иҫәп яҙмаһындағы исемгә йә, теркәлеүһеҙ эшләгәндә, IP-адресҡа. Исемде алмаштырыу иҫәп яҙмаһындағы исемде лә үҙгәртә, ләкин иҫкеһе исем алмаштырыу журналында (айырым осраҡтарҙа яҙманы йәшерергә мөмкин) һәм викитекстың баҫтырылған версияларында, мәҫәлән, фекер алышыу биттәрендәге имзаларҙа ҡала. Шунлыҡтан дөйөм алғанда яңы исем менән иҫке исем араһындағы бәйләнеште табыу мөмкинлеге һаҡлана.  Проекттан юғалырға теләгән мөхәррирҙәр иҫәп яҙмаһын  уны үҙгәртеүгә үтенес бирә, шәхси бирелмәләрҙе йәшерә һәм  ҡатнашыусының шәхси бите менән ярҙамсы биттәрҙе юҡ итә.

Ҡулланыуға яраҡһыҙ исемдәр[сығанаҡты үҙгәртеү]

  Был бүлектә һүрәтләнгән исемдәр бирелгән иҫәп яҙмалары мөҙҙәтһеҙ бикләүгә дусар була. Ҡулланыуға яраҡһыҙ исемдәр проблемаһы түбәндә ентеклерәк һүрәтләнә, ҡарағыҙ: § Ҡағиҙәнең үтәлеүен тәьмин итеү.

Ҡатнашыусының хоҡуҡтарына ҡағылышлы яңылыштырыусы исемдәр[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатнашыусының исеме уның айырым өҫтөнлөктәре бар тигән фекер уятмаҫҡа тейеш.  Шуға түбәндәге һүҙҙәрҙе исемдәрҙә ҡулланыу тыйыла:  

  • хаким, бей, стюард, тикшереүсе, ревизор, яһаусы, чекъюзер һ. б.; уларҙың башҡа телдәргә тәржемәһе (мәҫәлән, administrator, sysop, oversight, steward, bureaucrat, patroller һ. б.), уларҙың ҡыҫҡартмалары: админ, admin һ .б.;
  • bot, бот, robot, робот кеүек боттарҙың иҫәп яҙмаларын таныу өсөн ҡулланылған һүҙҙәр;
  • Википедия, Викимедиа, Wikipedia, Wikimedia, WMF кеүек  Викимедиа фондына ҡағылған һүҙҙәр.

Провокацион йәки хурлыҡлы исемдәр[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла ҡатнашыусыларҙаү берлектәге эшмәкәрлегенә ҡамасаулаған йә бөтөнләй мөмкин итмәгән исемдәр тыйыла, мәҫәлән:

  • хурлыҡлы — шул иҫәптән һүгенеү һүҙҙәре булған исемдәр;
  • провокацион — нимәгә булһа ла саҡырыулы;
  • провокацион — агрессиялы, нацизм, расизм, шовинизм менән бәйле;
  • провокацион — троллинглы, янаулы, сит шәхси бирелмәләрҙе асыусы.

Рекламала булған исемдәр[сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәрҙә реклама булырға тейеш түгел, йәғни уларға  фирмалар, партиялар атамалары йә брендтар инмәһен.

Исемдә ойошмаға, сәйәси партияға, ижтимағи хәрәкәткә, тауарға, сауҙа маркаһына, сайтҡа һәм башҡаларға ишара булырға тейеш түгел. Ҡайһы бер осраҡтарҙа күҙгә салынып тормаған реклама булыуы ла ихтимал:

  • әҙ билдәле исемдәр (ойошмалар, партиялар…) менән осраҡлы тап килеү;
  • билдәле әйберҙәрҙең атамаларына индерелгән дөйөм ҡулланыуҙағы һүҙҙәр.

Бәхәсле осраҡтарҙа хакимдар айыҡ аҡыл һәм ҡатнашыусының өлөшө менән эш итә.

Түләүле ҡатнашыу тураһындағы ҡағиҙәне лә ҡарағыҙ .
Түрәләр ҡушты, Рекламасыға зарарлы кәңәштәр, Рекламасыға файҙалы кәңәштәр эсселарын да ҡарағыҙ.

Төркөм исемдәре[сығанаҡты үҙгәртеү]

Проект ҡағиҙәләренә ярашлы, иҫәп яҙмаларына ҡарата «бер иҫәп яҙмаһы — бер кеше» принцибы ҡулланыла. Иҫәп яҙмалары башҡаларға тапшырылмай һәм мирҫ итеп бирелмәй.  Был Викимедиа Фондының дөйөм иҫәп яҙмаларына һәм  боттарҙың бер нисә ҡатнашыусы ҡулланған иҫәп яҙмаларына ғына ҡағылмай.  Шуға дөйөм иҫәп яҙмалары булдырыу ҙа, уларҙың кешеләр төркөмөнә ҡарағанына ишара иткән исемдәр ҙә тыйыла.  Бындай исемдәргә миҫалдар:

  • компаниялар йәки бер нисә кешеле башҡа берләшмәләрҙең атамаһы  (улар о реклама исемдәре тураһында§-ҡа ҡарай);
  • бер нисә исемде индереү: «Джек һәм Джилл», «Ромео һәм Джульетта» йәки «Егоров, Пугинский, Афанасьев һәм партнерҙар»;
  • вазифалар, мәҫәлән « NN компанияһы секретары» (бындай вазифаны әллә нисә кеше биләүе мөмкин).

Ҡулланыуға бөтөнләй тәҡдим ителмәгән исемдәр[сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле шәхестәрҙең исемдәре[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:Имперсонатор

Әле йәшәгән билдәле шәхестәрҙең исемен йә псевдонимын ҡулланыу  тыйыла.  Бындай исемле иҫәп яҙмалары һеҙҙеке икәне раҫланғансы бикләнә: был сара ялған исемдә йөрөүселәрҙән һаҡлай.  

Әгәр был һеҙҙең исем йә псевдоним булһа: быны раҫлап, [mailto: info-ru@wikimedia.org info-ru@wikimedia.org] адресына электрон хат ебәрегеҙ (яуап тотҡарланыбыраҡ килеүе ихтимал).

Ҡулай булмаған символдар[сығанаҡты үҙгәртеү]

  Исемдә баҫмаҡтың инглиз, рус һәм башҡорт һалынмаларына инмәгән символдар булыуы  башҡорт  Википедияһы мөхәррирҙәренә ҡыйынлыҡтар тыуҙырыуы ихтимал. төрлө алфавиттар хәрефтәренән торған исемдәрҙә ҡулай түгел, шуға иҫәп яҙмалары булдырыу оҫтаһы  ундай исемдәр яһауға бик һала.     Исемдә «экзотик» символдар булһа, ҡатнашыусының үҙ битенә йүнәлтмәһе булған бит булдырырға тәҡдим ителә; шул уҡ ваҡытта тәүҙә шундай исем менән иҫәп яҙмаһы теркәү ҡуйырға кәрәк.  

Исемдәрҙә тигеҙлек билдәһе  <code>=</code>  ҡулланыу тыйыла.

Оҡшаш исемдәр[сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа ҡатнашыусыларҙыҡына оҡшаш исемдәрҙе ғәҙәттәге ысул менән теркәп  булмай, ләкин был сикләүҙе  хакимдар һәм бейҙәр аша үтә ала. Шуның өсөн, әгәр барыбер ҙә «оҡшаш» исемде теркәтергә уйлаһағыҙ,  хакимдарға үтенестәр битенә яҙығыҙ. Исем әүҙем булмаған ҡатнашыусыларҙың исеменә оҡшаш булһа,  проблема булмаҫ.

Исемдәр Ярҙамсы:Ҡатнашыусылар исемлеге һәм Ярҙамсы:CentralAuth биттәрендә тикшерелә ала. Әгәр һеҙ һайлаған исем  быға тиклем булған исемдән уның менән бутамаҫлыҡ булып айырылһа, иҫәп яҙмаһы булдырыу үтенесе оҡшаш исемле башҡа ҡатнашыусының  әүҙемлегенә ҡарамаҫтан үтәләсәк.  

Әгәр һеҙҙ ҡатнашыусы исеме башҡа ҡатнашыусы исеменә йә Википедиялағы мәҡәләгә исеменә оҡшаш булһа,  үҙегеҙҙең шәхси биттә {{Бутамаҫҡа}} тип ҡуйырға була. Айырым осраҡтарҙа иҫәп яҙмаһын һеҙгә ҡарата йыш ҡулланылған  исемгә (әгәр ул буш булһа) теркәтергә һәм шәхси битегеҙгә  иҫәп яҙмаһының {{Өрәк}} ҡалыбын ҡуйырға мөмкин.

Ҡағиҙәнең үтәлешен тәьмин итеү[сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәр ҡатнашыусы хакимдарға үтенестәрҙә ҡулай булмаған йә ҡулланыуға бөтөнләй тәҡдим ителмәгән исем тураһында хәбәр итә ала.  Икенсе осраҡта тәүҙә был хаҡта исемдең эйәһе менән һөйләшеп ҡарарға кәрәк. Исемде үҙгәртеү йә икенсе исем менән яңы иҫәп яҙмаһы теркәтеү һәйбәт булыр.

Ҙур өлөш индергән ҡатнашыусыларҙың исеменең ҡулайлылығын баһалағанда  изге ниәтте күҙҙә тоторға һәм берләшмәнең  исемде нисек баһалауын да иҫәпкә алырға кәрәк. Тәүләп башҡа тел бүлегендә  теркәлгән ҡатнашыусының исемен баһалағанда хакимдар ул айырыуса әүҙем эшләгән бүлек ҡағиҙәләрен дә иҫәпкә алһын.  

Ҡулай булмаған исемдәр тураһындағы  §-та һаналған исемле иҫәп яҙмалары мөҙҙәтһеҙ бикләүгә дусар ителә. При грубых нарушениях, Википедияға ҡарата ниәттең яуыз булыуында шик  ҡалдырмаған тупаҫ хаталар булғанда иҫәп яҙмаһы ғына түгел,  ҡатнашыусы үҙе лә бикләнеүе бар  (быны бикләүҙәр журналындағы «иҫәп яҙмаларын теркәү тыйыла» тигән яҙыуҙан күреп була). Техник айырмалар шунда:

  • әәгәр иҫәп яҙмаһы ғына бикләнгән булһа, ҡатнашыусы икенсе иҫәп яҙмаһын теркәргә йә  исемен үҙгәртеүҙе һорарға хоҡуҡлы, шунан берәй хакимға бикте алыуын һорау мөрәжәғәт итә ала;
  • әгәр ҡатнашыусы бикләнгән булшһа, бикте алыу ҙа тик дөйөм тәртиптә башҡарыла.

Ҡатнашыусының тәртибенә бәйле бикләгән саҡта,  уның исеме конфликтҡа сәбәпсе булһа, ''исеме иғтибарға алынырға мөмкин''. Бындай исемде бикләү мөҙҙәтһеҙгә әйләнергә мөмкин.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]