Зүлкәфил (пәйғәмбәр)
Зүлкәфил | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1 тысячелетие до н. э. |
Һөнәр төрө | пәйғәмбәр, Пәйғәмбәрҙәр |
Эшмәкәрлек йылдары | Б. э. т. VI быуат |
Зүлкәфил Викимилектә |
Зүлкәфил (Ҙүлкәфил) (ғәр. ذو الكفل) — ислам пәйғәмбәре, исеме Ҡөрьәндә телгә алына. Йыш ҡына Иҫке ғәһед пәйғәмбәре Иезекиилгә тиңләштерелә.
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҙү-л-Кәфил исеме һүҙмә-һүҙ «тәьминәт эйәһе» тигәнде аңлата. «Ҙү» өлөшө «эйә» тигәнде аңлата, ә «кәфил — тәьмин итеү», «кәфәлә» — «тәьмин иткән» ҡылымынан килеп сыҡҡан (мәҫәлән, ғәр. Кәфәлә-л-йәтимә— етемде тәьмин иткән). Пәйғәмбәргә ошо исем үҙ халҡын мохтажлыҡтан ҡотҡарыу яуаплылығын алғаны өсөн бирелгән, улар араһында ғәҙел хөкөмсө булған. Зүлкәфил оҙон ғүмер кисергән һәм бөтә вәғәҙәһен тулыһынса үтәп үлгән[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зүлкәфил исеме Исмәғил һәм Иҙрис пәйғәмбәрҙәр менән бер рәттән Ҡөрьән аяттарында телгә алына. Аллаһ пәйғәмбәре булыуы мәсьәләһенә ҡарата төрлө фекерҙәр бар, әммә дин ғалимдарының күпселеге ул пәйғәмбәр булған тип иҫәпләй. Зүлкәфил туғаны Әл-Яса пәйғәмбәр үлгәндән һуң йәһүдтәр мөхитендә вәғәз һөйләй торған булған. Ул Мусадинен тота һәм Тәүрат ҡанундарына таяна. Шулай уҡ ул Тәүратты белеүсе һәм таратыусы була[2].
Ихтимал, ул Сүриәлә вафат булғандыр. 75 йыл самаһы йәшәгән тип иҫәпләнә[3]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, пәйғәмбәр Амударъя йылғаһы буйындағы Термиз (Үзбәкстан) ҡалаһы янында Арал-Пәйғәмбәр тигән утрауҙа ерләнгән .
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История Айюба, Зуль-кифля, жители Раса, Юнуса, Шу’айба, Ахлюль-Карья muhajir.netai.net
- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ Ранний и авраамический период // История религий. Эволюция исторического процесса / сост. С. Н. Султанмагомедов. — Махачкала: Ихлас, 2007. — С. 161. — 174 с.
- Али-заде, А. А. Зулькифл // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).