Эстәлеккә күсергә

Имәнлеҡул

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Имәнлеҡул
рус. Имянликулево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Саҡмағош

Ауыл советы

Имәнлеҡул

Координаталар

55°17′02″ с. ш. 54°39′24″ в. д.HGЯO

Халҡы

761[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452203

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 256 815 001

ОКТМО коды

80 656 415 101

ГКГН номеры

0520939

Имәнлеҡул (Рәсәй)
Имәнлеҡул
Имәнлеҡул
Имәнлеҡул (Башҡортостан Республикаһы)
Имәнлеҡул

Имәнлеҡул (рус. Имянликулево) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 761 кеше[2]. Почта индексы — 452203, ОКАТО коды — 80256815001.

Аҫаба башҡорттар ғына йәшәгән был ауыл Йәлдәк улусының Солтанбәк түбәһенә ҡарай. Уларҙың күбеһе XVII быуатта йәшәгән Сымтимер Кинчейкиндың (шәжәрәгә ярышлы: Сынтимер Киҫәксин) вариҫтары. Тораҡ пунктына нигеҙ 1790-сы йылдар башында һалына. Шуға ла 1787 йылда уҡ был ауылға тәүгеләрҙән булып килеп төпләнгән кешеләр Йүкәлекүл ауылы (хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлә районына ҡарай) халҡы иҫәбенә индерелгән. 1782 йылда Бәләбәй округы картаһында ла Имәнлеҡул ауылы күрһәтелмәгән. 1795 йылда ауылда 113 кеше, 1816 йылда - 184, 1834 йылда -252, 1859 йылда - 318, 1870 йылда - 333, 1920 йылда- 935 башҡорт йәшәгән[3].

Крайҙы өйрәнеүсе Н. М. Моратовтың яҙмаларында ауылдың тарихы буйынса легенда бирелә һәм ауылға нигеҙҙе Морат, Наҙарғол һәм Салауат Үтәкәйевтар һалғанлығы билдәләп үтелә. Шулай уҡ 1787 йылғы архив документтарында ла ошо уҡ исемдәр осрай: Морат, Наҙарғол, Ғәбделсәлим Салауатов Йүкәлекүл ауылы кешеләре тип теркәлә[4].

1795 йылда ауылда 120 аҫаба башҡорт, 1816 йылда — 181, 1834 йылда — 252, 1859 йылда — 318, 1920 йылда 935 башҡорт йәшәй. 1842 йылда 252 башҡортҡа 24 бот ужым һәм 292 бот яҙғы иген сәселә. Ни бары 4 бот картуф ултыртыла. 46 ихатала 50 умарта була. Ауылда мәсет һәм 3 тирмән тотола.[5].

2002 йылғы иҫәп алыу буйынса ауылда башҡорттар һәм татарҙар йәшәй. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауыл мәҙәниәт йортонда татар халыҡ театры, “Йәшелташ” халыҡ бейеү ансамбле эшләп килә, китапхана бар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 761 357 404 46,9 53,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (71 %) һәм татарҙар (26 %) йәшәй.[6].

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 20 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 87 км

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.390
  4. {{китап |автор=Коллектив авторов |заглавие=История башкирских родов. Ельдяк. |ответственный=Хамидуллин С. И. |ссылка=http://ihtika.ru/index.php/book/istoriya-bashkirskih-rodov-eldeak-tom-(недоступная ссылка) 13-ch--ufa-2015/page/100 |место=Уфа |издательство=Китап |год=2015 |том=13 |страниц=600 |страницы=102 |тираж = 3 000 |isbn= 978-5-85051-605-5
  5. * Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Шәрипов Айрат Хәйҙәр улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 18 сентябрь 2019)
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Шәрипов Ришат Муса улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2017)
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Шәрипов Тәлғәт Муса улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2017)