Иҫке Артауыл
Ауыл | |
Иҫке Артауыл Иҫке Артауыл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Иҫке Артауыл (рус. Старый Артаул) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 209 кеше[1]. Почта индексы — 452823, ОКАТО коды — 80259815006[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 209 | 97 | 112 | 46,4 | 53,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөгөн Иҫке Артауылдағы 93 йортта 155 кеше йәшәй, уларҙың 55-е хаҡлы ялдағылар, 10-ы — бәпестәр һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар, 14-е — үҫмер егет һәм ҡыҙҙар. Ауыл халҡының ҡалған 76-һы — хеҙмәткә яраҡлы ир-уҙаман һәм ҡатын-ҡыҙ. Шуларҙың тик егермегә яҡыны ике крәҫтиән (фермер) хужалығында һәм бер шәхси эшҡыуарҙа, бюджет учреждениялары булған ауыл клубында һәм фельдшер-акушер пуктында мәшғүл. Ҡалғандар — тимер юлында, нефтселәрҙә, яҡындағы Нефтекама һәм Яңауыл ҡалаларында эшләй.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Яңауыл): 16 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Айбүләк): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 16 км
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңауыл районының төньяҡ-көнбайыш өлөшө — уран ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәре. Күренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров үҙенең «Башҡортостан ауылдары тарихы» китабында билдәләүенсә, Өрйә йылғаһы буйындағы Уртауыл XVII быуатта урандар күпләп йәшәгән төбәк булған. Ул Киҫәкҡайындан Яңауылға барған боронғо юлдың нәҡ уртаһында урынлашҡан, атамаһы шунан килә. 1847 йылда Уртауылдың ике тиҫтәнән артыҡ кешеһе Беүә йылғаһының уң яҡ ярында «Яңы Уртауыл» исеме алған ауылға нигеҙ һалғандан һуң Уртауыл «иҫке» булып ҡалған. Бында ике ауылдың уртаҡ атамаһына ҡағылған бер иҫкәрмәгә лә туҡталып китергә кәрәк. Әйтелешенән сығыптыр инде, урыҫ телендәге ҡағыҙҙарҙа Уртауыл «Артауыл»ға әйләнгән. Тарихи сығанаҡтарға күҙ һалмау, телсе ғалимдәрға мөрәжәғәт итмәү арҡаһында ауылдарҙың рәсми исеме бөгөнгө көндә республикабыҙҙың дәүләт телдәрендә Иҫке Артауыл һәм Яңы Артауыл булып йөрөй. Шулай итеп, «Уртауыл» булыуын белһәк тә, бөгөн һүҙебеҙ Иҫке Артауыл хаҡында[3].
1795 йылда яҡын тирәлә иң оло ауыл һаналған Ҡарманда 86, ә Иҫке Артауылда 50 хужалыҡ иҫәпкә алынған һәм уларҙа 285 кеше йәшәгән. Артабан халыҡ һаны тотороҡло арта барған: 1870 йылда 94 йортта 487, ә тап ярты быуаттан һуң (1920 йыл) — 134 хужалыҡта 672 кеше көн иткән. Совет осоронда халыҡтың кәмеүе күҙәтелә. 1961 йылда нәшер ителгән «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше» исемле белешмә-китапта ауылда 412 кеше йәшәүе билдәләнһә, 2010 йылда улар 209-ға ҡала, шуларҙың 97-һе ир-ат, 112-һе ҡатын-ҡыҙ.
Ауылдың билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ниғмәтйәнова Фәһимә Сәлих ҡыҙы — 30 йылдан артыҡ Чапаев исемендәге колхозда һауынсы булып эшләгән, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары, миҙалдар кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Низамов Фәғим Ғәрифйән улы (28 октябрь 1934—1995) — колхозда механизатор, аҙаҡтан ферма мөдире була, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973) менән бүләкләнгән.
- Хәкимов Әхнәф Шәрип улы (1931—2015) — механизатор, Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1966)
-
Юл билдәһе
-
Иҫке Артауылдағы Әмир мәсете
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Иҫке Артауыл ауылы «Госсправка» сайтында (рус.)
- ↑ Нуретдинов А. Тормош гөрләй Уран ерендә. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 10 июль 2016 йыл 9 март архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нуретдинов А. Тормош гөрләй Уран ерендә. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 10 июль. 2016 йыл 9 март архивланған. Википедияла ҡулланырға автор рөхсәте бар.
- Иҫке Артауыл // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |