Эстәлеккә күсергә

Кесе театр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кесе театр
Тармаҡ креативная экономика[d]
Нигеҙләү датаһы 1756
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы Малый театр
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тверской районы[d]
Урын Мәскәү
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Входит в состав списка памятников культурного наследия Список объектов культурного наследия России в полукольце центральных площадей Центрального округа г. Москвы[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Адрес Театральный проезд
Рәсми сайт maly.ru
Тасуирлау биттәре theatre-museum.ru/theate…
Указания, как добраться Театральный проезд, 1
Карта
 Кесе театр Викимилектә

Рәсәй Кесе дәүләт академия театры — Мәскәүҙәге драма театры. Рус милли мәҙәниәте үҫешендә күренекле роль уйнаған Рәсәй театрҙары араһында иң бороғоларының береһе. Уның асылыу көнө 26 октябрь 1824 йыл. Театр биналары комплексы Театр үткәүелендәге 1-се йортонда урынлашҡан.

1988 йылдан театрҙың художество етәксеһе — СССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР һәм РФ Дәүләт премиялары лауреаты Юрий Мефодьевич Соломин.

Кесе театрҙа янғын, 1914 йылдың 2 майы

Кесе театр — Рәсәй театрҙарының иң боронғоларының береһе. Уның труппаһы Мәскәү университетында 1756 йылда, Император Елизавета Петровна указы менән барлыҡҡа килә. Билдәле шағир һәм драматург М. М. Херасков университет янындағы Ирекле рус театрын етәкләй. Уның артистары гимназия уҡыусылары була. (Беренсе рус халыҡ һөнәри театры булып хаҡлы рәүештә Ярославлдың Волков театры һанала).

Университет театры нигеҙендә Мәскәүҙең Ҙур Петр драма театры ойошторола, унда 1787 йылдың 15 ғинуарында беренсе рус спектакле А. Лабзиндың тәржемәһендә «Женитьба Фигаро» спектакле була, ул «Фигарова женитьба» тип тәржемәләнгән була — быға тиклем ул рус сәхнәһендә француз труппаһы башҡарыуында бара.

Театр репертуары рус һәм донъя әҙәбиәтенең иң яҡшы әҫәрҙәренән тора, бында иң билдәле авторҙар: Д. Фонвизин, И. А. Крылов, Ж. Б. Мольер, Бомарше, Р. Шеридан һәм Карло Гольдониҙың әҫәрҙәре ҡуйыла. Сәхнәлә иң яҡшы актёрҙар В. П. Померанцев һәм А. А. Померанцева, Я. Е. Шушерин, П. А. Плавильщиков, Сила Николаевич һәм Елизавета Семеновна Сандуновалар уйнай.

Билдәле шағир һәм драматург М. М. Херасков университет янындағы Ирекле рус театрын етәкләй. 1759 йылдан алып — Университет халыҡ театры тип атала; унда студенттар һәм университет гимназияһында тәрбиәләнеүселәр уйнай. 1760-сы йылдарҙа был театр, башҡа труппалар менән берләшеп, әҙерәк үҙгәрештәр кисереп, Мәскәү Рәсәй театры тип атала башлай.

1759 йылда итальян антрепренеры Локателли Мәскәүҙә театр аса (унан саҡ ҡына алда, 1757 йылда, Петербургта), ул ҡыҫҡа ваҡыт ҡына йәшәй — 1762 йылға тиклем: мәскәү тамашасылары сәхнә сәнғәтен аңларға һәм ҡабул итергә әҙер булмаған була. Һуңынан Мәскәү труппаһын Н. С. Титов ойоштора, әммә ул да оҙаҡ йәшәй алмай (1766—1769). Шуға ҡарамаҫтан, Император йорто, Рәсәйҙә Европа мәҙәниәтен индереү маҡсатынан сығып театрҙы асыуҙы талап итә. Мәскәүҙә юғары бойороҡ буйынса спектаклдәрҙе сәхнәгә ҡуйыу өсөн бина төҙөлә башлай. Әммә бина төҙөлөп өлгөрмәйенсә янып китә.

Инглиз инженеры һәм антрепренер Майкл Медокс төҙөлөштө дауам итә. Ул үҙенең шәхси Петр театрын 1780 йылда ойоштора. Бөлгәндән һуң, Майкл Медокс театрҙы ҡаҙна ҡарамағына бирә, ә Медоксҡа ғүмерлек пенсия тәғәйенләнә.

Император Александр I хакимлыҡ иткәндә йәмғиәт тормошо Павел батша заманында түбәнлеккә тарыған театр сәнғәтенең йәнләнеүе менән бергә бара. Был йылдарҙа труппа крепостной актёрҙар менән тулыландырыла. 1805 йылда театр бинаһы яна. Ләкин киләһе, 1806 йылда, Мәскәүҙә Император театрҙары дирекцияһы барлыҡҡа килә, унда элекке Петр театры артистары эшкә килә. 1806 йылда театр, император театры системаһына инеп, ҡаҙна театры статусын ала. Шулай итеп, театрҙың крепостной актёрҙары шунда уҡ крепостнойлыҡтан азат ителә, мәҫәлән, С. Мочалов — билдәле трагик П. Мочаловтың атаһы. Улар труппаһының үҙ бинаһы байтаҡ ваҡыт булмай. Быға илдәге сәйәси хәл дә ҡамасаулыҡ итә, сөнки уны тотороҡһоҙлоҡ һәм хәрби конфликттар (Швеция, Төркиә) тетрәндерә. 1812 йылда Наполеонға ҡаршы һуғыш бара. Бынан бер нисә йыл үткәс кенә архитектор Осип Бове Мәскәүгә театр бинаһын төҙөү өсөн саҡырыла. Опера труппаһы 1803 йылда драма һәм опера төкөмдәренә бүленә. Был бүленештә рус операһына нигеҙ һалыусы Катерино Кавос ҙур роль уйнай. Әммә опера һәм драма байтаҡ йылдар буйына бергә күршеләш була. 1824 йылға тиклем Император театрының балет-опера һәм драма төркөмдәре бер бөтөн булып эшләй: улар берҙәм дирекцияға ҡарай, шул уҡ башҡарыусылар ҙа бер үк актёрҙар була; бынан һуң да әле театрҙар ер аҫты юлы менән тоташтырылған, уларҙың дөйөм костюмдар бүлмәһе лә бергә була.

1824 йылда Бове проекты буйынса архитектор А. Ф. Элькинский сауҙагәрҙәр Варгиндың йортон театр итеп яңынан төҙөй, был бина Петр (хәҙерге Театр) майҙанында торған һәм бер аҙҙан Кесе театр тип йөрөтөлә башлай. Башта бина Неглинный тыҡрығының иҫ киткес тарлығы арҡаһында бик тар була. 1838—1840 йылдарҙа бина янындағы участоктарҙы архитектор Константин Тон һатып ала һәм ул бында пропорциялары хәҙерге күләмдә булған бина төҙөтә һәм уның эске планын үҙгәртә.

Кесе театрҙы асыу көнө тип 14 (26) октября 1824 йылды иҫәпләйҙәр: был көндө А. Н. Верстовскийҙың яңы увертюраһын уйнайҙар.

Театр сәнғәте шунда уҡ күтәрелеп китә. Элекке билдәле театр оҫталарынан башҡа, яңы талантлы артистар күренә.

Кесе театр үҫеш тарихында иң мөһим дәүерҙәрҙең береһе П. С. Мочалов исеме менән бәйле. Был трагик рус йәмғиәтенең 1820—1840 йылдарҙағы өмөттәрен һәм уларҙың емерелеүҙәрен, император Александр I осороноң ҡаршылыҡтарын сағылдырыусы була. Уны данлаған тәнҡитсе В. Г. Белинский әйтеүенсә, П. С. Мочалов, «актёр-плебей», классицизм эстетикаһына нигеҙләнгән элекке стиль ҡанундарын еңеп сыға. Элекке тантанлы поза менән декламация һөйләүҙе ул ҡайнар дәрт, ғазапланыуҙарҙы йөҙ, тән ҡиәфәте, ишаралар менән күрһәтеүҙе сәхнәгә сығара. Мочаловтың романтик яңғыҙ геройҙары үҙҙәренә дошман булған яуызлыҡ донъяһына ҡаршы көрәшә, һәм ҡайһы саҡта улар, яуызлыҡты еңә алмай, хатта өмөтһөҙлөккә бирелә (өҙөмтә буйынса: Кругосвет). П. С. Мочаловтың шундай ролдәре араһында : Гамлет, Ричард III (В. Шекспирҙың шул исемдәге трагедияһы), Чацкий, Фердинанд (Ф. Шиллерҙың «Мәкер һәм мөхәббәт») була.

Билдәле актёрҙар труппаһына 1822 йылда билдәле провинция антрепризаһының элекке крепостной актёры М. С. Щепкин килә. «Рус сәхнәһендә ул беренсе булып дөрөҫлөктө барлыҡҡа килтерә, театрҙа театраллыҡты бөтөрә», — тип Щепкин тураһында А. И. Герцен әйтә.

Кесе театрҙың репертуары киң була: классик драмаларҙан алып еңел водевилгә тиклем. «А. С. Пушкин үҙе тере саҡта уның: „Руслан һәм Людмила“ (1825 й.), „Бахчисарайский фонтан“ (1827 й.) һәм „Цыгане“ (1832 й.) әҫәрҙәренең сәхнә версиялары ҡуйыла. Сит ил драматургияһынан Шекспир әҫәрҙәренә өҫтөнлөк бирелә» (цитата : Кесе дәүләт академия театрының тарихы буйынса). 1831 йылдың 27 ноябрендә Кесе театр сәхнәһендә А. С. Грибоедовтың «Горе от ума» комедияһы беренсе тапҡыр тулыһынса күрһәтелә. Быға тиклем цензура комедияның ҡайһы бер күренештәрен генә сәхнәлә ҡуйырға рөхсәт иткән була. 1831 йылдың ғинуарында ғына Санкт-Петербургта комедияны тулыһынса күрһәтәләр, ә Мәскәүҙә уны беренсе тапҡыр, Кесе театр сәхнәһендә уйнайҙар. Щепкин Фамусов ролен, ә Мочалов — Чацкий ролен уйнай. Был спектакль театр тарихында мөһим этап була — ул яңы йәмғиәт рупоры була. 1836 йылдың 25 майында Гоголдең «Ревизор» комедияһы күрһәтелә («Ревизор» буйынса тәүге спектакль 1836 йылдың 19 апрелендә Санкт-Петербургтың Александринский театрында үтә). Бер ни тиклем ваҡыттан һуң (1842 йылда) Кесе театр Н. В. Гоголдең «Мертвые души», «Игроки» әҫәрҙәре буйынса тәүге спектаклдәрен ҡуя. («Женитьба» быға тиклем Петербургта Александринский театрында ҡуйылған). Был ике спектаклдең дә үткәреү ваҡыты — 1843 йылдың 5 феврале. "«Игроки» премьераһы 1843 йылдың 5 февралендә Мәскәүҙә («Женитьба» менән бер кистә), Щепкин бенефисында үтә. Ул бында Утешительный ролен башҡара. Замухрышкин ролен Пров Садовый уйнай. С. Аксаков әйтеүе буйынса, спектаклде ябай тамашасы халҡы ныҡ хуплай. Спектаклгә йылы рецензия «Московские ведомости» гәзитендә (1843 йылдың 11 февралендә) күҙәтелә, унда пьесалағы интрига «ғәжәйеп тәбиғилек менән күрһәтелә», «ундағы характёрҙарҙың һүрәтләнеше Гоголдең ҡөҙрәтле таланты тураһында һөйләй» (өҙөмтә буйынса: http://www.school770.ru/gogol/theatre/index.html 2009 йыл 25 июль архивланған.).

Был осорҙа башҡа актёрҙар араһында — М. Д. Львова-Синецкая (1795—1875), Н. В. Репина (1809—1867), В. И. Живокини (1807—1874), М. П. Садовский (1817—1872), Л. Л. Леонидов (1821—1889), К. Н. Полтавцев (1823—1865), И. В. Самарин (1817—1885), С. В. Шумский (1820—1878), П. Г. Степановтар (1806—1869) була.

Кесе театр өсөн И. С. Тургенев, А. В. Сухово-Кобылин, башҡа күп кенә авторҙар үҙ әҫәрҙәрен яҙа. Ләкин Кесе театр өсөн яҙыусы Александр Николаевич Островский ҙур әһәмиәткә эйә. Уның пьесалары арҡаһында Кесе театрҙың рәсми булмаған атамаһы — «Островский йорто» барлыҡҡа килә. Островскийҙың театрҙы яңыса реформалау позициялары — көнкүреште яҙыу, пафослыҡтан алыҫлашыу, төп геройҙың ғына түгел, ә актёрҙар ансамбленең мөһимлеге — элекке традиция яҡлылар менән конфликтҡа килтерә. Әммә был новаторлыҡ идеялары шул замандың көнүҙәк талабы булып тора. Кесе театрҙа уның 48 пьесаһы сәхнәлә ҡуйыла һәм театр репертуарында һәр саҡ һаҡлана. Ул үҙе күп тапҡыр репетицияларҙа ҡатнаша, артистар менән дуҫ була, ә уның ҡайһы бер пьесалары билдәле башҡарыусыларҙың үтенесе буйынса, улар бенефисы өсөн махсус ижад ителгән. Пров Михайлович Садовский бенефистары өсөн Островскийҙың ике пьесаһы — «В чужом пиру похмелье» — 9 ғинуар, 1856 йылда, «Горячее сердце» — 1869 йылдың 15 ғинуарында ҡуйыла. «Гроза» пьесаһы (16 ноябрь, 1859 йыл). С. В. Васильев бенефисында, ә уның ҡатыны, актриса Екатерина Николаевна Васильеваның бенефисында, 1863 йылдың 14 октябрендә, Кесе театрҙа тәүге тапҡыр «Доходное место» спектакленең премьераһы ҡуйыла. 1865 йылдың 29 сентябрендә Рассказов бенефисында «На бойком месте» спектакленың премьераһы Кесе театр сәхнәһендә үтә.

«Бесприданница» спектакле 1878 йылдың 10 ноябрендә беренсе тапҡыр актёр Н. И. Музиляның бенефисында ҡуйыла. «Без вины виноватые» пьесаһындағы Незнамов роле 1884 йылда Островский тарафынан Кесе театр артисы Рыбаков өсөн махсус яҙыла. 1929 йылда Кесе театрҙың ишектәре алдында Островскийға һәйкәл (скульпторы Н. Андреев, архитекторы Ф. Шехтель) ҡуйыла. Хәҙерге көндә лә драматург пьесалары Кесе театр сәхнәләренән төшмәй.

Эмилия ролендәге триумфаль дебюты менән (Г. Э. Лессинг, «Эмилия Галотти») 1870 йылдың 30 ғинуарында бөйөк рус трагик актрисаһы М. Н. Ермолованың театр карьераһы башланып китә, ул ҙур оҫталыҡ менән: Лауренсия — «Овечий источник» Лопе де Вега, Мария Стюарт — «Мария Стюарт» Ф. Шиллер; Жанна д’Арк — «Орлеанская дева» шул уҡ авторҙың; Катерина «Гроза», Негина «Таланты поклонники», Кручинина «Без вины виноватые» ролдәрен башҡара. Был ваҡыт Рәсәйҙә демократик хәрәкәт сәскә атҡан осорона тура килә һәм Кесе театрға ныҡ йоғонто яһай. М. Н Ермолова уйнаған спектаклдәрҙә йыш ҡына студенттарҙың һәм демократик йәштәрҙең сәйәси манифестациялары була. Театрҙа ул ваҡытта легендар артистар А. П. Ленский, А. И. Южин, О. А. Правдин, К. Н. Рыбаков, Е. К. Лешковская, А. А. Яблочкина, А. А. Остужев, О. О. һәм М. П. Садовскийҙар, Н. М. Медведева, М. Ф. Ленин уйнай.

СССР почта маркаһы, 1949 йыл: Кесе дәүләт академия театрына 125 йыл
СССР почта маркаһы, 1974 йыл: Кесе дәүләт академия театрына 150 йыл

XIXXX быуаттар сигендә ил ауыр кризис кисерә, был театр тормошона ла ҡағыла. Кесе театр яңы үҫеш юлын эҙләй. Актёр һәм режиссёр А. П. Ленский 1898 йылда Яңы театр — Кесе театрҙың филиалын ойоштора, ул бында педагогик эшмәкәрлек менән булыша һәм эксперименттар ҡуя.

1898 йылда театр Император театрҙар дирекцияһына ҡараған Шелапутинский театры ҡаҙнаһы тарафынан ҡуртымға алынған яңы бинала асыла. Унда драматик спектаклдәр менән бер рәттән музыкаль спектаклдәр: опера һәм балет — ҡуйыла. Ул Мәскәүҙең ҡаҙна Император театрҙары йәштәре эше өсөн тәғәйенләнә, сөнки улар Ҙур һәм Кесе театрҙарҙа труппаларҙың артып китеүе арҡаһында үҙҙәренә урын таба алмаған була. А. П. Ленский Яңы театрға Кесе театр сәхнәһенән үҙенең 14 спектаклен күсерә, шул иҫәптән Н. А. Островскийҙың 8 пьесаһын, Н. В. Гоголдең, «Женитьба» һәм башҡаларын. Актёрҙар бер үк ваҡытта Яңы театр спектаклдәрендә лә ҡатнаша , Кесе театр сәхнәһендә лә сығыш яһай. Был актёрҙар араһында Н. И. Васильев, А. А. Остужев, Е. Д. Турчанинова, В. Н. Рыжова, Пров Михайлович һәм Елизавета Михайловна Садовскийҙар, Н. К. Яковлев, В. О. Массалитинова һәм башҡалар була. Яңы театрҙа Ленский спектаклдәре менән бер рәттән башҡа режиссёрҙарҙың да спектаклдәре бара. 1905 йылда Яңы театрға формаль рәүештә үҙбилдәләнеш хоҡуғы бирә, ләкин үҙаллы театр бер нәмә лә тормошҡа ашыра алмай. 1907 йылда Яңы театр юҡҡа сығарыла. 1909 йылда театр ҡалдыҡтарын А. И. Южин етәкләй.

Илде новаторлыҡ ағымдары биләп ала. Яңы режиссёрлыҡ идеяларын эҙләү башалана. Бөтә ерҙә яңы театр эстетикаһы барлыҡҡа килә. Яңы реформаларҙы Станиславский, Немирович-Данченко, Евреинов, Вахтангов, Фореггерҙар үткәрә, пародия һәм театр капустниктары жанры үҫешә; башта был идеяларҙың үҫешенә илдәге революцион һәм 1917 йылғы Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы булышлыҡ итә.

Революция ваҡытында Кесе театр бинаһы тар-мар ителә, ә мөлкәте урлана, әммә А. И. Южин тырышлығы менән тиҙҙән театр эшмәкәрлеге яңынан тергеҙелә. Театр труппаһы 1918 йылдың көҙөндә «Альказар» варьете-театры бинаһында һәм Рогожский-Симоновский совдеп бинаһында эшләй[2]. Шул уҡ йылда театр янында театр мәктәбе асыла (1938 йылдан алып — М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы, 1943 йылдан — юғары уҡыу йорто), ә Кесе театрға 1919 йылда академия театры исеме бирелә.

Яңы художество үҙгәрештәре театрҙың академиялылығын һәм иҫке традицияларын тулыһынса инҡар итә. 1920 йылда бөтөн илде «Күк блуза» пролетар театр хәрәкәте биләп ала. Шуға ҡарамаҫтан, Кесе театр үҙ традицияларына тоғро ҡала. Шул уҡ ваҡытта бөтә ил буйынса иҫке традицияларҙан баш тартырға саҡырыуҙар яңғырай, яңы революцион тормошҡа буржуаз — дворян мәҙәниәтен индермәҫкә тырышалар. Был саҡырыуҙар йоғонтоһо аҫтында Кесе театрҙы ябыу мөмкинлеге тыуа, бары тик беренсе мәғариф халыҡ комиссары А. В. Луначарский ғына Кесе театрҙы яҡлап сыға һәм уны тарҡалыуҙан һаҡлап ҡала.

1926 йылда Кесе театрҙа К. А. Треневтың «Любовь Яровая» спектакленең премьераһы (режиссёрҙары И. С. Платон һәм Л. М. Прозоровский; рәссамы Н. А. Меныпутин, уның декорацияһын Театр энциклопедияһы иң яҡшы тип таба) үтә. Был постановка менән театр үҙенең идеяларын һәм традициялар йолаларын һаҡлап ҡалдырыуын фундаменталь иҫбатлай — йәш актёрҙар ололарҙан классик алымдарҙы һәм характерҙарҙы мираҫ итеп ала. Н. Г. Федотова ролдәрен А. А. Яблочкина, ә О. О. Садовскаяныҡын В. Н. Рыжова һәм В. О. Массалитинова башҡара. Театр классик башҡарыу сәнғәте традицияларын һаҡлап ҡала. 1930-сы йылдарҙа яңы реформатор театрҙар һәм уларға нигеҙ һалыусылар ҙа бер-бер артлы юҡҡа сыға. Кесе театр ябылған студияларҙан килгән яңы артистар менән тулыландыра.

1930—1940 йылдарҙа театрҙың репертуары нигеҙҙә элек Кесе театрҙа уйналған классик әҫәрҙәрҙән тора. Грибоедов, Гоголь, Островский пьесалары ҡуйыла.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында театрҙа фронт театр филиалы эшләй. 1946 йылда архитектор А. П. Великанов театр бинаһына реконструкция үткәрә.

Һуғыштан һуңғы спектаклдәрҙең береһе: В. Н Пашенная уйнаған А. М. Горькийҙың «Васса Железнова»(1952); А. Н. Степанов һәм И. Ф. Поповтың «Порт-Артур» 1953 йылда; Л. Н. Толстойҙың «Власть тьмы»(1956); М. Ю Лермонтовтың «Маскарад» (1962); Шекспирҙың «Макбет» (1955); Ж. Сармандың «Мамур» (1978) Е. Н. Гоголева уйнаған Ж. Расиндың «Федра» (1985); У. Теккерейҙың «Ярмарка тщеславия» (1958); Г. Флоберҙың «Госпожа Бовари» (1963); В. Гюгоның «Человек, который смеется» (1986) спектаклдәре.

Оло Ордынкалағы Кесе театр филиалы, 69

Театр данын күтәреүсе актёрҙар: И. В. Ильинский, Е. Д. Турчанинова, Б. А. Бабочкин, Н. И. Рыжов, В. И. Хохряков, М. И. Царев, М. И. Жаров, Н. А. Анненков, Э. А. Быстрицкая, В. В. Кенигсон, В. И. Коршунов, И. А. Любезнов, Р. Д. Нифонтова, Е. Н. Гоголева, Е. В. Самойлов, Е. Я. Весник, Ю. И. Каюров, Г. А. Кирюшина, Н. И. Корниенко, А. И. Кочетков, И. А. Ликсо, Т. П. Панкова, Ю. М. Соломин, В. М. Соломин, Л. В. Юдина, В. П. Павлов, Э. Е. Марцевич, К. Ф. Роек, А. С. Эйбоженко, И. В. Печерникова, А. И. Сашин-Никольский һәм башҡалар.

Кесе театрҙың төрлө йылдарҙағы етәкселәре: А. И. Южин, И. Я. Судаков, П. М. Садовый, К. А. Зубов, М. И. Царев , Е. Р. Симонов, Б. И. Равенский һәм башҡалар. 1988 йылдан театрҙың художество етәксеһе — Ю. М. Соломин.

Мәскәүҙә Кесе театр янында Островский һәйкәле

Кесе театрҙың хәҙерге быуын артистары һәм режиссёрҙары уларҙан алда эшләгәндәрҙең бай йолаларына һәм тәжрибәһенә таяна. Бөгөн дә театр репертуары нигеҙен А. Н. Островскийҙың «Волки и овцы», «Не было ни гроша, да вдруг алтын», «Лес», «Бешеные деньги», «Трудовой хлеб», «Свои люди — сочтемся!» пьесалары тәшкил итә. Элекке ваҡытта театр А. П. Чехов менән уртаҡ тел таба алмай — Чехов тере саҡта театрҙа уның бары тик көлкөлө водевилдәре генә ҡуйылған була. Әммә бөгөн бөйөк Чехов пьесалары буйынса «Вишневый сад», «Дядя Ваня», «Чайка» спектаклдәре театр тормошонда ҙур урын алып тора. Кесе театр «визит карточкаһы» булып А. К. Толстойҙың тарихи трилогияһы(«Царь Иоанн Грозный», «Царь Федор Иоаннович» (Борис Равенских 1973 йылда ҡуйған), «Царь Борис») буйынса спектаклдәре тора. А. К. Толстой спектаклдәрендә Кесе театр өсөн махсус яҙылған композитор Г. В. Свиридов музыкаһы яңғырай. Театрҙың иғтибарынан сит ил классикаһы ла ситтә ҡалмай — уның репертуарында Ф. Шиллер, А. Стриндберг, Э. Скриб пьесалары бар.

Театрҙың ижади тормошо бик әүҙем һәм емешле. Һәр яңы миҙгелгә театр 4-5 яңы спектакль сығара һәм иң боронғоларын үҙ репертуарынан төшөрә. Театр гастролдәр географияһы киң — ул һуңғы йылдарҙа Германия, Франция, Япония, Израиль, Греция, Кипр, Польша, Чехия, Словакия, Венгрия, Болгария, Монголия, Көньяҡ Корея һәм башҡа илдәрҙә була. Кесе театр йыл һайын Бөтә Рәсәй «Островский в Доме Островского» фестивален үткәреүҙең башлаусыһы булып тора. Был фестиваль таланттарға бай рус провинция театрын үҫтереүсе бөйөк терәк миссияһын үтәй. Рәсәйҙең төрлө ҡалалары һәм өлкәләре театрҙары бөйөк драматург әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрен Кесе театр сәхнәһендә күрһәтә. Күптән түгел тағы ла бер театр форумы — Халыҡ-ара милли театрҙар фестивале барлыҡҡа килә. Уны үткәреү идеяһы ла Мәскәү Кесе драма театрында тыуа. Был фестиваль сиктәрендә донъяның төрлө илдәренән Мәскәүҙең иҫке драматик сәхнәһенә милли сәнғәт йүнәлешендә ижад ителгән традицион спектаклдәр алып киленә.

Рәсәй Президенты Указы менән Кесе театрға милли байлыҡ статусын бирелә. Кесе театр, Ҙур театр, Третьяков галереяһы, Эрмитаж менән бер рәттән, илдең айырыуса ҡыйбат мәҙәни объекттары исемлегенә индерелә.

2014 йыл театр бинаһында «ХIХ быуат ҡиәфәтле ҡомартҡыларҙы һаҡлап» реконструкция үткәрелә (генераль подрядсыһы — «ЯАО БалтСтрой»).

2017 йылдың 23 июнендә Мәскәү ҡала төҙөлөшө сәйәсәте департаменты башлығы Сергей Левкин Кесе театр бинаһын реконструкциялауҙың тамамланыуы тураһында иғлан итә. Дөйөм эштәрҙең хаҡы 7,1 миллиард һум итеп баһалана.

Артистар галереяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Царёв М. И. Малый театр / Государственный ордена Ленина и ордена Октябрьской Революции академический Малый театр СССР.. — М.: Московский рабочий, 1976. — 128, [48] с. — 50 000 экз.Царёв М. И. Малый театр / Государственный ордена Ленина и ордена Октябрьской Революции академический Малый театр СССР.. — М.: Московский рабочий, 1976. — 128, [48] с. — 50 000 экз. (обл.)
  • Дмитриев Ю. А. Государственный академический Малый театр: Очерки. — М.: РОССПЭН, 2011. — 663 с., ил. — 1000 экз. — ISBN 978-5-8243-1561-5
  • Теляковский В. А. Дневники Директора Императорских театров. 1898—1901. Москва / Под общ. ред. М. Г. Светаевой. Подгот. текста С. Я. Шихман и М. Г. Светаевой. Вступ. ст. О. М. Фельдмана. Коммент. О. М. Фельдмана, М. Г. Светаевой и Н. Э. Звенигородской. — М.: АРТ; Астра семь, 1998. — 748 с. — ISBN 5-87334-024-2
  • Ежегодник Малого театра. 1955—1956. / Сост. Л. Муравьёва. — М.: Искусство, 1961. — 494 с.
  • Московский Малый театр 1824—1924 / Под ред. А. И. Южина. — М.: Госиздат, 1924. — 708 с. — 2200 экз.Московский Малый театр 1824—1924 / Под ред. А. И. Южина. — М.: Госиздат, 1924. — 708 с. — 2200 экз.
  • Зограф Н. Г. Малый театр второй половины XIX века. — М.: Издательство Академии наук СССР, 1960.
  • Зограф Н. Г. Малый театр в конце XIX — начале XX в. — М.: Наука, 1966.
  • Русский советский театр: 1917—1921 / ред. А. З. Юфит. — Л.: Искусство, 1968. — Т. 1. — 548 с.