Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы
Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы | |
Элеонора Рузвельт кеше хоҡуҡтары декларацияһының испан телендәге версияһы менән.
| |
Нигеҙ | 1948 |
Ратификация | 10 декабрь 1948 йыл |
Һаҡлау урыны | Париж, Шайо Һарайы |
Автор | Джон Хамфри, Рене Кассен, Чжан Пэнчунь, Шарль Малик, Элеонора Рузвельт һәм башҡалар. |
Нигеҙе маҡсаты | Кеше хоҡуҡтары |
Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының барлыҡ ағза-илдәренә тәҡдим ителгән халыҡ-ара документ. Ул 1948 йылдың 10 декабрендә БМО Генераль Ассамблеяһының Париждың Шайо Һарайында үткән өсөнсө сессияһында 217 А (III) резолюцияһы менән ҡабул ителгән «Кеше хоҡуҡтары тураһында халыҡ-ара пакт»[1]. Декларация — барлыҡ кешеләр ҙә эйә булырға тейеш хоҡуҡтарҙың беренсе глобаль билдәләмәһе. Уның тексы 30 статьянан тора һәм Иҡтисади, социаль һәм мәҙәни хоҡуҡтар тураһында халыҡ-ара пакт, Гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтар тураһында халыҡ-ара пакт, шулай уҡ ике Факультатив Протокол менән бер рәттән Кеше хоҡуҡтары тураһында халыҡ-ара билдең бер өлөшөн тәшкил итә.[2]
Төҙөү һәм ҡабул итеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Идеяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғрифәтселек дәүере ваҡытында тәбиғи хоҡуҡ тураһында идеялар тыуа башлай. Улар нигеҙендә Бөйөк Британияла 1689 йылда Хоҡуҡтар тураһында билль 1689, Америка Ҡушма Штаттарында Хоҡуҡтар тураһында билль һәм Францияла Кеше һәм граждандың хоҡуҡ декларацияһы төҙөлә һәм ҡабул ителә.
Икенсе донъя һуғышы кеше хоҡуҡтары тураһында дөйөм килешеү кәрәклеген асыҡтан-асыҡ күрһәтә. 1941 йылда АҠШ президенты Франклин Рузвельт үҙенең «Илдең хәле тураһында» тигән мөрәжәғәтендә үтә кәрәкле дүрт азатлыҡты (иреклекте): һүҙ азатлығын (свобода слова), выждан азатлығын (свобода совести), мохтажлыҡтан азатлыҡты (свобода от нужды) һәм ҡурҡыуҙан азатлыҡты (свобода от страха) яҡлау һәм хуплауға саҡыра. Был тыныслыҡтың һәм һуғыштың тамамлауының мөһим шарттары булараҡ кеше хоҡуҡтарының артабан үҫеүенә яңы этәргес бирә.
Йәмәғәтселек нацистик Германия ҡылған йыртҡыслыҡтар тураһында белгәс, БМО Уставының кеше хоҡуҡтарын етерлек дәрәжәлә аныҡ һәм теүәл билдәләмәүе асыҡлана. Шуға лә шәхестең хоҡуҡтарын һанап сыҡҡан һәм тасуирлаған дөйөм килешеү кәрәк була.
Төҙөү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Кеше хоҡуҡтары буйынса комиссияһының беренсе ултырышы Нью-Йорк янындағы Лейк-Саксес (New York|Lake Success) ҡаласығында 1947 йылдың 27 ғинуарынан 10 февраленә саҡлы үтә. Унда АҠШ-тың йәмәғәт эшмәкәре Элеонора Рузвельт Комиссия рәйесе итеп һайлана. Уның ағзалары араһында Австралия, Бельгия, Белоруссия Совет Социалистик Республикаһы, Бөйөк Британия, Ҡытай, Куба, Мысыр, Һиндостан, Иран, Ливия, Панама, СССР, АҠШ, Уругвай, Филиппин, Франция, Чили, Югославия вәкилдәре була[3]. Улар Хоҡуҡтар тураһында биль тип аталасаҡ документ әҙерләргә тейеш була. Комиссия эшендә шулай уҡ БМО Секретариатының кеше хоҡуҡтары буйынса бүлеге вәкиле Джон Хамфри ла (John Peters Humphrey) ҡатнаша. Канаданың Халыҡ-ара хоҡуҡ өлкәһендәге был белгесе БМО-ның Генераль секретары тарафынан кеше хоҡуҡтары буйынса бүлек етәксеһе вазифаһына 1946 йылда саҡырылған була.
Комиссияның 18 ағзаһы араһында фекер айырымлыҡтары күп булғанлыҡтан, Декларация кеүек үтә мөһим документ ҡараламаһын төҙөү эштәрендә ҡыйынлыҡтар килеп сыға. Һөҙөмтәлә Комиссияның икенсе ултырышында ҡарау өсөн беренсел тексты өс вәкил төҙөй тип килешелә. Декларация проекты менән шөғөлләнәсәк был ярҙамсы комиссияға Элеонора Рузвельт үҙе, Ҡытай вәкиле, драматург, театр режиссёры һәм дипломат Чжан Пэнчунь һәм Ливан дипломаты һәм философы Чарльз Малик инә[4][5]. Ярҙамсы комиссия бай тәжрибәле һәм үҙ бүлегендәге булышсыларынан торған яҡшы командаһы булған юрист Хамфриға текстың тәүге ҡараламаһын әҙерләүҙе йөкмәтә. Быға хатта өс кешенән торған бәләкәй төркөмдең дә документҡа ҡарата дөйөм ҡарашҡа килә алмауы сәбәпсе була. Һөҙөмтәлә Хамфри Декларацияның 48 статьянан торған ҡараламаһын әҙерләй. Был ваҡытта ярҙамсы комиссияның составын Европа һәм Советтар Союзы вәкилдәре менән киңәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
1947 йылдың 9 июнендә комиссия киңәйтелгән составта үҙ эшен башлай. Рузвельт, Чжан Пэнчунь, Малик һәм Хамфринан тыш унда Франция вәкиле Рене Кассен, Австралиянан Уилльям Ходжсон, Бөйөк Британиянан Джеффри Уилсон, Чили вәкиле Эрнан Санта Круз һәм Советтар Союзынан Владимир Корецкий була. Улар алдына донъя сәйәсәтенә бығаса билдәле булмаған документ төҙөү буйынса үтә ҡатмарлы бурыс ҡуйыла. Чарльз Малик яҙыуынса, башта барыһы ла «бөтөнләй юғалып ҡалды; ҡуйылған бурысты нисек үтәп сығыуҙы беҙ бөтөнләй күҙ алдына килтермәнек»[6].
Малик кеше хоҡуҡтары етәрлек аҙыҡ-түлек, йәшәү урыны һәм эшләү мөмкинлеге булыу кеүек мөһим төшөнсәләргә генә ҡайтарылып ҡалдырылмаҫмы тигән шик белдерә. Сөнки кешене ҡалған хайуандар донъяһынан айырып торған уйлау, сәйәси ҡараштарын яҡлау һәләте, уның үҙ фекере булыуы кеүек тәү ҡарашҡа аҙыраҡ кәрәкле, шулай ҙа мөһим төшөнсәләрҙең ситтәрәк ҡалыу ҡурҡынысы була, ә уларҙы шулай уҡ иҫтән сығармау зарурлығы һүҙһеҙ ҙә аңлашыла.
Ҡабул ителеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Декларация өсөн тауыш биреү яйлап тормошҡа ашырылған. Декларация проектының 31 статьяһы араһынан 23-ө бер тауыштан ҡабул ителә. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, декларация проектының 3-сө статьяһы 2-се статья менән берләштерелгән. Тикшереү барышында һәм һәр статья буынса тауыш биргәндә, көнбайыш илдәре менән совет блогы илдәренең ҡара-ҡаршы торғаны асыҡлана.[7] БМО-ға килгән совет делегацияһы башлығы Андрей Януарьевич Вышинский декларация тураһында былай тип фекер йөрөткән:
Ҡайһы бер лайыҡлы яҡтары булыуға ҡарамаҫтан, был проект күп кенә ҙур етешһеҙлеккә эйә, һәм шулар араһында иң төп етешһеҙлеге формаль-юридик һыҙатлы булыуында һәм проектта иғлан ителгән кешенең төп азатлығы һәм хоҡуҡтарын тормошҡа ашырырға ярҙам итерҙәй бер ниндәй сара юҡлығында.
1948 йылдың 10 декабрендә Пале де Шайола (Париж) үткән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһының 183-сө пленар ултырышында Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһының аҙаҡҡы редакцияһын 48 ил (ул саҡтағы БМО ағзаһы булған 58 ил араһынан) хуплай. Белорус ССР-ы, Украин ССР-ы, СССР, Чехословакия, Польша, Югославия, Көньяҡ-Африка Союзы һәм Сәғүд Ғәрәбстаны тауыш биреүҙән тыйылып тора[9], ә Гондурас һәм Йемен бөтөнләй ҡатнашмаған. Канада Декларацияның беренсе вариантын кире ҡаға, әммә йомғаҡлау тауыш биреү барышында ризалаша.
= Статусы һәм таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Декларация бары тик тәҡдим биреү статусына эйә булһа ла, уның нигеҙендә килешеүҙә ҡатнашыусылар өсөн ике мотлаҡ әйбер: Гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтар тураһында халыҡ-ара пакт һәм Иҡтисади, социаль һәм мәҙәни хоҡуҡтар тураһында халыҡ-ара пакт ҡабул ителә. Күп йыллыҡ тәжрибә осоронда Декларацияның күп положениелары ғәҙәти халыҡ-ара хоҡуҡ нормалары статусына эйә; айырым илдәрҙә Декларация өлөшләтә генә таныла.[10]
Был документ донъяның күп телдәренә тәржемә ителә (2018 йылда 500-ҙән артыҡ илдә)[11] һәм донъялағы иң күп тәржемә ителеүсе документ булып тора.[12]
Элеонора Рузвельт Декларацияны бөтә кешелек өсөн «Бөйөк азатлыҡ хартияһы» тип атай (шуның өсөн ҡайһы берҙә Декларацияны Кеше хоҡуҡтары хартияһы тип атайҙар).
СССР-ҙа декларацияның рус теленә тәүге билдәле тәржемәһе һәр кем аңларлыҡ киң мәғлүмәт сараларынан 1958 йылда сыҡҡан «ЮНЕСКО Курьеры»ның 10-сы һанлы бюллетенендә һәм шул уҡ йылда Юридик әҙәбиәт дәүләт нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан Анатолий Петрович Мовчандың «Кеше хоҡуҡтарын халыҡ-ара яҡлау» брошюраһында донъя күргән.[13]
Кеше хоҡуҡтары көнө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1950 йылда Декларация хөрмәтенә БМО 10 декабрҙә билдәләнә торған байрам — Кеше хоҡуҡтары көнө булдыра. Уны байрам итеүҙә төрлө милләт кешеләре, берләшмә-ширҡәттәр, дини төркөмдәр, парламенттар, хөкүмәттәр һәм, әлбиттә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы үҙе ҡатнаша. Һәр ун йыл һайын Декларацияға һәм туранан-тура кеше хоҡуҡтарына иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында махсус кампаниялар үткәрелә. Мәҫәлән, 2007 йылдың 10 декабрендә старт алған «Кешелек дәрәжәһе һәм ғәҙеллек беҙҙең барыбыҙ өсөн» тип исемләнгән кампания теүәл бер йыл, Декларацияның 60 йыллығына тиклем, дауам итә[14].
Төп ваҡиғалар теҙмәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи нигеҙҙә Декларация менән бәйле йылдар[15]:
- 1939 йыл. Икенсе донъя һуғышы башлана. Германиялағы нацистик режим йәһүдтәрҙе һәм башҡа аҙсылыҡ милләттәрҙе юҡ итеү программаһы үткәрә.
- 1945 йыл, 25 апрель. Сан-Францискола асылған халыҡ-ара конференцияла Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы уставы өҫтөндә эш башлана.
- 1945 йыл, 26 июнь. БМО уставына илле дәүләт ҡул ҡуя.
- 1945 йыл, 2 сентябрь. Японияның ҡаршылыҡһыҙ баш һалыуы (капитуляцияһы) хаҡында актҡа ҡул ҡуйыла. Икенсе донъя һуғышы тамамлана.
- 1945 йыл, 24 октябрь. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы уставы үҙ көсөнә инә.
- 1946 йыл, 10 ғинуар. Лондонда БМО Генераль Ассамблеяһының беренсе ултырышы асыла. Унда Кеше хоҡуҡтары буйынса комиссия ойошторола.
- 1948 йыл, 10 декабрь. БМО Генераль Ассамблеяһы Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһын ҡабул итә.
- 1961 йыл, июль. Лондонда Халыҡ-ара амнистия (инглизса «Amnesty International», урыҫса «Международная амнистия») ойошмаһы төҙөлә.
- 1968 йыл, май. Тегеранда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының кеше хоҡуҡтарына арналған халыҡ-ара конференцияһы үткәрелә. Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы авторҙарының береһе, француз юрисы һәм йәмәғәт эшмәкәре Рене Кассен Нобель тыныслыҡ премияһына лайыҡ була.
- 1971 йыл. Табиптар — сикһеҙ (урыҫса «Врачи без границ») халыҡ-ара ойошмаһы төҙөлә.
- 1976 йыл. Гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтар тураһында халыҡ-ара пакт һәм Иҡтисади, социаль һәм мәҙәни хоҡуҡтар тураһында халыҡ-ара пакт үҙ көсөнә инә.
- 1978 йыл. Кеше хоҡуҡтарын боҙоуға мониторинг үткәреү, уларҙы тикшереү һәм документтар менән раҫлап нығытыу менән шөғөлләнеүсе «Хью́ман Райтс Вотч»[16] (ингл. Human Rights Watch, HRW — страж прав человека) хөкүмәттәр ҡарамағында булмаған ойошма төҙөлә.
- 1993 йыл, июнь. Венала Кеше хоҡуҡтары буйынса бөтөн донъя халыҡ-ара конференцияһы (World Conference on Human Rights) үткәрелә. Гаага беренсе халыҡ-ара трибунал — Элекке Югославия буйынса ла халыҡ-ара трибунал (Международный трибунал по бывшей Югославии) ойошторола.
- 1994 йыл. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының беренсе Кеше хоҡуҡтары буйынса юғары комиссары тәғәйенләнә.
- 2008 йыл. Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһын раҫлауға 60 йыл үткәндән һуң Халыҡ-ара амнистия донъяла кеше хоҡуҡтары торошо тураһында доклад баҫтыра.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтары тураһында халыҡ-ара пакт
- Кеше хоҡуҡтарының халыҡ-ара ҡанундары
- Кеше хоҡуҡтары тураһында Европа конвенцияһы
- БМО-ның Кеше хоҡуҡтары буйынса комитеты
- Кеше хоҡуҡтары буйынса БМО Юғары комиссары идаралығы
- БМО-ның Кеше хоҡуҡтары буйынса советы
- БМО-ның Кеше хоҡуҡтары буйынса комиссияһы
- s:Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһын тикшереү
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Международный пакт о правах человека(недоступная ссылка)
- ↑ Международный билль о правах человека 2010 йыл 3 декабрь архивланған.
- ↑ Johannes Morsink, p.4
- ↑ Susan Muaddi Darraj, p.38
- ↑ Johannes Morsink, p.5
- ↑ Susan Muaddi Darraj, p.39
- ↑ 55 лет Декларации прав человека 2009 йыл 15 апрель архивланған.
- ↑ источник=Рождение всеобщей декларации прав человека
- ↑ Стенограмма заседания Генеральной Ассамблеи ООН, на котором была принята Декларация
- ↑ Ханнум Х. Статус Всеобщей декларации прав человека во внутреннем и международном праве 2009 йыл 21 февраль архивланған. // Российский бюллетень по правам человека № 11
- ↑ Translations: «from Abkhaz to Zulu» (инг.)
- ↑ World Language Statistics and Facts
- ↑ Музей Всеобщей декларации прав человека 2012 йыл 25 июнь архивланған.
- ↑ Всеобщая декларация прав человека: 1948—2008 годы
- ↑ Susan Muaddi Darraj, p.108-110
- ↑ Транслитерация, используемая на официальном сайте организации
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- George J. Andreopoulos and Richard Pierre Claude (eds.), Human Rights Education for the Twenty-First Century (1997).
- Johannes Morsink. The Universal Declaration of Human Rights: Origins, Drafting, and Intent (1999). Pennsylvania Studies in Human Rights. University of Pennsylvania Press, 2000. ISBN 0812200411, ISBN 9780812200416. P. 396.
- Mary Ann Glendon, A World Made New: Eleanor Roosevelt and the Universal Declaration of Human Rights (2001).
- Paul Gordon Lauren, The Evolution of International Human Rights: Visions Seen (1998).
- Richard Falk, On Humane Governance: Toward a New Global Politics (1995).
- Susan Muaddi Darraj. The Universal Declaration of Human Rights. — (Milestones in modern world history). Chelsea House, Infobase Publishing, 2010. 129 p. ISBN 978-1-60413-494-0 (hardcover), ISBN 978-1-4381-3178-8 (e-book).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы Викимилектә | |
Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы Викияңылыҡтарҙа |
- Резолюция № 217 (III)(недоступная ссылка)
- Декларация прав человека
- Стенограмма заседания Генеральной Ассамблеи ООН, на котором была принята Декларация
- Выдержка из Ежегодника ООН 1948-49 с обзором хода принятия Декларации (инг.)
- История создания ВДПЧ (инг.)
- СССР и принятие всеобщей декларации прав человека 2009 йыл 21 февраль архивланған.// Российский бюллетень по правам человека № 11. Москва: Институт прав человека, 1999
- Музей Всеобщей декларации прав человека
- Уолц С. Кто написал Всеобщую декларацию прав человека?
Ҡалып:Статьи Всеобщей декларации прав человека Ҡалып:Международное право прав человека