Шәкәр кукурузы: өлгөләр араһындағы айырма
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
|||
24 юл: | 24 юл: | ||
Кукуруз — һабағы 5-6 м ға етеп үҫә торған бер йыллыҡ бер өйлө үҫемлек. Һабағы, башҡа [[ҡыяҡлылар]]ҙан айырмалы булараҡ, ҡыуыш түгел. Сәсәкләре — айырым енесле. Емешлекле башаҡсыҡтар сәкәндәргә йыйналған. Сәкән япраҡ ҡуйынтығында йыуанайған ҡыҫҡа ян бәбәктә урынлаша. Башаҡсыктар бер сәскәле, сәскә элпәләре юҡ, емешлек йомро емшәндән һәм осонда икегә айырылған оҙон ефәк һымаҡ бағанасыҡтан тора. Һеркәсле башаҡсыҡтар ике сәскәле, һәр сәскә өс һеркәсле. Башаҡсыҡтар һабаҡ осонда урынлашҡан эре йәйенке һеперткеләргә йыйылған. Уларҙы ел һеркәләндерә. |
Кукуруз — һабағы 5-6 м ға етеп үҫә торған бер йыллыҡ бер өйлө үҫемлек. Һабағы, башҡа [[ҡыяҡлылар]]ҙан айырмалы булараҡ, ҡыуыш түгел. Сәсәкләре — айырым енесле. Емешлекле башаҡсыҡтар сәкәндәргә йыйналған. Сәкән япраҡ ҡуйынтығында йыуанайған ҡыҫҡа ян бәбәктә урынлаша. Башаҡсыктар бер сәскәле, сәскә элпәләре юҡ, емешлек йомро емшәндән һәм осонда икегә айырылған оҙон ефәк һымаҡ бағанасыҡтан тора. Һеркәсле башаҡсыҡтар ике сәскәле, һәр сәскә өс һеркәсле. Башаҡсыҡтар һабаҡ осонда урынлашҡан эре йәйенке һеперткеләргә йыйылған. Уларҙы ел һеркәләндерә. |
||
{{Фоторяд|SweetcornFlower.JPG|ш1=300|Maiskolben auf dem Feld.jpg|ш2=150|Кукуруза3.jpg|ш3=170|Zea mays fraise MHNT.BOT.2011.18.21.jpg|ш4=330|текст=Слева направо: мужское соцветие, женское соцветие, початок, семена сорта 'Fraise'|color=lightgreen}} |
|||
== Игелеү тарихы == |
== Игелеү тарихы == |
08:39, 19 декабрь 2013 өлгөһө
Шәкәр кукурузы | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Zea mays subsp. mays L. | ||||||||||||||
|
«Köhler’s Medizinal-Pflanzen», 1887 китабынан ботаник иллюстрация
|
Шәкәр кукурузы (Zea mays йәки шәкәр кукурузы) — бөртөклөләр (Poaceae) ғаиләһенең Zea L. кукуруз (ырыу)ының берҙән бер культуралы бөртөклө иген вәкиле.
Ботаник яҙма
Кукуруз — һабағы 5-6 м ға етеп үҫә торған бер йыллыҡ бер өйлө үҫемлек. Һабағы, башҡа ҡыяҡлыларҙан айырмалы булараҡ, ҡыуыш түгел. Сәсәкләре — айырым енесле. Емешлекле башаҡсыҡтар сәкәндәргә йыйналған. Сәкән япраҡ ҡуйынтығында йыуанайған ҡыҫҡа ян бәбәктә урынлаша. Башаҡсыктар бер сәскәле, сәскә элпәләре юҡ, емешлек йомро емшәндән һәм осонда икегә айырылған оҙон ефәк һымаҡ бағанасыҡтан тора. Һеркәсле башаҡсыҡтар ике сәскәле, һәр сәскә өс һеркәсле. Башаҡсыҡтар һабаҡ осонда урынлашҡан эре йәйенке һеперткеләргә йыйылған. Уларҙы ел һеркәләндерә.
Слева направо: мужское соцветие, женское соцветие, початок, семена сорта 'Fraise'
|
Игелеү тарихы
Шәкәр кукурузы Үҙәк һәм Көньяҡ Американан сыҡҡан; тыуған ерендә ул — 3—5 мең йылдарҙан бирле игелә торған үҫемлек[1]. Башҡа фекер буйынса, бынан 8000 йыл элек Мексикалағы Бальсас үҙәнлеге индеецтары иҫ китмәле бер үҫемлекте йорт тирәләрендә үҫтерә башлайҙар. Шулай итеп, маис (кукуруз) был кешеләрҙе аусылыҡ менән көн күреүсе күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа әйләндерә[2]. Х. Колумб һ.б. диңгеҙселәр ярҙамы менән кукуруз Европала пәйҙа була: башта Испанияға, шунан һуң Англияға, Португалияға, Францияға, Италияға килеп инә. Европанан иһә Һиндостанға, Ҡытай, Индонезияға «сығып китә». Йөҙ йыл да уҙмай, флораның әлеге иҫ китмәле вәкиле бөтөн донъяға тарала. Ер йөҙендәге иң боронғо культураларҙың берһе булған шәкәр кукурузы ауыл хужалығына нигеҙ һала. Кукуруз игә башлау менән, уның «тирәһендә» башҡа төрлө һөнәрселектәр ҙә тыуа һәм үҫә, һөҙөмтәлә, цивилизация барлыҡҡа килә. Һис икеләнеүһеҙ әйтергә мөмкин: Америка ҡитғаһының барлыҡ боронғо цивилизацияларының да сәскә атыуы кукурузға бәйле. Индеецтар уларҙан 200 төрҙән артыҡ тәғәм әҙерләй белгәндәр. Ҡыҙҙырғандар ҙа, бешергәндәр ҙә, япрағынан һут һәм шараб яһағандар, сәскә һеркәһен сумса эслеге итеп файҙаланғандар. Япрағы шулай уҡ түбә ябыуға, кәүҫәһе стена яһауға, ә ҡалдыҡтары усаҡ яғыуға киткән.
Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙа игелеү тарихы
Безҙең ил халҡы өсөн кукуруз Хрущев исеме менән бәйле. Ләкин ул Рәсәйҙә XVII быуатта уҡ үҫтерелгән. Уны Ҡырымда, Кавказда һәм Украинаның көньяғында үстергәндәр. Империяның көньяк ҡалаларында кукуруз урамдарҙа ла һатылған: асыҡ һауала ҙур ҡазандарҙа йәш сәкәндәрҙе бешереп һата торған булгандар. Хакимиәткә коммунистар килгәс, был культураға иғтибар кәмегән. Бары 1959 йылда, совет башлығы Никита Хрущев АҠШ-ҡа барып ҡайтҡандан һуң ғына уға иғтибар уяна.
Аҙыҡ-түлек булараҡ һәм иҡтисади әһәмиәте
Кукуруздың әһәмиәте бик ҙур, ул ҡиммәтле бөртөклө аҙык һәм тереклек аҙығы культураһы. Һабағы һәм япраҡтарынан ҡағыҙ, линолеум, вискоза, яһалма бөкө яһайҙар. Ярмаларынан май һығалар, крахмал алалар, емешлек бағанасыҡтары медицинала ҡулланыла.[3] Был культура башлыса аҙыҡ-түлек етештереүҙә ҡалланыла, бынан тыш мал өсөн фураж була ала. Шулай уҡ кукуруздан юғары сифатлы спирт һәм яғыулыҡ-майлау материалдары ла яһайҙар.
Ер шарында бөгөн кукуруз бойҙайҙан ҡала иң күп игелә торған культура. АҠШ-та йыл һайын 300 миллион тонна кукуруз орлоғо йыйып алына, Ҡытайҙа – 145, ә Рәсәйҙә барлығы 3 миллион тонна ғына. Әлбиттә, Америкала моның 85 проценты мал-тыуарға ашатыла, һәм шуға да ундағы малдарҙың итенең йомшаҡлығы, һутлығы менән айырылып тора. Дөйөм алғанда, кукуруз ете төргә бүленә: шуның бишеһе техник культураға инә – ул малдарға ашатыу, ярма, крахмал, май яһау өсөн тотонола, ә ике төрө ашау өсөн китә. Һәр американлы йылына 1,5 килограмм кукуруз орлоғо ашай. Шәкәрле сортын сей килеш һәм консервлап ашайҙар, ә ярыла торган сортынан попкорн яһайҙар.[4]
Донъяла йыллыҡ кукуруз етештереү
күләме (мең тонна) | |
---|---|
1965 | 226 544 |
1970 | 265 831 |
1975 | 341 661 |
1980 | 396 623 |
1985 | 485 527 |
1990 | 483 343 |
1995 | 517 329 |
2000 | 592 472 |
2005 | 713 458 |
2006 | 706 656 |
2007 | 789 641 |
2008 | 826 718 |
2009 | 818 823 |
Кукуруз етештереүсе төп 15 ил (мең тонна) Сығанак: БМО аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы | ||||
---|---|---|---|---|
Ил | 1985 | 1995 | 2005 | 2009 |
АҠШ | 225453 | 187969 | 282261 | 333011 |
Ҡытай | 64102 | 112361 | 139498 | 164107 |
Бразилия | 22018 | 36267 | 35113 | 51232 |
Мексика | 14103 | 18352 | 19338 | 20142 |
Индонезия | 4329 | 8245 | 12523 | 17629 |
Һиндсотан | 6643 | 9534 | 14709 | 16680 |
Франция | 12409 | 12739 | 13687 | 15288 |
Аргентина | 11900 | 11404 | 20482 | 13121 |
КАР | 8444 | 4866 | 11715 | 12050 |
Украина | н/д | 3391 | 7166 | 10486 |
Канада | 6969 | 7270 | 9332 | 9561 |
Румыния | 11903 | 9923 | 10388 | 7973 |
Италия | 6356 | 8454 | 10427 | 7877 |
Венгрия | 6817 | 4649 | 9050 | 7528 |
Нигерия | 1826 | 6931 | 5957 | 7338 |
Аҙыҡ булараҡ туҡлыҡлыҡ ҡиммәте
кукуруз орлоғо 100 г аҙыҡтың туҡлыҡлыҡ ҡиммәте | ||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Энергетик ҡиммәте 86 ккал 360 кДж | ||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||
Сығанаҡ: USDA Nutrient Database |