Эстәлеккә күсергә

Печ (ҡала, Венгрия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Печ
БайраҡГерб
Рәсем
Рәсми тел Венгр теле
Дәүләт  Венгрия[1]
Административ үҙәге Печский яраш[d][1], Баранья[d][1] һәм Individual Constituency Baranya County No. 1[d]
Административ-территориаль берәмек Печский яраш[d][1]
Сәғәт бүлкәте Үҙәк Европа ваҡыты[d], UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Individual Constituency Baranya County No. 1[d] һәм Individual Constituency Baranya County No. 2[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Hungary/Pécs.map
Хөкүмәт башлығы Attila Péterffy[d][2]
Халыҡ һаны 140 330 кеше (1 ғинуар 2024)[3]
Административ рәүештә бүленә Kertváros[d], Megyer[d], Málom[d], Postavölgy[d], Árpádváros[d], Nagyárpád[d], Tüskésrét[d], Basamalom[d], Siklósi városrész[d], Északmegyer[d], Füzes[d], Kovácstelep[d], Uránváros[d], Bolgárkert[d], Fogadó[d], Zsebedomb[d], Patacs[d], Rácváros[d], Szentmiklós[d], Szigeti külváros[d], Ispitaalja[d], Balokány[d], Gyárváros[d], Budai városrész[d] һәм Belváros[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 153 метр
Туғандаш ҡала Грац[4][5][6][…] һәм Нови-Сад[5][7]
Милке Stadion PMFC[d] һәм Lauber Dezső Sports Hall[d]
Сиктәш Козармишлень[d], Orfű[d], Pécsudvard[d], Keszü[d], Cserkút[d], Nagykozár[d], Bogád[d], Pellérd[d], Кёкень[d], Погань[d] һәм Martonfa[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 16 278 гектар (2021)[1]
Почта индексы 7600–7636[8][9]
Рәсми сайт pecs.hu[10]
Урынлашыу картаһы
Иң тәүге яҙма ваҡыты 871
Урындағы телефон коды 72[1]
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Печа (Венгрия)[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Pécs[d]
Карта
 Печ Викимилектә

Печ (мадьярса  Pécs [ˈpeːt͡ʃ]) — ҡала, көньяҡ-көнбайыш Венгрияла, Мечки тауҙарының көньяҡ итәгендә урынлашҡан. Баранья медьеһының административ үҙәге . Халыҡ — 146 581 кеше (2014), Печ —Венгрияның ҙурлығы буйынса бишенсе урында торған ҡалаһы. Печтың башланғыс христиан некрополе ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Эссен һәм Истанбул менән бергә Печ Европаның 2010 йылғы мәҙәни баш ҡалаһы итеп һайланған.

Транспорт һәм географияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Печ ҡалаһы Будапештан көньяҡ-көнбайышҡа табан 200 саҡрымда, Хорватия сигенән 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Печ ҡалаһы Будапешт менән E73 автотрассаһы һәм тимер юл арҡаһында. Будапештан юл ваҡыты — 3 сәғәт. Ҙур поездар Печтан шулай уҡ Венгрия ҡалаларына, Вена, Осиек һәм Сараевоға йөрөй.

Ҡалала киң автобус маршруттары селтәре бар. С 1913-1960 йылдарҙа трамвай маршрут эшләй, ләкин 1960 йылда трамвай бөтөрөлә.

Ҡала янында Печ-Погань аэропорты урынлашҡан. Аэропорт 2006 йылда асыла һәм Венгрияның бишенсе халыҡ-ара аэропорты була.

Климат Печ
Күрһәткестәре Дек. Ғин. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Февр. Йыл
Һауа температураһы, °C 1,6 4,8 10,3 16,0 20,9 24,0 26,3 25,9 22,3 16,6 8,8 3,4 15,1
Уртаса температура, °C -1,4 1,3 5,6 10,7 15,5 18,6 20,5 20,1 16,6 11,3 5,1 0,6 10,4
Уртаса минимум, °C -4 -1,7 1,6 6,0 10,5 13,6 15,0 14,7 11,7 7,0 2,2 -1,7 6,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 39 32 38 55 63 84 61 63 47 37 56 44 619
Сығанағы: World Climate 2017 йыл 9 ноябрь архивланған.
Христиан некрополе

Ҡала 2 мең йыл элек барлыҡҡа килгән, быны археологик ҡаҙыныуҙар иҫбатлай: беҙҙең эраға тиклем IV мең йыллыҡта Печ Римдең панония провинцияһы составында тора һәм Сопине (Сопиан) тип атала. IV быуатта бында көслө христиан общинаһы барлыҡҡа килә. Ундағы христиан ҡәберлеге һаҡланған һәм ул ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән.

Был район варварҙар, һундар һәм аварҙар ҡулында була. Авар ҡағанатының хакимлығы юҡҡа сығарылғас, һуңынан Печ Изге рим империяһы ҡ аҫтында тора. 871 йылда ҡала тәүге тапҡыр телгә алынған документ- Зальцбург диоцезында Квинке-Эклезий (лат. Quinque Ecclesia) йәки биш сиркәү, немец — Фюнфкирхен (нем. Fünfkirchen) исеме аҫтындағы документы.. Хәҙерге замандағы венгр исеме — славян теленән үҙләштереү, моравия pĕt — Биш (сиркәү).

1000 йылдан алып — Венгрияның бер өлкәһе үҙәге. XI быуатта ҡалала кафедраль собор төҙөлә, XII быуатта ҡалала скульптура мәктәптәре үҫеш кисерә. 1367 йылда Печта беренсе университет асыла һәм ул йөҙ йылдан кәмерәк ваҡыт йәшәй.

1526 йылда венгрҙар Мохачтағы алышта еңелә, шунан һуң уны төрөк ғәскәрҙәре баҫып ала һәм ҡаланы талай, ә 1543 йылда ул тулыһынса Ғосман империяһы хакимлығы аҫтына күсә. Венгрияның башҡа ҡалаларындағы кеүек үк бындағы христиан сиркәүе мәсеткә әйләндерелә һәм төрөк архитектураһы биналары күпләп төҙөлә.

Төрөктәрҙән Печ 1686 йылдың октябрендә азат ителә һәм ул Габсбургтар империяһының бер өлөшө булып китә. Ҡалала төрөктәрҙең венгрия халҡы менән идара итеүе ныҡ кәмей, шуға күрә ҡала власы бында немец һәм көньяҡ-славян халыҡтарының күсеп килеүен хуплай. XVIII быуатта славяндар ҡала халҡының яртыһын тиерлек тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта венгрҙар бары тик сиреген; тағы бер сиреген немецтар тәшкил итә.

1704 -1777 йылдарҙа Габсбургтарҙың венгр ихтилалында еңелеүе арҡаһында урындағы епископтар тарафынан идара ителә, королдең ирекле ҡалаһы статусына эйә була.

1848-1849 йылдарҙағы венгрия революцияһы арҡаһында ҡала ҡыҫҡа ғына ваҡыт хорват армияһы оккупацияһында була. 1867 йылда ҡала тимер юлы төҙөлә, 1882 йылда ул Будапешты Печ менән тоташтыра.

Беренсе донъя һуғышы аҙағында Печты серб ғәскәре баҫып ала һәм 1921 йылдың авгусына тиклем ҡаланың Венгрияла ҡаласағы билдәле булмай тора. 1921 йылда ул Венгрия составында ҡала һәм бында Пожониҙан (Братислава) университет күсерелә.ингән.

Икенсе донъя һуғышында Печ, Венгрияның башҡа ҡалаларына ҡарағанда, әҙ зыянлана, әммә ҡайһы бер тарихи биналарға бомба зыян килтерә.

Социалистик осорҙа ҡалала индустриализация башлана, ҡала бик тиҙ үҫә, ундағы халыҡ — 80 мең кешегә барып етә. Социализм емерелгәндән һуң, Печ ныҡ иҡтисади көрсөк кисерә. Бынан тыш, күрше Югославила барған һуғыш арҡаһында ҡалаға килеүсе туристар һаны кәмей.

XXI быуат башында көрсөк еңелә.

Печ — мөһим транспорт, сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәк. Уның тирәһендә күмер, уран мәғдәндәре сығарыла һәм ТЭС төҙөлә.. Ҡала машиналар төҙөү (электротехника шул иҫәптә), төрлө-төрлө аҙыҡ-түлек сәнәғәте (һыра ҡайнатыу, консерва фабрикаһы, шампан шараптары етештереү һәм башҡалар); ағас эшкәртеү сәнәғәте, күн-аяҡ кейеме һәм тәмәке фабрикаһы, кокс химия заводы үҙәгенә әйләнә.Айырыуса билдәле Печ керамика (фарфор-фаянс изделиелар фабрикаһы, элекке Жольная) заводы.

Ҡалала Печ футбол клубы нигеҙләнгән, ул ил чемпионатында ике тапҡыр призер була, ә 1990 йылда Милли куботы яулай. Шулай уҡ ҡалала гандбол командаһы бар.

Мәҙәниәт һәм белем алыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Милли театр бинаһы
Университет

Венгрияла беренсе булып Печ университетына нигеҙ һалына (1367 йыл). Медицина институты уның мөһим өлөштәренең береһе булып тора.

Печ милли театры 1960 йылда асыла, труппа И. Экка етәкселеге аҫтында эшләй, ул заман композиторҙары әҫәрҙәре буйынса балеттар ҡуя. Милли фильм фестивале үткәрелә.

Ҡала музейҙары:

  • Янус Паннониус исемендәге музей, 1898; археология һәйкәлдәре, халыҡ сәнғәте, XX быуаттағы Венгрия сәнғәте).
  • Тивадара Чонтвари-Костка.
  • Жолная фарфор музейы.
  • Венгр сәнғәте художество галереяһы
  • Рәссам Мартин Ференц музейы.
  • Вазарель Музейы.
  • Марципан музейы.
  • Уйынсыҡтар музейы 2019 йыл 4 апрель архивланған.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хассан Яков-али мәсете
Кафедраль собор
  • Боронғо христиан катабомбалары (IV быуат).
  • Изге Петр һәм Павел соборы..
  • Бельварош мәхәллә сиркәүе (элекке мәсет Ҡасим Ғази, XVI быуат)
  • Епископ һарайы (1770 йыл).балкондар менән.
  • Ратуша (1907 йыл).
  • Синагога (1869 йыл).
  • Яков-али Хассан мәсете (XVI быуат). Иң яҡшы венгр мәсете. Бейеклеге— 23 метр.
  • Милли театр бинаһы. 1895 йылда рококо стилендә төҙөлгән..
  • Паулин ордены монстыры.
  • Барбакан. Түңәрәк бастион, ҡала нығытмаһы.
  • Готар, Петер — венгр театр һәм кино режиссеры, сценарист.
  • Добрович, Никола — билдәле серб архитекторы.
  • Шойом, Ласло — 6-сы Венгрия президенты.
  • Ломбе, Ката — билдәле венгр яҙыусыһы һәм синхрон тәржемәсе. 16 телде үҙ аллы өйрәнгән, уларҙан бишеһендә ул иркенләп һөйләшә.
  • Сабо, Ида — югославия сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, Югославия Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Туғанлашҡан ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 http://www.ksh.hu/apps/hntr.telepules?p_lang=HU&p_id=19415
  2. Pécs települési választás eredményeiNational Election Office, 2019.
  3. Magyarország helységnévtára, Detailed Gazetteer of Hungary (венг.)KSH, 2024.
  4. https://www.graz.at/cms/beitrag/10021818/7771992/Pécs.html
  5. 5,0 5,1 https://pecs.hu/testvervarosok-partnervarosok/
  6. https://pecseconomy.eu/city-of-pecs/twin-cities-of-pecs/
  7. http://www.novisad.rs/eng/links
  8. http://www.iranyitoszamnavigator.hu/baranya-megye-telepulesei-9-oldal
  9. http://www.iranyitoszamnavigator.hu/baranya-megye-telepulesei-10-oldal
  10. https://magyarnemzetinevter.hu/geo/482137 — 2019.