Эстәлеккә күсергә

Солтанбәк (Асҡын районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Солтанбәк
Солтанбәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Асҡын районы

Координаталар

56°01′49″ с. ш. 57°08′22″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 204 843 001

ОКТМО коды

80 604 443 101

Солтанбәк (Рәсәй)
Солтанбәк
Солтанбәк
Солтанбәк (Асҡын районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Солтанбәк

Солтанбәк (рус. Султанбеково) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 459 кеше[1]. Почта индексы — 452895, ОКАТО коды — 80204843001.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 459 220 239 47,9 52,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 55 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 148 км

Солтанбәк ауыл советына, үҙәге Солтанбәк ауылы,Чураш һәм Кәмәшиҙе ауылдары керә.
Бөгөнгө көндә Солтанбәктә заманса төҙөлгән социаль-мәҙәни үҙәк бар. Уның эсендә урта дөйөм белем биреү мәктәбе (филиалы Чураш), ауыл Советы, балалар баҡсаһы (филиалы Урмияҙ), фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан. Шулай уҡ ике мәҙәниәт йорто (Солтанбәк һәм Чураш ауылдарында), почта бүлексәһе, китапханә, ике шәхси эшҡыуарҙың сауҙа кибеттәре бар. Ауылда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың 4 субъекты бар. Бөгөн Солтанбәктә 174 йортта барлығы 473 кеше йәшәй.

Архив материалдары һәм зыярат таштарындағы яҙыуҙарға ҡарағанда, ауылдың тәүге нигеҙе 1672 йылдарҙа һалына. Солтанбәктәр балыҡсы ырыуы башҡорттары. Ауылға Алтай, Көньяҡ Себер өлкәләренән күсеп килгәндәр. Солтанбәк ауылы Пермь өлкәһе менән сиктәш, Сарс йылғаһы буйына урнашҡан. Элек ауылды төрлөсә атағандар: Сарс,Иҫке Сарс, Ҙур Сарс,Түбәнге Сарс. Ауыл Һөйәнтүҙ фажиғәһе ваҡытында яндырылған. Тергеҙелеүе тураһында IV ревизия мәғлүмәттәре 1783 йылда, Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.китабында иҫкә алына. Һуңынан был урынға башлап Ғәйет ҡарт килеп урынлаша. Ул тыуған яҡты өйрәнеүсе Миңлеғәлиев Шаһийән Миңлеғәли улының бик боронғо олатаһы була.
Ауылдың бөгөнгө исеме йөҙ башы Солтанбәк Ғүмәров менән бәйле. Ул бирегә Билгеш ауылынан килгән була. 1905 йылдан ауыл Солтанбәк тип йөрөтөлә.
Элек электән ауыл хужалығы, умартасылыҡ, урман әҙерләү менән шөғөлләнгәндәр. 30 — сы йылдар башында Солтанбәктә артель промыслаһы була — арба, саналар, мунсала эшкәрткәндәр. Һуғыш йылдарында фронтҡа винтовка прикладтары, саңғылар эшләп ебәргәндәр.

Ауыл үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтанбәк ауылы күп бала тәрбиәләгән һәм тәрбиәгә бала алған ғаиләләрҙең күп булыуы менән билдәле. Мәҫәлән, «Әсәлек даны» миҙалына 23 ҡатын-ҡыҙ эйә булды, биш ғаилә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 11 бала алып тәрбиәләй.
Солтанбәктәр яңы йорттар һала, тарихын өйрәнә, шәжәрәләр төҙөп, белгәндәрен йәш быуынға еткерә.

Урам исеме[2]

  • Яр буйы урамы (рус. улица Береговая)
  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Набережная)
  • 1-се Унияз урамы (рус. улица Унияз 1-й)
  • 2-се Унияз урамы (рус. улица Унияз 2-й)
  • 3-сө Унияз урамы (рус. улица Унияз 3-й)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. «Налог Белешмәһе» системаһында Солтанбәк ауылы