Сәйет (Татарстан)
Сәйет | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Семекеевское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423881 |
Сәйет (татар. Сәет, рус. Саитово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Урғуҙа йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1735 йылдан билдәле. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Бишинде-Останково административ-территориаль улусы составына керә[3].
XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, тимерлек, икмәк магазины, 2 бакалея кибете теркәлгән[3][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан — Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Саллы районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[2].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 16 башҡорт һәм 186 яһаҡлы татар; 1859 йылда — 576 керҙәш; 1870 йылда — 460 башҡорт һәм 72 татар; 1912 йылда — 885 типтәр һәм татар иҫәпләнгән[3].
1795 | 1859 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
202 | 576 | 887 | 727 | 542 | 521 | 284 | 229 | 234 | 162 | 100 | 144 | 153 |