Хаустов Валентин Иванович
Хаустов Валентин Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1884 |
Тыуған урыны | Пронский уезд[d], Рязань губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | иртәрәк1922 |
Вафат булған урыны | РСФСР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d] |
Хәрби звание | рядовой |
Хаустов Валентин Иванович Викимилектә |
Хаустов Валентин Иванович (1884 йыл — 1922 йылдан һуң[1]) — токарь, меньшевик, Өфө губернаһынан IV саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1912—1917), ВЦИК ағзаһы[⇨]. 1917 йылда Дәүләт Думаһының Ваҡытлы комитеты (ВКГД) составына инә һәм Петросовет башҡарма комитеты ағзаһы —почта-телеграф хеҙмәткәрҙәре эштәре буйынса комиссар булып китә[⇨]. 1918 йылда КОМУЧ-ты хуплай[⇨].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртә йылдары. Токарь
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс земство училищеһын тамамлай[2][3].
1898—1905 йылдарҙа Өфө тимер юл депоһында токарь булып эшләй. Социал-демократик хәрәкәттә ҡатнаша, шуның өсөн ике тапҡыр сәйәси эше буйынса ҡулға алына.
Император рус армияһында хәрбибурысын үтәгәндән һуң, 1908 йылда ҡабат металл буйынса токарь булып эшләй, бер көнлөк эш хаҡы 1 һум 15 тин тәшкил итә. РСДРП ағзаһы булып тора[4].
IV Думаһы депутаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1912 йылдың 20 октябрендә эшсе Хаустов Өфө губерна һайлау йыйылышынан (эшселәрҙән депутат) Рәсәй империяһының Дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлана. Шул уҡ ваҡытта, һайланғас ҡулға алына, ләкин — 20-һе иртән — иреккә сығарыла.
Думала Социал-демократик фракцияға инә. Алты комиссия ағзаһы була: юлдар, финанс, пенсия һәм бер тапҡыр бирелә торған пособиеларҙы тураһында дөйөм уставты үҙгәртеү, православие сиркәүе эштәре, хәрби һәм диңгеҙ эштәре, эш һорауҙары буйынса. Думаның 38-се чтатьяһы нигеҙендә 15 ултырыштан ситләтелә.
Беренсе донъя һуғышына[5][6] ҡаршы сығыш яһай[7]:
Сознательный пролетариат воюющих стран не мог помешать возникновению войны и тому разгулу варварства, который он с собой несет. Но мы глубоко убеждены в том, что в международной солидарности трудящихся масс всего мира пролетариат найдет средства к скорейшему прекращению войны. И пусть условия мирного договора будут продиктованы не дипломатами, а самим народом; и вместе с тем мы высказываем глубокое убеждение, что эта война окончательно раскроет глаза народным массам Европы на действительный источник насилий и угнетений, от которых они страдают, и что теперешняя вспышка варварства будет в то же время и последней вспышкой |
Дәүләт Думаһының Ваҡытлы комитеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Февраль революцияһынан һуң Дәүләт Думаһының ваҡытлы комитетына (ВКГД) инә, бер үк ваҡытта Петроград эшсе һәм һалдат депутаттары Советыбашҡарма комитеты ағзаһы була. 19 мартта башҡарма комитет ултырышында, почта-телеграф хеҙмәткәре эштәре буйынса комиссар итеп тәғәйенләнә. Бынан тыш, ул Юл бәйләнештәре буйынса министрлыҡ ҡарамағында Тимер юлдарҙа хеҙмәт итеү тураһында устав әҙерләү буйынса ойошторолған Махсус комиссияһында Петрсовет башҡарма комитетының вәкиле була[8].
Ваҡытлы комитеттың ҡарары менән 1 майҙа урындағы сәнәғәт предприятиеларында нормаль эшмәкәрлекте тергеҙеү һәм ярҙам итеү буйынса саралар күреү өсөн Уралға ебәрелә. 7-12 майҙа Петроградта үткән РСДРП№ның сеньшевиктар һәм берләшкәг ойошмаларының Бөтә Рәсәй конференцияһы делегаты (кәңәшләшеү тауышы хоҡуғы менән) була. 19-25 августа баш ҡалала үткән РСДРП Берләштереү съезында ла шундай уҡ вәкәләткә ул эйә була.
1917 йылдың июнендә (йәки 30 сентябрендә) Петроградта үткәнБөтә Рәсәй эшсе һәм һалдат депутаттарының беренсе съезында ВЦИК-ка һайлана, әммә тиҙҙән унан сыға.
3 октябрҙә ул Рәсәй республикаһының Ваҡытлы советына (Предпарламент) ағза итеп һайлана. Шул уҡ айҙа Икенсе Бөтә Рәсәй советтар съезына[9] әҙерлек барышында Уралдың бер нисә ҡалаһында була.
Октябрь революцияһын ҡабул итмәй.
1918 йылдың көҙөндә КОМУЧ-ты хуплай. Меньшевиктар исеменән Өфө ҡала думаһына һайлауҙарҙа ҡатнаша.
1921 йыл һуңында Иркутск губернаһында йәшәй, унда, күҙаллауҙар буйынса, Транспорт-матди бүлектең эвакостанцияһы мөдире булып эшләүе мөмкин. Урындағы чекисттар тарафынан «күренекле, ҙур» партия хеҙмәткәре, «1919 йылдан һуң большевиктарҙы ла, меньшевиктарҙы ла яратмай. Антисемит. Обыватель психологияһы» тип ҡылыҡһырлана[10].
Валентин Иванович Хаустовтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[10].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1912 йылда буйҙаҡ була.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чхеидзе Н., Туляков И., Ягелло Е., Хаустов В., Бурьянов А., Скобелев Мат. Угроза единству с.-д. фракции! // Новая Рабочая Газета. — СПб., 1913. — № 60. — С. 1.
- Чхеидзе Н., Хаустов В., Бурьянов А., Ягелло Е., Туляко И. , Скобелев Матв. За единство с.-д. фракции // Новая Рабочая Газета. — СПб., 1913. — № 61. — С. 1.
- Чхеидзе Н., Хаустов В., Туляков И., Маньков И., Бурьянов А., Ягелло Е., Чхенкели А., Скобелев М. К борьбе за единство с.-д. фракции. Ответ с.-дем. фракции 6 депутатам // Новая Рабочая Газета. — СПб., 1913. — № 67. — С. 1.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кирьянов, 2006, с. 351
- ↑ Николаев, 2008, с. 657
- ↑ Боиович, 1913, с. 362
- ↑ Ольшанский, 1913, с. [96], «Къ таблице 33»
- ↑ Айрапетов, 2014, с. 78
- ↑ Барк, 1959, с. 24
- ↑ Мордвинцев, 2014, с. 121
- ↑ Николаев, 2008, с. 658
- ↑ БЭ, 2013
- ↑ 10,0 10,1 Т. С. Хаустов Валентин Иванович // Политический словарь.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Николаев А. Б. Хаустов Валентин Иванович // Государственная дума Российской империи: 1906—1917 / Б. Ю. Иванов, А. А. Комзолова, И. С. Ряховская. — М.: РОССПЭН, 2008. — 735 с. — ISBN 978-5-8243-1031-3.
- Хаустов // Члены Государственной думы (портреты и биографии): Четвертый созыв, 1912—1917 г. / сост. М. М. Боиович. — М.: Тип. Т-ва И. Д. Сытина, 1913. — LXIV, 454, [2] с.
- Хаустов // 4-й созыв Государственной думы: Худож. фототип. альбом с портр. и биогр. — издание Н. Н. Ольшанского. — СПб., 1913. — [79] с., [46] л. ил., портр. с.
- Кирьянов И. К. Хаустов Валентин Иванович (1885 – н.р. 1922) // Российские парламентарии начала XX века: новые политики в новом политическом пространстве. — Пермь, 2006. — 368 с. — ISBN 5-93683-106-X. Архивная копия от 4 марта 2016 на Wayback Machine
- Айрапетов О. Р. Становление Верховного главнокомандования в первые дни войны, диалог с общественностью // Участие Российской империи в Первой мировой войне (1914–1917). 1914 год. Начало. — М.: Кучково поле, 2014. — 640 с. — ISBN 978-5-9950-0402-8.
- Мордвинцев Г. В. Хаустов Валентин Иванович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Барк П. [Л.] Июльские дни 1914 года. Начало Великой войны. Из воспоминаний П. Л. Барка, последнего Министра финансов Российского Императорского Правительства. — Ҡалып:П.: Возрождение, 1959. — № 91.
- Мордвинцев Г. В. Уфимский рабочий депутат IV Государственной думы социал-демократ В. И. Хаустов и его протест против Первой мировой войны // Вестник ВЭГУ. — Уфа, 2014. — № 4 (72). — С. 119—131. — ISSN 1998-0078.
- Хаустов Валентин Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Архив сығанаҡтары
- РГИА. Ф. 1278. Оп. 9. Д. 847; Оп. 10. Д. 27, 28. Л. Фото; Д. 1348. Л. 27.