Эстәлеккә күсергә

Шан (династия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шан
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 1600[1]
Рәсми тел древнекитайский язык[d]
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт Ҡытай
Административ үҙәк Иньсюй[d]
Идара итеү формаһы монархия
Халыҡ һаны 150 000 кеше,
13 500 000 кеше (б. э. т. 1100)[2]
Алмаштырылған Западная Чжоу[d]
Алыштырған Ся (династия)
Ҡулланылған тел древнекитайский язык[d]
Яҙыу Цзягувэнь[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата б. э. т. 1046
Урынлашыу картаһы
Рәсми дине Ҡытай халыҡ дине
Карта
 Шан Викимилектә

Шан дәүләте (ҡыт.: ), альтернатив атамаһы Инь дәүләте (ҡыт.: ) йәки Шан-Инь дәүләте — тәүге батшалыҡ[3], беҙҙең эраға тиклемге 1554 йылдарҙан алып[4] б.э тиклемге 1046 йылдарҙа Хуанхэ йылғаһынан төньяҡтараҡ Ҡытай тигеҙлегенә сыҡҡан ерҙәрҙә булған. Шан дәүләте Чжоу дәүләтенә саҡлы йәшәп килгән.

Шан тәүге ҡытай дәүләтселлеген барлыҡҡа килтереүсе, уның үҫешен археологик ҡаҙылмалар ғына түгел, ошо дәүерҙән ҡалған телдән-телгә күсеп килгән һәм шулай уҡ эпиграфик яҙма сығанаҡтар аша ҡалған мәғлүмәттәр иҫбатлай. Иң тулы һәм ентекле тарихи сығанаҡ — Сыма Цяндың «Тарихи яҙмалар» ҡулъяҙмаһы. Ҡаҙылма тикшеренеүҙәр ваҡытында цзягувэньдар табылған, уларға йәнлектәрҙең баш һөйәгенең маңлай яғына яҙылған иероглифтар, шулай уҡ ҡула(бронза), нефрит, керамик һәм таштан яһалған әйберҙәр ҙә лә шундай яҙмалар табылған.

Иң күпләп табылған әйберҙәр баш ҡалалары Иньсюй (ҡыт. упр. 殷墟, пиньинь: Yīnxū, палл.: Иньсюй) биләмәһендә, ул хәҙерге Хэнань провинцияһының Аньян ҡалаһы янында. Боронғо ҡала биләмәһе ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫтары теҙмәһенә индерелгән.

Сәйәси статус халыҡтың ҡатламдарына ҡарап төрлөсә булған. Ван власты шәхси милек һымаҡ файҙаланған, ул беренсе священник булып иҫәпләнгән. Ул мәрхүм булып ҡалған ди ата -бабалары рухына арнап төрлө тантаралы ритуаль саралар уҙғарған. Ул үлгән туғандарҙы һәм был донъяла йәшәүсе туғандарҙы аралаштырыусы, тоташтырыусы булып иҫәпләнгән. Власть Дин дәүеренән алып У И дәүеренәсә ағайҙан ҡустыға, йәки оло ағаһынан мырҙаһының улына тапшырылған. У И — ҙан алып атаһынан улына тапшырыла башлаған һәм нормаға кергән. вандарҙың тәхеткә дәғүә итә алмаған кесе туғандары ырыу башлыҡтары булып иҫәпләнгәндәр. Ван тирә-яғы (аппарат, хакимиәт, һуғышсылар) крәҫтиәндәр менән сағыштырғанда өҫтөнлөклө статус алған. Чиновниктар юғары хакимиәттәргә, түбәнерәк вазифаларға бүленгән. Улар хәрби хеҙмәткә һәм һунарға әҙерлектәр алып барғандар.


Шан дәүләтенең хөкүмәт башлыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батшалыҡ итеүсе вандар генеологияһынан тыш ҡытай тарихында шулай уҡ уларҙың ата-бабаларының һәм олораҡ быуындары исемдәре һаҡланып ҡалған (йүнәлтеү, Сян Ту[zh], "Ши цзин"да иҫкә алынған). Ҡара. Боронғо Ҡытай императорҙары шәжәрәһе[en]

Шан династияһы (б.э тиклем 1600 .б.э. тиклем 1046)

Шан династияһы, шулай уҡ Инь династияһы йәки Шан-Инь династияһы тип тә атала.

Шәхсән исеме Йылъяҙма дәүере² Храм исеме³ Етәкселек йылдары1 Билдәлелек алған исеме
  Чэн Тан
成湯 Chéng Tāng
  1600 до н. э.1300 до н. э. Тан
  Вай Бин
外丙 Wài Bǐng
  Вай Бин
  Чжун Жэнь
仲壬 Zhòng Rén
  Чжун Жэнь
  Тай Цзя
太甲 Tài Jiǎ
  Тай Цзя
  Во Дин
沃丁 Wò Dīng
  Во Дин
  Тай Гэн
太庚 Tài Gēng
  Тай Гэн
  Сяо Цзя
小甲 Xiǎo Jiǎ
  Сяо Цзя
  Юн Цзи
雍己 Yōng Jǐ
  Юн Цзи
  Тай У
太戊 Tài Wù
  Тай У
  Чжун Дин
仲丁 Zhòng Dīng
  Чжун Дин
  Вай Жэнь
外壬 Wài Rén
  Вай Жэнь
  Хэ Дань Цзя
河亶甲 Hé Dǎn Jiǎ
  Хэ Дань Цзя
  Цзу И
祖乙 Zǔ Yǐ
  Цзу И
  Цзу Синь
祖辛 Zǔ Xīn
  Цзу Синь
  Во Цзя
沃甲 Wò Jiǎ
  Во Цзя
  Цзу Дин
祖丁 Zǔ Dīng
  Цзу Дин
  Нань Гэн
南庚 Nán Gēng
  Нань Гэн
  Ян Цзя
陽甲 Yáng Jiǎ
  Ян Цзя
  Пань Гэн
盤庚 Pán Gēng
  1300 до н. э.1251 до н. э. Пань Гэн4
  Сяо Синь
小辛 Xiǎo Xīn
  Сяо Синь
  Сяо И
小乙 Xiǎo Yǐ
  Сяо И
  У Дин
武丁 Wǔ Dīng
  1250 до н. э.1192 до н. э. У Дин
  Цзу Гэн
祖庚 Zǔ Gēng
  1191 до н. э.1148 до н. э. Цзу Гэн[zh]
  Цзу Цзя
祖甲 Zǔ Jiǎ
  Цзу Цзя
  Линь Синь
廩辛 Lǐn Xīn
  Линь Синь
  Гэн Дин
庚丁 Gēng Dīng
Кан Дин
康丁 Kāng Dīng
Кан Дин
  У И
武乙 Wǔ Yǐ
  1147 до н. э.1113 до н. э. У И
  Вэнь Дин5
文丁 Wén Dīng
  1112 до н. э.1102 до н. э. Вэнь Дин
  Ди И
帝乙 Dì Yǐ
  1101 до н. э.1076 до н. э. Ди И
Цзы Чжоу
子紂 Zǐ Zhòu
Ди Синь
帝辛 Dì Xīn
  1075 до н. э.1046 до н. э. Ди Синь
1 Первой общепризнанной датой в китайской истории считается 841 до н. э.. Все более ранние даты являются предметом дискуссии, иногда весьма оживленной. Приведенные здесь даты предложены Хронологическим проектом Ся-Шан-Чжоу, составленным учеными по заказу правительства Китая и опубликованным в 2000 г. Они приводятся только в качестве ориентира.
2 Тронному имени часто предшествует наименование династии, Шан (商), например Шан Тан (商湯).
3 Имя, используемое в надписях на гадательных костях для жертвоприношения предкам.
4 Период династии Шан начиная с Пан Гэна часто именуется династией Инь (殷) из-за переноса столицы в Инь.
5 Также известен как Тай Дин (太丁 Tài Dīng).

Административ ҡоролошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шан дәүләте структуралар буйынса төрлө өлөштәргә бүленгән булған:

  • Баш ҡала тирә-яғы бер нисә тиҫтә саҡырымдарғаса радиуста вандың етәкселегенең туранан-тура милке булараҡ, уларҙың ҡул аҫтында булған.
  • Дәүләт биләмәһенең бик күп һәм ҙур өлөшө төбәктәр милке булып торған, улар яҡынса 200 тирәһе. Һәм был биләмә вандың туғандары, яҡындары өсөн булған. Шундай биләмәләрҙең береһе Чжоу.
  • Икенсе зонанан һуң эске бүлкәт булған, уны нэй-фу -тип йөрөткәндәр. Ошо бүлкәт бөткәс, аморфлы өсөнсө зона башланған. Һәр ваҡыт тиерлек шан дәүләтенә ябырылып тороусы башҡа сит ҡәбилә халыҡтары йәшәгән.

Шан дәүләте дәүеренәсә (б.э. тиклем 1600—1027 йылдар) ҡула(бронза) әҙерләү технологияһы Ҡытай биләмәһендә өйрәнелгән һәм әҙер килеш булған.

Ҡытайҙа ҡула мәғдәнселеге һәм ике тәгәрмәсле арбалар барлыҡҡа килеүе династияның һинд-европа сығышынан тигән гипотезаһына нигеҙ булып торған[5][6].

Шулай ҙа ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәрҙә улар күрше дәүләттәрҙән үҙләштергән тиелә һәм уларҙыңШан-Инь мәҙәниәтенең автохтонлығы тураһында бәйән итә[7].

Легендалар буйынса Шан етәкселәренең ырыуы Сюань-сяоның императорының улы Хуан-диҙан килеп сыҡҡан. Билдәле булыуынса, алдағы династия Сяны ҡолатыуҙа министр И-инь ярҙам иткән.

Сым Цяндең Ши цзи тигән "Тарихи яҙмалар"ында Шан юлбашсылары баш ҡалаларын алты тапҡыр күсергән. Б. э. т. 1300 йылдарҙа улар хәҙерге Аньяна ҡалаһының районына күскән.

Дәүләттең хәрби конфликттары башлыса Шан биләмәһенең төньяғында күсмә ҡәбиләләрҙең (башлыса жун һәм ди ҡәбиләләренең) һөжүмдәрен кире ҡағыу менән бәйле була.

Шан дәүләтенең һуңғы йылдарында Вэйхе йылғаһының көнбайыш яғында, йылға яры тигеҙлектәрендә, яр буйҙарында урынлашҡан Чжоу ерлегенең хакимдәре менән мөнәсәбәте киҫкенләшә. Шан вассалдары булып иҫәпләнгән чжоу халҡы беҙҙең эраға тиклемге 1027 йылда Шан дәүләтенә ҡаршы баш күтәрә. Му-е Ди Синь янындағы хәл иткес алышта Чжоуҙар тарафынан армия ҡолатыла. Һуңғы Шан ханы, уларҙы еңгән дошмандарға әсирлеккә эләкмәҫ өсөн, үҙен үҙе үлтерә.

Шулай уҡ икенсе версия ла бар. Был версияла Шан армияһы Ди Синды һата һәм чжоу хакимы У-ван яғына күсә. Шанстар власы ҡул аҫтында булған У-ван улын Ди-синды У Генға бирә. Шанстар, моғайын, бола ҡуптарғандыр, быға У Генда ҡушылғандыр. Ул ваҡытта Чжоуҙа хакимлыҡ иткән Чжоу-гун был боланы баҫтыра. Ул шан дәүләтенең бер өлөшөн, белгестәрен һәм крәҫтиәндәрен Бөйөк тигеҙлектең көньяҡ-көнсығыш төбәгенә күсерә. Бында Сун батшалығы барлыҡҡа килә.Бында Шан хакимдәренең нәҫелдәре оҙаҡ ҡына, быуаттар буйы Сун дәүләте ҡолағансы хакимллыҡ иткән.

Шан династияһы ҡулда тотҡан биләмәләр (беҙҙең эраға тиклемге 1122 йылдарҙа)

Шан дәүләте Хуанхэ бессейны йылғаһы буйлап урынлашҡан булған.

Шан дәүләте халҡы башлыса монголоид расаһынан торған. Һәм яҡынса 150—200 мең кешене тәшкил иткән булған.

Ер эшкәртеү, малсылыҡ, аусылыҡ, емеш-еләк йыйыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шан дәүләте халҡы ер эшкәртеү, бойҙай, арпа, ҡуҙаҡтар, фасоль, киндер игеү менән шөғөлләнгән, төрлө йәшелсә һәм емеш-еләк, чумиза үҫтергән. Тап шул осорҙа шан дәүерендә ебәк етештереү менән шөғөлләнә башлағандар. Йорт хайуандарынан сусҡа һәм эт аҫрағандар. Шулай уҡ һыйыр, йылҡы малы, һарыҡ һәм кәзә, тауыҡ, өйрәк һәм ҡаҙ тотоусылар булған. Фил өйрәтеп алыуҙары ла мөмкин. ҡабан, болан һәм юлбарыҫҡа ауға йөрөгәндәр, балыҡ тотҡандар һәм ҡырағай ҡоштар ҙа аулағандар. Аҙыҡҡа шулай уҡ бәшмәк, еләк, төрлө тамырҙар һәи үләндәр йыйғандар. Ер эшкәртеүҙә боронғо эш ҡоралдары ҡулланылған, таш менән берлектә яһалған йәки айырым беркетелеп ҡуйыла торған тәпкеләр, ураҡтар файҙаланылған. Хужалыҡтар бәләкәй һәм шулай уҡ бик ҙур биләмәләрҙә ойошторолған. Эш йөкләмәләре, натураль рента булған.

Эш ҡорамалдары һәм ҡорал етештергәндәр. Хәҙергәсә уларҙың керамика һәм ҡуланан ҡойоп эшләнгән әйбер ҡалдыҡтары һәм ҡула ҡойоу оҫтаханалары табыла. Ул саҡтағы оҫталаҙың оҫталығын шул табылған әйберҙәр иҫбәт итә, улар йоҡа һәм зауыҡ менән биҙәлгән, символик һүрәттәр төшөрөлгән. Шулай ҙа ике тәгәрмәсле арбалар һәм ебәктән эшләнгән әйберҙәр тик хан һарайҙары өсөн генә етештерелгән. Ер эшкәртеү уларҙың неолит осоронда йәшәгән ата-олаталарынан әллә ни айырылмаған.

Династияның юғары кимәлдәге яҙыу системаһы булған. Династия астрономдары [[Марс (планета)|Марс] һәм төрлө кометалар барлығын белгән.

Юғары рухи хоҙайҙар Шанди исеме алған. Шәхесләштереү булмаған һәм күпселеге хакимдарҙың вафат булған ата-олаталары менән тиңләштерелгән. Дини ҡараштар үҫә барған һайын, вафат булған ата-олатайҙар төйәкләнгән күк ата-олатайҙарына тиңләштерелгән. Күк дөйөм шәхесләштерелмәгән аллалыҡҡа әүерелгән. Үҙен иң оло руханимын тип иҫәпләгән император төрлө аралашсылыҡ йолалары башҡарған һәм Күк улы титулы алған. Яҙмаларҙа шулай уҡ уларҙың анимистик көстәргә ышаныуҙары тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Ямғыр, ел, тауҙар, йылғалар һымаҡ — тәбиғи көстәргә табынғандар.

Шан дәүләтенең күпселек халҡы ергә соҡоп эшләнгән бәләкәй генә өйҙәрҙә йәшәгән. Шан һарайҙарын һәм ҡала диуарҙарын хан-ту методы менән эшләгәндәр. Таштарҙы тупраҡ йәки балсыҡ менән аралаштырып тығыҙлағандар. Араларын таҡта һымаҡ әйберҙәр менән бүлгәндәр ҙә (ҡалып һымаҡ итеп), шул ташлы балсыҡлы массаны шунда һалыпкиптереп, өҫтө-өҫтөнә һалғандар, кирбес һалған һымаҡ килеп сыҡҡан. Диуарҙарын нығытҡандар.

  1. https://www.history.com/topics/ancient-china/shang-dynasty
  2. https://www.thoughtco.com/shang-dynasty-117677
  3. «…these early states are best known from archaeology and history to have been ruled by the dynastic houses such as that of Shang (1554—1046 BC) and of Western Zhou (1045—771 BC). Therefore, they can be called the early „royal states.“ „ Early China A Social and Cultural History, Cambridge University Press, 2013, page 6.
  4. “…these early states are best known from archaeology and history to have been ruled by the dynastic houses such as that of Shang (1554-1046 BC)» Early China A Social and Cultural History, Cambridge University Press, 2013, page 6.
  5. Нефёдов С. А. Факторный анализ исторического процесса. История Востока 2018 йыл 22 декабрь архивланған.. — М: Территория будущего, 2008. — 751 с.]
  6. Linduff K. Zhukaigon. Stepp Culture and Rise of Chinese Civilization // Antikuity, 1995. Vol. 69. № 262. P. 133—145.
  7. Баринова Е. Б. Этнокультурные отношения Китая с народами Центральной Азии в древности и средневековье // Вестник РГГУ. Серия «История. Филология. Культурология. Востоковедение». — 2014. — В. 13 (135). — С. 23—36. — ISSN 2073-6355.
  • Сыма Цянь. Исторические записки. Т. 1. (перевод Вяткина Р. В. и Таскина В. С.). М., 2001
  • Васильев К. В. Истоки китайской цивилизации. М., 1998.
  • Варёнов В. А. Вооружение и военное дело иньского Китая. Новосибирск, 1996
  • История Китая: Учебник (по ред. А. В. Меликсетова). М., 2004. С.16-26 (автор раздела Л. С. Васильев)

Ҡалып:Нет сносок

Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Тарихҡа тиклемге Ҡытай
Өс хаким һәм биш император
Ся династияһы
Шан династияһы
Чжоу
Көнсығыш Чжоу Яҙҙар һәм Көҙҙәр
Һуғышыусы батшалыҡтар
Цинь династияһы
Чу династияһы — болалы ваҡыт
Хань Көнбайыш Хань
Синь: Ван Ман
Көнсығыш Хань
Өс батшалыҡ дәүере: Вэй, Шу, У
Көнбайыш Цзинь
Ун алты вәхши дәүләт Көнсығыш Цзинь
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар
Суй династияһы
Тан династияһы
Сун
Төньяҡ Сун
Көнбайыш Ся
Көньяҡ Сун