Эстәлеккә күсергә

Һары уйғырҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һары уйғырҙар
Дәүләт  Ҡытай
Административ-территориаль берәмек Сунань-Югурский автономный уезд[d]
Халыҡ һаны 14 706 кеше (2020)[1]
Ҡулланылған тел Һары уйғыр теле һәм шира-югурский язык[d]
Карта распространения
 Һары уйғырҙар Викимилектә

Һары уғырҙар менән бутамаҫҡа. Һары уйғырҙар (уйғырҙар, шира-йогур; ҡыт. ябайл. 裕固族, пиньин: Yùgù Zú; сар.-юг. Sarïg Yogïr [sarɯɢ jʊɢʊr], Шира-уй4ур теле Šera Yogor [ʃira jʊɢʊr]) — Ҡытайҙа рәсми танылған 56 халыҡтың береһе. Ганьсу провинцияһында Сунань-Югур автономиялы өйәҙе тигән милли-территориаль автономиялары бар. Һары уйғырҙар ике территориаль төркөмгә бүленә. Беренсе төркөм һары уйғыр телендә, икенсеһе — монгол шира-уйғыр телендә һөйләшә.

Б. э. т. 840 йылда уйғырҙарҙаң бер өлөшө шад титуллы Удзар Текин етәкселегендә Ганьсу провинцияһына табан хәрәкәт итә һәм күренекле дәүләт эшмәкәре Пан Текин булышлығында Уйгур Кянсуй (Ганьчжоу) дәүләтен төҙөй. Дәүләт бер нисә быуат йәшәй һәм Тангуттар тарафынан юҡ ителә.

2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса Гансу провинцияһында 13 719 кеше йәшәй.

Е.Тенишев тикшереүе буйынса, һары уйғырҙарҙың ҡәбилә бүленеше ете отакка (территориаль берәмеккә) бүленә. Отак һәм уйғу ҡәбилә берәмеге буларыҡ бөгөнгө көндә бер ниндәй ҙә хужалыҡ йәки иҡтисади әһәмиәткә эйә түгел.[2].

Көндәлек тормошта, төрлө телдә һөйләшеүгә ҡарамаҫтан, һары уйғырҙар һәм шира-уйғырҙар бер-береһе менән бәйле. Быны һары уйҡырҙарҙа ла, шира-уйғырҙарҙа ла осраған бер үк ҡәбилә исемдәре раҫлай.

  • Анджан (анджән, анджәң, анджян).
  • Арлат. Арулаттар тоҡомдары.
  • Вай. Ике өлөшкә бүленә: эрки вай «иҫке вай» һәм йаны вай «яңы вай».
  • Джуныл (чоңыл, чуңыл).
  • Йаглахкыр (йаглакыр, йаглахкар, йаглыхкыр, яглак).
  • Йагток.
  • Йун (патан).
  • Каджан.
  • Калка.
  • Камер.
  • Каргос.
  • Колен.
  • Комджук.
  • Коң. Шорҙарҙа ҡәбилә бар.
  • Конрат (коңрат).
  • Кулин.
  • Кыргыс. Боронғо ҡырғыҙ нәҫеленән.
  • Ланчак.
  • Лахшо.
  • Мнэг.
  • Ойрот (ойрат).
  • Ӧрге.
  • Пагана.
  • Паглыг.
  • Пайат.
  • Патан.
  • Пашу.
  • Пегеши.
  • Пейат.
  • Пәй.
  • Сокалыг.
  • Солтус.
  • Сына.
  • Төмөр. Монгол телендә тимер тигәнде аңлата
  • Темурчин. Монгол телендә тимерсе тигәнде аңлата.
  • Тогшы (тогша, тогши).
  • Тунса.
  • Тӳргӳш
  • Уйрат.
  • Хор.
  • Хараңгат (ораңгат, хуруңут)[2][3].
  • Чанбан.
  • Чунса.
  • Чыгаллык.
  • Шартың.
  • Эркэр. Ирекле кеше тигәнде аңлата.
  • Ыглан. Тибет телендә γǎlán, γlan (үгеҙ)[2].

Уйғырҙарҙың традицион дине — шаманизм менән ҡулланылған Тибет Буддизмы.

  • Народы Восточной Азии / под ред. Н. Н. Чебоксарова, С. И. Брука, Р. Ф. Итса, Г. Г. Стратановича. М. — Л.: Наука, 1965. С. 219.
  1. Седьмая национальная перепись населения КНР
  2. 2,0 2,1 2,2 Тенишев Э. Р. Этнический и родоплеменной состав народности юйгу // Советская этнография. — 1962. — № 1. — С. 59—66.
  3. Бушаков В. А. Тюркская этноойконимия Крыма / Э. Р. Тенишев. — Москва, 1991. — С. 152.

Ҡалып:Монгольские народы