Астальцев Виктор Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Астальцев Виктор Владимирович
240 px
автопортрет
Тыуған:

29 декабрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны (хәҙер Башҡортостан Рспубликаһының Дыуан районы) Мәсәғүт ауылы

Үлгән:

8 декабрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (66 йәш)

Үлгән урыны:

Мәскәү ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Жанр:

портрет, пейзаж

Уҡыған урыны:

В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академия сәнғәт институты (1964)

Наградалары:
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Японияны еңгән өсөн» миҙалы
Исемдәре:

РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1989)

Астальцев Виктор Владимирович (29 декабрь 1927 йыл — 8 декабрь 1994 йыл) — совет рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1989). 1964 йылдан СССР Рәссамдары союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Астальцев Виктор Владимирович 1927 йылдың 29 декабрендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы) Мәсәғүт ауылында тыуған. Уға ярты йәш булғанда атаһы Владимир Александрович Астальцев, Чапаев дивизияһының элекке атлыһы, үлеп ҡала. Ә инде малайға туғыҙ йәш тулғанда әсәһе Лидия Ивановна Астальцева ла вафат була. Тәүҙә балалар йортонда, ә аҙаҡ өләсәһе Екатерина Сергеевна Юрьева-Левицкая ҡарамағында тәрбиәләнә.[1].

1943 йылда Виктор Владимирович үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1944 йылдан Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Япония менән һуғыштарҙа ҡатнаша. Ул 1951 йылға тиклем хәрби хеҙмәттә була. Бер үк ваҡытта 1948 йылдан алып 1950 йылға тиклем Мәскәүҙә Крупская исемендәге Бөтә союз халыҡ ижады йортонда һүрәт төшөрөү һәм һынлы сәнғәт курстарында ситтән тороп уҡый.

1956 йылда Мәскәү өлкә художество педагогия һынлы сәнғәт училищеһының театр-декорация бүлеген тамамлай (уҡытыусыһы В. А. Шестаков). Ижади практиканы Ҙур театрҙа үтә. 1964 йылда В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын өлгөлө диплом менән тамамлай (уҡытыусылары П. П. Соколов-Скаля, А. М. Кузнецов, В. Г. Цыплаков, М. И. Курилко). Диплом эше — Кабалевскийҙың «Никита Вершинин» операһына декорациялар һәм костюмдар эскиздары.

19561958 йылдарҙа Мәскәүҙә Рәсәй академия йәштәр театрында (Үҙәк балалар театры) рәссам-декоратор булып эшләй, ә 1958—1964 йылдарҙа Ҙур театр спектаклдәрен биҙәүҙә ҡатнаша.

Үҙәк балалар театры спектаклдәрендә ҡайһы ваҡыт күмәк сәхнәләрҙә уйнай. 1994 йылдың 8 декабрендә Мәскәүҙә үҙенең оҫтаханаһында вафат булып ҡала.

Рәссам Виктор Астальцев ижадының төп темаһы — тыуған яҡ тәбиғәте, боронғо рус архитектураһы һәйкәлдәре.

Рәссамдың эштәре бик күп музей коллекцияларында һаҡлана. Дәүләт тарихи музей (Государственный исторический музей), Ҡораллы көстәрҙең үҙәк музейы (Центральный музей Вооружённых Сил), А. А. Бахрушин исемендәге театр музейы (Театральный музей им. А. А. Бахрушина), Мәскәүҙәге Дәүләт тарих-архитектура «Коломенское» музей-заповеднигы (Государственный историко-архитектурный музей-заповедник «Коломенское»), «Музей Москвы» музейҙар берләшмәһе (музей истории и реконструкции Москвы), Рәсәйҙең художество фонды, «Ферапонтов монастырь» музей-заповеднигы, В. И. Чапаев музейы (Балаково), А. М. Герасимов музей-йорто (Мичуринск ҡалаһы), Северодвинск ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Петрозаводск, Брянск, Серпухов, Комсомольск-на-Амуре, Кокчетав, Таруса, Свердловск, Ульяновск ҡалаларының картиналар галереяһы, Рәсәйҙең мәҙәниәт Министрлығы йыйынтыҡтары, халыҡ-ара "Никор"художество галереяһы, Берлиндың Милли музейы, Дамаск ҡалаһының художество галереяһы, АҠШ-тың Феноген Тарихи йәмғиәт музейы (музей Феногенского Исторического общества (Портленд Орегон США), Венгриянан Янош Кадор тупланмаһы, АҠШ Коммунистар партияһының генераль секретаре Гесс Холлдың коллекцияһы, Япония, Греция, Англия, Германия илдәренең шәхси йыйылмалары һәм галереялары.

Ғаиләһе: ҡатыны Астальцева Капитолина Петровна. Ҡыҙы, Ирина Викторовна Астальцева (Соловьёва), сәнғәт белгесе, Халыҡ-ара сәнғәт белгестәренең Ассоциацияһы (Международная Ассоциация искусствоведов) ағзаһы, атаһы В. В. Астальцевтың ижадын системаға һалыу менән шөғөлләнә.[2].

Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Пейзаж циклдары: Подмосковье («Февральское солнце. Кунцево» 1958 г., «Родные просторы» 1974 г., «Подмосковные берёзки» 1979 г., «Подмосковное озеро» 1983 г., «Перед грозой» 1983 г.); Көньяҡ Урал («Сосна». Южный Урал" 1974 г., «Ели. Южный Урал» 1966 г., «Скалы. Южный Урал» 1977 г.).
  • Һынлы сәнғәт һәм график архитектура пейзаждары циклдары «Древние памятники русской архитектуры»: Мәскәү Кремеле һәйкәлдәре («Кремль. Солнечный день» 1970 г., «Московский кремль. Весна» 1967 г.); Ҡыҙыл майҙан (Красная площадь" 1967 г., «Собор Василия Блаженного» 1969 г.); Мәскәү («Ул. Петровка» 1962 г., «Храм на ул. Жданова» 1958 г., «Старый Московский Дворик» 1956 г.); музея-заповедника Коломенское («Древнее Коломенское. Дубы»,1967, «Храм Вознесения в Коломенском» 1965 г., «Церковь в Дьякове» 1965 г. «Старое село Коломенское» 1968 г., Казанская церковь с. Коломенское 1975 г.); Звенигорода («Звенигород» 1963 г.); Переславля-Залесского («Данилов монастырь в Переславле» 1963 г.); Суздаля («Суздаль, храм над рекой» 1980 г., «Рябина» 1980 г., «Врата монастыря» 1980 г.); Ферапонтово музей-заповеднигы («Ферапонтов монастырь» 1981 г., «Осень. Вологодский край» 1981 г.); «Малые Карелы» музей-заповеднигы («Архитектурный заповедник Малые Карелы» 1982 г., «Часовня, Малые Корелы» 1982"); «Горки ленинские» музей-заповеднигы («Беседка в старом парке» 1984 г., «Усадьба Горки, заросший пруд» 1984 г.).
  • Себер буйынса тарихи архитектура пейзажы циклдары («Село Шушенское — место царских ссылок» 1970 г., «Старый Симбирск» 1969 г.).
  • Тарихи һүрәттәр циклы («Русь в огне» 1981 г., «Пожар Москвы 1812 года» 1967 г., «Древний Новгород. Набат» 1966 г., «У Иверских ворот» 1967 г., «Октябрьские дни 1917 года» 1967 г., «Северная Русь» 1968 г., «Восстание Болотникова»" 1965 г., «Древняя Русь» 1982 г., «Русь заповедная» 1984 г.).
  • Спектаклдәргә декорациялар циклы («Никита Вершинин», «Бронепоезд 14-69», «Золотой Петушок» и др.).
  • Тарихи картиналар һәм портреттар циклы («Памяти отца» 1975 г., «Над могилой отца. Урал» 1977 г., «Чапаев» 1980 г.)[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1989).
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • «Японияны еңгән өсөн» миҙалы

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алпатов М. В. Астальцев. Романтика древней архитектуры. Изд. «Советский художник», серия "Мир глазами художника. М., 1988.
  • Каталоги выставок 1971 года : в Государственном Историческом музее, в Доме Дружбы с народами зарубежных стран, в Московском Доме Учёных (статья доктора исторических наук В. Д. Королюка)
  • Каталог выставки в г. Химки 1979 год
  • Каталог выставки в Московском Доме Учёных (статья М. К. Скворцовой) 1980 год
  • Каталог художников — ветеранов войны (к 40- летаю победы) статья кандидата искусствоведения Л.Дъяконицына 1985 г.
  • Каталог выставки во Всероссийском обществе охраны памятников истории и культуры . Статьи Алпатова и Языковой. 1986 г.
  • Каталог-альбом Финогенского общества Портланд. Орегон. США.
  • Нинель Дмитриева «Русь Васнецовская» М. 1994.
  • Набор художественных открыток «Виктор Астальцев. Коломенское» 1970 г., статья. М.Гра.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]